-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Декабрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Дүртенсе бүлек

– Кем бар унда? – тип һораны Әғләм. – Әғләм ағай, асығыҙ әле, был мин, Рәғиҙә. – Ниндәй Рәғиҙә ул? – тине Әғләм. – Һуң, һауынсы, звено башлығы Рәғиҙә. – Нимә кәрәк һиңә, кем ебәрҙе? – тине Әғләм ҡурҡышынан. – Миңә һеҙҙе ҡотҡарырға кәрәк, һеҙгә ҡурҡыныс янай, кертегеҙ мине, тыңлап тороуҙары бар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР   Хикәйә  Дүртенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Дүртенсе бүлек
Бөгөнгө ваҡиғаларҙан һуң Әғләм был ҡатындан бер яҡшылыҡ та көтмәй ине. Күпме генә шаҡымаһын, Рәғиҙәне барыбер бүлмәһенә индермәне. Утты һүндереп, урамға ҡараһа, юлдың теге яғында бер машина ултырғанын күрҙе. Тимәк, был машина Рәғиҙәнең кергәнен һәм ығы-зығының башланғанын көтә, тип фараз итте ул.
Төнө буйы йоҡлай алмай борғоланды, әллә ниндәй төштәр күреп бөттө, әле Рәғиҙә килә, әле Дауытов, бер заман Маһира килеп сыҡты.
Таң менән тороп, комплексҡа барырға сыҡһа, машинаһы юҡ. Йәйәүләп барырға тура килде. Ул килеп ингәс, бөтәһе лә аптырашып Әғләмгә ҡараны. Рәғиҙә, барыһын йыйып, нимәлер һөйләй. Уны күреү менән малсылар дәррәү эшкә тотондо. Әғләм, Ринат эргәһенә килеп:
– Нимә, әллә мине көтмәй инегеҙме? – тине.
– Эйе, һеҙҙе булмай, эштән алғандар, тп һөйләйҙәрсе. Һеҙ ең һыҙғанып тотонғас, бында тәртип була икән, тип ҡыуанғайныҡ.
Әғләм был юлы ҡатыраҡ тотондо. Ҡайҙалыр, хәйер, ҡайҙа булһын инде, һатырға әҙерләнгән фуражды кертеп бушаттырҙы. Бер иҫерек малсы йөрөй ине, уны ҡайтарып ебәрҙе. Ҡарауылда торғандарҙы тотоп шелтәләне. Телефоны шылтыраны. Ҡайныһы икән.
– Тәк, кейәү, нимәләр творить итәһең унда? Хәбәрҙәр ишетелеп тора. Һуң, шунда эсмәйенсә генә йөрөп булмаймы?
– Бында айныҡ кеше бармы, тип һора тәүҙә. Ана, начальник Рәүис Миҙхәт улы көн һайын иҫерек, уны берәү ҙә күрмәй, полиция ла теймәй, тейерҙәр ине, ярты районды комбикорм менән тәьмин итеп тора. Ун машина фураж килһә, бишеһен төрлө яҡҡа осороп бөтә. Көн һайын 60 тонна һөт һауыу менәнме ни, начальник ҡайҙа теләй, шунда таратып ятҡас. Фураждың сифаты насар. Юҡ, бындағы тәртип менән ауыл хужалығын күтәреп булмаясаҡ, ҡайным. Иң тәүҙә начальниктан башларға кәрәк. Рәүис Миҙхәтович, әлбиттә, һинең дуҫ, әммә ул комплексты юҡҡа сығарасаҡ, быйыл булмаһа, икенсе йылға.
– Ысынлап әйтәһеңме, иптәш Нуриев?
Әллә һаман ышанмай инде?
Шул ваҡыт комплекс биләмәһенә Дауытов килеп инде. Ул Нуриевты күрермен тип уйламаған, күрәһең. Күҙенә салыныу менән аптырап, туҡтап ҡалды.
– Һин бында нишләйһең, кем һине бында керетте? – тине ул, ҡаты ғына итеп.
– Ишетәһеңме, ана, минең менән нисек һөйләшә ул, – тине Әғләм. – Әллә кисәгенән айнып етмәгән, әллә таң менән иҫереп өлгөргән. Ә һин шул кешене эштә тотаһың. Мә, һөйләш, трубканы үҙенә бирәм.
– Тыңлайым, хөрмәтле Риф Ғүмәрович! – тине Дауытов. – Мин һеҙҙең заданиены үтәнем. Кисә иртән ул иҫерек ине, һуғышырға итте, миңә янаны. Полиция саҡыртырға тура килде. Ә полицияла таныштары бар, ахыры, сығарғандар. Ә үткән төн уны бер һауынсы менән күргәндәр.
– Бер ниндәй ҙә һауынсы булманы, – тип ҡысҡырҙы Әғләм.
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ, Риф Ғүмәрович, үҙегеҙ ҡуштығыҙ, мин һеҙҙең заданиены үтәнем. Ул бына алдымда тора, миңә эшләргә ҡамасаулай.
Һуңынан Нуриев менән Дауытов икеһе лә начальник кабинетына үттеләр.
– Ҡуй, асыуланышып йөрөмәйек, – тине Дауытов.
– Араҡың буламы? – тине Әғләм.
– Була.
– Булһа, йыйып ҡуй, мин эсмәйем.
– Ә мин һине эсерергә ҡурҡам, сөнки кисәге өсөн асыуланып, һуғыша башлауың бар тағы.
– Кисә мин һуғыштыммы?
– Һуғышмай ни. Протокол бар, акт төҙөлгән, шаһиттар ҡул ҡуйған. Һин мине үлтерә яҙҙың. Иртәгә шул эштәрҙе тикшерергә Өфөнән кеше киләсәк. Әҙер бул, айныҡ бул.
– Мин бөтәһен дә асыҡланым, – тине Әғләм. – Артабан да эштәр былай барһа, комплекс юҡҡа сығасаҡ, Рәүис Миҙхәт улы. Шуның
өсөн, Өфөгә ҡайтыу менән мин һине эштән алдырыу мәсьәләһен күтәрәсәкмен.
– Эштән ҡыуҙырыу мәсьәләһен күтәрәм тиһеңме? – тип көлөп ебәрҙе Дауытов. – Бик теләһәң дә, ҡулыңдан килмәйәсәк, сөнки мин комплекстың нисек төҙөлгәнен эстән беләм.
– Йә, һөйлә, нимә беләһең? – тине Әғләм.
– Бер түгел, ике банк, ауыл хужалығын күтәрәм тип, дәүләттән аҡса алып, бөлдөмө? Бөлдө. Аҡсаларҙы урлап бөттөләрме? Бөттөләр. Был бер комплекс буйынса ғына. Ә ҡалған комплекстар? 50 миллиард һум!
 
Эйе, 50 миллиард. Һеҙҙең иҫәпкә, банк иҫәбенә кемдәр фатир алды, коттедж төҙөттө. Уларҙың исемлеге кәрәкме?
Әғләмдең сәстәре үрә торҙо. Был сәңкелдәй башлаһа, харап бит!
– Ә һин өнөн тыҡһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? – тине Әғләм.
– Яуап бер нисә төрлө булыр. Мине юҡ итеү һеҙгә еңелерәккә һәм арзаныраҡҡа төшәсәк. Белмәйем, бер комплекс өсөн генә мине ултыртып тормаҫһығыҙ инде. Шулай булғас, әйҙә, килешәйек. Мин һеҙҙе күрмәйем, һеҙ миңә теймәйһегеҙ, – тине Дауытов.
– Телең оҙон, күп беләһең, әлбиттә, бер комплекс өсөн бер ҡорбан күп түгел. Ләкин һин аҡыллы кеше, шым йөрөрһөң, тип уйлайым, – тине Әғләм.
Эш тураһында байтаҡ һөйләштеләр. Әғләм шуға төшөндө: был алабарман бәндә үҙ һүҙен һөйләп тик торасаҡ. Шуға уға теймәү хәйерле.
Әғләм ошонда эшләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән яңынан осрашты. Уларҙың күберәк эшләгеһе, юғарыраҡ эш хаҡы алғыһы килә. Ләкин комплекстағы етешһеҙлектәр яҡшы эшләргә мөмкинлек бирмәй. Әғләмдең йәштәр менән һөйләшкәнен Дауытов кереп тыңлап торҙо. Ул кергәс, йәштәр шунда уҡ тынды, бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Аҙаҡ начальник, йәштәрҙе берәм-берәм саҡырып, уларҙан һорау ала башланы.
Ә Нуриев машинаһын эҙләп тапты. Водителдән, ҡайҙа йөрөйһөң, тип һораны. Уныһы, һеҙҙе эштән китте, тинеләр, тип аҡланды.
Ҡунаҡханаға ҡайтып, йоҡларға ятҡас, телефон шылтыраны.
– Һеҙ нишләп йоҡлап ятаһығыҙ? Унда комплекс яна, – тине йәш кенә ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Бөтәһе лә бында йыйылды.
Әғләм тиҙ генә кейенде лә комплекс яғына йүгерҙе.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: