+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Декабрь 2021, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Бишенсе бүлек

Әғләм аптырап торманы, кеше эҙләмәне, комплексты йүгерә-атлай ике тапҡыр әйләнеп сыҡты, ләкин электр яҡтыһынан башҡа бер ниндәй ут та күрмәне. Шулай ҙа вахтаға барып, ҡыңғырау таба алмағас, ишекте дөмбәҫләргә тотондо. Күп тә үтмәне, Ринат менән Рәғиҙә килеп сыҡты. Йәштәр уңайһыҙланған, тартынған булды, ләкин Әғләм уларҙың хәл-торошона иғтибар итеп торманы. Икеһе лә айныҡ, етмәһә, кейемдәләр, тағы ниндәй ғәйеп ташлайһың?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР   Хикәйә  Бишенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Бишенсе бүлек
– Һеҙ икәүләп ҡарауылсы булып та эшләйһегеҙме ни? – тине Әғләм, аптырап.
– Ҡарауылсы эсеп эшкә сыҡманы, – тине Ринат. – Комплексты ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай бит. Берҙән-бер эш урыныбыҙ, вахтаға йөрөмәйбеҙ, һаҡларға тура килә.
– Ә миңә кемдер, комплекс яна, тип шылтыратты, – тине Әғләм. – Ҡатын-ҡыҙ тауышы ине.
– Тауышы таныш түгел инеме? – тине Ринат.
– Таныш һымаҡ та, тик айырманым, – тип яуап бирҙе Әғләм.
– Борсолмағыҙ, мин шылтыраттым, – тине Рәғиҙә. – Барыбер йоҡламайбыҙ.
– Эйе, – тип һүҙгә ҡушылды Ринат. – Һеҙҙе башҡаса күреп булмай, киләһегеҙ ҙә Рәүис Миҙхәт улының ауыҙына ҡарап тик тораһығыҙ. Беҙ унан аптырап бөттөк. Уға бит комплекс кәрәкмәй, комплекс беҙгә кәрәк.
– Бына бер ай эшләнегеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Рәғиҙә. – Бындағы эштәрҙе яйға һалдығыҙ, һеҙгә ышаныс уянды, эшкә барғыбыҙ килеп тора хәҙер.
Өсәүләшеп ҡарауылсы бүлмәһенә инеп ултырҙылар, сәй ҡуйҙылар, ашарға ла әҙерләгәндәр икән.
– Ә эсергә юҡмы ни? – тине Әғләм, танауын мышылдатып еҫкәнеп ҡуйҙы.
Ҡыҙ менән егет бер-береһенә ҡарашып алды.
– Беҙ һеҙҙе, эсә, тип ишеткәйнек шул, – тине Ринат.
– Дауытов ағай әйткәйне, һеҙҙе Өфөнән эскән өсөн бында ҡыуғандар, тип, – тине Рәғиҙә.
– Ныу, был Рәүис Миҙхәтовичты, мине үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ белә. Әле лә шаяртып әйттем.
– Ярай, улайһа, юғиһә һеҙҙең менән һөйләшеү килеп сыҡмаҫ, тип ҡурҡтым, – тине Рәғиҙә.
– Ә нимә хаҡында һөйләшергә теләгәйнегеҙ? – тине Әғләм, йәштәрҙең икеһенә лә ҡарап.
– Эш былайыраҡ тора, – тине Ринат. – Беҙ электрон почта аша Риф Ғүмәровичҡа хат яҙып ебәргәйнек.
– Ә уға нимә тип яҙҙығыҙ инде?
– Һеҙ беҙгә бик оҡшанығыҙ, һеҙҙе комплексҡа начальник итеп һораныҡ.
– Мине? Ауылдан сығып китеп, Өфөлә төпләнгән кешене ошонда һорайһығыҙмы?
– Эйе, бында эште һеҙ генә яйға һала аласаҡһығыҙ, – тине Ринат. – Ризалашығыҙ, юғиһә Рәүис Миҙхәт улы комплексты тамам бөлдөрәсәк.
– Нисек бөлдөрәсәк?
– Беренсенән, ул ҡарт, пенсионер, икенсенән, эсә, өсөнсөнән, ағай-энеһен ошонда йыйҙы, дүртенсенән, ул үҙен эштән ебәрәсәктәрен белә һәм киткәнсе комплексты юҡҡа сығарырға теләй.
– Ә һеҙ уның комплекс тураһында нимә һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бармы? – тине Рәғиҙә. – Ул әйтә, комплекс банк бөлдөрөп, аҡса урлап төҙөлгән, халыҡҡа уның мөнәсәбәте юҡ, ти. Нисек килһә, шулай юҡҡа сығасаҡ, тип ҡурҡыта.
Шул ваҡыт Рәғиҙә, эргәләге өҫтәлдән һырлы таҫтамал алып, өҫтәлде һөртә башланы. Бәй, таныш таҫтамал!
– Был ниндәй таҫтамал ул? – тип аптыраны Әғләм, ике бармаҡ менән генә тотоп күтәреп.
– Һеҙ ҙә таныйһығыҙмы был таҫтамалды? – тине Ринат. – Әллә йыртып күрһәттеме?
– Эйе шул, Дауытов, елкәһенә һалып, бер тартҡайны, таҫтамал урталай өҙөлдө лә ҡуйҙы.
Ҡыҙ менән егет тәгәрәй яҙып көлдө.
– Һеҙҙең дә ҡотто осорған икән, – тине Рәғиҙә.
– Осороуын-осорманы, ныу шикләндерҙе инде. Көрәш батыры һымаҡ таҫтамалды урталай өҙһөн әле.
– Юҡҡа шикләнгәнһегеҙ, – тине Ринат. – Таҫтамалды алып, алдан уҡ ике яҡ ситенән тура килтереп кенә киртеп ҡуя. Шунан икегә айырып ебәргән булып ҡурҡыта. Таҫтамал, ике ситенән ҡырҡып ҡуйылғас, шытырлап өҙөлә лә китә. Килгән кеше ҡурҡышынан уның менән көрәшеүҙән баш тарта. Әллә һеҙ көрәштегеҙме?
– Көрәштегеҙме тип, ул 120 кг, ә мин – 85. Аяҡтарын күтәреп, минең өҫкә ауҙы инде, әллә ике аҙна күкрәк ауыртып йөрөнө.
Өсәүләшеп Дауытовтың хәйләкәрлегенән көлөштөләр.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: