Тағы берәүҙе ҡулына алды был. Әллә ҡайһы арала ҡапҡасын асып, миңә һуҙҙы:
– Эс, эс, – хәл инер, – тине.
Мин ҡаршы төштөм:
– Юҡ, мин эсмәйем бит.
– Атыу әйҙә, икәүләп эсәйек. Һин берҙе генә уртла. Һаулыҡ өсөн!
– Ҡуй, оҡшамай ул миңә.
– Әллә минән ерәнәһеңме?
– Юҡ, ерәнмәйем.
– Минең менән, дуҫың менән, бер тапҡыр “с горла” эсмәйһең что ли?
– Әйҙә һуң… – мин иренгә тигеҙеп алдым. – Ятаҡҡа ингәндә, һиҙелмәһә инде...
Ашап-эсеп алғас, Степан Петрович Ғамир менән икебеҙгә меңәр һум аҡса, аҡсаға ҡушып, студенттарға кәрәк ул, тип берәр банка тушенка бирҙе.
Ятаҡҡа ҡайтып еттек. Ишек бикле икән. Беҙҙең һымаҡ ваҡытында ҡайтып өлгөрмәгән бер төркөм ятаҡташтар менән ишек асҡандарын көтә башланыҡ. Ябылғандан һуң ярты сәғәт үткәс, ишекте бер генә асып алалар. Шунан да тороп ҡалһаң, фатир эҙләргә тура килә. Вахтер апай ишекте асты ла, һәр беребеҙҙе яҙып алғас, бүлмәләребеҙгә үтергә рөхсәт итте. Рәйлә апай ҡаттар буйлап йөрөй, тинеләр. Ғамир үҙ бүлмәһенә китте, мин – үҙемдекенә. Бүлмәләштәр йоҡламаған икән. Кем дәрес әҙерләй, кем телефонына текәлгән. Мин тәүҙә теште таҙарттым да консерва йылытырға кухняға сыҡтым. Плитканы тоҡандырып өлгөрмәнем, студсоветтан бер ҡыҙ килеп: “Һине вахтер саҡыртты”, – тине. Төшөп киттем. Баяғы, кем һуңлап ҡайтҡан, шуларҙы йыялар икән. Бөтәбеҙҙе лә фойеға бер рәткә теҙҙеләр. “Охранница” тигән ҡушамат алған Рәйлә апай, резина күҫәген тотоп, уртала тора. Барыһы ла йыйылғанын көтөп, ун минут самаһы торҙоҡ шулай. Ғамир менән ҡараштар менән генә аңлашырға тырышабыҙ. Тотолоп ҡуймайыҡ! Бөтәһе лә йыйылдымы икән, “охранница” һүҙ башланы:
– Бөгөн һуңлап ҡайтыусылар араһында кемдер ишек төбөндә сумкаһын онотоп ҡалдырған. Ҡара юл сумкаһы кемдеке?
Ҡыштыр-ҡыштыр тауыштар сығарып, тиҫтәнән ашыу студент бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ. Минеке түгел. Мин пакет тотҡайным. Ғамир! Ғамирҙың сумкаһы түгелме?
– Кәлиев!.. – Уйымды Рәйлә апайҙың ҡырҡыу тауышы бүлдерҙе. Ғамирға өндәшә был. – Кәлиев, сумка һинекеме?
Ғамир Кәлиев өндәшмәй торҙо-торҙо ла, ҡапыл, уянып киткәндәй, яуап бирҙе:
– Ә, минекелер. Ә ҡайҙа ул?
– Ана, ал, вахтер бүлмәһендә сумкаң.
Ғамир артынан ҡайһы берәүҙәр урындарынан ҡуҙғала башлағайны. Рәйлә апай йәнә бойорҙо:
– Таралышмайбыҙ!
Студенттар уфтанышты.
– Кәлиев! Сумкаңда нимә бар?
– Консерва…
– Ас әле.
– Нимәгә?
– Ҡарайыҡ. Шешә тауышы сығара торған ниндәй консерва алып ҡайттың икән…
Ғамир оҙаҡлап торғансы, Рәйлә апай тыҡ-тыҡ баҫып эргәһенә килде лә сумкаһын ҡулынан тартып алды. Шунан уны шул тиклем ныҡ итеп иҙәнгә ултыртты, ташланы, тиергә була, буш шешә тауышы фойены яңғыратты. Һаҡсы апай вахтерҙы, студсовет старостаһын саҡырҙы ла, сумканан өс буш шешә, бер консерва банкаһы сығарып, иҙәнгә теҙҙе.
– Кәлиев! Уртаға сыҡ! – тип бойорҙо һаҡсы апайыбыҙ, һәлмәк кенә атлап алға сыҡҡан Ғамирға текләп. – Эстеңме?
– Юҡ…
– Өр әле…
– Өф…
– Эйе, эсмәгәнһең шул! Еҫең борҡоп тора! Күпме эстең?
– Бер шешә генә.
– Маладис! Ә өс шешәнең тағы икәүһенән кем эсте?
Өндәшмәй.
– Тәк, Кәлиев, кем менән бергә инең әле?
Ғамир сафҡа – алды, һаҡсыға ҡабырғаһы менән тора, үҙе миңә: “Сыҡ! Сыҡ!” – тип шыбырлай. Һаҡ ҡолаҡ Рәйлә апай ишетмәй буламы һуң инде!
– Кемгә “сыҡ!” тиһең унда? Кем Кәлиев менән бергә эсте? Сыҡһын әле! Дәлиев, һинме? – Туп-тура миңә ҡараны.
– Мин эсмәнем! – бер йотомдоң еҫе сыҡмаҫ әле, тип алдашырға булдым.
– Уртаға сыҡ, шешәләшең эргәһенә!
Сыҡтым. Оят! Ҡайы бер студенттар ауыҙ ситенән генә йылмайышып тора.
– Өр әле!
– Өф…
– Тешеңде таҙартҡанһың бит! Ҡайтып өлгөрмәй, теш таҙарттыңмы? Еҫ йәшерәһеңме? – Көлгән тауыштар көсәйҙе. Ҡыҙҙар көлә.
– Эйе, таҙарттым – миндә көлөү ҡайғыһы юҡ.
– Эстеңме? Әйт дөрөҫөн! – Рәйлә апай дөрөп алып бара.
– Юҡ!..
– Эстем, тиген... – Ғамир миңә шыбырлауын белә. Мин өндәшмәйем.
– Һинең ҡайта килеп теш таҙартыуың һағайта. Һин дә эскәнһең! – Ҡәтғи ҡарар яңғыраны.
– Эсмәнем, мин бит бөтөнләй эсмәйем!
– Рәсимә, еҫкә әле Дәлиевты, спирт еҫе сығамы?
Вахтер апайға тынымды сығарҙым.
– Юҡ, тойолмай.
– Ә теш пастаһы?
– Әҙ генә беленә...
– Тәк, Кәлиев менән Дәлиевтан башҡалар – азат. Ә һеҙ икәүгә наказание шул – бөгөндән башлап, һәр кис, бер аҙна буйы фойены, тупһаны йыуаһығыҙ!..
Дуҫ тигәнемдең “Эс, эс”, тигән һүҙенә ҡолаҡ һалғас, “сыҡ-сыҡ” – тигән саҡырыуына ла буйһонорға тура килде шулай.