-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Өсөнсө бүлек

Ә теге иҫкереп бөткән “Волга” Әғләмгә тәғәйенләнгән икән. Ике көн комплекс алдында ултыра, водителе сығып: “Мине һеҙҙе хеҙмәтләндерәм”, – тип әйтһәсе. Ә Әғләм көн һайын таң менән өшөй-өшөй йәйәүләп эшкә йөрөй. Бөгөн иртәнге һауындан һуң Әғләм Нуриев мал ҡараусыларҙы һәм машина менән һөт һауыу операторҙарын йыйып алды. Йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр. Хәҙер малсылыҡҡа йәштәр килмәй, тигән хәбәр дөрөҫ түгел икән. Бик теләп эшләгәндәре күренеп тора. Үҙ өйҙәре бар, даими эш хаҡы алалар, тағы ни кәрәк кешегә?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР  Хикәйә  Өсөнсө бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Өсөнсө бүлек
Элегерәк, фермалар таралған ваҡытта, малсылар күберәк һөт ҡыҫтырып ҡайтырға, комбикорм эләктерергә килә торғайны. Аҡса түләнмәгәс, эш хаҡы күрмәгәс, ҡайҙа барһындар?
Эште отошлораҡ ойоштороу өсөн Әғләм малсылар араһынан бер егетте, һауынсылар араһынан бер ҡыҙҙы звено етәксеһе итеп ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙан Рәғиҙә исемлеһе, егеттәрҙән Ринат тигәне, һуңынан тороп ҡалып, Әғләм менән һөйләшеп ултырҙылар.
– Ҡыҙҙар кейәүгә сыҡһа, егеттәр эштән китһә, уларҙы алмаштырыр кеше табып буламы? – тип һораны Әғләм.
– Әғләм ағай, һеҙ борсолмағыҙ, беҙҙең ауылда эшләрлек кеше күп. Беҙгә ҡала йыраҡ, шуға китергә теләүселәр һирәк.
– Ә һин, Ринат, нисек уйлайһың? – тине Әғләм, оператор егеткә ҡарап.
– Әлләсе, эшләйбеҙ бит, – тип, Ринат ыҡ-мыҡ итте лә ҡуйҙы.
– Ауылда мал аҫрап та йәшәп була, – тип тотондо һөйләргә Рәғиҙә. – Бына Ринаттың биш-алты һыйыры, башмаҡтары бар. Шуның иҫәбенә йәшәй. Ҡалаға китергә теләгәндәр күптән китеп олағып бөттө. Шулай булғас, беҙгә әле эшләргә мөмкин, – тине Рәғиҙә.
Халыҡ таралғас, Рәғиҙә, Әғләм эргәһенә килеп:
– Әғләм ағай, Рәүис Миҙхәт улы беҙҙе һеҙҙең менән ҡурҡытып бөткәйне, ә һеҙ ҡәҙимге эш кешеһе икән.
– Ысынмы? Ә нимә тип ҡурҡытҡайны?
– Нимә тип ҡурҡытһын инде, комплексты бөтөрөргә килә, уға шундай задание биргәндәр, һеҙҙе эштән ҡыуасаҡ, аҡса йүнләп түләмәйәсәк, уны Өфөнән ҡыуып ебәргәндәр, тип ҡурҡытты, – тине.
– Улай икән, – тип кенә ҡуйҙы Әғләм, көлөмһөрәп.
Комплекс идараһы яғына үтһә, Рәүис Миҙхәт улы килеп сыҡты.
– Эштәр нисек бара, иптәш зоотехник? – тине ул.
– Нисауа бара, – тине Әғләм. – Әгәр һеҙ минең хаҡта юҡ-бар хәбәр таратып йөрөмәһәгеҙ, яҡшыраҡ барасаҡ.
Дауытов һиҫкәнде, ләкин бер нәмә лә һиҙҙермәҫкә тырышты.
– Әйҙә, эскә инәйек әле, һөйләшербеҙ, – тине.
Эскә үттеләр. Дауытов секретаршаһына берәүҙе лә кертмәҫкә ҡушты. Үҙе ишекте ныҡ итеп ябып, бикләп үк ҡуйҙы.
– Әйҙә, төпкә үтәйек, – тине ул.
Артҡы бүлмәгә керҙеләр. Һыуытҡысынан бер ярты сығарҙы.
– Әйҙә, бер иллешәр грамм кәгәйек, – тине ул, яғымлы ғына итеп. Әғләм уйға ҡалды: эсергәме, эсмәҫкәме? Иртәнге сәй менән генә йөрөй. Ана бит, ҙур-ҙур дүңгәләктәр менән колбаса бүлеп тора. Әғләм сәкәштермәй генә эсеп ҡуйҙы. Дауытов колбаса телде лә ике тәрилкәгә һалып ултыртты.
– Ас икәнеңде беләм, аша, – тине ул. – Тамағың туйып ҡалһын. Бәлки, минең эскән килеш теләһә нәмә һөйләгәнемде түгел, ашатып сығарғанымды нығыраҡ иҫтә тоторһоң. Һөйләһәм, һөйләгәнмендер инде. Мин күрмәй тип уйлаһаң, хаталанаһың, комплекс буйлап арҡыры-буй йөрөйһөң. Нишләп йөрөйһөң бында, хужамы һин? Мин бында хужа. Һин йөрөгәс, миңә ниндәй эш ҡала?
– Һуң, малдарҙың торошон тикшереү минең эш түгелме ни? – тип аптыранды Әғләм. Дауытовтың ниңә үпкәләгәнен аңламаны.
– Булһа ни, барыбер бында мин начальник. Комплекс минеке, миңә ышанып тапшырылған, һинең ҡыҫылып йөрөүең кәрәкмәй.
– Әйҙә, тағы берҙе тотайыҡ.
Икәүләп тағы берәрҙе күтәрҙеләр.
Әғләм Дауытовтың стаканға иренен генә терәп алғанын шәйләне, ә үҙе күтәреп эсте лә ҡуйҙы.
– Тағы эсәһеңме? Еттеме? – тине Дауытов, Әғләмдең күҙҙәренә ҡарап. Әғләм ҙур ғына киҫәк колбаса сәйнәп ултыра ине, өндәшә алманы.
– Тағы ҡояйыммы? – тине Дауытов, тағы ла уҫалыраҡ итеп.
– Етте, бүтән эсмәйем, – тип стаканын этте Әғләм.
– Ә хәҙер мин һине оҙатып ҡуям, – тине Дауытов, кинәйәле генә итеп.
– Ҡайҙа оҙатаһығыҙ?
– Нисек ҡайҙа, полицияға. Эсеп килеп миңә бәйләнеп ултыраһың, шуны күрмәйһеңме ни?
Үҙе трубкаһын алды ла кемгәлер:
– Иптәш майор, клиент әҙер, йылы ғына килеш алып китегеҙ, – тине.
Дауытов йүгереп барып ишекте асыуға, тыштан ике полицейский килеп инде лә
 
Әғләмде ҡултыҡлап алып сығып та китте. Әғләм ни тиергә лә белмәне. Ул арала акт төҙөнөләр, хакимиәткә шылтыраттылар, урындағы гәзиткә материал әҙерләнеләр. Әғләм үҙе, ярҙам һорап кемгә өндәшергә, кемгә шылтыратырға ла белмәй, полицияла ҡунып сығыр ине. Ярай, ҡатыны Маһираға шылтыратып, уныһы атаһына әйткән, күрәһең, кисләтеп кенә полиция бүлегенән сығарып ебәрҙеләр. Ҡунаҡхана биклелер, кертмәҫтәр инде, тиһә, йыйыштырыусы шунда икән, асҡысы ла эленеп тора. Бүлмәһенә инеп, сәй булһа ла ҡайнатып эсте.
Төн урталары булдымы икән, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: