+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Декабрь 2021, 20:00

АТАЙЫМДЫҢ ЯНСЫҒЫ Хикәйә

– Минең атайым бер ҙә һүгенмәне. “Инәйеңдең мәтрүшкәле сәйе” – шул ине бөтә һүгенеүе, тигәйне бер әңгәмәсем. Бар тәртипле халыҡтар. Минең атай мәрхүм һүгенде былай. Ундай гонаһы булды. Көтөүсе ине. Совхозда мал көттө, эре малын да, һарыҡ-кәзәләрен дә. Мал ҡайырышырға,бер саңдауҙан икенсеһенә ҡыуышырға беҙ  балалар ҙа бара инек. Кемебеҙҙә сыбыртҡы, кемебеҙҙә оҙон тал сыбығы. Атай тура килгәнендә этенә лә, атына ла, һарыҡтарға ла урыҫсалап һүгенеп ала. Үҙебеҙсә лә ысҡындырғылай. Ә беҙгә өндәшмәй.

АТАЙЫМДЫҢ ЯНСЫҒЫ Хикәйә
АТАЙЫМДЫҢ ЯНСЫҒЫ Хикәйә

Майҙың аҙағы. Мәктәптә һуңғы ҡыңғырау зыңлап,имтихандарға әҙерләнеп йөрөйөм. Көн дә консультация. Беҙҙең ауылдан өс саҡрымдай ерҙә Тоҡтағол ауылы бар, Гөлсәсәк исемле һабаҡташым шунан. Уның атаһы Рауил ағай менән әсәһе Гөлнур еңгәй үҙ-ара шундай татыуҙар ине, бер-беренә булған мөнәсәбәттәре шундай йылы һәм наҙлы ине. Рауил ағай шул “инәңдең мәтрүшкә сәйе” тип һүгенһә ,,һүгенгәндер". Урмансы ине ул. Япа-яңғыҙ урмандар ҡыҙырғанда, моғайын, йырлап ҡына йөрөгәндер, һин нишләп былайыраҡ үҫеп киткәнһең, тип, үлән, сәскә, ағастарҙы һүгеп йөрөмәгәндер, тим.
Ауыҙынан бер алама һүҙ сыҡҡанын ишетмәнем мәгәр. Гөлсәсәк менән һыу үткеһеҙ дуҫтар инек. Тәнәфестә беҙгә килеп сәй эсәбеҙ, шунан уны оҙата барып, уларҙа йә туҡмаслап, йә өйрәләп ҡайтам.
– Тоҡтағолдо атаң менән икәүләп төбәк итеп алдығыҙ, әйтәүер, – тип әсәй бурылдай.
Сәсеү бөтмәгән ине әле, әсәй ҡырҙа аш бешереүсе. Һыйыр һауыу, мал ҡыуыу кеүек мәшәҡәттәр минең елкәлә. Бер көнө һуңланым бит көтөүгә. Һыйырҙарҙы Талморонға тиклем ҡыуҙым, ә бына һарыҡ-кәзәне өҫкө урамға сығарырға оялдым. Халыҡтан оялдым! Артҡы ҡапҡанан төпкөлгә генә индереп ебәрҙем – һалҡында әррәхәтләнһендәр әйҙә!
Үҙем аяғөҫтө генә бер кәсә сәй һемерҙем дә мәктәпкә йүгерҙем. Төшкө сәйгә Гөлсәсәгемде эйәртеп ҡайттым. Аласыҡтың оҙон урындығына ашъяулыҡ йәйеп, икебеҙ ике яҡта аяҡтарҙы һоноп ултырып сәй һемерәбеҙ. Ыуаҡ малдың ҡайтып инеп, ҡайһыһы келәттәге емгә, ҡайһыһы баҡсалағы яңы сығып килгән кишергә керешкәндәрен дә күрмәй ултырғанбыҙ. Шул ҡәҙәре сәйгә әүрәгәнбеҙҙер инде:
– Әхирәт, эсеп ултыр. Ҡарале, йә йомортҡа бешермәгәнмен, ҡоролай ғына сәй эсереп тик ултырамсы! Эс, эсеп ултыр, – табындашымды ҡыҫтайым.
Ошо мәл әмәлгә ҡалғандай атай ҡайтып ингән дә келәткә тулған кәзә-һарыҡты һүгенеп әрләй икән. Минең артыҡ иҫем китмәй – хәҙер туҡтар. Ә Гөлсәсәк иғтибар менән тыңланы атайҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр бер ,,ауыҙ-тел ижадын"!!! Күҙе туҫтаҡтай ғына булды былай.
– Ыста, Венера! Нишләп ҡоролай булһын. Ана бит атайың һоғондороп йөрөй, ҡана тағы берәйҙе яһа әле, – Гөлсәсәк кәсәһен һона, – икәү итәйем.
Гөлсәсәктең һүҙҙәренә эс ҡатҡансы көләбеҙ. Аласыҡ осоп бара!
Малды кәртәгә ябып, атай сәйгә инә:
– Гөлсәсәк ҡыҙым килгән, миш.
Атаңдар ни хәлдә? Нажия апайың утынын быстырҙымы? – шулай хәл-әхүәл һорашып атай беҙҙең менән сәй эсә. Унан өсәүләп ат менән Тоҡтағолға юл тотабыҙ. Гөлсәсәкте алып барабыҙ. Атай Нажия апайҙың утынын быса, мин Гөлсәсәктә туҡмас эсәм.
Атайҙың кешегә ярҙамынан башҡа һис зыяны булманы. Һүгенде инде. Шул ғына.
Ә күңеле төрлө таҫмаларҙан тегелгән асыҡ янсыҡ һымаҡ булды. Ул янсыҡҡа урман-яландар, көтөүлектәр, ҡояш, ауыл кешеләре, ҡола аты,  бысҡыһы, бесәнлектә үҫкән зәңгәр сәскәләр, һауа, һарыҡ-кәзәләре, болоттар һәм беҙ һыйған инек!!!

Иллюстрация: Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты рәссам Рафаэль Ҡадиров картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:С. ТАМИМДАР.
Читайте нас: