+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Декабрь 2021, 15:20

ЯБАЛАҠ

Мин – “Ябалаҡ Мидхәт” булам. Юҡ!

ЯБАЛАҠ
ЯБАЛАҠ

Юҡ! Мин үҙем ябалаҡ түгел, был ҡушамат ҡына.

Беҙҙең ауылда ҡушаматһыҙ кеше юҡ. Мәҫәлән – бүре Әнүәр, төлкө Хәмит, ҡуян Әхәт, күкәй Кәрим, әтәс, тауыҡ, йомортҡа һәм башҡалар. Ҡушамат фамилиянан да, хатта исемдән дә алдан йөрөй.

Ҡырыҡ йәш тигәндә мин өйләнеп ҡуйҙым бит әле. Әтәс ҡыҙын алдым. Элек уға иғтибар итмәй, эре генә йөрөй инем дә бит, бына шулай яҙмыш ҡауыштырҙы. Йәш саҡта бик шәп егет инем, ҡыҙҙар үҙҙәре минең арттан әҙ йүгермәне. Шулай һайланып йөрөй торғас ҡырҡҡа килеп еттем дә инде. Ҡайҙа әле һүҙемде рәтләп һөйләйем.

Бер көн магазинға керһәм Роза миңә әйтә:

-Мидхәт ағай, шуға көнөң ҡалдымы ни, әтәс урлап йөрөмәһәң?– ти. Мин ни:

Өйләнгәс өйләнгән инде, хәҙер һайланып йөрөргә ваҡыт ҡалманы, яңғыҙ кәкүк кеүек күпме йөрөргә була, – тип уйланым да, бер һүҙ ҙә әйтмәй сығып киттем. Шунан икенсе магазинға керҙем. Һатыусы Факиһа апай тағы:

- Мидхәт! Шуға көнөң ҡалдымы инде, әтәс урлап йөрөмәһәң? – ти. Мин тағында бер һүҙ әйтмәйенсә сығып киттем. Асыуҙан бер-бер артлы, ике-өс тәмәке тартып бөтөрҙөм. Минең әтәс ҡыҙын алыуымды хупламайҙар ахырыһы, өйләнгән өйләнгән инде! Уларға түгел, миңә йәшәргә! – тип уйлап, әсәйҙәргә киттем. Атай телевизор ҡарап ята, миңә ҡырын ғына ҡарап ҡуйҙы. Әсәйем ашарға ултыртып йөрөй, үҙенең кәйефе юҡ:

- Нимә булды икән быларға? – тип, уйлап та бөтмәнем, әсәй әйтә:

- Кит оятһыҙ! Ҡартайған көнөбөҙҙә йөҙөбөҙҙө ҡыҙарттың. Көнөң шуға ҡалдыңмы ни? – ти:

- Һаман да шул балыҡ башы. Кемгә булһа ла тиҙерәк өйлән! – тип, көн дә ҡолаҡ итемде ашайҙар ине, хәҙер килеп башҡаса һайрайҙар. Мин инде ҡыҙып киттем, хәҙер әйтеремде әйтәм дә сығып китәм тиһәм, әсәй:

- Әтәс урлап йөрөмәһәң, ашарыңа юҡтыр шул! Хурлыҡ! Ниндәй Хурлыҡ! Шуның өсөн үҫтерҙекме? Сәлимә әбейеңдең әтәсен ниңә урланың? – ти:

-Юҡ! - мин әйтәм. Урламаным мин, ысын әтәсте – тим. Әсәй әйтә:

- Сәлимә әбейең, «ябалаҡ әтәсте урлап алып китеп барғанда, таяҡ тотоп ҡыуа башлағас, кәртәгә бәрелеп төшөрөп ҡалдырҙы» – тип һөйләгән бит, ти. Мин әйтәм:

- Ни эшләп уны миңә әйтәһең, атайым да ябалаҡ бит, бәлки ул урлағандыр,– тим. Әсәйем:

- Әтәс урлап йөрөргә атайың ҡартайған инде, – ти.

Мин тамам аптырашта ҡалдым, хәҙер миңә «бур» исеме тағырҙармы икән? – тип, ҡайғыға батып йөрөйөм. Тәмәкегә тип тағы ла шул магазинға керһәм һатыусы Роза:

-Мидхәт ағай! Мине ғәфү ит инде йәме! Сәлимә әбейҙең ул әтәсен ысын ябалаҡ урлаған булған, – ти. Өҫтөмдән тау төшкәндәй булды. Сәлимә әбей:

- Ябалаҡ әтәсте урланы – тип һөйләгәс, халыҡ мин тип уйлаған. Ә миңә – «шуға көнөң ҡалдымы ни, әтәс урлап йөрөмәһәң?» – тигәс, мин әтәс ҡыҙын алғанға әйтәләр тип уйланым.

Бына шулай, күңелле беҙҙең ауылда.

 

Автор:Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Читайте нас: