Фатир алдыҡ бит! Өфөнөң тап уртаһында, бейек йорттарҙың береһендә, өс бүлмәле. Уның артынан күпме йөрөүҙәр, яҙһаң үҙе бер китап булыр. Ошо фатирҙы алайым тип, бер заводта өс тапҡыр «вредность» тултырҙым, пенсияға сыҡһам да эшләп йөрөнөм. Күпме эшләп тә ала алмағас, яйлап ҡына кемделер майларға, кемделер яйларға тотондом. «Төртөргә» лә өйрәндем, аҡса менән. Башта бик ҡурҡа инем, һуңынан күнегелде, береһе лә ҡулыма һуҡманы. Шулай итеп квартиралы булдыҡ. Ғүмер буйы көтөп алған, ошондай оло шатлыҡты дуҫ иштәрһеҙ, туғандарһыҙ үткәреп булмай бит инде. Беҙ ҙә өй туйы үткәрергә булдыҡ. Бурысҡа ла индек. Моғайын, ошо тиклем байрамға буш ҡул менән килмәҫтәр, өлөшләтә булһа ла ҡапланыр! - тип уйланыҡ. Ғүмер буйы дөйөм ятаҡта йәшәп, ҡунаҡ йыя алманыҡ. Ауылдан килгән ата-әсәйҙе лә, комендантҡа ғариза язып рөхсәт алмайынса, бүлмәбеҙгә үткәрмәйҙәр ине.
Шаулатып өй туйы яһап ятҡанда, иң ҡыҙыҡ мәле еткәндә, минең атай… Иламай ҙа булдыра алмайым шул... Атайым оятҡа ҡалдырҙы. Эйе! Бөтә туғандар, дуҫ-иштәр араһында. Нисек итеп тиһегеҙме? Хәҙер һөйләйем.
Минең атай-әсәй ҡарттар инде, ғүмер буйы ауылдан бер ергә лә китмәйенсә донъя көткәндәр. Атайым һуғышта булған әлбиттә. Тик ҡалаға килеп, ҡунаҡ булыуҙары беренсе тапҡыр. Килһәләр ҙә, иртәнге поезд менән киләләр ҙә, кисен ҡайтып китәләр ине.
Бына шулай, мәжлес ҡыҙыу ғына барғанда, төшөрөп тә алғас, атайым бәҙрәф таптыра башланы.
- Атай, бына бит эргәлә генә. Өшөп тышҡа сығып йөрөйһө лә юҡ! Йып-йылы, тап-таҙа, кер шунда! – тип, бер сәғәт кенә өгөтләгәнбеҙҙер. Юҡ! Бер кемде лә тыңламай!
- Өй эсендә, ашап – эсеп ултырған урында, мин нисек итеп үҙ хәжәтемде үтәйем! Юҡ! Булмай! Кермәйем дә! Ултырмайым да! Бөттө, китте – тине лә, арлы-бирле генә кейенеп, тышҡа сығып китте. Артынан иремде сығарған инем, ҡыуып кереткән.
Эргәлә генә ҡала паркы, ағастар, ҡыуаҡтар үҫеп ултыра. Ул тирә- яғына арлы-бирле генә ҡаранған да, түҙәрлек хәле ҡалмағандыр инде, бахырымдың. Шартлар хәлгә еткәс, ҡыуаҡ араһына инеп, хәжәтеп үтәгән.
Салбарын да кейеп бөтә алмаған, ике яҡтан ике милиционер килеп ҡултыҡлап алған. Елтерәтеп машиналарына индереп тә ултыртҡандар. Аңлатып та ҡараған. Юҡ! Тыңларға ла теләмәгәндәр.
- Дедушка! Что за привычка? БОМЖ тиһәң, арыу ғына кейенгәнһең! – тиҙәр икән.
- Ах! Араҡы еҫе лә килә бит! Айнытҡыста йоҡлап та сығырһың! – тип, илтеп япҡандар бахырымды.
Эй, Аллам! Үҙе лә оятҡа ҡалды, беҙҙе лә оятҡа ҡалдырҙы. Ғүмер эсендә бер килеп, рәхәтләнеп ҡунаҡ та була алманылар шул. Барып алдым атайымды, штраф түләп. Килде лә беҙгә, йыйына ла башланы: «Бер көн дә тораһым юҡ, һеҙҙең ҡалағыҙҙа» – ти. Әйткән ниәтем бар ине: «фатир ала ҡалһаҡ, атай - әсәйемде килтереп, үҙҙәре ялыҡҡансы ҡунаҡ итеп ҡайтарырмын» – тип. Булманы! Күпме генә ҡыҫтаһам да, атайҙы көйгә килтерә алманым. Әсәйем дә: «Атайыңдан ҡалмайым» - тип, уға эйәрҙе. Ғүмер буйы иркенлектә йәшәп өйрәнгән шул улар. Түҙәләрме ни дүрт стена эсендә ултырып. Хатта ялан кеүек өс бүлмәле фатирыбыҙ ҙа уларға тар күренде.
Ярай! Хәйерлегә булһын! Иҫән-һау булһаҡ тағы килерҙәр әле.
Сығанаҡ: https://sdamzavas.net/2-76527.html