+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 14:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Башы

Динис иптәш егеттәре менән төн уртаһына тиклем клубта күңел асты. Буйтым “тейәгәйнеләр”. Сәғәт икеләрҙә ҡайтырға йыйындылар. Сыҡһалар, туңдырып ебәргән, такси саҡырырға тура килде. Динис бер үҙе ҡайтырға сыҡҡайны, таксист менән һүҙгә килеште. Үҙе бик хәтерләмәй ҙә. Тупаҫ ҡыланған, шикелле. Ә тегеһе ике уйлап тормаған, Динисте, һөйрәп сығарып, юл эргәһенә ырғытҡан да киткән. Һуңынан шоферҙы эҙләп табып, кәрәген бирергә булыр ине, шундайырағы тура килгән, үҙ аллы ғына аҡса эшләп йөрөгән водитель булған икән. Тапманылар. Динистең телефонын, кәпәсен, йоҡа курткаһын алып ҡалған. Егет төндә өшөп уянып китте.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ  Хикәйә  Башы
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Башы
Ҡараһа, бер өй эргәһендә эскәмйәлә ята. Өшөгән, эргәләге йорттоң беренсе ҡатында тәҙрәлә ут янғанын күреп ҡалды. Килеп, үрелеп кенә тәҙрәне шаҡығайны, бер ҡыҙ килеп ҡараны. Тәүҙә ҡурҡып китте, шикелле, утты һүндерҙе. Ә Динис нимә эшләргә белмәй, шаҡый ҙа шаҡый. Аҙаҡ тәҙрәнең бәләкәй өлгөһөн асып:
– Һеҙгә нимә кәрәк? Китегеҙ, хәҙер полиция саҡыртам! – тине.
– Зинһар, индерегеҙ, мин өшөнөм, туңып үләм!
– Ә һеҙгә нимә булды? – тине ҡыҙ.
– Мине таланылар. Кейемемде алып киткәндәр.
– Хәҙер, көтөп тороғоҙ, – тине ҡыҙ, – әсәйемде генә уятам да.
Әсәһе лә килеп торҙо. Тәҙрәнән килеп ҡарағандан һуң, индерергә булдылар. Ишеккә барырға ҡуштылар. Фатирға инеп, ҡулын-битен йыуыуға, аш бүлмәһенә саҡырҙылар. Сәй ҡайната һалғандар, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ҡуйғандар, бал ултыра. Ҡыҙҙың исеме Алһыу икән. Педагогия институтында уҡый, имтиханға әҙерләнеп ултырған сағы булған. Әсәһе заводта лаборант булып эшләй. Уға ла иртән эшкә икән. Бер бүлмәле фатирҙа икәүләп йәшәп яталар. Динистең атаһы ҙур ғына түрә булғас, үҙҙәре бик бай йәшәй, ә былар бик үк фәҡир булмаһа ла, һәр хәлдә, етеш йәшәйҙәр, тип тә әйтеп булмай. Фатирҙары ябай ғына ремонтланған, иҫке йорт йыһаздары, бәләкәй генә аш бүлмәһе, күптәнге һыуытҡыс. Фатирҙарында, барлай башлаһаң, күҙгә ташланырлыҡ бер нәмә лә юҡ, сиам бесәйен иҫәпкә алмағанда. Ә уныһы уҫал. Динис килеп инеү менән, елкә йөндәрен торғоҙоп, ҡабарып китте, уҫал итеп ыҫылданы, ташланырға йыйынған һымаҡ, иҙәнгә һылышты һәм, күҙҙәрен ҡыҫып, тештәрен ыржайтты.
– Тыныслан, Дуҫҡай, – тине Алһыу, – беҙҙеке, беҙҙең кеше, беҙҙең ҡунаҡ.
Ләкин бесәй тынысланырға уйламаны. Бер ҡыҙына, бер әсәһенә ҡарап, беҙ өсәү генә йәшәйбеҙ, был ир беҙгә нәмәгә кәрәк, тигән һымаҡ, Динискә ҡарап, һаман ыҫылданы. Унан ҡыҙҙың алдына менеп ултырып, нимәлер һорап инәлгән һымаҡ, мыяулап ҡуйҙы. Алһыуҙың әсәһе Хәбирә апай икән. Бесәйҙе, асыуланып, бүлмәгә индереп, бикләп үк ҡуйҙы.
– Кеше яратмай, сит кешене танып тора, – тине Хәбирә апай, – ир-атты яҡын ебәрмәй инде, көнләшә.
Динискә хәл керҙе. Сәй эсте, йылынды, кеҫәһендәге банк картаһын ҡараны, уныһына теймәгәндәр. Алһыу имтиханға әҙерләнә. Егет, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙға күҙ һалғылап алды. Ҡара әле, ниндәй ябай матурлыҡ! Ябайҙың да ябайы кейенгән, ҡап-ҡара сәстәре оҙон, керпектәре лә үҙенеке, бер ҙә яһалманы элеп ҡуймаған. Тәбиғи булғанғамы икән, бигерәк матур күренә. Оҙон керпектәрен асып-йомоп ҡуйһа, ниндәйҙер бер аңлатып булмаҫлыҡ моңло нур һибелә һымаҡ. Ә ҡыҙ егетте бар тип тә белмәй, уҡыуы менән була. Динис үҙе студент һурпаһының нисек бирелгәнен белә. Хәйер, ул еңел уҡыны. Төндәр буйы уҡып, йонсоп йөрөгәнен хәтерләмәй. Ниңә йәшереп торорға, уҡытыусы менән студент араһында тамаҡ туйҙырып йөрөүселәр һәм ваҡыт бар. Шуларға, фәненең ауырлығына ҡарап, бер биш мең ҡыҫтырып ебәрһәң, зачеткаңды үҙҙәре килтереп ҡалдыра. Уҡып йонсорға түгел. Динис йылынды, хәл керҙе, хәҙер күңеле мажара эҙләй башланы. Сәй эсеп, кеше булғас, ҡыҙ менән һөйләшеп ултырғыһы килә.
– Уҡымайынса ғына булмаймы? – тип һораны ул ҡыҙҙан, һөйләшеп ултырырға теләге барлығын белдереп.
– Уҡымайынса, нисек имтихан бирәһең? – тине тегеһе, егеткә аптырап ҡарап.
– Ниңә, – тине егет, – зачеткаңа мең тәңкә һалаһың да, бирәһең. Беҙ шулай итә торғайныҡ.
Ҡыҙҙы был тәҡдим тамам ғәжәпкә ҡалдырҙы.
– Беҙҙә ундай тәртип юҡ, – тине ул, – беҙ уҡыйбыҙ.
“Ярай, уҡығас, уҡы, – тине эстән генә егет, – бәлки файҙаһы булыр”.
Шунда ғына ултырып, егет бер аҙ ойоп та алды. Сәғәт биштәрҙә
 
 
ҡайтырға йыйынды. Сығып китер алдынан, үҙе лә һиҙмәҫтән, Алһыуҙан:
– Яңы йылды ҡайҙа үткәрәһең? – тип һораны.
– Ҡайҙа булһын, ошонда инде, – тине ҡыҙ, – 2 ғинуар – имтихан, уҡырға кәрәк.
Егет такси саҡырҙы, ҡыҙға рәхмәт әйтте. Адресын былай хәтерҙә ҡалдырҙы, ҡайтып китте.
Динис аҙна буйына Алһыуҙы уйлап, уларҙың фатирын иҫенә төшөрөп йөрөнө. Бер көн кис менән барып сығырға ла уйлағайны. Төнгө клубтан бушап буламы инде, иптәштәре типтерергә саҡыра. Ундағы ҡыҙҙар менән күңел асыуы ғәҙәткә ингән. Шуға Динис, Алһыуҙы йыш ҡына иҫкә төшөрһә лә, уның менән киләсәк тормошон күҙ алдына килтерә алмай ҙа ҡуя. Ярай, дуҫлаштылар, аңлаштылар, өйләнде, ти. Төнгө клубтар, концерттар, ваҡытлы-ваҡытһыҙ мажаралар хаҡында оноторға тура килә бит инде. Ә былай үҙенең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары күп. Дуҫлашып, тип әйтһәң, әҙерәк булырмы икән, атаһы күптән инде өс бүлмәле фатир алып биргәйне. Бик һуңға ҡалһа, шунда барып йоҡлай. Әлбиттә, бер үҙе генә түгел. Һуңғы арала Диана менән шунда йышланы. Тик был ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрен бик үк ышаныслы, тип әйтеп булмаҫ. Үҙе лә юғалғылай, Динис, өндәшмәһә лә, әллә ниндәй талаптар ҡуймай.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: