+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 10:00

ТӘҮБӘ Хикәйә Өсөнсө өлөш

Шул көндән башлап аҙан тауышын ишетеү менән мәсеткә йүгерер булды Илгиз. Шулай йөрөй торғас, ҡыямға баҫыу, рөкуғҡа эйелеү, сәждәгә китеү кеүек намаҙҙа үтәлергә тейешле хәлдәрҙе еренә еткереп үтәүгә иреште, намаҙҙа уҡыла торған аят-сүрәләрҙе лә тиҙ үк ятлап алды. Мәсеткә йөрөүсе ауыл диндарҙары малайҙың ихлас күңел менән дин юлында йөрөүенә ҡыуанып, уны яратып, һәр саҡ хуплап, дәртләндерер булды. Киләсәктә уға ҙур өмөттәр бағланы. Улдарының көн дә мәсеткә йүгереүенә ата-әсәһе көлөп кенә ҡараны, аҙаҡ улар ҙа иғтибар итмәй башланы, хәйер, уларға Илгиз ҡайҙа йөрөһә лә барыбер ине.

ТӘҮБӘ   Хикәйә Өсөнсө өлөш
ТӘҮБӘ Хикәйә Өсөнсө өлөш

Мәсеткә йөрөп, иманлы кешеләр менән аралашып, Аллаһы Тәғәләнең бөйөк ҡөҙрәткә эйә булыуына инанғас, ололарҙың ялынып-ялбарып теләгән теләктәрен ишетә йөрөп, Илгиз бер ҡарарға килде: Аллаһы Тәғәләнән ата-әсәһенең араҡыны ташлатыуын һорарға кәрәк! Хәҙрәт ағаһы әйтә бит, ысын күңелдән һораһаң, ярҙам итә, тип. Оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, иртәгә үк һорарға кәрәк!

Иртәгәһен иртәнсәк иртә менән тороп, ата-әсәһен уятмаҫҡа тырышып, шым ғына йөрөп тәһәрәт алды ла, үҙе йоҡлаған бүлмәгә инеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Таҫтамалын намаҙлыҡ итеп йәйеп, еренә еткерергә тырышып, иртәнге намаҙҙы уҡыны. Намаҙын тамамлағас, ҡулдарын күтәреп, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итте:

– Эй, ҡөҙрәтле, бөйөк Алла! Зинһар өсөн атайым менән әсәйемә эсеүен ташларға ярҙам ит! Хәҙрәт ағай әйтә, һин булдыра алмаған эш юҡ, ти. Эсмәһә, улар һәйбәт кешеләр, үҙең күрәһеңдер бит...

Миңһылыу тауышҡа уянып китте. Кемдер бышылдап ҡына, әммә ярһып-ярһып һөйләгәндәй... Илгиздең бүлмәһенә яҡынлашты. Эйе, тауыш шунан килә. Әкрен генә ишекте ҡыҫып, башын тығып ҡараны ла, ауыҙын ҡулдары менән ҡаплап, өнһөҙ ҡалды. Илгизе таҫтамал өҫтөнә баҫып, ҡулдарын юғары күтәргән дә туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Эй Аллам, атайыма, әсәйемә араҡынан ҡотолорға ярҙам ит! Һин бит бөтәһен дә беләһең, бөтәһен дә күрәһең, бөтәһен дә ишетәһең, ишет инде минең теләктәремде лә, зинһар араҡыны ташларға ярҙам ит уларға!»

Миңһылыу артына әйләнеп, уянып, урынында кирелеп-һуҙылып ултырған Илдусты ымлап ҡына янына саҡырҙы. Илдус та ишек янына килеп баҫты. Ишеккә арты менән торған бала уларҙы күрмәй ялбарыуын дауам итте: «Эй, Аллам! Ярҙам ит инде атайым менән әсәйемә шул яуыз араҡынан ҡотолорға, мин һинән башҡа бер нәмә лә һорамайым, хатта велосипед та кәрәкмәй миңә. Улар эсмәһә, һәйбәт кешеләр, араҡы эскән өсөн гонаһтарын ғәфү ит. Үҙең күрәһеңдер бит, эсһәләр, миңә ҡыйын, ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй аптырап, асығып йөрөйөм. Улар эскәс, Әмиргә минең менән уйнарға ярамай. Ҡыйын миңә...» – Илгиз ярһыуынан тауышының көсәйеп китеүен дә абайламай, ахыры. «Эй Аллам! Айыҡ сағында атайымды ла, әсәйемде лә яратам, тик иҫерһәләр, йәмһеҙ, яуыз, яман кешегә әйләнәләр. Ташлат инде шул араҡыны, зинһар!»

Тағы ла нисегерәк ышандырырлыҡ итеп аңлатырға икән, тигәндәй, Илгиз бер мәлгә туҡтап ҡалды ла, «пажалыста» тип өҫтәне. Сөнки бер саҡ атаһына эйәреп магазинға барғайны, атаһы күпме генә ялынһа ла, һатыусы апай бурысҡа араҡы бирмәгәйне, атаһы «пажалыста» тип әйтеүе булды, бер шешәне «тып» иттереп алдына ҡуйҙы, хатта Илгизгә бер бөртөк кәнфит тә тотторҙо. Әрләүен-әрләне инде, шулайта бирҙе бит һорағанын.

«Йәнә бер үтенесем бар һиңә, Аллаһы Тәғәләм! – тип дауам итте Илгиз. – Гүзәлемде ҡарап ҡына йөрөт инде. Мәсеттә олатайҙар әйтә, «Сабый балалар үлгәс, ожмахта ҡош булып осоп йөрөйҙәр» ти, һин уға ҡанат-аяҡтар бир инде, ул бында атлап та йөрөй алманы, исмаһам, йүгереп-йүгереп йөрөр. Тик ул ҡошҡа әйләнһә, мин барғас, нисек һөйләшербеҙ һуң, Аллаһы Тәғәлә?..»

Ҡапыл Илдус менән Миңһылыу һөйәлеп торған ишек асылып китте, Илгиз «ялт» итеп уларға әйләнде, уның күҙҙәренән түгелеп-түгелеп йәш тама ине.

– Улым, Илгизем, – тип әсәһе уға ташланғайны, атаһы өлгөрөрәк булып сыҡты, бер ынтылыуҙа улын ҡосағына алды:

– Балаҡайым, һиңә шулай уҡ ҡыйынмы ни беҙ эскәндә? Ә? Ҙурайһаң, үҙең дә эсерһең әле.

– Мин бер ваҡытта ла эсмәйем! Араҡы эскән кешене ожмахҡа индермәйҙәр, Гүзәл бит ожмахта йәшәй, мин уны күргем килә, ныҡ һағындым Гүзәлемде, – тип һулҡылдап илап ебәрҙе малай.

Илгиздең аҙарынып-аҙарынып Хоҙайға ялбарыуынан йөрәге шартлар хәлгә етте Миңһылыуҙың. Әгәр ҙә берәйһенән ишетһә, ышанмаҫ ине алты йәшлек кенә баланың барыһын да аңлап, мәғәнәһеҙ тормошона хәсрәтләнеп, уларҙы тура юлға – иман юлына баҫтырырға маташыуын. Балаҡайғынам, нисек һыйҙырған был тиклем ауырлыҡтарҙы бәләкәй генә йөрәгенә? Ә иң ҡыйыны – ошо ғазаплы уйҙары менән уртаҡлашыр кешеһе булмауындалыр, ниңә быға тиклем бер ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй түҙҙе икән? Тыңламаҫтар, аңламаҫтар тип уйлағандыр инде...

– Улым, ғәфү ит беҙҙе, бынан һуң эсмәйем, балам, ауыҙыма ла алмайым, бөгөндән бына, – тип һыҡтаны Миңһылыу.

Илдус менән Миңһылыуҙы аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Үҙҙәренең эсеүен бала шул хәтлем дә ауыр кисерәлер тип уйлағандары ла юҡ ине әлегә тиклем. Ата-әсәһенең гонаһтарын кисереүен һорап, үҙәктәргә үтерлек итеп үтенеүе...

Вәғәҙә биреүен-бирҙе лә ул Миңһылыу, әммә араҡыны ташлауы ул тиклем дә ауыр тип уйламағайны. Шешәләш әхирәттәренең ҡотортоуына, нәфсеһе ҡыҫтауына ҡаршы тороу, ай-һай, еңел түгел икән. Араҡынан айырылыу ғазаптарын Миңһылыу үҙе генә белә. Бер көн әхирәте Шәмсиә алып килгән «күстәнәс»тән ауыҙ итеүҙән көскә-көскә тыйылып ҡалды. Миңһылыуҙың араҡынан баш тартыуына ғәжәпләнгән Шәмсиә, ҡыҫтап-ҡыҫтап та күндерә алмағас, шешәһен алып сығып китте. Шәмсиәне кире саҡырып алыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалғанын аңламай шул әхирәте, әгәр шунда шешәһен асып, рюмкаға ҡойоп, алдына ҡуйһа, нәфсеһен тыя алмаҫ ине Миңһылыу. Бындай мәлдәрҙә улының йәш тулы күҙҙәрен күҙ алдына килтерә лә тыйыла. Эскеһе килеү теләген эш менән баҫты Миңһылыу, әсеүе арҡаһында ҡото киткән донъяһын баҡты. Өйөн эстән дә, тыштан да ағартты, тәҙрәләрен ялтыратып йыуҙы, йорт тирәһендәге, урамдағы ҡый үләндәрен йолҡорға Илгиз дә ярҙамлашты. Көҙ көнө ҡойма буйына емеш ағастары ултыртырға, яҙ еткәс, түтәлдәр яһап, йәшелсә сәсергә һөйләштеләр. Атаһы менән Илгиз сереп ҡыйшайған бағаналарҙы алмаштырҙы, рәшәткәләрҙе буяп та ҡуйғанда шәп булыр ине лә, буяҡ һатып алырға аҡса булмау сәбәпле, уныһын һуңға ҡалдырып торорға булдылар.

Донъяның тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ шул, Миңһылыу әсеүҙән туҡтағас, донъялары әкренләп яйға һалынып бара, Илгиздең дә һәр саҡ кәйефе күтәренке, әле әсәһенә, әле атаһы янына килеп һырпалана, көлә-көлә хәбәрен һөйләп, ярҙам итеп йүгереп йөрөй. Атаһы унда-бында «йотҡолап» ҡайтһа ла, элеккеләй яу ҡуптармай, шым ғына инеп ятыу яғын ҡараны. Әкренләп, ул да ташлар әле әсеүен, иншалла. Эсмәй йөрөгәнен күреп, тәжрибәле сварщик булараҡ аҫҡы урамға газ үткәрешергә саҡырҙылар, эсмәҫкә тигән шартына күнеп, киләһе аҙнала эш башларға ризалашты.

Бер көн Илгиз мәсеттән ҡанатланып ҡайтып инде.

– Әсәй, әсәй, оҙаҡламай мәсеттә аят-сүрәләр уҡыу буйынса ярыш була, Хәҙрәт ағай миңә ныҡлап әҙерләнергә ҡушты, бына китаптар ҙа биреп ҡайтарҙы. Мин уҡый белмәйем бит, әсәй, һин ҡысҡырып уҡырһыңмы? Мин белгән сүрәләргә ҡушып, бына ошо аятты ятларға кәрәк, күп түгел ул, ҡыҫҡа ғына, – тип бер тынала теҙеп һалды.

– Әллә инде, улым, бер ҙә тотҡан нәмәм түгел бит әле, Хәҙрәт ағайың үҙе өйрәтһәсе...

– Ул мине генә түгел, башҡа малайҙарҙы ла өйрәтә бит, уның ваҡыты юҡ, уҡы инде, мә, – тип китабын һондо.

– Туҡта әле, балам, мин тәүҙә бер нисә ҡат уҡып, телемде шымартайым, унан һиңә уҡып ишеттерермен, булдыра алһам, – тип китапты ҡулына алды Миңһылыу. Откор малай бер нисә көн эсендә әсәһе артынан ҡабатлай торғас, ятлап та алды. Ҡысҡырып уҡый-уҡый Миңһылыу үҙе лә хәтеренә һеңдерҙе.

Бына көтөп алған көн дә килеп етте. Миңһылыу ҙа Илгиз менән мәсеткә барырға булды. Малайҙар, ярым түңәрәк яһап, иҙәнгә йәйелгән келәм өҫтөнә теҙелешеп ултырҙы, хәҙрәт һәм тағы бер нисә кеше уларға ҡаршы урынлашты, ата-әсәләр һәм балалар стена буйына теҙелгән эскәмйәләрҙән урын алды. Ҡатнашыусылар хәтһеҙ генә, малайҙар бер-бер артлы тырышып-тырышып аят-доғалар уҡыны, араларынан берәүһе мөнәжәт һөйләне. Бына сират Илгизгә лә етте. Ул, илһамланып, эске тулҡынланыуы менән Хәҙрәт ағаһыныҡына оҡшатыңҡырап көйләп уҡыны ятлаған сүрәләрен. Улы өсөн борсолоп ултырған Миңһылыуҙы бығаса кисермәгән таныш булмаған тойғолар биләп алды, шатлыҡ, ғорурлыҡ хистәренән керпектәре йәшкә салынды. Ярыш тамамланды, еңеүселәрҙе бүләкләү башланды. Мәктәптә уҡып йөрөгән малайҙар бер-бер артлы сығып бүләктәрен алды.

– Ә хәҙер ярышта ҡатнашыусылар араһында иң бәләкәй еңеүсебеҙ Илгизгә велосипед, – тине Хәҙрәт ағаһы. Илгиз үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай аптырап ултыра бирҙе лә, һикереп тороп, хәҙрәткә табан йүгерҙе...

Бер көн мәсеттән бер бәләкәй генә китап тотоп ҡайтып инде Илгиз.

– Әсәй, бына, Хәҙрәт ағай һиңә китап бирҙе.

– Миңәме?

– Эйе, әсәйеңә бир, тине.

– «Тәүбә ҡылыу тәртиптәре», – тип уҡыны Миңһылыу китап тышындағы яҙыуҙы.

– Ә-ә-ә, әсәй, ул һиңә тәүбә ҡылһын тип биргәндер. Хәҙрәт ағай әйтә, әгәр ҙә кеше тәүбәгә килеп, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү үтенһә, Ул уның гонаһтарын кисерә, ти, Ул хатта, ҡасан ғына тәүбәгә килер икән был кеше, тип көтөп кенә тора, ти.

– Эй-й, гонаһтарым баштан ашҡандыр инде, балам...

– Әсәй, әйҙә, Аллаһы Тәғәләнән икәүләп һорайыҡ, ул, моғайын, ғәфү итер. Хәҙрәт ағай әйтә, балаларҙың һораған теләге ҡабул була, улар гонаһһыҙ була, ти. Мин хәҙер үк теләй башлайым: «Эй ҡөҙрәтле, бөйөк Аллам! – Илгиз ҡулдарын йәйеп йөҙө алдына ҡуйҙы ла дауам итте. Әсәйемдең яңылышлыҡ менән ҡылған гонаһтарын кисерә күр, ул бит хәҙер араҡы эсмәй, инде бер ҡасан да эсмәйәсәк, бынан һуң тыйғандарыңдан тыйылып, ҡушҡандарыңды үтәп кенә йәшәр ул. Зинһар, гонаһтарын кисер инде әсәйемдең...

– Эйе, кисер минен гонаһтарымды, сабый ғына көйө һинең барлығыңа, берлегеңә инанып йәшәгән иманлы балам хаҡына булһа ла кисер мине, Аллам, – тип бышылданы Миңһылыу.

– Әсәй, әйҙә инде икәүләп Аллаһы Тәғәләнән атайыма әсеүҙән ҡотолорға ярҙам һорайыҡ, – тине Илгиз.

Әсәһе уға баш ҡына ҡаҡты, сөнки нәмәлер әйтерлек хәлдә түгел ине ул. Күҙҙәренән йәштәр аҡтылар ҙа аҡтылар. Таҙарыныу, пакланыу, сафланыу йәштәре.

Аҙағы.

Башҡортостан рәссамы Рәүеф Әхмәтгәрәевтың "Тыуған тупһала"  тигән картинаһынан фоторепродукция. 

 

Автор:Фәриғә КҮҪӘКОВА.
Читайте нас: