Зырат ҡылғанына ла инде байтаҡ. Хәҙер, улар һымаҡ, бер кем дә зарығып, өҙөлөп көтөп тормай. Шулай... Иҫән саҡтарында ата-инә – алтын һөйәк, тартып торған йылы төйәк шул. Йәнтөйәгенә ҡайтып йөрөп килһә, бәлки, һағыштары таралыр..
Юлай, күрше-күлән менән иҫәнләшеп, һөйләшеп торҙо ла, үҫмер саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған тауҙарға ынтылды. Ашҡынып, үрләне лә үрләне. Кәбән, эҫкерт дәүмәлендәй тораташтарға баҫып, тирә-яҡты ҡарай-ҡарай, иң бейек түбәгә артылды. Иҫ китмәле хозурлыҡ! Бындай йәмде тәү күргәндәй һоҡланып ҡарап торҙо ир-уҙаман. Йәннәт бит, йәннәт!.. Сәхрә ер тере һыу һымаҡ йәнен йәнләндереп ебәрҙе. Хистәре урғып, күңеленән йыр ағылды:
Тыуған ерем, һай, бигерәк йәмле,
Һулар һауалары сихәтле.
Тауҙарына менеп, ҡарап торһаң,
Йөрәккенәң итер һиммәтле.
Арыу уҡ ерһәп ҡайтҡан Юлай, ҡош һымаҡ талпынып, уралып та ятҡан теҙемдәр, арҡалыҡтар буйлап атланы. Ҡалҡыулыҡтарҙа – ҡарағас, итәктәрендә – ҡайын, уҫаҡ, сейә, селек... Ләззәт табып, кинәнеп бара торғас, бер түбәнең ожмахтай сағылына килеп сыҡты. Хайран урын, әйтерһең, ғашиҡтар осрашыр, серләшер өсөн хасил ителгән ғәжәйеп аулаҡ урын! Балаҫтай сирәме лә, урындыҡҡа оҡшаш яҫы таштары ла, сусайып ҡалҡып торған ҡая ташының ышыҡланырлыҡ өңөрөһө лә бар. Йәнә... Көнгә ҡараған битләүҙән аҙ ғына аҫтараҡ һарыға мансылған ағастар араһында – ҡыҙарып бешкән алмалар!.. Был – монар, сағым ғыналыр?.. Тәьҫораттарҙан иҫ-аңы томаланып, күҙенә күренәлер, күңеле иләҫ-миләҫ киләлер... Бейек тау ҡуйынындағы шыр ҡайын, уҫаҡ араһында ниндәй алмағас үҫһен?.. Юлай, һушыма киләйем тип, биттәрен сәпәкәйләп алды ла, түбәнгәрәк төштө. Үәт мөғжизә!.. Ысынлап та, ҡаршыһында – тос алмаларҙан ботаҡтары эйелгән ҡупшы алмағас!.. Ҡырағай тиер инең, емештәре хәтәр эре. Әҙәм ышанмаҫлыҡ күренеш... Ярай әле фотоаппаратын алған. Уңдан да, һулдан да тороп, “һылыуҡай”ҙы фотоға төшөрҙө. Тамам аптырап, тирә-йүнде байҡаны, әммә башҡа алмағасты тапманы.
Ғәжәп ҡылырлыҡ хәл!.. Ауылдан өс саҡырымдай ергә, бейек тау битләүендәге ағастар араһына кем алмағас алып барып ултыртһын?.. Әллә берәй иҫәүән булдымы икән?.. Ауылда бер-нисә кеше генә баҡсаларында алмағас үҫтерә. Ҡырыҫ тәбиғәтле Уралда, ҡырау һуғып, йыл һайын емеш-фәлән дә булмай. Ә һис кем уйламаған урында... Әллә Хоҙай Тәғәләнең хикмәте тигәндәре шулмы икән?.. Уйҙарының осона сыға алманы Юлай. Был ғиллә тамам мейеһен сорнап алды. Белһә, серҙең асылын күпте күргән Динмөхәмәт аҡһаҡал ғына беләлер.
Юлай, йәһәтләп, ауылға ыңғайланы. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, Динмөхәмәт ағай йорто алдындағы эскәмйәлә ултыра ине. Олоғайып киткән, әммә төҫ ташламаған. Ҡаланан ҡайтҡан ырыуҙашын, яҡын затын аяғүрә баҫып, ай-һайлап ҡаршыланы. Йәшәйеш хәлдәрен белешкәс, Юлай Йәмтауҙа күргәнен хайран итеп һөйләне. Ә Динмөхәмәт ағай бер тына шым ҡалды, тәрән уйға сумды. Йөҙө берсә балҡыны, берсә болоҡһоно. Ниндәйҙер сетерекле ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө, күрәһең.
– Ҡәрҙәшем, – тине ул ниһайәт, – Йәмтауҙа һин юлыҡҡан, хатта ауылдаштарҙан бер кем дә күрмәгән, белмәгән алмағас бер-береһен үлеп яратҡан ике йән, Һөйәрғол менән Һөйөм-Һөйөмбикә осрашып йөрөгән һәм фани донъя менән хушлашҡан урын. Һөйөмбикәнең күргәне-кисергәне, тәҡдире, аҙашҡан һөйөүе ғәйәт аяныслы.
– Шулаймы ни?.. – Юлай тетрәнде. – Был фажиғәле мөхәббәт тураһында инәйем әхирәттәре менән кис ултырып мамыҡ шәл, ойоҡ бәйләгәндәрендә ишеткеләп ҡалғайным. Ләкин нескәлектәрен белмәйем.
– Тормош ул, ҡустым, үтә лә ҡатмарлы. Уны аңлап бөтөп тә булмай. Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мөнәсәбәттәрен дә. Һөйөмбикә яҙмышын уйлаһаң, уйылып китерлек. Быны төшөнөр өсөн тәү ата Әҙәм менән тәү инә Һауа тарихын хәтерләү кәрәктер. Уны миңә бик тә диндар олатайым әллә нисә мәртәбә һөйләгәйне. Тыңла, туғаным...
***
“Һауа бик матур ине. Буйы Әҙәм ғәләйһиссәләмдеке кеүек. Күҙҙәре ҡара, саф тауышлы, Әҙәмдекенән нескәрәк. Сәсе йөҙ толом, уларға ожмах ынйылары һәм яҡуттары үрелгән. Хаҡ Тәғәлә йөҙ өлөш матурлыҡтың туҡһан өлөшөн Һауаға биргән. Әҙәм иҫ китмәле гүзәл Һауаны күргәс, күңеленә мөхәббәт төштө. Ул уға яҡынларға теләп, ҡулын һуҙҙы. Шул саҡ Ябраил ғәләйһиссәләм: ”Әй Әҙәм, ҡулыңды һуҙма, Һауа һинең өсөн яратылһа ла, никахһыҙ йоғоноу ярамай! Хаҡ Тәғәләнән уны хәләл ефетлеккә һора,” – тине. Әҙәм тыңлап, һораны һәм Хаҡ Тәғәлә никах хөтбәһен уҡыны, хитап та ҡылды:
– Эй Әҙәм, һине ҡөҙрәтем менән яралттым, һиңә рухымдан йән бирҙем, бөтә нәмәнең исемен белдерҙем, иптәш өсөн Һауаны бар ҡылдым, ожмахыма кереттем. Әммә бер аманатымды һаҡла.
– Аманатың ни, әйт, мотлаҡ һаҡлармын, – тине Әҙәм.
– Ожмахымдағы төрлө ниғмәттәремде аша, шишмәләренән һыу эс, тик ошо ағасҡа яҡын барма, дошман һүҙенә һис ҡарама...
Бынан һуң ожмахта торҙолар, төрлө ләззәтле емештәр менән ризыҡландылар. Алмағас емешенән генә һаҡландылар. Әммә ожмахтың ҡайһы тарафына ғына барһалар ҙа, Аллаһы Тәғәлә тыйған ағас ҡаршыларында торҙо.
Иблис Хоҙайҙың рәхмәтенән яҙғандан һуң, Әҙәм ғәләйһиссәләмгә дошманлығын шайтанлыҡ үә хәйлә аша бойомлаштырырға маҡсат ҡуйҙы. Хаҡ Тәғәләнең Әҙәмде бер емеште ауыҙ итеүҙән тыйғанын белеп, ғәйәт шатланды, ерҙән күккә осоп, ожмахҡа керергә теләне, ләкин керетмәнеләр. Унан бер мәхлүк сыҡһа, уға хәйлә ҡороп, инермен, тип уйланы. Ниһайәт Тауис сыҡты. Иблис уға өндәште:
– Э-эй матур ҡош, һин кем?
–Мин – Тауис, ә һин кем?
– Мин Аллаһыға яҡын фәрештәләрҙән бер фәрештәмен. Һәр ваҡыт ғибәҙәт ҡыламын. Ғибәҙәткә әүәҫлегем артһын өсөн Хаҡ Тәғәләнең дуҫтарына әҙерләгән ниғмәттәрен ҡүрәһем килә. Мине ожмахҡа ҡерет, әжеренә һиңә тылсым өйрәтермен, уны белһәң, ауырымаҫһың, ҡартаймаҫһың, мәңге ожмахта ҡалырһың.
– Быға минең көсөм етмәй шул. Йылан исемле ҡәрҙәшем бар, һине ожмахҡа индерергә уның көсө етер.
Алданған Тауис Йыланға барып, ҡыуанып әйтте:
– Һөйөнөс, Аллаһыға яҡын бер фәрештә килде. Өс һүҙ өйрәтермен, мәңге ожмахта ҡалырһығыҙ, ҡартаймаҫһығыҙ, тине. Беҙҙең менән туғанлашырға теләй.
Йылан ашығып ожмахтан сыҡты, Иблис вәсвәсәһенә бирелеп:
– Ожмах һаҡсылары бик һаҡ, нисек кенә алып керәйем? – тине.
– Ауыҙыңды ас, шунда боҫоп, инермен.
Иблис уның ауыҙына кереп йәшеренде. Әммә ожмах һаҡсылары Иблистең Йылан ауыҙында икәнен һиҙҙе һәм ҡыуып сығарырға ниәтләнде. Шул мәл Хаҡ Тәғәләнән фарман булды:
– Ҡыумағыҙ! Минең бер серем үә хикмәтем бар...
Иблис Әҙәм менән Һауа янына күҙ йәштәрен түгеп килде. Икеһе лә уны таныманы.
– Ни булды, ниңә илайһың? – тип, бер ауыҙҙан һоранылар.
– Һеҙҙе уйлап илайым, – тине Иблис. – Был донъяла матурлыҡта һеҙгә тиңдәш юҡ, әммә үтер ваҡыт, бер көн килеп, үлерһегеҙ.
– Үлем нәмә ул? – Әҙәм аптырап һораны.
– Тәнегеҙҙән йәндәрегеҙ сығып осор, күҙҙәрегеҙ күрмәҫ, ҡулдарығыҙ тотмаҫ, аяҡтарығыҙ йөрөмәҫ...
Әҙәм ғәләйһиссәләм оло ҡайғыға батты... Иблис Һауаға:
– Хаҡ Тәғәлә тыйған ағастың емешен ашаһағыҙ, мәңге ожмахта ҡалырһығыҙ, үлмәҫһегеҙ. Мин һеҙгә быны нәсихәт итеп әйтәмен, – тип, ант итте.
Был һүҙҙәр Һауаның күңеленә хуш килде. Ул тыйылған ағастың бер ботағын һындырып килтерҙе.
– Эй Әҙәм, был ағастың емеше бик тәмле үә ләззәтле икән дә, мин уны ашап ҡараным, мә, һин дә татып ҡара, – тип, йәнәшенә һуҙҙы.
Әҙәм бер емеште ауыҙына ҡабып сәйнәне. Шул саҡ Хаҡ Тәғәләнең: “Тыйылған ағасҡа яҡын бармағыҙ! – тигән әмерен иҫенә төшөрөп, муйынын ҡыҫты, орлоҡто эскә ебәрмәне, әммә тышҡа ла сығара алманы, ул боғаҙында төйөн булып ҡалды.
Шул саҡ Әҙәм менән Һауаның баштарынан таждары, өҫтәренән хөлләләре төштө, күҙҙәренә бер-береһенең яланғас ғәүрәттәре күренде. Ояттарынан уфтанып, ғәүрәттәрен ҡаплар өсөн япраҡ эҙләп йүгерҙеләр. Үтенеп һораһалар ҙа, бер ағас та япрағын бирмәне. Йөҙөм ағасы Әҙәмдең сәсенән тотто. Ул өҙгәләнеп:
– Ебәр инде, ебәр, – тип үтенде.
– Юҡ, ебәрмәйем, – тине йөҙөм ағасы. – Мин Аллаһы Тәғәләнең әмере менән һине эләктерҙем. Әгәр ебәрһәм, һинең кеүек гонаһлы булырмын.
Шул саҡ Хаҡ Тәғәләнән хитап ҡылынды:
– Йә, Әҙәм, минән ҡасаһыңмы?
– Әй Раббым, Һинән оялыуымдан ҡасамын.
– Һин ҡайҙа?
– Ағас ботағында бәләгә ҡалдым, тотҡонмон, яланғасмын. Йә Раббым, ҡотҡар мине, ҡотҡар!
– Әй Әҙәм, ҡайғы-хәсрәтеңә гонаһың сәбәптер... Бойороғомдо үтәмәгәнең өсөн һиңә ун бәлә бирәмен. Беренсе – шелтә; икенсе – тажың һәм хөлләң төшөп, яланғасланыу; өсөнсө – йөҙөң үә тәнең ҡаралыр; дүртенсе – ожмахтан сығарылаһың; бишенсе – Һауанан йөҙ йыл айырылып торорһоң; алтынсы – шайтан менән дошманлығың көсәйер; етенсе – гонаһлы исемен күтәрерһең; һигеҙенсе – шайтан балаларыңа үә малдарыңа ҡатышыр; туғыҙысы – донъя зинданына ябылып, һыуыҡ, эҫелек үә төрлө ауырыуҙар менән һыналырһың; унынсы – тормошоңда күп мәшәҡәт кисерерһең.
Бынан һуң Хаҡ Тәғәлә:
– Йә Һауа! Ҡайҙа һин? – тип һораны.
– Йә Раббым, мин яланғас, ғәүрәтемде ҡапларға бер нәмәм дә юҡ.
– Яҙыҡ эш ҡылдың, шул сәбәпле яланғас ҡалдың, Әҙәмде лә ҡайғылы, яланғас иттең. Йәннәттән сыҡ! Һин ун биш бәлә менән һыналасаҡһың. Ошо гонаһың өсөн Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ҡыҙҙарыңа хәйез ҡаны (айлыҡ күрем) аманаттыр. Икенсе – ҡатын-ҡыҙ заттарың ҡорһаҡтарында туғыҙ ай бәпәй йөрөтөр; өсөнсө – бәпес тапҡанда үлем әсеһен татыр; дүртенсе – ғиҙҙәт михнәтен кисерер; бишенсе – ирҙәре хөкөмөндә һәм ирегендә ғүмер итер; алтынсы – талаҡ ирҙәр ҡарамағында булыр; етенсе – мираҫты яртылаш кәм алыр; һигеҙенсе – шәһаҙәт биреүҙә, туғыҙынсы – аҡылда, унынсы – диндә кәм, ун беренсе – сәләм биргәндә, ун икенсе – йома, йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙарҙан, ун өсөнсө – пәйғәмбәрлектән, ун дүртенсе – хәлифәлектән үә батшалыҡтан мәхрүм ҡалыр; ун бишенсе – уларға мәхрәмәһеҙ сәфәр ҡылыу хәрәм һаналыр.
Гонаһтары өсөн башҡалар ҙа язаһын алды. Ғазраил ғәләйһиссәләм Тауистың башынан тотоп, уны ожмахтан сығарҙы. Фәрештәләр, йолҡоп алып, уның алты йөҙ ҡанатының икеһен генә ҡалдырҙы... Шунан йыланды килтерҙеләр. Аяғы – дүртәү, тәне йәшел зөбәржәттән биҙәкле, муйыны ла – зөбәржәттән, башы – ҡыҙыл яҡуттан, тештәре ынйы һымаҡ теҙелгән, ҡорһағы ҡыҙыл гөл кеүек. Ауыҙына шайтан кергәне өсөн бөтә тән ағзалары үҙгәртелде, теш төптәренә ағыу һалынды, ожмахтан сығарылды. Хаҡ Тәғәләнән хитап ҡылынды:
– Әй Йылан, был ҙур гонаһҡа һин булышлыҡ иттең. Шуға ла хур бул, түшең менән йөрө, урының – ер, ризығың тупраҡ булһын.
Шунан Илаһ фәрештәләргә өндәште:
– Әҙәмдең сәсен ботаҡтарҙан ысҡындырығыҙ!
Әҙәм был яҡшы һүҙҙе ишетеп, Хаҡ Тәғәләнең бер шәфәғәте бар икән тиеп, ҡулы менән ағасҡа йәбешеп, ялбарҙы:
– Илаһым, хаталыҡ менән ҡылған гонаһым өсөн әүәлге хөрмәтеңде, зинһар, алма!
– Ҡоломдо сығарығыҙ!
Әҙәм икенсе ағасҡа сат йәбешеп, түбәнселек менән үтенде:
– Мине йәнәттән ҡыума, Һинһеҙ минең ҡеүәтем юҡ.
Йәнә әмер ҡылынды:
– Әй фәрештәләр, Әҙәмде ожмахтан йолоғоҙ!
Фәрештәләр уны тартып алды, әммә ул тағы ла бер ағасҡа тотоноп:
– Йә Рабби! Һин минең нәҫелемдән пәйғәмбәрҙәр килеренә вәғәҙә иттең. Иҙрис, Нух, Ибраһим... Әгәр бер хата ҡылһаң, Мөхәммәт Мостафа итәгенә йәбеш, ҡотолорһоң, тигәйнең. Шул һуңғы пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә рәхимлек ҡыл!.. – тип инәлде. – Хөкөмөң дә, тәҡдир ҙә Һинеке. Һин ғәфү итеүсе, мине ярлыҡа!..
Хаҡ Тәғәлә олуғ шәфәғәт килтерҙе. Хәҙер ни теләһә, шуны биреү лазым тиеп, йомшаҡлыҡ менән хәҡиҡәтте асты:
– Эй Әҙәм, ярлыҡаным. Дәхи һинән һуң килеүсе балаларың, гонаһтар ҡылып, Миңә һығынһалар, уларҙы ла ярлыҡармын. Ләкин Мин һине Ер йөҙөндә тороу һәм хәлифә ҡороу өсөн яраттым, шуға ла ожмахтан сыҡ.
Әҙәм Илаһтың мораты ни булғанын аңланы һәм Һауа менән инжир ағасынан биш япраҡ алып, ғәүрәттәрен ҡапланы. Ожмахтан сығып:
– Тәүбәм ҡабул ҡылынып, йәннәткә керәсәгемде төшөндөм, – тине.
Хаҡ Тәғәләнән хитап килде:
– Эйе, тәүбәңде ҡабул ҡылдым”...
***
Динмөхәмәт ағай хикәйәтен тамамланы ла, тыңлаусыға күҙ ташлап, тын ҡалды. Тәьҫир иттеме, уй-тойғо, кисереш уяттымы, юҡмы?..
– Бығаса ишеткәнем юҡ ине – тине Юлай әҫәрләнеп. – Бик ҡыҙыҡ һәм дә фәһемле.
– Заттарыбыҙ белмәй шул ошо рухи ҡиммәтте, хазинаны. Ҡыҙғаныс! Ә бит уның асылына ифрат та тәрән мәғәнә, аҡыл һалынған: никахһыҙ ҡатын-ҡыҙға йоғонмау, аманатты һаҡлау, тыйылғандан тыйылыу, ҡотҡоға бирелмәү, яҙыҡ эш ҡылмау, ҡайғы-хәсрәткә ғәйеп эш сәбәп булыу, гонаһ өсөн язаһыҙ ҡалмау, тәүбә итеү, ярлыҡау... Яҙыҡ эш иһә ғүмер баҡый Әҙәм менән Һауаның нәҫелдәрендә сағыла. Тыйылғандан тыйылыу – донъялағы бар бәндәгә һабаҡ, фәһем дә бит!
– Һөйәрғол, Һөйөм яҙмышы ла шуның бер сатҡыһы, сағымы булып сыға ла баһа!
– Нәҡ шулай, ҡәрҙәшем... Иблис ҡотҡоһона бирелеп, Әҙәм менән Һауаның гонаһына Йылан булышлыҡ иткән кеүек, Һөйөмдең бәхетһеҙлеге Исхаҡ тигән ҡәбәхәт бәндәнән башлана.
***
Ауылда һылыуҙарҙың һылыуы ине Һөйөмбикә. Ҡоралайҙай һомғол һынлы, көләс йөҙлө, күҙҙәре сөм ҡара, ҡыйғас ҡашлы, оҙон керпекле, һутлы иренле, дертләп торған күкрәкле, моңло, яғымлы тауышлы... Иҫ кергән һәр егеттең күңелен елкендерә һөймәләкле үә һөйкөмлө Һөйөм. Киске уйындарҙан артынан бер тотам ҡалмай эйәреп киләләр, ҡосорға, үбергә теләйҙәр. Ләкин береһенә лә иғтибар итмәй, буй бирмәй һылыу. Кире ҡағылғандарҙың бәғзеһе баҫыла, башҡа ҡыҙҙарға күҙ ата, бәғзеһе үсегә, үсләнә.
– Һөйөм барыбер минеке буласаҡ. Минеке! – тип ҡабарынды йыш ҡына көлкөгә дусар Исхаҡ.
– Һандуғас һымаҡ ҡыҙҙың һиңә, таржыҡ танауға бара торғаны бармы? – Бер төртмә теллеһе оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән, оло йәштәге һауынсылар менән буталған көтөүсенең ауыртҡан еренә төрттө.
“Мәлғүн” ҡушаматлы иманһыҙ ҡорҙашы иһә яманлыҡҡа ҡотортто:
– Таржыҡ танау ҙа кеше. Таржыҡҡа ла ҡыҙ кәрәк. Барырға мәжбүр ит!
– Нисек?
– Нисек, нисек, имеш. Яңғыҙ ҡалғанында тот та көслә! Мин еңгәгеҙҙе шулай ниткәйнем...
Йәйҙең һөтайы үтеп, майайы ла тыуҙы. Тәүҙә таш еләге өлгөрҙө, шунан ер еләге беште. Ҡатын-ҡыҙ бала-сағаһы менән күнәк-күнәк емеш йыйып, көн һайын баҙар сапты. Һөйөмбикә лә әүәл оләсәһе менән йөрөгән аулаҡ ергә йүгерҙе. Еләк уңған, түшәлеп ята. Күп булғас, бер урындан китмәй генә тирҙе лә тирҙе. Иҫке ауыҙға яңы аш, тип, бармаҡ башындайҙарын тамағына оҙатты. Тәмле, бик тәмле! Шул саҡ, һиҫкәндереп, сыбыртҡы шартланы. Күмәк хужалыҡ малын әйҙәп, ерән бейәһен әйҙүкләп, ағас араһынан Исхаҡ килеп сыҡты. Ҡыҙҙы яңғыҙын күреү менән күҙҙәре майланды.
– Ни хәл матурҡай?
– Күреп тораһың, һәйбәт.
Көтөүсе эйәренән төшөп, рөхсәт тә һорап тормай, тула яҙған биҙрәләге еләктәрҙе услап һоғонорға кереште.
– Үҙең йыйып ашар инең, Исхаҡ.
– Һин өҙгәне татлыраҡ...
Һөйөм ҡыҙарып бешкән тау еләгенән дә ләззәтлерәктер. Исхаҡ сыуалған кәүҙәләре лупыш, түштәре һалпыҡ бисәләр мең аҙым ары торһон. Улар – бисура, Һөйөм – фәрештә! Ана, ниндәй буй-һын!.. Гүйә ер хуры! Майлы күҙендә яғым юғалған егет һылыу һынға һонолдо.
– Нишләүең был, Исхаҡ?
– Мин... Мин ғашиҡмын һиңә. Түшеңдәге ике алһыу “алма”ңа ла, артыңдағы туп кеүек ике “ай”ыңа ла. Уларҙы күргем, тотҡом килә.
– Аҙғын!.. Атың башыңа типтеме әллә? Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетмәй. Мин ҡыҙ бала ғына, һин – оло! Миңә уҡырға кәрәк, уҡырға...
– Еткән ҡыҙға ниндәй уҡыу!?. – Яһил, кеше-фәлән күренмәйме тип, тирә-яғына ҡарап алды ла ҡыҙға һырышты.
– Йоғонма миңә! Йоғонма, Таржыҡ!..
Күпме генә тибешһә лә, йәне сыға яҙып ҡаршылашһа ла, тамам хәле бөтөп, ҡулдарын шаҡарған, кәүҙәһен баҫҡан көсләүсенән ҡотола алманы Һөйөм... Бер аҙҙан Исхаҡ, танауын тағы ла нығыраҡ таржайтып, ярым шәрә һушһыҙ ятҡан ҡорбанына еңеүсе ҡиәфәтендә ҡарап торҙо ла, зәңгәрһыу күк йөҙөн ҡапыл ҡаплаған ҡара болот һымаҡ, тағы Һөйөмдөң өҫтөнә ҡапланды...
Һөйөм иҫенә килгәндә, Исхаҡ та, көтөү ҙә юҡ ине. Ҡалтырап, тәнтерәп, быуынһыҙ булып, һығылып илай-илай, ауыл яғына тәнтерәкләне. Түңкәрелгән күнәге еләклектә ятып ҡалды. Кеше күҙенә салынмай ғына бәрәңге баҡсаһы аша көс-хәл менән өйөнә ҡайтып керҙе. Яфаланып, йөрәге һыҙылып сеңләгән ҡыҙын күреп, инәһе Һылыубикә өҙгәләнеп һораны:
– Нимә булды һиңә? Нимә?
Һүҙ әйтергә лә теле әйләнмәй, субыр-субыр йәше аҡты ла аҡты Һөйөмдөң. Сатлама һыуыҡта ныҡ өшөгән кеүек, ирендәре, ҡулдары ҡалтырай, бөтә тәне дерелдәй.
– Тыныслан инде, зинһар, тыныслан... Ни бәләгә юлыҡтың?
– Исхаҡ... Исхаҡ... Мәсхәрәләне...
– Әйттем бит мин һиңә урманға яңғыҙ йөрөмә тип, емеш аҫылын бүре ейә тип. Әйттем бит!.. Атаң иртә китеп, таяныр терәгебеҙ ауҙы шул. Ул иҫән булһа, Исхаҡ һиңә яҡынларға ла баҙнат ҡылмаҫ ине.
– Инәй... Нишләйем?.. Эсем тулы ут, эсем яна. Өмөттәремде өҙҙө Таржыҡ. Бәхетһеҙ итте, бәхетһеҙ...
Ҡыҙ үкһене лә үкһене. Уны йәлләп, Һылыубикәнең дә бәғере телгеләнде. Ҡанаттары ҡайырылған ҡарлуғасының. Ә ҡанаты ҡайырылған ҡош осмай. Осмай!.. Нишләргә һуң, нишләргә?.. Һөйөмө башын мендәрәгә терәп ойоп киткәс, Һылыубикә урамға сыҡты ла, асырғанып, тыны бөтөп Исхаҡтың инәһенә йүгерҙе. Ул ихатаһында кер сайҡай ине.
– Һылыубикә, ниңәлер ҡобараң осҡан, төҫөң ҡасҡан.
– Осмаһа ла осор. Һөйөмбикәм әле генә еләктән ни үле, ни тере килеш ҡайтып керҙе.
– Ҡош-ҡортҡа тап булғанмы әллә?
– Һинең ҡортоң көсләгән.
– Көсләгән?.. Һөйөм, Һөйөм, тип, ауыҙ һыуы ҡорой ине шул. Үәт шайтан, үәт мәлғүн!
– Нәфсеһен тыя алмай ҡыҙымды хур итте ҡәһәр һуҡҡыр. Милицияға башырам мин уны.
– Ҡәһәрләмә, ялыу итмә инде, Һылыубикә! Улымдың башын төрмәлә серетерҙәр. Ғишыҡ диуана иткәндер. Йәллә инде беҙҙе, йәллә! Бер ырыу кешеләре бит беҙ. Иртәгә үк ҡыҙыңды һорап киләм.
– Ниндәй ғишыҡ?.. Был – яуызлыҡ, ләғинлек!
– Шулайҙыр, шулайҙыр... Әммә харап ҡына итмәгеҙ инде, итмәгеҙ!? Донъя бит: алманың алына ла ҡорт төшә, бер матурға – бер йәмһеҙ, бер йәмһеҙгә – бер матур.
– Бер яҡшыға – бер шаҡшы тиң, исмаһам...
Иртәгәһен Исхаҡ менән инәһе, баштарын эйеп, ҡыҙ һорап килде. Әммә ғәрлегенән торонбаштай көйгән Һөйөм йөҙөн дә күрһәтмәне.
Бер-нисә аҙнанан һуң Һылыубикә ҡыҙының йөккә ҡалғанын тойҙо. Ҡалмаһа, көсләүсегә яҡын да юламай, уны кем эте тип тә белмәй, ҡалаға уҡырға, йәки эшкә юлланыр ине. Ауырлы килеш ҡайҙа китһен, кемгә барып баш төртһөн?.. Мыҫҡыл иткән Исхаҡҡа сыҡмай сараһы юҡ. Бәлки, кем белә, тора-бара эҫенешеп тә китерҙәр. Яйлыраҡ мәлде һайлап, Һылыубикә яғымлы тауыш менән Һөйөмөнә өндәште:
– Ҡыҙым, беләһең, һин минең ҡәҙерленән ҡәҙерлем. Аңлайым, сулпан кеүек кенә сағың. Иң күркәм, иң ипле егеткә лайыҡһың. Йола буйынса фатиха, ризалыҡ менән генә кейәүгә бирермен тигән инем дә бит. Йәл, бик йәл... Инде ҡарыныңда бәпәйең бар. Һеҙ хәҙер – икәү. Ҡорһағың ныҡлап беленмәҫ борон...
– Исхаҡҡа сыҡ, тиһеңме. Белә, күрә тороп яманға димләйһең.
– Шулай ҙа һуң, әммә башҡа әмәл юҡ. Ололар әйтмешләй, кем менән ҡарайғанһың, шуның менән ағараһың инде.
– Ҡарайманым мин, инәй, ҡарайманым!.. Аҙғын Исхаҡ ҡарайтты мине!
– Ни ҡылайыҡ һуң? Ирһеҙ бала тапһаң, бәндә һөйләр, тәҡдир көлөр... Кәрәкме ул беҙгә?..
Бөтә ауылды аптыратып, Һөйөмбикә иләмәһеҙ, ибәтәйһеҙ Таржыҡҡа сыҡты. Уның ҡулы тәненә тейгән һайын Һөйөм таш һымаҡ ҡатты. Йән тартмағанға күңел дә ятмай икән шул. Исхаҡ иһә эскәнендә, шөкәтһеҙләнеп,ҡорҙаштары араһында Һөйөмдөң яманатын һатты:
– Атаһы сатлама һыуыҡта ҡар өҫтөндә әтмәләгәндер?.. Боҙ... Туң... Таш... Һылыулығы буғымамы? Ҡыҙыл алмаға алдандым.
Бер-нисә егеттең Таржыҡтың был ҡыланышына йәндәре көйҙө:
– Исхаҡ, һин беҙҙең дә күҙ төшөп йөрөгән һылыуға өйләндең. Әле килеп, уны хурлап ултыраһың. Өләсәйҙәр әйтмешләй, яман ир генә үҙе теләп алған ҡатынды үҙе яманлай.
– Һине һөймәгәнгә һөйкәлмәҫ инең...
Бына шулай... Яратам тигән булып, ҡыҙҙы ирекһеҙләп, мәжбүр итеп алғас та тәүфиҡланманы Исхаҡ, әүәлге һөйәркәләре менән буталыуын дауам итте. Улы тыуғас та толҡа тапманы. Бәпесен биләп, йоҡлатып, баҡсаға түтәл ҡаҙырға ғына сыҡҡайны Һөйөм. Лаяҡыл иҫереп, күҙҙәре томаланып ҡайтҡан Таржыҡ һис ни шәйләмәй карауатҡа ауҙы. Ҡапыл күңеле болоҡһоп, өйгә йүгереп кергән инәй, йөрәге ярыла яҙып, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Баламды!.. Баламды баҫҡан дөмөккөр!
Күҙ менән ҡаш араһында берҙән-бер йыуанысынан яҙҙы Һөйөм. Күҙ алмаһы кеүек кенә ине тумалағы. Күҙ алмаһы...
Яҙ, йәшеллек, һабантурғай төрлө уйҙар менән болоҡһота, иләҫләндерә. Иләҫ-миләҫ килеп, Һөйөм Ыҡ буйына төштө. Шишмәнән услап һалҡын һыу эсте, ярҙың йәшел сирәменә ултырып, уйланып, йылға ағышына баҡты. Шул саҡ һиҫкәндереп, кемдер өндәште:
– Һин Һыуһылыумы әллә?..
Ҡараһа, эргәләге кисеүҙә берәү атын һуғарып тора. Һомғол буйлы, нурлы йөҙлө, ҡара мыйыҡлы. Хәс тә әкиәттәрҙә тасуирланған хозур үә батыр егет! Яҙ шауҡымына бирелеп, абайламаған да хатта. Һөйөмдөң ҡыҙ сағындағы хис-тойғолары терелеп, ҡош ҡанатындай елпеп, күңеле елкенеп ҡуйҙы.
– Ниңә телһеҙ ҡалдың, Һыуһылыу?
– Һыуһылыу түгел, Һөйөм.
– Ниндәй матур исем! Ә мин – Һөйәрғол. Һеҙҙең яҡҡа агроном булып килдем.
Ҡайһылай килешле: Һөйөм – Һөйәрғол, Һөйәрғол – Һөйөм. Ниндәйҙер илаһи тылсым, ғиллә тәьҫирендә ҡыҙ егеткә ҡарап, ихлас йылмайҙы, һылыулығы, сихри ҡарашы менән уның бар булмышын биләне.
– Тәү күреүҙән үҙеңә ҡараттың мине, Һөйөм. Арбаның, сихырланың. Йөрәгем әллә нишләне. Иртәгә лә осрашып һөйләшәйек.
– Әйҙә. Тик бында түгел. Анау тауҙа, Йәмтауҙа...
Ҡайтышлай Һөйөмдөң башына борсолоулы уй төштө: “Нишләнем мин? Иҫемде, аҡылымды юйҙыммы әллә? Бығаса белмәгән кеше менән осрашырға шундуҡ вәғәҙә бирҙем. Ғәжәп, тәү күреүҙән уға күңелем ятты. Күрәһең, йәнем теләгән, көҫәгән – ул! Ниңә яҙмыш тиңем булырҙай менән иртәрәк осраштырманы икән? Ниңә?..”
Иртәгәһенә лә үҙ ҡылығына үҙе аптырап, аныҡ фекергә килә алмай оҙаҡ икеләнде, шикләнде Һөйөм. Бармаһам, Һөйәрғолдо юғалтырмын, йән тартмаған Таржыҡ менән ғүмерем заяға үтер. Бындай тормоштан, ыҙалап йәшәүҙән ни мәғәнә?.. Төш ауышҡас, мәле еткәс, ниндәйҙер сәйер көс уны Йәмтауға тартты. Мөхәббәттер, ташыр сиккә еткән һөйөү хиселер?..
Йәшелһыу ҡайындар ышығында Һөйәрғол уны тыны менән тартып алырҙай булып, көтә ине инде. Тауышы – моң, күҙҙәре тулы һағыш.
– Зиһенемде лә, йәнемде лә арбаның, Һөйөм! Шул арала өҙөлөп һағындым. Башҡаса һине күрмәй бер көн түҙалмам.
Үргәрәк күтәрелгәндә егет йәнәшенең ҡулынан тотоп алды, икеһе лә устарының күңелдәрен ләззәтле кисерешкә тулыштырған тәьҫирен тойҙо.
Һөйәрғол илекһеп, һөйгәнен ҡосорға теләне. Һөйөм иһә уның күҙҙәренә текләп, серен систе:
– Минең ирем бар. Мине хурға ҡалдырып ҡатыны иткән ирем! Уны енем менән бер күрәм. Әммә яһиллығын һыпырып ташлай алмай, яҙмышыма күнеп, буйһоноп, ут йотоп йәшәйем...
Янып-көйөүҙәренән, хәсрәтенән эсен бушатып, Һөйөм түгелеп илап ебәрҙе. Аяҡ быуындары бөгөлөп, сирәмгә сүгәләне. Һөйәрғол нисек тә йыуатырға, тынысландырырға теләп, йәнкәйенең маңлайынан, сәстәренән һыйпаны, хатта ки күҙ йәштәренән тағы ла нығыраҡ һылыуланыуын ғәжәп итеп, мөлдөрәмә хистәрен башҡаса тыя алмай, алһыу биттәрен, нәфис муйынын, ҡулбаштарын, асылып киткән иҙеүенән күренгән тумалаҡ түштәрен үбергә кереште. Бығаса бындай иркәләүҙе, наҙҙы тоймаған ҡатындың тәнен йылылыҡ, хушлыҡ, рәхәтлек баҫты һәм ул һөйөүгә һыуһаған егетте үҙенә ҡыҫты.
– Һөйөм...
– Әү...
– Һин – хур ҡыҙы, һин – йәннәт!
– Ҡуйсы, Һөйәрғол. Мин ябай ғына ер ҡыҙы.
– Гүзәл ер ҡыҙы! Иҫ киткесһең, һоҡланғысһың, барсаһынан да матурһың! Һөйөр, һөйөлөр өсөн генә яратылғанһың.
– Рәхмәт, Һөйәрғол! Тик тормошом йәннәт түгел шул.
– Барыбер һин минең ожмахым, мәңге һөйөр йәнәшем!
– Мин дә һиңә ғашиҡмын. Әммә ныҡ борсолам. Үтә ныҡ ғашиҡлыҡ беҙҙе утҡа, тамуҡҡа төшөрөр кеүек.
– Улай тимә, һөйөклөм! Утта ла, һыуҙа ла, ҡайҙа ла бергә булырбыҙ.
Һөйәрғолға йән һөйгәне йәненән артыҡ булып китте, уны күрмәйенсә түҙә алмай башланы. Яйы сығып, йәнә Йәмтауҙа осрашҡанда, бойоғоп, ошо йырҙы йырланы:
Мин урамдан уҙған саҡта,
Күтәр фәрҙәләреңде.
Күтәрһәң фәрҙәләреңде –
Күрәм кәүҙәләреңде.
Һөйөм, көйөнөстәрен онотоп, йылмайып, көлөп ебәрҙе:
– Ҡуй, Һөйәрғол, мине күп уйлап, хыялыйға әйләнеп китмә.
– Әйләнһәм, әйләнәм инде, үлеп яратам бит мин һине. Ысынлап та хыялый иттең. Тәҙрәңдән буй-һыныңды шәйләһәм дә йөрәгемә май була. Һиңә күңелемә хуш бер бағышламаны арнайым. Тыңла:
Ҡошсоҡтай талпынып йәшәнем,
Алиһәм, мин һине эҙләнем.
Йөрәгем һөйөүҙән яралы,
Саҡ ҡына ҡанһырап үлмәнем.
Хоҙайым – һин ҡөҙрәт эйәһе,
Үлептәй һөйөүҙән арала.
Йәнгенәм өҙөлә әрнеүҙән,
Өҙмәсе бәғерем – дауала.
Талсыҡҡан тәнемә бир һиллек, –
Тик шуны һорайым үтенеп.
Ут кеүек яныуҙар кәрәкмәй,
Бик ауыр йәшәүе үртәлеп...
– Тетрәтә, йөрәккә үтеп инә, Һөйәрғолом!..
– Дауамы ла бар. Ҡалғанын артабан осрашҡанда йырламын, йәме.
Алиһәһенә бик эҫенеп, егет уның урамына йышланы. Был күршеләрҙең күҙенә салынмай ҡалманы. Ҡатындар теле – утлы киҫәү! Һөйәрғол менән Һөйөм тел өҫтөндә, ҡыл өҫтөндә ҡалды. Һылыубикә йән ҡыйғыс хәбәрҙәргә түҙҙе, түҙҙе лә, асырғанып әйтте:
– Тәүге ир – ил йолаһы, икенсеһе – йөҙ ҡараһы, балам. Тоғро юлдан яҙып бараһың. Уйнаш кергән йорт ҡорой. Беләһеңме шуны?
– Исхаҡты яратмайым мин, инәй. Эсеп, минең дә, бәпесемдең дә башына етте. Ул аҙғынға күңелем ҡатҡан.
– Әммә оят бит, оят. Урамға сығыр әмәл юҡ, ғәйбәт. Гонаһ ҡылһаң, тәүбә ит, ҡыҙым.
– Ниндәй гонаһ?! Яратыу гонаһ буламы? Айҙың да яҡты йондоҙо бар.
Бер аҙҙан ҡара янып, зәһәрен сәсеп, ҡәйнәһе пәйҙә булды:
– Иҫке – һаҫыҡ, яңы танһыҡ инде һиңә, килен? Ирҙән иргә йөрөгәнсе, гүрҙән гүргә йөрө, уйнашсың менән йәнең сыҡһын!..
Яман һүҙ, яман ҡылыҡ әҙәмде ҡәбергә керетерен һис кенә лә уйламай, ҡарсыҡ ҡарғыш яуҙырып, төкөрөнөп сығып китте. Кисен, эсеп ҡайтып, Исхаҡ ҡоторҙо. Һөйөмдө һөйрәп сығарып, оҙон толомонан солан өрлөгөнә аҫты ла, йылан һымаҡ ыҫылдап, арматлы ҡамсыһы менән ярҙы:
– Кәнтәй! Емтек! Үлтерәм!..
Иҫе китеп, ыңғырашып, таң көнгә ауышҡансы ятты Һөйөм. Тәне аяуһыҙ һыҙлай, йөҙө – күм-күк. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Күңеленә йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмағандай тойолдо. Күҙҙәренә йәш эркелеп, дәфтәр битенә яҙҙы: ”Инәкәйем, бәғеркәйем, ғәфү ит мине. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең. Бәхил бул!” Өҫтәлдән бер ҙур алманы ҡулына алды ла, уға ҡарап “Ҡыҙарып бешкән, өҙөлөп төшкән, аһ, өҙөлөп төшкән” тип һамаҡлай-һамаҡлай, Йәмтауға һылтыҡланы. Һөйөклөһенең ҡанға туҙғансы туҡмалғанын ишетеп, Һөйәрғол аты менән уның артынан төштө. Дауаханаға алып барырға ниәтләгәйне лә, Һөйөм һис кенә лә теләмәне. Бик оҙаҡ күкһел, төпһөҙ күккә ҡарап ятты ла Һөйәрғолға һыйынды:
– Бер күңелдә ике мөхәббәт булмай, һине генә яратам. Әммә икәүбеҙҙең һөйөүе, һағышы бер ҡайғыға әйләнде. Ерҙә йәшәргә дәрт-дарманым һүнде. Һүнде... Быҫҡыған усаҡ һымаҡмын. Тән бөтһә лә, йән үлмәй ул, тигәйне өләсәйем. Тәнем тыуған тупрағымда ҡалыр, йәнем менән икенсе донъяға китәмен. Мине киреһенә өгөтләмә, Һөйәрем, ҡәтғи ҡарар ҡылдым инде.
– Беҙҙе яҙмыш осраштырҙы, бәндәләр генә бүлә алмаҫ. Һинһеҙ ҡалып, был ерҙә мин дә им тапмам. Мөхәббәтем өсөн йәнем фиҙа! Тәндәребеҙ айырылһа ла, йәндәребеҙ айырылмаҫ, Һөйөмөм. Әйҙә, йыуаныс өсөн теге йырҙы йырлайыҡ:
Мөхәббәт ялҡыны аяуһыҙ –
Көйҙөрҙө тормошом сырағын.
Үтенеп һорайым, Илаһым,
Һүндермә һин беҙгә күк нурын.
Был ерҙә, күрәһең, бәхет юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә ҡауышыр.
Өҙмәйем өмөтөм барыбер, –
Йәнебеҙ йыһанда табышыр.
– Һөйәрғолом, кендек ҡаныбыҙ тамған төйәгебеҙ менән хушлашып, ошо алманы ҡабайыҡ. Бүл икегә...
Осло ҡайын ботағы менән сирәмде соҡоп, алһыу алманың орлоҡтарын устарының йылыһы менән наҙлап, иркәләп, мөхәббәтттәре менән һуғарған тупраҡҡа һалды Һөйөм:
– Ҡайнар һөйөүебеҙ хөрмәтенә беҙ осрашҡан ошо урында һылыу алмағас үҫеп сыҡһын, Тәңрем! Нурыңды бөтөнләй һүндермә Һин беҙгә! Зинһар, һүндермә! Беләм, үҙеңә ҡул һалыу – ифрат та ҙур гонаһ! Әммә башҡа әмәлем юҡ, көсөм юҡ. Әжәлең етһә, ауырымай ҙа үләһең икән. Аҙашҡан заттарыңды, гонаһыбыҙҙы ғәфү ҡыл, игелекле үә ярлыҡаусы Тәңрем!..
Һөйәрғол, аҫҡараҡ төшөп, дилбегәһен ысҡындырып алды ла, атын бороп, ауылға табан ҡыуҙы. Тарбаҡлы ҡайындың йыуан ботағына дилбегәне ҡап уртаһынан ураны ла остарын элмәкләне...
Нәҡ ошо ваҡытта Исхаҡ, асыуынан тиреһенә һыя алмай, һүгенә-һүгенә, сыбыртҡыһы менән мөңрәшкән һыйырҙарын һыҙыра, туҡмай ине. Тоҡом үгеҙенә лә ныҡ ҡына эләкте. Баҡырып, һелтәнеп, һәммәһен әрләп, атынан ырғып, муҡсаһындағы шешәһенең морононан “шайтан һыуы”н ғолҡолдатты. Самаһыҙ һемереүҙән, хәле бөтөп, бөгөлөп төштө. Яман ҡыланышына үсеккән үгеҙ, тояғы менән ерҙе аҡтарып торҙо ла, ҡапыл яҡынайып, дошманын һөҙөп йыҡты һәм осло мөгөҙөн уның ҡорһағына ҡаҙаны. Балаһын баҫҡанында Һөйөмдөң ныҡ әсенеп: ”Дөмөккөр!” тигәне, бер арауыҡ иҫендә яңрап, Таржыҡтың танауын тағы ла нығыраҡ таржайтты...
***
– Бына шулай тормош, Юлай ҡустым, “аҙашмам” тигән дә ҡаш менән күҙ араһында аҙаша икән. Башҡа берәү һөйләһә, бәлки, ышанмаҫ та инем, әммә әллә ҡайҙа алыҫта түгел, тап беҙҙең ауылда булды ошо аяныслы хәл. – Динмөхәмәт ағай әле лә көйөнөп, көрһөнөп ҡуйҙы. – Ул саҡ Һөйөмбикә менән Һөйәрғолдоң көтөлмәгән ҡылығына, фажиғәле мөхәббәтенә яҡындары
ғына түгел, ете яттар ҙа шаҡ ҡатты. Күп булды төрлө һүҙ, хәбәр сурытыу. Шундай ҙа йән аямай һөйөү була икән тип аптыранылар. Исхаҡтың үгеҙҙән һөҙөлөп үлеүен генә була торған хәл кеүек күрҙеләр, яҙыҡ эш, гонаһ, тәүбәгә килмәгән өсөн яза тип уйламанылар.
– Әммә нисек кенә ҡабул ҡылынмаһын, һин күҙ алдына баҫтырған Әҙәм менән Һауа, Һөйөм менән Һөйәрғол мөхәббәте тарихы – ғибрәтле фәһем, аманат, ағай. Кеше хаталанғанын аңлап, Илаһҡа һығынһа, тәүбә ҡылһа, тимәк, Ул уны ярлыҡай.
– Эйе, туғаным. Әҙәмгә олуғ шәфәғәт килтергән һымаҡ, Хаҡ Тәғәлә гонаһтары өсөн алдан уҡ түбәнселек менән ярлыҡау үтенгән ғашиҡтарға ла рәхимлек ҡылған. Шуғалыр ҙа Һөйөмдөң ихлас һүҙҙәре, эскерһеҙ теләге бойомға ашҡан, илаһи ҡөҙрәт менән Йәмтауҙа уҫаҡтар, ҡайындар, ҡарағастар араһында алмағас шытып сыҡҡан, үҫкән, алмаланған. Һөйөм менән Һөйәрғол үҙҙәре лә ошо аҙашҡан алмағасҡа оҡшаш бит. Мин шулай уйлайым.
– Күпме йылдар үткәс, мин ошо алмағасты осраҡлы рәүештә тап иттем, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ысынлап та ғәжәп!..
Ғәжәп шул, иҫ киткес ғәжәп... Юлай ниндәйҙер тылсым арбауына, тартыуына буйһоноп, йәнә Йәмтауға артылды һәм, йәне көҫәп, илерткес теләк менән “Мөхәббәт ағасы”ның емешен ҡапты... Хәс тә ҡанбабаһы Әҙәм һымаҡ...
Фото: wallhere.com