+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 18:00

КИШЕР Хикәйә

Һәр юғары уҡыу йортонда уҡытыусылар була. Үҙ яҙмыштарын беҙҙең һымаҡ наҙан студенттарға белем биреү өсөн бағышлаған коллегаларыбыҙ – профессор булһынмы, ябай ассистентмы, яҡшымы, яманмы, ҡомһоҙмо, кеселеклеме, аҡыллымы, талантһыҙмы – ниндәй генә булмаһын, барыһы ла фән менән дә шөғөлләнә, етмәһә.

КИШЕР Хикәйә
КИШЕР Хикәйә

Игенселек белгестәрен әҙерләүсе ағай, апайҙарҙың да был йүнәлештән ситтә түгел икәне миңә мәғлүм. Кемелер химикаттар, бәғзеһе ер эшкәртеү, берәү сорттарҙы һынау өлкәһендә тиҫтәләр йыл буйынса  үҙенең тикшеренеүҙәрен үткәрә. Агрономия фәненең үҙенсәлеге шунда: ул сезонлы, әммә күп йылдар талап итеүсе өлкә. Тәжрибәләрең дөрөҫ булһын тип теләһәң, бында культуранан культураға күсеп йөрөп булмай. Мәҫәлән, берәй әҙәм агрохимия белгесе икән, ашламаларҙы өйрәнә ти. Матдәне күпме; ҡайсан; ҡайҙа, нисек: тупраҡҡамы, һауағамы, һыуғамы; ниндәй матдәне; ҡайһы ашламаны индерергә, тип ғүмер буйы уйлана, тәжрибәләр яһай. Әлбиттә, уны ҡаҡы йә әрекмән менән үткәрмәҫ тә инде, ә берәй культураны үҙенең фәнни ҡорбаны итеп һайлап ала. Мәҫәлән, кишерҙе. Тора-бара ул үҙе лә шул кишерҙең ҡорбанына әйләнә, сөнки ул шул йәшелсәгә мәңгелеккә тоғро ҡалырға мәжбүр була.  

Ни өсөн ул кишерҙе һайлағанын хәтерләмәй ҙә хәҙер, башҡа культуралар бар икәнен дә ул күптән онотҡан. Бөгөнгө көндә ул кишерҙе өйрәнеүгә бар булған көсөн йәлләмәй, юғары даирәләрҙә хәҙер ул культураның проблемаларын күтәрә, сенсацион асыштар яһай, студенттарына үҙенең уҡыу программаларын индерә. Оҙаҡ йылдар ул илебеҙҙә кишер буйынса иң алдынғы белгес булараҡ таныла, халыҡ-ара ултырыштарҙа ҡатнаша. Шәхси тормошонда ла ул үҙ-үҙенә бойоғорға юл ҡуймай. Кишер фән эшмәкәренең аңын, йәнен һәм тәнен биләп алған була. Шул үҫемлекте ашай, эсә, уны төшөндә күрә, “кишер” һүҙен ишетеү менән ләззәтле тойғолар кисерә башлай. Ваҡыт үтеү менән ул бөтөнләй ысын тормоштан алыҫлаша, баҡыйлыҡҡа күскәндә лә кишерен генә уйлап ята.

Студенттар ҙа быны файҙаланмай булдыра алмай. Имтихан ваҡытында ошо уҡытыусының көсһөҙ яғын белгәнгә күрә, уяу һәм әҙер тора. Сөнки белем генә бында етмәй, экзаменаторҙың күңелен дә күрә белер кәрәк. Һин, бәлки, суҡ тамырҙың үткәрәүсе туҡымаһындағы күҙәнәктең фосфор етмәүҙән йәки космос нурҙары йоғонтоһонда ҡайһы яҡҡа кәкрәйеүен бик ентекле итеп һөйләп бирәһеңдер. Әммә уҡытыусыға был ғына аҙ. Ул һинән миҫал килтереүеңде талап итәсәк. Инде шул ваҡытта һин үҙеңдең иң ауыр күҫәгең менән тегенең башына тондораһың. Ниндәй генә темаға яуап биреүеңә ҡарамаҫтан, тегенең яратҡан кишерен килтереп ҡыҫтыраһың да “сәйнәй” башлайһың.

Минең алда төркөмдәшем һынау бирә. Тегегә “Һыу алмашыныуы” темаһы тура килде. Ул аҡыллы йөҙ менән һөйләй башлай:
   – Һыу – ул үҫемлектең иң төп матдәһе. Төрлө культурала уның күләме бер түгел. Бына, мәҫәлән, кишерҙең һабағында ул туҡһан процент, ә тамыраҙыҡта ни бары һикһән һигеҙ генә. – Кишер һүҙен ишетеү менән, профессор Шәүәлиевтың мыйыҡтары тырпайып китә.
   – Уңыш алыр өсөн үҫемлекте кәрәгенсә һыу менән тәъмин итергә кәрәк. Тамыраҙыҡты формалаштырыуҙа ла һыуҙың әһәмиәте бик ҙур. Мәҫәлән, кишерҙең сифаты ла һыуға туранан тура буйһона бит инде, – тип дауам итә төркөмдәш, ә теге ағайҙың инде был ваҡытта күҙҙәре асылып китә, ҡолаҡтары һелкенә башлай.
   – Үҫемлектәр дымды парға осора. Киң япраҡлылар һыуҙы күпләп сарыф итә, ә кишер һымаҡ бәләкәй япраҡлы культуралар максималь рәүештә һыуҙы әрәм итмәҫкә тырыша. – Уҡытыусы йәйелеп китә, хатта йылмая башлай.  – Һыу үҫемлектәрҙә йылылыҡ режимын көйләй һәм матдәләрҙе күсереп йөрөтә. Мәҫәлән, кишер культураһын ғына алайыҡ...
Ғалим уны шул саҡ туҡтата һала, сөнки уның йөрәге йыш-йыш тибергә тотона, уҡыусыһын маҡтап ала, зачёткаһына оло итеп биш билдәһен төшөрөп ҡуя. Бындай хөрмәт профессорҙың дачаһында йәй буйы кишер утаған студентҡа ла тәтемәй хатта.

Һуңынан минең сират етә. Билетты уҡыйым. “Витаминдар” тип яҙылған. Тулҡынланам. Белгәнемде лә онотам.
   – Витаминдар... – тип башлайым яуабымды мин, – үҫемлектәр организмында бик кәрәкле, ныҡ әһәмиәтле... – мәктәптә үткән химия дәрестәрен иҫкә төшөрөп алам тиҙ генә, – органик матдәләр. Улар матдәләр алмашыныуында олоғара роль уйнайҙар. Төрлө үҫемлектәрҙә, төрлөсә кимәлдә витаминдар була. Улар А, B, С, D һәм башҡа төрлө латин хәрефтәре менән аталып йөрөтөлә...
   Шул саҡ Шәүәлиев ағай мине туҡтата.
   – Миҫал килтер, – ти бит.
   – Бына, мәҫәлән, кишерҙә бик күп витаминдар бар.
   – Ниндәй, күпме? – Ҡәһәр һуҡҡыры, минең белем яғы ла самалы, хәтер тигәнем дә аҡһап тора һуңғы арала, әммә балалар баҡсаһында тәрбиәсе күрһәткән һүрәтле китап күҙ алдыма килә. “Шул витаминды ашаһаң, үҫәһең, ошоноһонан ауырымайһың”, – тигәйне. Бауыр менән балыҡ майы араһында кишер торғаны ла хәтеремә килеп төшә.
   – Кишер “А” витаминына бай! – тип ярып һалам мин шундуҡ.
   – Һеҙ ысынлап та кишерҙә “А” витамины бар тип иҫәпләйһегеҙме, хөрмәтле әфәндем? – тигән һорауын бирә Шәүәлиев.
   – Һис шикһеҙ!
   – Ултыр! “Икеле”!

Мин күпте белгән Айрат төркөмдәшемә профессорҙың башбаштаҡлығын “ошаҡлай” һалам. Теге миңә аң-белем биреү маҡсатында үҙенең иғтибарын бүлә:
   – Үҫемлектәрҙә “А” витамины бөтөнләй булмай, унда каротин була. Каротин хайуан организмында ғына “А” витаминына әйләнә.

Шул саҡта ғына инде йыл буйына бушҡа ыштан туҙҙырғаның һинең башыңа барып етә. Күҙ алдыңа ошо арҡала килеп сығасаҡ ауыл хужалығының өмөтһөҙ киләсәге килеп баҫа һәм, ниһәйәт, ныҡлап уҡырға тотонорға кәрәк икәненә төшөнә башлайһың.

Автор:Раушан ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: