Ошо урында Йәмиләнең әсәһе Миңнур Сәләх ҡыҙы тураһында бер кәлимә һүҙ әйтергә кәрәк булыр. Уҡытыусы булып эшләй, үҙен мәктәптә яраталарҙырмы-юҡмы, белмәйем, әммә ул үҙе уҡытыусы һөнәренә мөкиббән киткәндәрҙән. Эшен шул тиклем ныҡ ярата, әгәр дәрес тиһәң, мәктәпкә тиклем шыуышып барырға, кәрәк булһа, тупһаһында ятып үлергә риза. Юҡ-юҡ, аҡса етмәүҙән түгел, тормош рәүеше шулай ҡоролған. Ҡыҙын да шулай тәрбиәләргә тырышты.
Һүҙ ыңғайы ҡыҙ менән егеттең йәш айырмаһы хаҡында бик үк күңелле булмаған һандар. Эйе, Йәмиләбеҙ өс йәшкә өлкәнерәк. Шулай булғас, ул идара итергә, етәксе булырға, егетте артынан ғына эйәртеп йөрөтөргә ярата.
Шулай итеп, Йәмилә менән Иршат бик матур ғына итеп дуҫлашып йөрөй ине. Миңнур ханым ҡартайып барған көнөндә үҙенә ҙур ғына бүләк яһаны: Мысырға путевка һатып алды һәм ялға китте. Ошо сәфәр тип әйтәйекме, ял турымы, бар эште уйҙы ла ҡуйҙы, сөнки аҙаҡ ғәйеплеләрҙе эҙләй башлағас, Йәмилә, әсәһенең күҙенә ҡарап: “Һиңә ул Мысырҙа нимә ҡалмағайны, өйөңдә генә ятһаң булмай инеме? Һин ғәйепле. Беҙ матур ғына йөрөй инек, үҙебеҙҙе тәртипле генә тота инек”, – тип, әсәһен ғәйепле итеп тәғәйенләне.
Ә Миңнур ханым ни тиһен, шунда ыҡ-мыҡ итеп башын ҡағып торҙо инде, ғәйебен таныны. Ә уның ғәйебе нимәнән ғибәрәт ине? Ҡабаланмайыҡ, былар хаҡында – саҡ ҡына һуңыраҡ.
Йәмилә ҡыуанып Иршатҡа шылтыратты: “Беләһеңме, ҡәҙерлем, әсәй Мысырға путевка алған, ике аҙнанан оса, ун бер көнгә!”
Егет телһеҙ ҡалды: “Ысынлапмы?.. Ун бер көнгәме?” – тине һәм үҙен диңгеҙ өҫтөндә йөҙгән ҡалҡыуыс һымаҡ хис итте.
Миңнур Сәләх ҡыҙы сәфәргә бик ентекле әҙерләнде, бер әйберен дә онотмаҫҡа тырышты. Аэропортҡа ветеранды оҙатырға Йәмилә менән Иршат икәүләп барҙылар. Самолет һуңланы. Егет менән ҡыҙ фатирҙа һалҡынса түшәк өҫтөндә аунағанда самолет яңы осоп китте.
Мысырҙа Миңнур ханым нәмәләр күргәндер, нәмәләр кисергәндер – ул бик ҡәнәғәт ҡайтып төштө. Ҡап-ҡара булып янған, тырнаҡтарына маникюр яһатҡан, сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, нәмә генә алмаған – ул кейем-һалым, ул сувенирҙар!
Аҙнаға эйәреп, аҙна үтте, бүләктәр таратылып бөттө. Мысырға сәфәр онотолдо, сөнки тормош ғаиләне яңы һынауҙар алдына ҡуйҙы.
Сәфәрҙән һуң ике ай тирәһе үткәс, Миңнур ханым ҡыҙының аш төрләүенә иғтибар итте, һәм йөрәге терт итеп китте. Ул шул тиклем “юҡ” тигәнде ишетергә теләгәйне, ләкин ҡыҙы ҡыуандырманы, “эйе” тине һәм әсәһенән дауаханаға алып барыуын һораны.
– Унда нимә бар? – тине әсәһе, ҡоро ғына итеп.
– Ни булһын, ҡотолорға кәрәк, әсәй, – тине ҡыҙ.
– Үҙе беләме һуң? – тине әсә, Иршаттың фатиры яғына ымлап.
– Белә.
– Нимә тине?
– Нимә тиһен, ҡаршы төштө. Әле мин йәш, тине.
– Йәш инде, йәш, берегеҙ егерме алтыла, икенсегеҙ егерме өстә. Шул да булдымы йәш? – Ҡыуандымы, ҡайғырҙымы?
– Өндәшмәне, әсәй, – тине Йәмилә. – Исмаһам, бер һүҙ әйтһәсе.
– Бөгөн киләме?
– Килмәй ҡайҙа барһын? Кис килергә тейеш.
– Керһен бында, һөйләшербеҙ.
Кис ҡайтҡас, ҡыҙы, бер ни булмағандай, былай тине:
– Ҡурҡты, әсәй. Һинең менән һөйләшеүҙән ҡурҡты.
– Ярай, ҡурҡһа, ҡурҡһын, – тине әсәһе. Шунан икенсе бүлмәгә сыҡты ла Иршатҡа шылтыратты.
– Хәлдәр нисек? – тип башланы һүҙен ҡыҙҙың әсәһе.
– Хәлдәр түҙерлек, – тине тегеһе, – уҡыуға әҙерләнәбеҙ.
– Ғаилә ҡороу мәсьәләһе нисегерәк тора әле, – тине әсә.
– Ғәфү итегеҙ, – тине егет, – аңламаным, нимә тураһында һүҙ бара?
– Нисек аңламаның? – тине рәсмиләштерелмәгән ҡәйнә. – Баланы кем ҡараясаҡ?
– Ниндәй баланы? – теге оста аһ иттеләр. – Бер ниндәй баланы ла белмәйем.
– Нисек белмәйһең? – хәҙер ҡәйнә булаһы кеше аһ итте. – Йәмилә бит ауырлы, һаҡланмағанһығыҙ. Һаҡланыу саралары һатып алыуға аҡса
йәлләгәс, тағы ете айҙан бала һатып алыу өсөн аҡса кәрәк булыр.
– Мин был хаҡта тәүләп ишетәм, – тине егет һәм трубканы һалды.
Егет тәү ҡарамаҡҡа ҡойроҡто һыртҡа һалған кеүек булһа ла, төнө буйы уйланып сығыуы һөҙөмтә биргәндер. Иртәнге 7-лә үк килеп, ишек ҡыңғырауына баҫты. Ҡулындағы бәләкәй генә букетына ҡарап, шатлығының күләме хаҡында фекер йөрөтөп була ине. Үҙ баһаһын белгән ҡәйнә гөлләмәнән шунда уҡ баш тартты ла ҡыҙы яғына ымланы. Йәмиләһе иһә һайланып торманы, алып, гәлсәр вазаға ултыртып та ҡуйҙы. Ике яҡ та был сәскә гөлләмәһен шатланыу һәм ризалыҡ билдәһе сифатында эстән генә раҫлап ҡуйҙы.
Сәй эскәндә Йәмиләнең был хаҡта Иршатҡа әйтмәүе, Иршаттың ишетмәгәне мәғлүм булды һәм ошо бер нисә көн эсендә туйҙың булыу-булмауы, булмаған осраҡта оҙайлы ваҡытҡа кисектерелеүе хәл ителергә тейеш ине. Хәйер, Йәмилә бала тыумаған осраҡта ла туй яһау мәсьәләһенә ифрат ыңғай мөнәсәбәттә, ябайыраҡ телгә күсерһәк, туйҙы яһағыһы бик килә, ә баланы бик ҡарағыһы килмәй ине. Ләкин инде Ҡөрьән ҡараштыра башлаған һәм ике көн ураҙа тотоп ҡараған, Аятел Көрсиҙе ятлап алған, хатта намаҙға баҫырға хыялланған Миңнур ханым Йәмиләгә ҡырҡа ҡаршы төштө. “Хоҙай биргән бүләк бит ул, ҡыҙым, аҙаҡ үкенерһең. Ана, Маһинур апайың бер генә барып ҡайтты, әле һаман үкенә, бала үҫтергеһе, ейән-ейәнсәрҙәр һөйгөһө килә. Юҡ шул, гонаһы бар, Аллаһ бирмәй ҙә ҡуя. Уның хатаһын ҡабатлай күрмә, ҡыҙым”, – тине әсәһе ҡат-ҡат.
Ә ҡыҙы нимә тине инде? “Эх, әсәй, ғүмер буйы мине үҙ теләгең буйынса йәшәргә өйрәттең. Бер ваҡытта ла минең һүҙем һүҙ булманы. Ярай, был юлы ла һинеңсә булһын. Тик, ҡара уны, үҫтерергә ярҙам итәһең”, – тине.
Әсәһенең ҡолағына был һүҙҙәр үтенестән бигерәк, янау булып яңғыраны. Ләкин Миңнур ханым был турала уйламаны, уның тиҙерәк өләсәй булыу, ҡулына ейәненме, ейәнсәренме алып һөйөү тойғоһо көслөрәк ине.