-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Декабрь 2021, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ Хикәйә Икенсе бүлек

Зөләйхә хатын ебәрҙе лә онотто. Аҙнанан ашыу ваҡыт үттеме икән, йәшнигендә аҡ ҡағыҙ күреп, алып ҡараһа, тағы ла хат, быныһы ла Гәрәйҙән. Шулай почта тиҙ йөрөймө икән, тип аптыранды эстән генә ҡатын. Теге аҙнала яҙғайны, шикелле, был аҙнала килеп тә еткән. Шылтыратһа ла булыр ине инде. Тәүҙә өй эштәре менән булып, хатты ситкәрәк алып ҡуйғайны. Йоҡлар алдынан, тағы иҫенә төшөп, ҡулына алды. Үҙенең дә йәше бара, һаулығы ла үҙе менән, тигән һымаҡ, иртәнсәк уҡырмын, тип эргәһенәрәк һалып ҡуйғайны, кем белә, әллә нә мәләрр яҙыуы бар, шунан ятырһың, йоҡлай алмайынса, ниңә уҡыным, тигән көнгә төшөп. Гәрәй былай ябай күренһә лә, ата-әсәһенең аяулы балаһы булғас, үҙен төрлөсә тота торғайны.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ Хикәйә Икенсе бүлек
Ҡатын элекке иренең йөҙөн иҫкә төшөрөргә тырышты. Бәй, шыпа хәтерҙән юйылған түгелме һуң? Шулай онотолоп та бөттөмө икән ни? Әллә, магазинда танышҡайнылар, шикелле. Юҡ, саҡ ҡына ла иҫкә төшмәй. Инде ойоп киткәйне, төш күрҙе: эргәһенә Гәрәйҙең атаһы менән әсәһе килеп керҙеләр. Атаһы бик өндәшмәне, әсәһе кем икәнлеген күрһәтте инде. Ошонда ғына уйнап ултырған Гөлназға күрһәтеп:
– Ошо ҡыҙыҡайҙы, Гәрәйҙең балаһы, тип әйтергә уйлайһыңмы? – тине ҡатын.
– Эйе, улығыҙ үҙе белә, ул баш тартмай. Минең Гәрәйҙән башҡа бер кемем дә булманы.
– Ҡайҙа, бир әле, яратып ҡарайым, – тине әсәһе.
Олатаһы көлөп ебәрҙе:
– Ҡара әле, әсәһе, һиңә өләсәй булыу килешә икән!
Шунан, ултырып, сәй эстеләр бит әле.
– Беҙ һиңә ҡаршы түгел, – тине өләсәһе, – бына, Гөлназ ҡыҙыбыҙ беҙҙе өләсәй-олатай итте бит.
– Өләсәй, олатай, тиһегеҙме?
Бәй, былар үҙҙеренең ейәнсәре менән киленен танынылар, түгелме һуң?
– Бик ымһынып барма, – тине Гәрәйҙең әсәһе, – беҙ һеҙҙең никахты уҡытманыҡ, беҙ уны ҡабул итмәйбеҙ. Гәрәйҙең электән яратҡан ҡыҙы бар. Әнәс Фәнәүи улын беләһегеҙме? Мусиндарҙы? Беҙ шуларҙың ҡыҙын алабыҙ. Үәт!
Ошолай төшө боларҙы ла китте Зөләйхәнең. Әле, уянғас та, уҡылмаған хат, әле күргән төшө һәм Гәрәй хаҡында байтаҡ уйланып ятты ҡатын. Шунан һуң түҙмәне. Хатты алып, конвертын асты ла уҡый башланы.
“Һаумы, Зөләйхә! Мин һине, яуап яҙырһың, тип көтмәгәйнем. Бына, әле генә хатыңды алып уҡыным да, яуап яҙырға ултырҙым. Рәхмәт һиңә, Зөләйхә! Минең яҙмышым хәл ителгәндә, йәнем ер менән күк араһында осоп йөрөгәндә, мин һинең хаҡта уйланым һәм ҡыҙымды күҙ алдыма килтерергә тырыштым. Сөнки, әйләнеп ҡарағайным, тормош юлым тамамланыуға бара, ә артымда, һеҙҙән башҡа, мине һағынып һөйләрлек, мине иҫкә алырлыҡ кеше күрмәйем. Әсәйем менән атайымдың хыялын тормошҡа ашырам тип, улар һорағанса, бәлки талап иткәнсә лә булғандыр, миңә Мусиндарҙың ҡыҙына өйләнергә тура килде. Уның ҡыҙы үҫеүе, айырылып ҡайтыуы хаҡында, беҙҙең тормошобоҙ оҡшаш булғас, ҡуйыртыусы булманы. Ләкин мин, бер нисә ай йәшәгәс тә, беҙҙең берлектәге тормоштоң уңышһыҙлыҡҡа дусар ителеүенә төшөндөм. Сөнки ул ҡатын донъя көтөү, хужалыҡ ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеүҙе үҙе өсөн түбәнселек һанай ине. Хатта хеҙмәтсе яллауы, үҙе теләгәнсә йәшәргә ынтылыуы беҙҙең йәшәйешебеҙҙе үҙгәртә алманы.
Мин уны һинең менән сағыштырҙым һәм үҙемдең хаталаныуыма төшөндөм. Сөнки һинең менән йәшәгәндәге һымаҡ иғтибар, уңайлылыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Мин шунда ғына һинең тәмле аштарыңды иҫкә төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа мөхәббәте ашҡаҙан аша һынала, тигән ябай ғына әйтемдең мәғәнәһенә төшөндөм. Мин әле лә һинең бешергән аштарыңды, һинең миңә булған мөнәсәбәтеңде һағынам. Мин һине ни тиклем нығыраҡ һағынһам, һин минән шул тиклем нығыраҡ алыҫыраҡ китәһең һәм беҙҙең осрашыуыбыҙ, бергә яңынан ҡушылып йәшәүебеҙ мәңге тормошҡа ашмаясаҡ хыялға әүерелә. Шуға миңә хат яҙыуың, иғтибарыңдан төшөрөп ҡалдырмауың өсөн рәхмәт! Һинең яҙғандарыңды мин ҡат-ҡат уҡыйым. Хатта тәүгеһендә илап та алдым. Ни өсөн илағанмындыр, үҙем дә белмәй ҡалдым. Бәлки мин йәшлеккә ҡайтҡан һымаҡ булғанмындыр. Тәүҙә шылтыратырға тағы ла уҡталғайным, телефон аша һөйләшеүгә ҡарағанда, үҙемдең теләктәремде, кисергәндәремде аҡ ҡағыҙ ярҙамында еңелерәк еткерермен кеүек тойолдо. Белмәйем, был юлдарҙы ниңә яҙамдыр. Бәлки һин хатымды, быға нимә кәрәк икән, тип йыртып ташларһың һымаҡ итеп
 
тоям. Уҡымаһаң да, йыртып ташлаһаң да, һинең хаҡың бар. Тик ни өсөн сығып киткәнемде генә хәтерләмәйем”.
Зөләйхә хатты ырғытып уҡ ебәрҙе. Шул, элекке Гәрәй икән. Ни өсөн сығып киткәнемде оноттом, тигән бит әле. Бәлки һин мине ҡыуып сығарманыңмы ул, тип ишетергә теләмәйҙер ҙә инде? Зөләйхә, үрелеп алып, хатты яңынан уҡып сыҡты. Биш тин аҡса һымаҡ, ябай ғына фекерҙәр. Хат юлдары артында бер ниндәй кинәйә лә, ишара ла тойолмай. Ә былай дөйөм хәленә килгәндә, яҙмышы уйланырлыҡ, хатта ғибрәтле һымаҡ.
Хәҙер нисәмә йылдар сауҙа нөктәһендә эшләгәс, Зөләйхәнең күҙе лә, күңеле лә үткерләнгән. Футбол яланы ҙурлыҡ сауҙа үҙәгенә килеп ингән һәр бер һатып алыусыны, тип әйтерлек, танып белә. Танымай, күбеһе ошонда йәшәй. Ашамайынса булмай. Ҡайҙа китһендәр, ошонда киләләр инде. Һатып алыусылар ҙа төрлөсә була бит. Береһенә – ашарға, икенсеһенә – эсергә, өсөнсөһөнә урлашырға кәрәк. Шулай икеле-микеле уйҙар менән уйланып йөрөнө Зөләйхә. Ләкин элекке иренә нимә кәрәклегенә, барыбер, төшөнә алманы. Ярай, дауаханала ятып сыҡҡанын белде, үпкә елләтеп ятыуы ла еңел булмағандыр.
Ә ул операциянан һуң ни үле-ни тере ятҡан сағында, эргәһендә берәйһе булдымы? Операцияға әҙерләр алдынан, аҙаҡ эргәгеҙҙә ултырырлыҡ берәр кеше кәрәк, тигәс, бер кемем дә юҡ бит әле, тигәс, табиптар үҙҙәре ҡараны. Ни хәл итәһең, һәр кешенең яҙмышы үҙе менән. Ә хатын яҙырға кәрәк. Ә нимә тип яҙыр икән?
“Һаумы, Гәрәй! Һинең икенсе хатыңды алғас, йәш саҡтар иҫкә төшөп китте. Тик һуңғы тапҡыр кемгә һәм нимә хаҡында яҙғанымды иҫләмәйем. Һин яҙған хатты ла ҡат-ҡат уҡыһам да, һиңә нимә кәрәклегенә, ни өсөн хат яҙыуыңа төшөнә алманым. Һуңынан, асыҡланыуынса, һин беҙҙең бергә икәүләп, хатта өсәүләп төшкән фотоларыбыҙҙы ла алып киткәнһең икән. Мин инде быныһын һис тә көтмәгәйнем. Һин фотоларҙы түгел, беҙҙе бәйләп торған бәләкәй-бәләкәй генә шаһиттарҙы ла үҙең менән алып киткән һымаҡ тойолдо. Ул фотолар хәҙер юҡтыр инде ул. Мин белгән Гәрәй һаҡсыл кеше түгел ине. Шуға, әсәйеңдең, йә ҡатыныңдың, фотоларҙы табып, юҡ итеүенә шикләнмәйем.
Ә мин артҡа боролоп ҡарайым да, үҙемдең атайым менән әсәйемдән, ҡыҙым Гөлназдан башҡа, бер кемде лә күрмәйем. Әйтерһең, башҡалар минең тормош юлымда осрамаған, мин уларға кәрәк булмағанмын. Бәлки шулай яҡшыраҡтыр? Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙең хатлашыу нимә менән тамамланыр икән?”

Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Хатын яҙып бөттө лә почта йәшнигенә һалып китте.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: