+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Икенсе бүлек

Яңы йыл да яҡынайҙы. Динис тәүәккәлләне. Атаһы менән әсәһе лә егеттең әленән-әле сығып торған мажараларынан, юғалыуҙарынан туйғайны. Динис ҙур ғына гөлләмә алды, ике ҡапсыҡ тултырып, күстәнәстәр күтәрҙе, кисләтеп кенә, Алһыуҙарҙың фатирына килде. Теге тәҙрәлә ут яна. Әйҙә, бер ҡыҙыҡ булһын, тип үрелеп, тәҙрәгә шаҡыны. Көтөп торғанмы ни, тәҙрәлә Алһыу күренде. Тәүҙә бик оҙаҡ ҡарап,танымай торҙо. Аҙаҡ, кем килгәнен белгәс, ишекте барып асты. Бик матур ҡабул иттеләр. Тик әлеге сиам бесәйе генә, асыуланып килеп сыҡты ла, тағы килгән, теге ваҡыт ҡыуғайным бит, тигән һымаҡ, ыҫылдап тора.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Икенсе бүлек
Әйтерһең, Динис күстәнәстәр түгел, бер алама хәбәр килтергән инде. Юҡ, тынырға уйламай ҙа. Хәбирә апай “йыртҡыс”ты күрше бүлмәгә бикләп ҡуйырға мәжбүр булды. Унда ла тынманы, асыуланып, мыяуланы, ишекте тырнап, йәнгә тейҙе.
Күңелле генә ултырып сәй эстеләр. Хәбирә апай күстәнәстәргә бигерәк ҡыуанды. Шулай итеп, тәүге мөнәсәбәттәр һәүетемсә генә башланды. Динис, икеләнеп тормай, ҡыҙҙы төнгө клубҡа саҡырҙы. Әйҙә, барһын, күрһен, иптәштәре менән аралашһын.
– Бер ҙә булғаным юҡ. Ҡыҙҙар һөйләгәне бар, тик миңә килешерме икән? Оҡшамай ҡуйһа, ни эшләрмен? – тип бик оҙаҡ икеләнде ҡыҙ. Аҙаҡ, әҙәпле генә итеп, баш тартты. Сығып, йөрөп килделәр, кафеға инеп ултырҙылар. Ҡыҙҙың тыйнаҡ ҡына йылмайыуы, егетте ипле генә тыңлауы Динисте тамам арбаны.
Динис бер көн ҡыҙҙы өйөнә саҡырҙы. Матур ғына һөйләшеп ултырҙылар. Шарап алғайны, эсмәне. Егет бик оҙаҡ икеләнеп уйланды. Әллә өйләнергә лә ҡуйырғамы икән? Динис тәүҙә атаһы менән кәңәшләште. Улының өйләнергә йыйыныуы хаҡында ишеткәс, атаһы йылмайып ебәрҙе:
– Ниһайәт, – тине ул, – һиңә күптән башлы-күҙле булырға ваҡыт. Юғиһә, ҡайҙа йөрөгәнеңде лә белмәйбеҙ. Әсәйең дә борсола.
Атаһы менән әсәһе оҙаҡҡа һуҙманы, ҡыҙҙы, килтереп, күрһәтеүен талап иттеләр. Алып килде Динис Алһыуын. Береһенән-береһе ҙур дүрт бүлмә. Ҡыҙ, фатирға килеп ингәс, бәләкәй генә булып ҡалды. Аптыранып, тирә-яғына ҡараны. Киске ашты бергәләп ултырып ашанылар. Шунан һуң ҡыҙ бер аҙ өйрәнгән һымаҡ булды, йөҙө асылып ҡалды. Киләһе йома, шартына килтереп, һоратырға ҡарар иттеләр. Алһыу әсәһе менән йәшәгән йортҡа килгәс, атаһы әллә ни артығын һөйләнмәне, ә бына әсәһе ғәжәпкә ҡалды инде.
– Бында нисек йәшәйҙәр ул? – тип аһ та оһ килде, фатирға ингәс, тегеләй ҙә ҡаранды, былай ҙа ҡаранды, баш һелкеп ҡуйҙы. Үҙе элек ауылдан килгән ҡатын, ниндәй шарттарҙа йәшәй башлағанын күптән онотҡайны. Артығын һөйләнмәнеләр. Туй сығымдарын егет яғы күтәрҙе. Бик матур, еренә еткереп үткәрҙеләр. Оҙаҡламай, Алһыу диплом алды, ә икенсе айында инде уның ауырға ҡалыуы билдәле булды. Динис атай буласағын белгәс, әллә ни ҡыуанманы ла, аптыранманы ла. Шулай булырға тейеш, тип ҡабул итте. Тик күңеле һаман тамашалар көҫәй, төнгө клубҡа ынтыла. Иптәштәре лә саҡыра. Өйләнеүе хаҡында Диана ла ишеткән икән. Бер үҙе һымаҡ егет менән әлегә никахһыҙ ғына йәшәп яталар.
– Атай булдыңмы әле ул? – тине ул, кинәйәле генә шаяртып.
– Йыйынабыҙ, йыйынабыҙ, – тине Динис.
– Бына, берәү йыйына, ә үҙе һаман төнгө клубта йөрөй, – тине Диана, Динискә мәғәнәле генә ҡарап.
Алһыу, бөтәһен дә ҡыуандырып, балалар тыуҙырыу йортонан малай алып ҡайтты. Исемен Ирек тип ҡуштылар. Бик күңелле генә итеп алып ҡайттылар. Динистең атаһы менән әсәһе ҡыуанды. Эш менән булып, Динис Иректең үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалды, тип әйтһәң, һис тә хата булмаҫ. Алһыу эшкә әрһеҙ, бигерәк егәрле ҡатын булып сыҡты. Малайын ҡарарға ла, аш бешерергә лә, өйҙө йыйыштырырға ла өлгөрә, дауаханаға ла барып килә. Бәләкәй генә малайы, атаһын күреп, әллә ҡайҙан ҡулдарын һоноп, ынтылып тора. Бер көн Хәбирә апай янына ла барып килделәр. Яңы тыуған сабыйҙы бесәйҙең ҡыуанып ҡабул итеүен әйт әле! Иркә мырылдап, эргәһендә тегеләй ҙә сыҡты, былай ҙа сыҡты, үрелеп ҡараны.
– Тырнап ҡуйһын тағы! – тине Динис. – Әллә алып торайыҡмы?
Аш бүлмәһенә бикләп ҡуйҙылар. Ҡайтҡанда, арттарынан эйәреп сығып ҡалды. Динискә оҡшаманы ул.
– Мин килгәндә, асыулана ине, – тип һөйләнде ул, – бынау малайға ҡыуаныуын әйт әле.
Алһыуҙың тырышлығы һәм бик өндәшеп бармауы менән генә һаҡланып ҡалған
 
ғаилә бөтөнлөгөндә тәүге сатнау Динистең әсәһенең алдан уҡ әҙерләп ҡуйған һүҙҙәре ишетелгәс, барлыҡҡа килде. Динис үҙен хужа итеп тойһа ла, фатир уның исемендә түгел икән. Улы менән ҡатынын теркәү тураһында һүҙ сыҡҡас, әсәһе был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгеллеге хаҡында белдерҙе:
– Әлегә үҙегеҙҙә теркәлеп тороғоҙ, – тине ул, – шулай яҡшыраҡ булыр. Әллә һеҙ йәшәйһегеҙ, әллә юҡ.
Алһыу донъя көтөргә тырыша ине, ләкин ғаилә бәхетле булһын өсөн ҡатын тырышлығы ғына етмәй икән шул.
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: