-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Декабрь 2021, 18:00

ТӘҮБӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Илгиз йоҡоһонан уянғас та тороп китергә ашыҡманы, кирелеп-һуҙылып урынында ята бирҙе. Ятҡан килеш өй эсенә күҙ һалды: атаһы ла, әсәһе лә күренмәй, тағы ла эсергә эҙләп сығып киткәндәрҙер инде. Ә һеңлеһе Гүзәл ҡайҙа? Ул, кәйефһеҙ генә тороп, өҫтәл янына килде. Кистән бысраҡ килеш ултырып ҡалған һауыт-һаба араһынан икмәк һынығы алып ҡапҡайны, уныһына араҡы түгелгән булып сыҡты, ытырғанып, кире төкөрҙө. Кисә ас килеш йоҡлап киткәйне. Ошо арала бигерәк айнымай әсәләр шул. Ниңә бигерәк яраталар икән шул тәмһеҙ нәмәкәйҙе? Тәмһеҙ икәнен Илгиз белә инде, тәмләп ҡарағаны бар. Күптән түгел атаһы менән әсәһе уның алты йәше тулыуын «байрам» итеп иҫереп йығылғас, стакан төбөндәге араҡыны эсеп ҡараны. Мәжлестәгеләр бер-береһен ҡыҫтап, һәйбәт араҡы тип маҡтағас, тәмләп ҡарарға булғайны шул, ауыҙы яныуҙан кире төкөрҙө, һаҫыҡ, әсе, тәмһеҙ тәме ауыҙынан оҙаҡ китмәй торҙо.

ТӘҮБӘ   Хикәйә Беренсе өлөш
ТӘҮБӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Илгиз урамға сығып, ҡойма буйында ятҡан ташҡа сүгәләне. Гүзәл ҡайҙа йөрөй һуң? «Йөрөй» тип әйтеп тә булмай инде, тыумыштан ғәрип аяҡтарын һөйрәп, шыуышып ҡына йөрөй ул. Өс йәше тулып үтһә лә, йүнләп һөйләшә лә белмәй. Әллә ойоп киткән Илгиз, әллә абайламай ҡалды, ҡапыл ҡаршыһында тап-таҙа, ялтырап торған ҡара туфли кейгән аяҡтарҙы күреп, башын күтәрһә, ҡаршыһында ҡупшы кейенгән, йәтеш кенә һаҡаллы, мөләйем йөҙлө ағай баҫып тора. Түбәтәй кейеп йөрөгән был кешене күргәне бар Илгиздең. Уларҙың өйө янындағы тыҡрыҡ аша ауылдың үрге осондағы мәсеткә бара ул.

– Исемең кем әле һинең, улым? – тине ағай күптәнге танышын осратҡандай, ихлас йылмайып.

– Илгиз...

– Илгиз, әйҙә минең менән мәсеткә... – Илгиз өндәшмәне. Шулай ҙа урынынан тороп, шым ғына уның артынан эйәрҙе.

Мәсеттең янынан үткеләп йөрөһә лә, эсенә ингәне юҡ ине әле Илгиздең. Ҙур-ҙур келәмдәр йәйелгән иҙәндә бер төркөм ир-ат тыныс ҡына әңгәмәләшеп ултыра. Араларында оло йәштәге олатайҙар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә бар, хатта бер нисә йәш егет тә күренә.

– Әссәләмәғәләйкүм!

– Вәғәләйкүм әс-сәләм, хәҙрәт, – тип сәләмләп ҡаршыланылар уларҙы. «Исеме Хәҙрәт икән был ағайҙың», – тип уйлап ҡуйҙы Илгиз.

– Һин, Илгиз, бына шунда ултыр, йәме, – тине Хәҙрәт ағай стена янында торған эскәмйәгә күрһәтеп. Үҙе башҡалар янына ыңғайланы. Барыһы ла урындарынан тороп, рәт-рәт булып теҙелешеп баҫты. Хәҙрәт ағай алға барып баҫты ла таныш булмаған телдә нимәлер һөйләй башланы. Ҡулдарын берсә күтәреп, берсә төшөрөп, эйелеп-бөгөлдө. Йә шиғырға, йә йырға оҡшамай һөйләгәне, ҡалғандар уның һәр хәрәкәтен ҡабатлап бара. Ҡапыл бөтәһе бергә иҙәнгә ҡапланды ла, арт һындарын күтәреп, бер аҙға тынып ҡалды. Тороп бер аҙ ултырып алғас, тағы туңҡайып ҡатып ҡалдылар. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән был тамашаны аптырауҙың сигенә сығып, иҫе-аҡылы китеп күҙәтте Илгиз, хатта асығыуын да онотто. Нимә эшләй икән был кешеләр? Уйнайҙар тиһәң, йөҙҙәре үтә етди, бер ҙә шаярғанға оҡшамайҙар. Оло кешеләр уйнап та тормаҫ инде. Шуның өсөн киләләр микән ни был мәсет тигән серле йортҡа?

Бына бер саҡ барыһы ла кеҫәләренән мунсаҡ сығарып алып, берәмләп шуны һанарға тотондолар. Оҙаҡ ҡына һананылар мунсаҡ бөртөктәрен. Һуңынан бөтәһе бергә ҡулдарын күтәреп, биттәрен һыпырып ҡуйҙылар. Хәҙрәт ағай халыҡҡа йөҙө менән әйләнеп, ниҙер һөйләй башланы. Башҡортса һөйләһә лә, Илгиз бер нәмә лә аңламаны тиерлек.

Халыҡ таралыша башланы. Хәҙрәт ағаһы уның янына килеп.

– Әйҙә, Илгиз, сәй эсеп алайыҡ, йома сәйе, – тип бер бүлмәгә алып инде. Электр сәйнүгенә һыу һалып, токҡа тоташтырҙы ла, мөйөштә торған шкафтан ашамлыҡтар алып теҙә башланы. Эсе өҙөлә яҙып асыҡҡан Илгиздең өҫтәлдәге тәмле-татлы ризыҡтарҙан күҙен ала алмағанын күреп:

– Әйҙә, яҡыныраҡ ултыр, әйҙә, хуш, – тине. Ул арала сәйнүк тә ҡайнап сыҡты. – Тештәрең төшөп бөткән бит, кәнфитте күп ашайһыңдыр һин?

– Юҡ, Хәҙрәт ағай, кәнфитте яратһам да, күп ашамайым мин, берәйһе күстәнәс бирһә, һеңлемә бирәм, ул бигерәк ныҡ ярата кәнфитте.

– Әсәйең һатып алмаймы ни?

– Ала, яңыраҡ ҡына тыуған көнөмдө үткәргәйнек, унда ла һатып алды...

– Атайың ҡайҙа эшләй?

– Ул кисә күршеләргә утын әҙерләште, унан алдағы көн иптәшенең бесәнен алып ҡайтырға ярҙамлашты.

– Улай икән... Әсәйең эшләйме?

– Юҡ. Ул фермала һыйыр һауа ине, һыйырҙарын алып киттеләр, хәҙер эшләмәй, эш юҡ, ти.

– Әйҙә, әйҙә, Илгиз, һин ашап ултыр, – тип ҡыҫтаны Хәҙрәт былай ҙа ҡарһаланып әле кәнфиткә, әле перәниккә үрелгән малайҙы.

Сәй эсеп алғас, хәҙрәт ағаһына бер аҙ өйрәнә төшкәс, үҙен баянан бирле борсоған һорауҙы бирергә баҙнат итте Илгиз:

– Хәҙрәт ағай, һеҙ нимә эшләнегеҙ ул бая?

– Ҡайҙа?

– Иҙәнгә бер яттығыҙ, бер торҙоғоҙ...

– Ә-әә, – хәҙрәт йылмайҙы – намаҙ уҡыныҡ, йома намаҙы. Бер ҙә күргәнең юҡмы ни намаҙ уҡығанды?

– Юҡсы. Ә нимә ул намаҙ? Уйынмы?

– Юҡ, Илгиз, уйын түгел ул намаҙ. Аллаһы Тәғәлә мосолман булған кешегә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға ҡушҡан.

– Мосолман, Аллаһы Тәғәлә кемдәр улар?

– Аллаһы Тәғәлә  бөйөк ҡөҙрәткә эйә. Ул беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың нимә эшләгәнен күреп-белеп тора. Намаҙ – Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәү, уның ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡылыу. Уның барлығына һәм берлегенә инанып, уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән кеше мосолман була инде. Тағы сәй яһайыммы?

– Юҡ.

– Кеҫәңә һалып ал! – Хәҙрәт кәнфит һауытын уға табан шылдырҙы. Илгиз, ҡыуанып, кеҫәһенә кәнфиттәрҙе һалып алғас, ишеккә ыңғайланы.

– Туҡта әле, ашағандан һуң, Аллаһы Тәғәләгә биргән ризыҡтары өсөн шөкөр итеп, доға ҡылырға кәрәк, – тип ниҙер уҡыны ла, ҡулдарын күтәреп, битен һыпырып ҡуйҙы. Илгиз дә уның артынан ҡабатланы.

– Ашағандан һуң рәхмәт әйтергә ғәҙәтлән, ғөмүмән, кемдер һиңә изгелек эшләй икән, рәхмәт әйтергә кәрәк...

– Рәхмәт, Хәҙрәт ағай.

– Бына шулай. Һин килгеләп йөрө, йәме, Илгиз?

– Ярай...

Илгиз мәсеттән сыҡты ла өйҙәренә ҡарай елдерҙе.

Сәғит хәҙрәт Илгиз күҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап торҙо. Илгиздең атаһы Илдус менән бер класта уҡыны Сәғит. Бик тырыш, башлы малай булды, уҡыуы ла яҡшы, тәртип боҙоп та йөрөмәне. Әсәһе менән икеһе генә йәшәнеләр. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге ПТУ-ла уҡып, сварщик һәнәрен үҙләштереп ҡайтты ла совхозда эшләй башланы. Оло йәштәге әсәһенең берҙән-бер ҡараусыһы булараҡ, уны армияла хеҙмәт итеүҙән азат иттеләр. Тырыш егет тиҙ арала үҙ эшенең оҫтаһына әйләнде. Тик эштән һуң ауылдаштарының үтенесен кире ҡаҡмай, йомоштарын үтәй-үтәй эскесегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһыһына ҡапҡа, ҡайһыһына гараж ишеге, кемеһенәлер өйөнә йылылыҡ үткәреү өсөн торба иретеп йәбештерергә, йә башҡа берәй ярҙам кәрәк булып ҡына торҙо. Ауылда мәшәҡәт бөтәме ни? Эш бөткәс, һәр хужа рәхмәт йөҙөнән табын әҙерләй, яртыһын ҡуя. Анауы хәтле эште эшләгәс, бала-саға кеүек, эсмәйем, тип ултырыуы оят һымаҡ. Тәүҙәрәк Илдус үҙен ирҙәр менән тиң тотор өсөн эсһә, һуңыраҡ шулай тейеш кеүек ҡабул итә башланы. Ул саҡта эшләгән эшең өсөн аҡса алыу түгел, тәҡдим итеү ҙә оят кеүек ине. Ауылдаштар бер-береһенә ихлас ярҙам итәләр, хаҡ түләү йәки алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сәйен-мейен әсәһең дә, вәссәләм, ике яҡ та риза, ҡәнәғәт.

Әсәһе мәрхүм булғас, бөтөнләй айныманы тиерлек. Өй аулаҡ ҡалғас, теләһә ниндәй әтрәгәләм йыйылды, ир-ат ҡына түгел, эсергә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа урап үтмәне. Көндәрҙән бер көндө Илдус шундай ҡатындарҙың береһе Миңһылыуҙың ҡосағында уянды. Үҙенән 5-6 йәшкә оло ҡатынды тәүҙә ҡыуып маташты, һуңыраҡ, ахыры, яҙмышына күнде. Ир-егеттең күңеленә юл уның ашҡаҙаны аша үтә, тигәндәй, әсәһе үлгәндән һуң аслы-туҡлы көн күргән Илдусҡа Миңһылыуҙың юҡтан бар итеп әҙерләгән аш-һыуы ла хан һыйындай тойолғандыр. Эсмәгән сағында донъяһын гөл итеп тота Миңһылыу, ишек төбөнә түшәгән балаҫына ла ҡыйып баҫҡыһыҙ, тик айыҡ көндәре генә һирәк шул, эсә башлаһа – бер нәмә лә кәрәкмәй, донъяһы түгел, балаларын да онота.

Бөгөн Сәғит, йома намаҙына сыҡҡас, урамда Илдусты осратҡайны, иҫерек икәнлеген күреп, өндәшмәй уҙып китте. Өйө артында моңайып ултырған Илгизде йәлләп, үҙе менән мәсеткә алып китте. Айыҡ сағында һөйләшеп ҡарағаны бар уның Илдус менән, тик бушҡа ғына.

Дауамы бар. 

Башҡортостан рәссамы Рәүеф Әхмәтгәрәевтың "Тыуған тупһала"  тигән картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:Фәриғә КҮҪӘКОВА.
Читайте нас: