-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Декабрь 2021, 20:00

ТӘҮБӘ Хикәйә Икенсе өлөш

Илгиз ҡайтып ингәндә Гүзәл тупһала ултыра ине, әсәһе һаман ҡайтмаған. Ул ҡыуана-ҡыуана һеңлеһенең итәгенә кәнфиттәрен бушатты. Гүзәл шатлығынан нишләргә лә белмәне, шунда уҡ береһен ҡағыҙын әрсеп һоғондо ла әле береһен, әле икенсеһен алып, ҡағыҙындағы һүрәттәрҙе ҡараны, уларҙы бер рәткә теҙеп һалып, берсә өйөп, берсә таратып уйнарға тотондо, һеңлеһен шатландыра алыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Илгиз кинәнеп һөйләнде: – Кәнфиттәрҙе Хәҙрәт ағай бирҙе, унда, мәсеттә күп, уларға Алла... Алла... – Аллаһы Тәғәлә тип әйтергә теләгәйне Илгиз, хәтеренә төшөрә алмай аҙапланды, –  уларға бер ағай көн дә килтереп бирә икән...

ТӘҮБӘ   Хикәйә Икенсе өлөш
ТӘҮБӘ Хикәйә Икенсе өлөш

Күп тә үтмәй, ҡапҡанан абына-һөрөнә әсәләре килеп инде, уға үҙе кеүек ҡыҙмаса бер ҡатын эйәргән, Шәмсиә апай икән.

– Эй-й, минең бәпестәрем йоҡонан торған икән, хәҙер сәй эсерәм, әйҙә, әйҙә, Шәмсиә, – тип өйгә инеп китте, әхирәте лә уның артынан тәнтерәкләне. Бер аҙҙан балалар сәй эсергә өмөтләнеп өйгә ингәндә, сәйнүк борҡорап ҡайнай, әсәһе хырылдап йоҡлай, ә Шәмсиә өҫтәлгә башын һалған килеш йырлап маташа ине. Илгиз һеңлеһен етәкләп кире урамға сыҡты. Өләсәһе иҫән саҡта уға барып һыйыналар ине. Башҡа барып морон төртөрлөк туғандары ла юҡ шул ауылда. Ярай ҙа Илгиз мәсеттә үҙәк ялғап алды, Гүзәлдең бит кисәгенән бирле бер нәмә лә ҡапҡаны юҡ, ағаһы һыйлаған кәнфиттән башҡа. Ишек алдында ҡотороп үҫкән әрем, алабута араһында Гүзәл ятып йоҡлап китте. Илгиз дә уның янына һуҙылды.

Атаһының һүгенгән тауышына тертләп уянған Илгиз тороп ултырҙы. Ҡайҙа ятҡанлығын аңлай алмай ян-яғына ҡаранды, яурындарын йыйырып ҡалтыранып ҡуйҙы, өшөткән дә икән, бейек үлән араһында тупраҡ дымлы икәнен бая һиҙмәгәндәр, күрәһең.

– Балалар ҡайҙа, тим мин һиңә, бар, эҙләп алып ҡайт, инәнде эт талаған бисә, рәхәтләнеп йоҡлап ята, –  тип екеренде Илдус. Ул арала әсәһе Илгизде абайлап ҡалды.

– Ҡайҙа Гүзәл?

– Бында, йоҡлап ята, ана...

Атаһы абына-һөрөнә килеп Гүзәлде күтәреп алды ла өйгә инеп китте, әсәһе лә һөйләнә-һөйләнә артынан эйәрҙе. Илгиз ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө лә, ашарға бер нәмә лә тапмағас, инде нисәнсе көн өҫтәлдә ултырып банка төбөндә ойоған һөттө күтәреп эсеп ҡуйҙы. Урамға сығып, бер аҙ тапанып торғандан һуң, Әмирҙәргә табан атланы Илгиз. Әмир – уның дуҫы, һәйбәт малай, ҡайһы саҡ йөрөп ҡарарға велосипедын да биреп тора. Тик ниңәлер әсәһе Илгизде яратмай, уның менән уйнарға ҡушмай. Шуға күрә Илгиз әсәһенең күҙенә бик салынмаҫҡа тырыша. Әле лә, ҡапҡаны әкрен генә асып, башын тығып ҡына ишек алдын байҡаны. Дуҫы күренмәгәс, «Әмир» тип ҡысҡырҙы ла, ҡапҡа тышында торған эскәмйәгә ултырып, ҡойма егенән ихатаны күҙҙән үткәрҙе. Рәт-рәт булып теҙелгән алмағастарға, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтарына, арыраҡ урынлашҡан ҡыяр, кишер, түтәлдәренә, аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул. Үҙҙәренең ҡый үләндәре баҫҡан ишегалды менән сағыштырғанда ожмах баҡсаһы инде. Бына бит, Әмирҙең ата-әсәһе эсмәгәс, ниндәй матур йәшәйҙәр. Айыҡ ваҡытында Илгиз атаһы менән һөйләшә, шаярып та ала, иркәләнә, ә эсеп алһа, һөҙгәк үгеҙме ни, яҡын барырлыҡ түгел, күҙенә салынған кешегә бәйләнергә генә тора. Үҙе эсһә лә, әсәһенең эскәнен яратмай, шунан китә ыҙғыш-талаш.

Илгизде күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, ҡапҡала Әмир күренде.

– Беҙ атай менән балыҡҡа барабыҙ, иртәгә уйнарбыҙ, йәме, – күҙҙәренән шатлыҡ нурҙары бөркөлгән Әмир шулай тине лә инеп тә китте.

Инде нимә эшләргә? Телевизоры ла ватылып ҡуйҙы. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөй торғас, кис етте, Илгиз кисәнән йыйылмаған урынына инеп ятты.

Иртәнсәк ул йоҡонан торғанда Гүзәл йоҡлай ине, атаһы ла, әсәһе лә өйҙә юҡ. Өйгә тәмле еҫ таратып өҫтәлдә ҡурылған картуф тора. Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алды ла Гүзәл янына килде.

– Тор инде, Гүзәл, сәй эсәйек.

– Эскем килмәй.

– Әсәй картуф бешергән, әйҙә, асыҡманыңмы ни?

– Юҡ.

Гүзәлдең тауышы хәлһеҙ генә сыҡҡас, Илгиз ҡулын маңлайына ҡуйып ҡараны. Башы уттай яна ине. Ағаһы биргән сәйҙе бер-ике йотто ла Гүзәл кире ятты. Илгиз үҙенең юрғанын алып килеп, һеңлеһенең өҫтөнә ҡатлап япты ла ишек алдына сығып йөрөп әйләнде. Гүзәл кире йоҡлап китте. Мәсет яғынан аҙан тауышы ишетелде.

– Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр! Әшһәдү әллә илаһу иллә алла...

Элек тә ишетә ине ул аҙан ҡысҡырғандарын, ишетә лә онота ине, ә бөгөн аҙан нисектер башҡасараҡ, күңелгә яҡыныраҡ, моңлораҡ яңғырағандай тойолдо. Шул моң уны үҙенә саҡырған, әйҙәгән кеүек булды һәм ул мәсеткә табан йүгерҙе.

Илгизде Сәғит хәҙрәт шатланып ҡаршы алды:

– Әйҙүк, Илгиз, әйҙә, тәһәрәт ал да намаҙға баҫ.

– Ҡайҙа ул тәһәрәт? Нимә була ул? – Илгиз ян-яғына ҡаранды. Хәҙрәт рәхәтләнеп көлдө лә:

– Тәһәрәт ул – намаҙ уҡыу өсөн йыуыныу, паҡланыу. Кил, әйҙә, тәүҙә өс тапҡыр ҡулдарыңды йыу, унан өс тапҡыр ауыҙыңды сайҡат, – тип тәртибе менән тәһәрәт алдырғандан һуң, үҙе менән кисәге намаҙ уҡыған урынға алып китте.

– Бына ошонда тор ҙа беҙҙең арттан хәрәкәттәрҙе ҡабатла, эстән генә үҙеңдең теләктәреңде теләп тор. Ихлас теләктәрең ҡабул булыр, иншалла, – тип үҙе йәмәғәт алдына барып баҫты.

Тағы ла кисәге хәлдәр ҡабатланды. Хәҙрәт ағаһы ят телдә ниҙер һөйләне, шул уҡ хәрәкәттәр ҡабатланды. Илгиз дә бергилке аптыранып торғандан һуң улар артынан өлгөрөргә тырышып эйәрҙе. Тора-бара уға хатта был «уйын» оҡшап китте әле: йәше-ҡарты бер булып, кемуҙарҙан берсә ултырып алалар, берсә туңҡайып яталар, берсә тороп баҫалар. Кинәт Илгиздең иҫенә Хәҙрәт ағаһының «теләктәреңде теләп тор» тигәне килеп төштө һәм ул ятһа ла, торһа ла: «Миңә велосипед кәрәк, миңә велосипед кәрәк», – тип ҡабатларға тотондо. Үҙе был мөғжизәгә бик ышанып та етмәгәндәй, шулай ҙа, кем белә, ана бит, Аллаһы Тәғәлә көн дә кәнфит-перәниген килтереп биреп тора ти. Иртәгә килеүенә мәсеттә велосипед көтөп торһа, ә?! Әмирҙеке кеүек. Юҡ, унан да шәберәге! Ә унан да шәберәге буламы икән ул? Һәм ул ихласлап: «Әмирҙекенән дә яҡшыраҡ велосипед алып кил миңә, Аллаһы Тәғәлә», – тип ҡабатларға тотондо һәм намаҙҙың тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Сәй эсеп торманылар бөгөн, Хәҙрәт ағаһы бер ус кәнфит сығарып тотторҙо ла, ҡайтырға ҡуҙғалған халыҡ артынан эйәрҙеләр. Өйгә ҡайтышлай Сәғит хәҙрәт Илгизгә Аллаһы Тәғәләнең донъялағы бар нәмәне лә белеп-күреп тороуы, ул бөтә нәмәне лә булдыра алыуы тураһында, ихлас күңелдән һораһаң, теләктәреңдең тормошҡа ашыуы тураһында һөйләне.

– Ә мин унан бая велосипед һораным, ҡасан алып килер икән?

– Велосипед?

– Эйе.

– Эй бала, бала... Ундай ваҡ-төйәк, донъя кәрәк ярағын һорайҙармы ни? Аллаһы Тәғәләнән йорт-илгә тыныслыҡ, яҡындарыңа, ата-әсәйеңә сәләмәтлек, аҡыл-тәүфиҡ һорарға кәрәк.

– Ә велосипед бирмәйме? – тине Илгиз бошоноп.

– Ул бер кемгә лә, бер нәмәне лә үҙе килтереп бирмәй, Илгиз, сәбәп ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, һиңә велосипед алыр өсөн атайың эшләп аҡса табырға тейеш...

Илгиздең бөтөнләй кәйефе ҡырылды, атаһы һатып алғас, ниңә уны Аллаһы Тәғәләнән һорарға? Татлы хыялы селпәрәмә килгән Илгиз күңелһеҙләнеп өйөнә боролдо.

* * *

Гүзәл инде өсөнсө көн ята. Һаташа башлағас, табип саҡырттылар. Ул Гүзәлгә «ике яҡ үпкәһенә лә һалҡын тейгән» тигән диагноз ҡуйҙы һәм «ашығыс ярҙам» машинаһы менән район үҙәгенә дауаханаға алып китте. Әммә медицина ярҙамы һуңлап күрһәтелеү сәбәпле, ике көн үтеүгә Гүзәлдең үлеме тураһында хәбәр иттеләр. Һеңлеһен ерләгәс, Илгиз үҙен донъяла бер яңғыҙы тороп ҡалғандай тойҙо. Былай ҙа боларыҡ өйҙөң ҡото китте. Атаһы менән әсәһе ҡайғынан бөтөнләй айнымаҫтан әсеүгә тотондо.

Бер көндө Илгиз Әмирҙәрҙән ҡайтып килгәндә Хәҙрәт ағаһы осраны.

– Илгиз, һин ниңә мәсетте ташланың әле?

– Гүзәл булмағас, кемгә кәнфит алып ҡайтайым?

– Мәсеткә кәнфит ашар өсөн йөрөмәйҙәр инде. Әйҙә, бараһыңмы? – Илгиз теләр-теләмәҫ кенә уның артынан эйәрҙе. Мәсеткә барып еткәнсе ул Илгизде йыуатып, кешенең йәне мәңгелек икәнлеген, Гүзәлдең ожмахта бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәй йәшәүен аңлатырға тырышты, теге донъя, ожмах, тамуҡ тураһында һөйләне. Үлгән кешеләр өсөн аяттар уҡыһаң, доға ҡылһаң, мине онотмағандар тип шатланыр, иҫкә алыусы булмаһа, бик ҡайғырыр, тип аңлатты. Намаҙға халыҡ йыйылғансы, Хәҙрәт ағаһы Гүзәлдең рухына аяттар бағышлап уҡып, уға матур теләктәр теләгәс, бик күңелле булды Илгизгә, нисектер, йәне тынысланып ҡалғандай тойҙо.

 

Аҙағы бар. 

Башҡортостан рәссамы Рәүеф Әхмәтгәрәевтың "Тыуған тупһала"  тигән картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:Фәриғә КҮҪӘКОВА.
Читайте нас: