+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Алтынсы бүлек

– Ярай, эш хаҡында һөйләшәйек, – тине Ринат. – Беҙҙең егет-ҡыҙҙарҙың күҙ терәп торғаны – ошо комплекс. Күрәләтә бөлдөргө килмәй. – Өфөгә яҙған хатығыҙға яуап килдеме һуң? Риф Ғүмәрович уҡығанмы? – Уҡығандыр, – тине Рәғиҙә, – юғиһә бөгөн тикшерергә кеше ебәрмәҫ ине. Кемделер көтәләр шикелле, Рәүис Миҙхәт улы хатта кистән эсмәне лә. – Әғләм Сабитович, риза булығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, – тине Рәғиҙә.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР   Хикәйә  Алтынсы бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Алтынсы бүлек
– Беҙ һеҙҙе тыңлап ҡына йөрөрбөҙ.
– Белмәйем инде, – тип аптыранды Әғләм. – Минең бит Өфөлә ғаиләм дә бар.
– Ҡатынығыҙҙы алып килегеҙ, – тине Ринат. – Ғаиләһеҙ йәшәү ҡыйын, әлбиттә. Электрон хатҡа яуап биргәндәр ул, һеҙгә Әғләм Нуриев комплексты көсәйтеү өсөн ебәрелде, тип яҙғандар. Шулай булғас, ризалашығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Таңға ҡарай эштә кешеләр күренә башланы. Әғләм ҡайтып торманы, ошонда ғына йәштәр менән сәй эсте лә комплекстағы эштәрҙе барлап китте. Шул ваҡыт теге баштан Дауытовтың һөрәнләгән тауышы ишетелде. Бында кем хужа икәнен белдерергә теләгәндер инде. Нуриев менән Дауытов икеһе ике остан төшкән икән. Урта тирәлә осраштылар. Рәүис Миҙхәт улы Әғләмде күрмәмеш булып үтеп китергә самалағайны, тегеһе һыр бирә буламы инде? “Һаумыһығыҙ, Рәүис Миҙхәтович”, – тип туҡтатты.
– Ҡырынмағанһың, әллә бында йоҡланыңмы? – тип төрттөрҙө Дауытов. – Бында ни һөт күп, һауынсылар етерлек.
– Эйе шул, Рәүис Миҙхәтович. Эштәрҙе яйға һалам, тиһәң, ҡуна ятмайынса булмай.
Дауытовтың йөҙө шунда уҡ боҙолдо. Ниҙер әйтергә уҡталғайны, туҡтап ҡалды. Әғләмдең телефоны шылтыраны, ҡайныһы икән.
– Хәйерле иртә, Риф Ғүмәрович, ҡалай иртә шылтыратаһығыҙ, – тине Әғләм, ишетәһеңме, кем менән һөйләшәм, тигән һымаҡ, Дауытовҡа күҙ һирпеп. Тегеһе сәсен-башын һыпырып ҡуйҙы, хатта үрә ҡатты: иң ҙур хужа шылтырата бит.
– Йә, Әғләм Сабит улы, ҡайһы бер һығымталар яһарға ваҡыт, – тине Риф Ғүмәр улы. – Үҙең ниндәй фекергә килдең? Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең?
– Ялланып эшләгән кешенең ниндәй киләсәге булһын инде? – тине Әғләм. – Һеҙ нисек әйтһәгеҙ, шулай буласаҡ. Минең киләсәк – һеҙҙең ҡулда.
– Дөрөҫ фекерләйһең, – тине хужа, һәр һүҙенә баҫып яһап. – Әгәр шулай уйлаһаң, тимәк, аҡылға ултырғанһың. Сәғәт-сәғәт ярымдан мин ебәргән кеше килеп етер. Приказ уның ҡулында.
– Белергә мөмкинме, Риф Ғүмәр улы, ниндәй приказ?
– Уҡығас белерһең, тик бер нөсхәһен беҙгә ҡайтарырға онотма, – тине Риф Ғүмәр улы. – Ә Дауытовты нишләтергә уйлайһың?
– Һеҙ ни әйтһәгеҙ, шулай буласаҡ, – тине Нуриев. – Әле ул бына эргәмдә тора.
– Эргәңдә тора? Бик яҡшы, минән сәләм әйт. Уға берәй вазифа таба алаһыңмы?
– Һеҙ әйткәс, табабыҙ инде, хөрмәтле Риф Ғүмәр улы, – тине Әғләм.
Эргәһендәге Дауытовтың күҙҙәре йәшләнде, ғифрит Нуриевтың арҡаһынан һөйөп алды.
– Ярҙамсы итеп ҡуйһам, яраймы, ошонда күҙ –ҡолаҡ булып йөрөр, – тине Әғләм.
– Харап инде, – тине Риф Ғүмәр улы, – ярҙамсы итеп ҡуйһаң, комбикормың таралып, һөтөң эселеп, эселмәгәне әсеп бөтә инде. Ярай мин ебәргән кешене ҡабул ит, ул да һиңә кәрәгер әле. Әйткәндәй... – Ошо урында телефондың теге осонда оҙон ғына пауза яһанылар. – Крузагыңды ҡабул итеп ал, Өфөнән һине маршрут автобусы менән генә сығып китте, тигәйнеләр. Күндәмлегең оҡшаны, шуға “Тойота”ңды ҡайтарабыҙ. Комплекс начальнигы – ферма мөдире түгел, атлы арба менән йөрөп булмай. Шартына килтер. Хуш, Әғләм кейәү.
– Нимә тине, нимә тип әйтте? – тип Дауытов Нуриевтың алдында тапанды.
– Нимә тип әйтте? Һин – комплекс начальнигы, ә ферма мөдире түгел, – тип әллә үҙ алдына һөйләнде, әллә уйланды Әғләм.
– Ферма мөдире түгел, тинеме? – тип һораны Дауытов. – Ферма мөдире хәҙерге шул комплекс начальнигы инде ул. Ҡайһылай атаһаң да, шул ферма булып ҡала. Ә миңә ниндәй урын бирәһең?
– Әле мин һеҙгә, Рәүис Миҙхәт улы, бер вәғәҙә лә бирә алмайым, – тине Әғләм.
– Нисек бирә алмайһың? Ул әйтте, мин ишеттем. Мин ярҙамсы булам, мин риза.
– Ә бер ҡаҙанға ике үгеҙ башы һыйырмы икән? – тине Әғләм, мәғәнәле генә итеп.
– Нишләп һыймаһын? Әтеү минең мөгөҙҙәрҙе ҡырҡып ташла.
– Ярай, ҡарарбыҙ, – тине Әғләм. – Өфөнән кеше килергә тейеш.
Комплекс алдына сыҡһалар, оло юлдан елдереп көмөш крузактың килгәне күренде.
– Ана,
 
минең көмөш аҡбуҙатым килә, – тине Әғләм, Дауытовҡа машинаһы яғына ымлап.
– Ә мин “жигули” менән башлағайным, – тине, әллә көнләшеп, әллә һоҡланып Дауытов.
– Бар, халыҡҡа әйт, ошонда йыйылһындар, – тине Әғләм. – Өфөнән вәкил килә.
Дауытов һөйләнә-һөйләнә эскә атланы: начальник булып өлгөрмәгән, мине йүгертергә самалай. Шул да булдымы эш? Мин һеҙгә малай-шалаймы ни йүгереп йөрөргә?
Ул арала эшһеҙ йөрөгәндәр сығып, Дауытов эргәһенә баҫты. Бына көмөш крузак килеп туҡтаны. Ҡарайтылған салон эсендә кем килгәне күренмәй. Шул ваҡыт Әғләмдең телефоны шылтыраны – Маһира икән.
– Хәйерле иртә, нисек йоҡланың, ханым-солтаным?
– Һуңғараҡ һөйләшһәк, буламы? – тине Әғләм. – Бик ҙур ҡунаҡ көтәм.
– Ҡунаҡ көтәм, тиһеңме? Эргәңдә ярандарың теҙелеп тора. Мин бит ул ҡунаҡ тигәнең. Улай булғас, ниңә лимузин ишеген килеп асмайһың?
Әғләм, олпат ҡына баҫып барып, ишекте асты. Машинанан юл кейемендәге Маһира килеп төштө.
Комплекста шулай итеп яңы тормош башланды.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: