+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Декабрь 2021, 17:15

“СТРИПТИЗ!”

Рәхилә бөгөн эшенән ҡәнәғәт булып, шатланып ҡайтты. Бәй, шатланмаҫлыҡмы ни? Аҡса алды бит ул, эш хаҡы алды.

“СТРИПТИЗ!”
“СТРИПТИЗ!”

Кварталға бер түләнә торған премияны ла тулыһынса түләгәндәр. Ул ҡайтып еткәнсе әллә нимәләр алырға хыялланып ҡайтты. Иртәгә ял, баҙарға сығып йәне теләгән әйбер һатып алыр. Ҡайтып етте, тик ишеге һаман асылмай, әллә йоҙаҡ тутыҡҡан. Ул сумкаһын перилаға элде лә, бер ҡулы менән этәп, икенсеһе менән асҡыс бороп, оҙаҡ ҡына этләнде. Асыуынан шундай саҡта әйтә торған һүҙҙәрҙе лә ысҡындырҙы, әлдә бер кем дә ишетмәне. Тырыша торғас ишеге асылып китте. Былай ҙа көн эҫе, йоҙаҡ менән булашып, нервыһын туҙҙырып манма тиргә батты, күлдәге тәненә йәбеште. Ул ванна бүлмәһенә инеп, күлдәген һалды ла, бер ыңғай ҡойоноп сығырға уйланы. Сисенеп бөтөп йыуына ғына башлаған ине, башына “келт” итеп сумкаһының подъезда перилала эленеп ҡалыуы иҫенә төштө. Рәхиләнең ҡото осто. Ул һөртөнөп тә тормайынса ванна бүлмәһенән атылып сыҡты ла, ишекте асып подъезға күҙ һалды. “Аллаға шөкөр! Сумкаһы урынында тора, аҡсаһы юғалманымы икән”- тип, тиҙерәк сумканы алырға үрелде. Тик ишектән ҡулын ысҡындырмайынса буйы етмәй. Кеше-ҡара күренмәгәс, ишеккә бер аяғын ҡыҫтырып, ике ҡуллап сумкаға үрелде. Сумкаһын алам ғына тигән ине, аяғы ысҡынып, ишеге ябылып китте.

Эх! - тип, ҡалды Рәхилә, йоҙағы бит английский. Эшкә ҡабаланғанда ишекте ябып ҡына сығып китергә йәпле булһын тип ҡуйҙырған ине бит ул был ҡәһәр һуҡҡан йоҙаҡты. Бына, ишек төбөндә сумкаһын ҡосаҡлап, инәнән тума шәп-шәрә тороп ҡалды, хатта аяғына тапочка ла кеймәгән бит. Ул элеге хәленән шаңҡып нимә уйларға ла белмәне. Ояты ни тора! Бынан һуң күршеләренең күҙенә нисек күренер? Быға тиклем тубығынан ҡыҫҡа итәк кейгәне, иҙеүен асып йөрөгәне лә булманы. Ире лә рөхсәт итмәне, үҙе лә ынтылып барманы. Ҡайбер үткер телдәр: “Пәрәнжә генә кейәһең ҡалды!”, - тип тә үртәп тә алалар ине.

Ул ошо хәлендә күпме баҫып торор ине икән, аҫҡы ҡатта аяҡ тауыштары ишетелде. Ул ҡото осоп өҫкө ҡатҡа менеп китте лә, күҙәтә башланы. Күршеләре Фәһим ҡайтҡан икән, ишеген асып тора. Бына уның ишеген асыуы булды Рәхилә уҡ кеүек атылып, унан алда уларҙың фатирҙарына инеп китте лә, ваннаға кереп бикләнде. Фәһим:

- Ғүмерҙә булмағанды, күҙемә күрендеме икән? - тип, нимә уйларға ла белмәйенсә баҫҡан урынынан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, ауыҙын асып шаҡ ҡатып ҡалды. Хатта ишеген ябырға ла онотто. Бер аҙҙан иҫенә килеп, ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Ишек эстән бикле, күрәһең күҙемә күренмәгән. Тик был инәнән тума яланғас бисә ҡайҙан килеп сыҡты икән? Айҙан төшмәгәндер бит? Хәҙер ҡатыны ҡайтһа нимә тип әйтер? Фәһим тағы ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны ла, шаҡылдатырға тотондо. Эстән бер тауыш та сыҡманы.

Был ваҡытта Рәхилә ҡото осоп ултыра ине. Ҡараңғы. Кешенең ванна бүлмәһендә яп-яланғас ултыра. Һәрмәнеп халат кеүек әйбер табып кейҙе. Өҫтөнә кейгәс тыныслана төштө, тик ул ишек асырға ҡурҡты. Был ирҙең уйында нимә барын ҡайҙан беләһең, яланғас булғас шундай еңел аҡыллы ҡатын,- тип уйлайҙыр. Рәхиләне был хәлдә күрмәгәс, танырға ла өлгөрмәгән күрәһең. Таныһа исеме менән өндәшер ине.

Рәхилә нимә эшләргә тип, аптырап торғанда Фәһимдең ҡатыны Йәмилә ҡайтып керҙе. Ирен сәйер хәлдә күреп аптырап ҡалды. Фәһим юғалып ҡалған, ғәйепле бала кеүек ни эшләргә белмәй бер тегеләй, бер былай йөрөнә, ванна бүлмәһенә шаҡылдата. Ҡатынының һорауына:

- Ишек асып торғанда бер яланғас ҡатын килеп инде лә, ваннаға бикләнде, - тине. Йәмилә әлбиттә ышанманы. Ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Бикле.

- Әһә! Тоттом! – тип уйланы, ул ауҙарырлыҡ итеп иренә ҡарап. Йәмилә, ванна бүлмәһенең ишеген туҡылдатып, ҡысҡырынырға кереште. Хатта милиция менә янаны. Бүлмәнән Йәмиләнең халатын кейгән ҡатын килеп сыҡҡас, йығылып китә яҙҙы. Ул Рәхиләне танып алғас шаҡ ҡатты. Ике ҡулын бөйөрөнә таянып, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсәрәтте. Ир меҫкен уның ҡарашынан тағы ла нығыраҡ ҡаушаны, кесерәйеп ҡалды, төрлөсә аҡланырға тырышты.

- Дон Жуан! Бына, йыраҡ та йөрөмәйһең икән?! Ҡайһылай йәпле! Ҡатының эштә саҡта ла тиҙ генә саҡыртып ала алаһың. Тик бөгөн иртәрәк ҡайттым шул, ҡамасауланым! - тип, үҙенең һүҙҙәрен теҙҙе. Ҡулына таяҡ алып һуғырға ла иткән ине, Рәхиләнең ҡыҙғаныс йөҙөн күреп туҡтап ҡалды. Рәхилә менән Фәһимде тыңларға ла теләмәне, көнсөллөк уты кимерҙе уның күңелен. Кәмһетелгән ҡатын итеп тойоп күҙҙәренән йәше лә атылып килеп сыҡты. Рәхилә эштең асылы ниҙә икәнен һөйләп биргәс тә, Йәмиләнең ярһыуы баҫылманы:

- Оҙаҡ уйланыңмы был уйҙырмаңды! Халатымды сис тә, күҙемдән юғал! – тип екерҙе.

Рәхилә өйөнөң асҡысы өйөндә бикләнеп ҡалыуын, ишеген ысынлап та аса алмауын ҡабат-ҡабат әйткәс, ҡатын тынысланғандай булды. Фәһимдән ишегенең йоҙағын ватып булһа ла асып биреүен үтенде.

Был ваҡиғанан һуң Йәмилә оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, ирен Рәхиләнән көнләшеп, хатта айырылырға ла уйлап йөрөнө. Ә Рәхилә английский йоҙағын алыштырҙы. Иртән ишекте бикләү әллә ни ваҡыт алмай, уның урынына асҡысһыҙ бикләнмәй, урамда тороп ҡалыу ҡурҡынысы янамай. Ышаныслы!

Фото: klimat-56.ru

https://sdamzavas.net/2-76527.html

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: