+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Декабрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Икенсе бүлек

Был Руслан бер сәйер генә кеше ул. Үҙе хәл эсендә ята, ә һаман матайын таптыра. Атаһы бер-ике тапҡыр барып ҡарағайны, тимерҙәрен булһа ла алып ҡайтайым, тип, юҡ, тикшереү бара, тинеләр. Шулай итеп, матай юҡҡа сыҡты. Был хаҡта ишеткәс, егет илап алған, шикелле. Ә Мәрйәмгә бар эшен ташларға, Русланды ҡарау менән шөғөлләнергә тура килде. Руслан нимә эшләһен инде, ана, ята. Ҡуҙғалырға талпынып ҡына ҡараһа ла, тағы бер хәл. Килмәгән табип, ҡарамаған белгес ҡалманы. Береһе лә операцияға тотонорға батырсылыҡ итмәй.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ!  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺИН ГЕНӘ АЯҠҠА БАҪ, ҠӘҘЕРЛЕМ! Хикәйә Икенсе бүлек
Шулай ҙа Мәскәүгә саҡырҙылар. Баш ҡалала иң ҙур госпиталдәрҙең береһендә өлөшләтә булһа ла аяҡҡа баҫтырырға тырышып ҡаранылар. Үҙҙәре әйтеүенсә, ышаныс юҡ түгел, өмөт бар, ләкин бик нескә операция. Йәшерәк, көслөрәк, таһыллыраҡ белгес кәрәк. Ундай белгес бар икән. Тик беҙҙә түгел, Германияла. Берлинда. Ә унда барып етеү өсөн күпме аҡса кәрәк! Руслан өсөн самолетта ике урын талап ителә. Уның ултырырлыҡ әмәле юҡ. Махсус таҡтаға нығытып һалып, бәйләп кенә алып барасаҡтар.
Аҡса юҡ һәм табырлыҡ өмөт тә юҡ, тине Русландың атаһы. Баҡсаһын уйлай инде, тиҙерәк төҙөп бөтөргә теләй. Әсәһе йөрөп сыҡты, тегендә барҙы, бында барҙы, ҡайғы-хәсрәтен һөйләне. Береһе лә буш сығармаған. Кемдән – 100 тәңкә, кемдән – 1000 тәңкә. Ҡайтҡас, ултырып иланы.
– Ҡуй, бөтөрөнмә, – тине ире Мансаф. – Уның ҡарауы, күпме кеше, ҡайғы уртаҡлашып, хәсрәтләнеүен белдереп шылтыратты.
Мәрйәм килеп инде. Йөҙө шат, ҡулында – Берлинға өс билет. Ҡайныһы Мансаф, ҡайҙан алдың, тип һорарға ла көсө етмәне. Тапҡандыр, тип битараф ҡына уйланды ла ҡуйҙы. Ире бит, таба инде.
Берлинға барып ҡайтыуҙың ыҙаларын Мәрйәм менән Руслан ғына белә. Аэропортта ярты тәүлек көтөп ултырырға тура килде. Шунда Руслан үҙенең кем икәнлеген тағы ла күрһәтте. Үҙе ята, ә ҡатынын нимә генә тип битәрләмәй:
– Ни эшләп, йонсотоп йөрөйһөң һин мине? Үлтерергә алып китеп бараһыңмы? Ә минең йәшәгем килә!
Берлинға барып еткәс, ярты көн... Унда кешеләр нисектер миһырбанлыраҡ икән. Әллә Мәрйәмгә генә шулай тойолдомо? Берлинда беренсе тапҡыр ҡатын туйғансы йоҡланы. Ике көндән һуң Руслан эргәһенә кереттеләр. Уныһының асыуланып ҡаршы алыуҙары!
– Ҡайҙа йөрөйһөң? Ниңә мине ташлап китәһең?
Бындағы операция уңышлы булды, тинеләр. Ләкин әлегә ыңғай һөҙөмтәгә иртә. Әгәр Израилгә барһалар, уңышлы булырына өмөт бар. “Әлегә ҡайтып тороғоҙ һәм бер айҙан хәлегеҙҙе ҡарарбыҙ”, – тинеләр.
Килгәндәгенән дә нығыраҡ ыҙалар... Мәрйәм шунда иламаҫҡа, Русландың мыжыуына яуап бирмәҫкә өйрәнде. Ҡайтып еттеләр, хатта Өфөнөң Өфөһөндә ҡаршы алыусы юҡ. Әйтерһең, улар тормоштан һыҙып ташланған, йәғни иҫәндәр исемлегендә юҡ. Ҡайтып еттеләр, ләкин Русландың атаһы менән әсәһенең фатиры бикле. Асҡыс юҡ, улар баҡсала, бөйөк эштәр менән мәшғүл. Шылтырата торғас, күҙҙәре тондо, ләкин телефонды төшкә ҡарай ғына алдылар.
– Ә ниңә үҙеңә алып ҡайтмайһың? – тине егеттең атаһы.
Ошонда Мәрйәм ыҡ-мыҡ итте. Фатирҙы һатыуын, ике бүлмәлене алыуын, ҡалғанын Өфө-Мәскәү-Берлин юлында тотоноуын танырға мәжбүр булды.
Подъезд төбөндә көтөүҙәренең, Русландың мыжыуҙарының аҙағы булмаҫ һымаҡ ине. Кис Русландың атаһы менән әсәһе ҡайтҡас, өйгә ингәс, йәш ҡатын менән уның тормош иптәше үҙҙәренең был ғаилә өсөн артыҡ икәнлектәрен, ниһайәт, аңланы.
Уның ҡарауы, бөтөнләй сит яҡтан, Израилдән, бик йылы хәбәрҙәр килде: “Әгәр пациент үҙе теләһә, яҡындары яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға риза булһа, бындай операцияның уңышлы бөтөрөнә өмөт ҙур. Үҙегеҙ өсөн уңайлы көндә килеүегеҙҙе белдереп, электрон хат ебәреүегеҙҙе көтәбеҙ”, – тигән яуапты күргәс, Мәрйәм шатлығынан илап, хатты үбеп алды.
Мәсьәлә тағы ла аҡсаға килеп төртөлдө. Ошонда йорт хужаһы, Русландың атаһы, ысын йөҙөн тағы ла бер тапҡыр күрһәтте:
– Ундағы дауаханаларҙа барыһы ла электән СССР-ҙан, һуңынан Рәсәйҙән күсеп киткән, ҡасҡан табиптар эшләй. Уларҙың төп һөнәре – дауалау түгел, Рәсәйҙән килгән аҡсалы пациенттарҙы һауыу һәм ҡыуыу. Миндә аҡса юҡ һәм булмаясаҡ! Минән барырға рөхсәт тә юҡ! – тине ул, өҫтәл төйә-төйә.
Әсәһенә, иренә буйһоноуҙан башҡа, сара ҡалманы. Был юлы йәштәр матбуғат сараларын йәлеп итеп
 
ҡарағайны. Күпмелер аҡса төштө, тинеләр. Ләкин операция өсөн был ғына етмәй ине әле. Шул ваҡыт ишектә, ҡәнәғәт йылмайып, Мәрйәм күренде, уның ҡулында Мәскәү-Тель-Авив маршруты буйынса өс кешелек билет ине. Русландың атаһы менән әсәһе күнде, килендәренең ирен яратыуына төшөндө.
Юлға әҙерләнә башланылар. Хатта атаһы менән әсәһе аэропортҡа илтеп ҡуйырға һәм алдан шылтыратһалар, ҡаршы алырға ризалаштылар. Өфө-Мәскәү-Тель-Авив маршрутында Мәрйәм менән Руслан үҙҙәрен кеше итеп тойҙо. Әллә ошо яҡшы мөнәсәбәт тәьҫир итте, Руслан үҙен бик тыйнаҡ тотто, мыжыманы, һүгенмәне, екеренмәне. Хатта Мәрйәм дә аптыраны. Уның үҙенә нимәлер етмәгән һымаҡ тойолдо.
Шулай итеп, Изге ергә килеп төштөләр.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: