+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Декабрь 2021, 14:44

ҮГЕҘ ЮҠ, ТИМӘК, ИТ ТӘ ЮҠ, ҺӨТ ТӘ ЮҠ Ауылда үгеҙҙе һәм айғырҙы нисек ялларға? Фельетон

Бөгөн ауылды кем тотоп тора тиһегеҙме? Тыуған яҡтарҙан ҡайтып килгәндә, мин ошо һорауға яуап эҙләнем. Көтөлмәгән яуапты автомобилде йөрөтөүсе водитель үҙенең һорауы менән тапты шикелле. – Ни өсөн һыйырҙар быҙауламайынса һөт бирмәй? – тип зәп-зәңгәр күҙҙәре менән миңә баҡты ҡала малайы. – Өйләнгәнһеңме, балаларың бармы? – тип һораным мин унан, уның шул тиклем дә бер ҡатлы булыуына һәм наҙанлығына аптырап. – Әлбиттә, өйләнгән. Улым менән ҡыҙым үҫә. Аҡрынлап малай менән ҡыҙҙың нисек донъяға килеүен ябай ғына итеп төшөндөрөргә тура килде.

ҮГЕҘ ЮҠ, ТИМӘК, ИТ ТӘ ЮҠ, ҺӨТ ТӘ ЮҠ  Ауылда үгеҙҙе һәм айғырҙы нисек ялларға?  Фельетон
ҮГЕҘ ЮҠ, ТИМӘК, ИТ ТӘ ЮҠ, ҺӨТ ТӘ ЮҠ Ауылда үгеҙҙе һәм айғырҙы нисек ялларға? Фельетон
Аңланы, ләкин ышанманы. Быға һөт-ҡаймаҡтың ни мөнәсәбәте бар, йәнәһе. Бәлки, мин дә аңлата белмәгәнмендер.
Ысынлап та, бөгөн ауылды кем тотоп тора? Сөнки колхоз-совхоз ҡоролошо ауыл халҡын күп кенә мәшәҡәттәрҙән арындырып торған икән. Әйтәйек, шул уҡ үгеҙҙәрҙе алайыҡ. Һәр колхозда үгеҙҙәр унарлап иҫәпләнде һәм хужалыҡ малдарын ғына түгел, ауыл халҡының да һыйырҙарын хеҙмәтләндереп өлгөрҙө. Һөтләп сәй эсмәгәс, йыл һайын һуғым һуймағас, һыйыр аҫрауыңдан ни фәтүә?
Баҙарға кереп ҡарағыҙ, ауыл халҡы етештергән һөт ризыҡтарынан күҙҙәр ҡамаша. Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡорото ла һәм башҡалар ҙа өйөлөп ята. Ә колхоз-совхоз юҡҡа сыҡҡас үгеҙ мәсьәләһе нисек хәл ителә һуң хәҙер? Бер нисек тә хәл ителмәй. Һыйырҙар ҡыҫыр ҡала. Тимәк, көҙгө һуғымға ла өмөт юҡ, тигән һүҙ. Ә был мәсьәләне нисек ыңғай хәл итергә? Ошо һорау менән яҡташтарға мөрәжәғәт итәм.
– Кемдең үгеҙе ҙур, йәғни ҙур форматлы, шуны йәлеп итәбеҙ. Ләкин был эш тә еңелдән түгел. Был осраҡта үгеҙ көйҙөрөлмәгән булырға тейеш, үҙең беләһең, быныһы мотлаҡ талап, сөнки көйҙөрөлөүҙән мәхрүм ителгән мал үҙенең бурысын үтәгәндә һыйыр хужаһына тура мәғәнәһендә табыш килтерә, ә үгеҙ хужаһы был осраҡта үҙен юғалтыуға дусар ителгән, йәғни сығымдар кисергән һәм килем алыуҙан ситләтелгән тип иҫәпләй. Былтыр мәҫәлән, Илнурҙың үгеҙенә ышанғайнылар. Быйыл баш тартып тора. Ни өсөн баш тарта? Беренсенән, ауыл ҙур, һыйырҙар күп, тимәк, эше лә мөгөҙҙән ашҡан. Элек, мәҫәлән, хужалыҡ үгеҙҙәрен дәртләндереү өсөн хатта көн һайын ярты күнәк он ялатҡандар, ә колхоз булмағас, он юҡ, тимәк, быҙау ҙа юҡ. Етмәһә, үгеҙ йәй буйы көсөргәнешле эштән үҙенең иң кәрәкле инструментын һындырып ҡайтҡан. Мөгөҙөн түгел, әлбиттә. Дауалауға әллә күпме дарыу киткән үгеҙ хужаһына.
Ә шулай ҙа үгеҙһеҙ ҡалған ауылдар яҙмышы нисек хәл ителә һуң? Был осраҡта берәү ҙә ярҙам итә алмай. Үгеҙ юҡмы? Юҡ, тимәк, ит тә юҡ, һөт тә юҡ. Ә иртәгә, шулай булғас, ауылдар ҙа юҡҡа сыҡмағайы.
Әйткәндәй, йылҡы малы менән дә шул уҡ хәл. Кем айғырын үтескә бирер икән?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: