+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Декабрь 2021, 11:14

ВЬЕТНАМ ТУШЫ, БАЙМАҠ ҠАЙМАҒЫ

Төпкөл ауыл балаһы...Өфөгә уҡырға килгән, имеш. Эй, бер ҡатлы ғына шул. Хатта иҫәр, ахмаҡ тиер инем. Бөтә нәмәгә ышанып бара. Кемде әрләй был тимәгеҙ. Үҙемде! Эйе, булды иҫәр, һантый, алйот, аңра сағым. Тормош яйлап өйрәтте йәшәргә лә, кеше айырырға ла, ауыҙҙы ипләп асырға ла...Һөйләйем әле баштан.

Өфөгә килеп ятаҡҡа урынлашҡан мәл. Төркөмдәштәрем үтеп сығып бара, бигерәк ҡыйыуҙар. Бөтәһе лә гимназия, лицей тамамлаған. Баш ҡаланы, дөйөм ятаҡта бергә йәшәүҙе бик яҡшы белә. Мин, бахыр, ауылдан килгәнмен, ғаиләмдән яңы айырылғанмын. Үҙемде сит планетаға килеп эләккән һымаҡ хис иттем. Ҡыҙҙарға эйәреп баш ҡала менән таныштым, ятаҡтан алыҫ түгел ерҙә “Вьетнам баҙары” бар икәнен белдем. Бер киттем шунда. Имеш, биҙәнгестәр алам да башҡа ҡыҙҙар ише биҙәнеп-төҙәнеп йөрөй башлайым. Алдым шунда тушын да, помадаһын да, башҡаһын да. Инде ҙур әйбер алғандай ҡыуанып ҡайттым. Шулай булмай ни: үҙаллы бер ни алған юҡ бит! Гел әсәй ни ала – шуны кейеп, шуны ашап, шуны ҡулланып үҫкән төпкөл ауыл балаһы бит мин.

Иртәгәһенә иртә тороп көнө буйы керпек буяған булып, биткә крем-фәлән һөртөп киттем лекцияға. Ярты көнөм шул дәрестә үтте. Эстә бүреләр олотоп, асығып ҡайтып, “студент һурпаһы” һемереп, бер аҙ “пятачок”та йөрөп, кис йыуынып һин дә мин йоҡларға ятылды. Ә иртәнсәк уянһам күҙҙәр асылмай! Ни булды был күҙҙәргә? Аптыраҡ! Ыуалап ята торғас, бер күҙ асылды. Йыуынып килеп көҙгөгә ҡараһам—абау! Асыҡ күҙем – ҡып-ҡыҙыл, икенсеһе асылмай ҙа, шешек, йомоҡ.

Ҡайҙа барырға? Кемгә мөрәжәғәт итергә? Ҡыҙҙар бынан алыҫ түгел ерҙә студенттар өсөн поликлиника барлығын әйтте. Йүгерҙем. Сират алып күҙ табибына индем. Ул мине өнһөҙ генә ҡараны ла:

 – Ауыл ҡаймағы бармы?—тип һораны.

 – Нуу, әле юҡ.

 – Ҡайһы райондан?

 – Баймаҡтан.

 – Ебәрә алалармы ҡаймаҡ?

 – Әйтеп ҡарармын.

Башымда мең төрлө уй: “Йомоҡ күҙ һәм ауыл ҡаймағы! Бында ниндәй бәйләнеш бар һуң? Неужели ауыл ҡаймағын һөртөргә кәрәк? Магазиндыҡы ярамаҫмы икән?”

 – Иртәнән һуң килерһең. Баймаҡ ҡаймағы алып килһәң, берәүгә лә өндәшмәйем, ипләп кенә үҙем дауалайым, – тип шыбырланы табип.

 – Ә нимә һуң ул? Ҡурҡынысмы?

 – Вирус эләккән. Енси юл менән,—тип шыбырланы был.

 

Мин өнһөҙ ҡалдым да шаҡ ҡаттым: “Енси юл. Вирус. Атаҡ, бына һиңә мә! Егетем юҡ, булғаны ла юҡ. Миңә яңы 18 йәш тулды. Үбешеүҙең ни икәнен белмәйем хатта”. Баяғы иҫәр, һантый ауыл балаһы булыу... Бер һүҙ әйтә алмай аңшайып сығып киткән булдым. Һыңар күҙем менән ҡарап киттем апайым эшләгән ергә. Барып хәлде һөйләп бирҙем. Апайым елтерәтеп кире дауаханаға килтерҙе лә икенсе табипҡа индерҙе. Уныһы күҙеңә нимә һөрттөң, нимә ҡулландың, нимә менән тейҙең тип тәфсирләп һорашып алғас, тушҡа аллергия тип сығарып та ебәрҙе. Нишләптер Баймаҡ ҡаймағын һораманы... Ә мин башҡа “Вьетнам баҙары” тушын һөртмәнем...

ВЬЕТНАМ ТУШЫ, БАЙМАҠ ҠАЙМАҒЫ
ВЬЕТНАМ ТУШЫ, БАЙМАҠ ҠАЙМАҒЫ
Автор:Резеда УСМАНОВА
Читайте нас: