Барыһы ла ыңғай килеп тора, тимәк, ул беҙҙең тирәлә йәшәй. Беҙҙең автобус килеп туҡтаны.
– Ултырҙыҡ!
Юҡ-бар һөйләшеп, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Автобус беҙҙең йорт эргәһенән уҙа. Төштөк.
– Һин ҡайһы йортта тораһың?
– Ана, юл аша ғына.
Беҙҙең йортто күрһәтә. Миңә бында ниндәйҙер этлек бар һымаҡ тойола. Бәлки, минең ҡайҙа торғанды дуҫтарым әйткәндер. Иртәгә кәрәктәрен бирмәһәмме!
Юл аша сыҡтыҡ. Подъезға килеп еттек. Әлбиттә, беҙҙекенә. Шунда көтөлмәгән аҙымға барҙым, ишекте үҙ асҡысым менән астым.
Ҡыҙ аптырап ҡалды, әҙерәк шөрләгән дә һымаҡ.
Ҡыҫҡаһы, ул беҙҙән ике ҡат түбән йәшәй икән, ике йыл элек күсеп килгәндәр. Ике йыл буйы уны күрмәгәнмен, бәлки, иғтибар итмәгәнмендер. Йорт бейек, подъезда фатирҙар күп.
Бына шулай миллионлы ҡалала бер үк йортта, бер үк подъезда йәшәгән ҡыҙ менән таныштым.