+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 19:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Өсөнсө бүпек

Нисек кенә ауыр булмаһын, Алһыу донъя көтөүгә әрһеҙ икән. Нисә ҡарама, фатиры ялт итеп тора, балаһы ҡараулы, бүлмәләре йыйыштырылған. Теркәлеү мәсьәләһен дә күтәреп торманы, әсәһенең фатирында ҡалды, улын да шунда теркәтте. Был хаҡта ишеткәс, Динис тә еңел һулап ҡуйҙы. Юғиһә, әсәһе бик борсола ине. – Бына, теркәрбеҙ, йәшәй алмаһағыҙ, фатирыбыҙҙы тартып алыр, йә бүлешер. Уф, кеше балаһы өсөн генә донъя көтәбеҙ икән! – тип иламһыраны.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ  Хикәйә  Өсөнсө бүпек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ Хикәйә Өсөнсө бүпек
Атаһы был мәсьәләгә бик битараф ине. Тик бер генә тапҡыр:
– Ни эшләп кешегә ҡалһын, үҙебеҙҙең ейәнгә ҡала, – тип тынысландырырға тырышты ҡатынын.
Динис, йәш егет һымаҡ, төнгө клубтарға йөрөүен дауам итте. Эшенә бер-ике тапҡыр һуңлағас, атаһына икенсе урынға эшкә индерергә тура килде. Күпселек осраҡта Алһыуҙың әсәһе һәм Динистең атаһы ярҙам иткәс, ғаилә матди ауырлыҡтар кисермәне.
Бәлә бөтөнләй көтөлмәгән урындан килде. Динис Диана менән урыҡ-һурыҡ осрашып йөрөйҙәр ине. Бер тапҡыр хатта, командировкаға барам, тип Янғантауҙа ял итеп тә ҡайтҡайнылар. Ҡайтыуҙарына аҙмы-күпме ваҡыт үткәйне, Диана ауырға ҡалыуы хаҡында иғлан итте. Динис, ғаиләһен һаҡлап ҡалыу урынына, ҡатыны менән улын, ваҡытлыса, тигән һылтау менән, элекке фатирҙарына күсереп ҡуйыуҙан башҡа юл тапманы. Сөнки Диана, бармағыңды күрһәтһәң, ҡулыңды өҙөп ҡабырға торған әрһеҙ һәм уҫал ҡатын, хәҙер өйөңә барам, ҡатының менән улыңды ҡыуып сығарам, тип ҡурҡытты һәм бер тапҡыр килеп, ишек шаҡып та йөрөнө.
Алһыу өндәшмәне:
– Ярай үҙ көнөңдө үҙең күр, – тине ул, илай яҙып, – булмай икән, булмай инде.
Ир ҡатынын, уның өсөн көрәшер, талаптар ҡуйыр, хатта өйҙән сыҡмаҫ, тип көткәйне. Юҡ, түҙемле ҡатын өндәшмәне. Динистең күҙҙәренә ҡарап, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
Алһыу йәшәгәндә тап-таҙа фатир бер нисә аҙна эсендә йыйыштырылмаған, ҡаралмаған йәшәү урынына әйләнде. Диана ашарға ла бешереп ҡуймағас, Динискә кискеһен кафела, йә ашханала туҡланып ҡайтырға, йә пицца, йә бургер менән сикләнергә тура килде.
Ә инде Диана яңы тыуған ҡыҙын алып ҡайтҡас, фатирҙағы хәлдәр тамам мәхшәргә әйләнде. Ярай әле, улар балалар тыуҙырыу йортонан ҡайтҡансы, кеше яллап, йыйыштырып ҡуйғайны ла. Бер нисә көндән һуң бында йыуылмаған йүргәк, тотонолған подгузник, салфеткалар өйөлөп ята башланы. Ә Диана ашарға алып ҡайтыуҙы талап итте. Динистең әсәһе килеп, бындағы хәлдәрҙе күргәс, өйҙө таҙартыу өсөн йыйыштырыусы ялларға мәжбүр булды. Ул ғына етмәгәйне, Диана ашнаҡсы яллауҙарын да талап итеп, ҡәйнәһенә шылтыратты.
Өйҙәге хәлдәрҙе күрмәҫ өсөн, Динис бер көн өйгә ҡайтманы. Ләкин уның өйҙә булмауы Диананы уға ҡарата киҫкен саралар күрергә мәжбүр итте.
Бер тапҡыр ҡатыны Динистең иртәрәк ҡайтыуын һораны. Динис ҡайтыуға, ҡатыны, хәҙер керәм, тип сыҡты ла, шул китеүҙән, ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Бер сәғәттән бала, уянып, ашарға таптыра башланы. Һыуытҡыс тулы асылған да ташланған балалар аҙығы. Ул арала булмай, ҡайһыһын тотонорға ла белмәй, әсәһен саҡырып килтерергә тура килде. Көс-хәл менән, баланы туйындырып алдылар. Таныш педиатрҙы саҡырҙылар. Ул килде, ҡараны, ләкин ҡыуандырманы. Аҙаҡ баланы ҡарау, тәрбиәләү тейешле кимәлдә ойошторолмаған, тип һығымта яһаны. Ә кисен бер нәмә лә булмаған һымаҡ, күңелле генә көйләп, Диана ҡайтып керҙе.
– Һин ҡайҙа булдың? – тип һораны Динис.
– Ул ниндәй әҙәпһеҙ һорау, һин ҡайҙа булдың, имеш. Һин булған ерҙә булдым.
– Юғалыуың менән, һин нимә әйтергә теләгәйнең? – тине ире.
– Бала ҡарауҙың еңел түгеллеген раҫларға теләгәйнем. Һин дә ҡатнаш. Бынан һуң шулай буласаҡ. Һин бер көнгә юғалаһың, мин – ике көнгә.
– Ә ни өсөн баланы дауаханаға алып бармайһың? – тине ире ҡатынына.
– Сөнки беҙ бында теркәлмәгән. Теркәлмәгәс, ҡабул итмәйҙәр.
Диана менән ҡыҙыҡайҙы теркәп ҡуйырға тура килде.
Был хаҡта ишеткәс, әсәһе бөтөнләй йөрәк өйәнәге тотоп, ҡоланы. Бер килгәнендә, килененә, өйҙө йыйыштырыу, ашарға бешереү, баланы ҡарау хаҡында кәңәштәр биреп ҡарағайны, бик ҡәтғи ҡаршылыҡҡа дусар булды һәм, ниңә һүҙ башланым, тигән көнгә ҡалды.
– Элекке киленегеҙҙе тәрбиәләргә кәрәк ине, – тине Диана ҡәйнәһенә уҫал итеп, – мин һеҙҙән өйрәнеүгә мохтаж түгелмен. Әгәр миңә тағы ла бер һүҙ
 
әйтһәгеҙ, мин икеләнеп тормаясаҡмын, ейәнсәрегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарарға тура киләсәк.
Динис аптырап Алһыу йәшәгән фатирға китте. Барһа, элекке ҡатыны өйҙә юҡ, ҡәйнәһе генә йөрөп ята. Ишек төбөндә үк, уҫал ыҫылдап, теге бесәй ултыра. Сапсырға теләп, бер тәпәйен күтәрҙе. Ҡәйнәһе бик ҡыуанмаһа ла, ипле генә сәйгә саҡырҙы. Йылдан артыҡ осрашҡандары юҡ ине. Ҡәйнәһе Иректең нисек үҫеүе хаҡында һөйләй. Һөйләшә, хәрефтәр таный, белмәгәне юҡ икән. Балалар баҡсаһындалыр, тип уйлағайны, юҡ икән шул, әсәһе менән Мысырға ял итергә киткәндәр.
– Әтеү ишетмәгәнһең икән, – тине ҡәйнәһе, – Алһыу кейәүгә сығып йөрөй бит.
– Кемгә? – тип кенә һорай алды тетрәнгән ир.
– Үҙе менән мәктәптә эшләй, бер үҙе, һеҙҙең айырылышҡанды ишеткәс, килде лә килде. Былай, ипле егеткә оҡшаған, эсмәй, тартмай. Бына әле ял итергә путевка һатып алған.
Ҡәйнәһе Динискә улының фотоһын күрһәтте. Динис фотоһүрәтте алғас, тағы ла бер һиҫкәнде. Һүрәттән уға үҙенең бала сағы ихлас йылмайып ҡарап тора ине.
Күңелһеҙ уйҙарға батҡан Динис кафеға инеп сыҡты. Ҡайтҡанда тағы бер иптәше осраны. Уның менән аяҡ өҫтө генә, бер ярты эстеләр. Уның да ғаилә хәле мөшкөл икән. Ҡатыны аҡса таптыра, айырылып китеү менән ҡурҡыта.
– Ә минеке айырылыу хаҡында өндәшмәй, – тине Динис, – баланы ҡалдыра ла, юғала ла ҡуя.
– Ундай ҡатынды ишеткәнем юҡ ине, – тине иптәше, аптырап, – нисек инде, үҙ балаңды ташлап китмәк кәрәк? Бала бит көнө-төнө иғтибар талап итә. Минеке улай ташлап киткәне юҡ.
Ҡыҙы иҫенә төшкәс, Динис өйөнә ҡабаланды. Йә, тағы сығып китер. Ҡайтһа, өйҙә илаған баланан башҡа бер кем дә юҡ. Диана, ишекте бикләп, тағы сығып киткәйне. Динис ҡыҙын ҡулында йөрөтөп, бәүетеп ҡараһа ла, ас булғанғалыр, һис тә йоҡларлыҡ түгел ине. Яңынан әсәһен саҡырып килтерергә тура килде. Икенсе көнөнә бала ҡараусы ялланылар. Аҡсаһын атаһы түләргә ризалыҡ бирҙе. Ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалмаһын, нимә генә уйламаһын, күҙ алдына фатир буйлап сабыр ғына эшләп йөрөгән Алһыу килә лә баҫа.
Динис мөғжизәгә ышана ине әле. Алһыу бәлки кире уйлағандыр, бәлки яңғыҙы йәшәп яталыр. Нисек булһа ла, үҙен барып күрергә ҡарар итте. Тәүге көндө өйгә керергә батырсылыҡ итмәне. Сөнки тәҙрәнән бер егет күренеп ҡалды. Үҙен ышаныслы тотоуына ҡарағанда, һис тә ҡабул итмәҫлек, йәки сығып китерлек кешегә оҡшамаған.
Динис икенсе көнөнә икеләнеп торманы, килеп, ишек ҡыңғырауына баҫты. Үҙе менән байтаҡ ҡына күстәнәс, Алһыуға тип сәскә гөлләмәһе лә алғайны. Ҡайҙа инергә, ишек төбөндә әлеге бесәй ыҫылдап ултыра. Үҙенсә, мин һинең ниндәй икәнлегеңде тәүҙән үк белдем, һиңә бында урын юҡ, тиеүелер инде. Шул ваҡыт аш бүлмәһенән, сабыр ғына йылмайып, Алһыу сыҡты. Ул ауырлы ине.
Динис шаңғығандай булды. Шулай ҙа, көс-хәл менән иҫенә килде, ҡатын баш тартһа ла, сәскәһен тотторҙо, күстәнәсен иҙәнгә ултыртты, “Мин һиңә бәхет теләйем”, – тине һәм сығып китте.
Был драмала ҡатнашыусылар йәшәү өсөн көрәштең яңы башланыуын, был алышта еңеүселәр булмаясағын, бер-береһенә нәфрәт менән һуғарылған ҡанһыҙ көрәштең барыһын да йонсотасағын бөгөн күҙ алдына ла килтерә алмайҙар ине әле.
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: