-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Декабрь 2021, 20:00

Балан әсеһе

Зөлфиә менән Шамил өйләнешеп йәшәй башлағас, балан ағасы ултыртты. – Ошо ағас беҙҙең йәшлек хәтирәһе булһын, емештәрен балаларыбыҙ ашап кинәнер, – тине Шамил. – Кит, балан әсе була бит ул, – тип көлдө Зөлфиә. Йылдар үтте. Балан ағасы күпереп үҫте, өс-дүрт йылдан емеш тә бирҙе.

Балан әсеһе
Балан әсеһе
– Мин һинән китәм, икенсе ҡатынды яраттым, ғәфү ит, – тине Шамил бер көндө.
Зөлфиә өндәшмәне, уның урынына сәңгелдәктә ятҡан Миләүшәһе яр һалып иларға кереште, әйтерһең, барыһын да аңлай. Зөлфиә бар көсөн һалып донъя көтөргә, ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгән ҡатындың эш хаҡы икеһенә осто-осҡа ялғарға ла етмәне.
– Әсәй, уҡып сыҡҡас, һине был эшеңдә эшләтмәйәсәкмен, ҡыҙың уҡытыусы була тороп, иҙән йыуып йөрөмәҫһең инде, – тине сабыйы.
Педагогия институтына ингән Миләүшә дәртләнеп Өфөгә уҡырға йыйынды. Баҡсаға инеп, ҡып-ҡыҙыл булып янып ултырған балан емештәренә һоҡланды. Берәүһен өҙөп алып ҡапты – әсе емеш ауыҙын ҡурҙы. Йөрәк һынын хәтерләткән емешкә ҡарап ғәжәпләнде...
– Ҡыҙым, ҡайҙа юғалдың, аш әҙер, ин, – тине әсәһе. Зөлфиә балан ағасының емешен бер ваҡытта ла йыйманы, ҡасандыр Шамил менән ултыртҡан ағас уға йәшлекте түгел, ә хыянатты һәм ғазапты хәтерләтте...
* * *
– Әсәй, мин үлеп ғашиҡ булдым! – тине Миләүшәһе беренсе курста ҡышҡы каникулға ҡайтҡан осоронда.
– Бик яҡшы, тик матур йөрө! Егеттәр әҙәпле ҡыҙҙарҙы ярата, – тип кәңәш бирҙе әсәһе. – Кейәүгә сығырға ашыҡмай тор, ниндәй егет икәнен белеп, һына әле тәүҙә.
– Ҡурҡма, сыҡһам да, һине ташламаясаҡмын!
Миләүшә ҡар кисеп баҡсаға инде, балан емешен алып тәмләп ҡарарға булды. Эх, тәмлелеге! Бер ниндәй әсеһе ҡалмаған! Ул услап ашарға кереште. Был хәтлем дә татлы емеште бер ҡасан да тәмләгәне юҡ ине әле. Тәҙрә аша ҡыҙына ҡарап торған Зөлфиә сәйерһенде, кит, булмаҫ, бала ғына бит ҡыҙы, әллә нимә уйлап торамсы, тип үҙ-үҙен битәрләне...
* * *
Миләүшә үҙендә быға саҡлым булмаған үҙгәреш һиҙҙе, табипҡа күренеп, балаға уҙғанын белгәс, аяҡ аҫтында ер уйылып киткәндәй тойолдо.
– Мин ауырлы, уф, нимә эшләйем икән? Әсәйемә нимә тип аңлатырмын? – тип өҙгөләнеп иланы ул, һөйгәне йәшәгән дөйөм ятаҡҡа килеп.
– Ярай, берәй яйын табырмын, ҡайғырма! – тине Рөстәм. – Былай булғас, әйтмәйсә хәл юҡ, күптән һөйләрмен тигәйнем – минең бит ауылда ҡатыным менән балам бар. Миләүшәнең был һүҙҙәрҙән һуң тамам быуындары тотмай карауатҡа ауҙы.
– Нимә һөйләйһең, бының булыуы мөмкин түгел, ниңә иртәрәк әйтмәнең? – тине ул, әсенеп.
– Әйтергә форсат булманы, үҙең бит яратам тип муйынға уралдың, – тине Рөстәм күҙ ҙә йоммай.
– Һин яраттыңмы һуң мине? – тине бер нөктәгә төбәлгән Миләүшә ғәмһеҙ тауыш менән. Хәҙер уға бөтәһе лә барыбер ине.
– Нуу, конечно, яраттым, – тине егет, яурынын һикертеп.
 
* * *
Иртәгәһенә Рөстәм Миләүшәгә бер ҡағыҙ киҫәге тотоп килде.
– Бына, ошо адрес буйынса барырһың, һөйләшелгән, аҡсаһы түләнгән, – тине ул.
– Бер үҙем ҡурҡам, икәү барайыҡ, – тине Миләүшә, мыш-мыш танауын тартып.
Күп илауҙан күҙҙәре шешенеп киткән ҡыҙҙы йәлләпме, егет ризалашты, ни тиһәң дә, миндә ғәйеп, йәш кенә ҡыҙға үрелмәһәм, нимә булған инде, тип уйланы.
Ҡаланың ситендә урынлашҡан ағас өйгә килеп ингәндә, көн кискә ауышҡайны.
– Ҡурҡма, тәжрибәм ҙур, күптәргә ярҙам иттем, – тине ҡарсыҡ. – Көл һыуын иртүк тондороп әҙерләп ҡуйғайным!
Ныҡ ауыртыуҙан иренен ҡанатҡансы тешләп, сараһыҙлыҡтан бер ни ҡыла алмай ятҡан Миләүшә аңын юғалтып-юғалтып алды.
Ҡанлы ойошҡаҡты тимер тасҡа төшөргәс ҡарсыҡ:
– Тор, оҙаҡлап ятырға ярамай, йә берәйһе килеп сығыр, бының өсөн миңә төрмә икәнен яҡшы аңлайһыңдыр инде,– тине ҡоро ғына. – Һинең кеүек иҫәрҙәрҙе ҡотҡарам тип үҙемде хәүеф аҫтына ҡуям!
Миләүшә йығылып китмәҫкә тырышып тороп баҫты. – Рәхмәт, – тине ул, ҡалтыранып. Рөстәм йөҙө ағарған, хәлһеҙ ҡыҙҙы тиҙ генә ҡултыҡлап алды.
***

Миләүшә төш күрә, имеш, ул атаһы менән баҡсала йөрөй. Балан ағасы ап-аҡ сәскәгә төрөнгән, ул – туй күлдәгендә. Тик ни ғәжәп: атаһы уға бешкән балан емештәре һуҙа...

– Атай, был емештәр әсеее – һине һағынып илаған күҙ йәштәрем кеүек, – ти Миләүшә уға үпкәле тауыш менән. – Ниңә мине бәләкәй генә сағымдан ташланың?
Ҡыҙ баландарҙы усына ҡыҫып һыта, балан һуты аҡ күлдәгенә сәсрәй... Миләүшә манма тиргә батып уянып китте. Әле генә күргән төшөнә ышанмай устарына ҡараны – улар ысынлап та ҡып-ҡыҙыл ине.
– Әсәй, әсәй!
Кискә табан ғына эштән ҡайтҡан әсә ҡыҙын йүнле-башлы күрмәгәйне лә.
– Ай, балаҡайым, нимә булды, уттай янаһың бит! – тине ул, өҙгөләнеп.
Тиҙ генә градусник килтереп ҡуяйым тиһә, урындыҡты күреп ҡото осто... Әсә йөрәге ниҙер һиҙенде, бөтә тәне еңелсә ҡалтырап, теҙ быуындары йомшарҙы.
– Әсәй, мине ғәфү ит, зинһар, тиҙерәк дауаханаға барырға кәрәк, – тип хәлен һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы Миләүшәгә.
Зөлфиә күршеһенә йүгерҙе.
– Әйҙәле, күрше ауылға балнисҡа алып бар, ҡыҙым ауыр хәлдә, – тине ул, хәле бөтөп.
Ат егеп, юлға сыҡтылар. Февраль айы булһа ла, төн сатлама һыуыҡ, йондоҙҙар шыҡырайып ҡатып ҡалған. Зөлфиә санала һуҙылып ятып барған ҡыҙына ҡарап күҙ йәшен түкте. Нимә булды һуң әле уның Миләүшәһенә? Әүлиәгә тиң кеүек ине бит ҡыҙы – аҡыллы, баҫалҡы, тыңлаусан... Нимәне дөрөҫ эшләмәне, ҡайҙа яңылышты? Йәнгә тейеп шығырҙаған ҡар тауышы төнгө һауаны ярҙы. Әле лә хәтерендә, Миләүшәгә 7–8 йәш самаһы ине. Эштән ҡайтып килһә, ҡапҡа төбөндә Шамил тора. Ҡыҙы йүгереп, атаһының ҡосағына ташланды. Сараһыҙҙан Зөлфиә уны өйгә саҡырҙы.
– Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, яңынан бергә булайыҡ, мең тапҡыр ғәфү үтенәм һинән, ҡыҙыбыҙ хаҡына, – тине ул, ялбарып.
Күпме генә өгөтләһә лә, ниндәй һүҙҙәр менән генә ғәфү үтенһә лә, Зөлфиә ризалашманы.
– Әсәй, атайымды ҡыума, – тип ялбарҙы ҡыҙы...
Бәлки, шул ваҡытта ғәфү итергә кәрәк булғандыр? Өй эсендә ир-атһыҙ үҫкәс, тәүге күргән егеткә арҡаланып һыйынырға теләгәндер? Атай урынына ла үҙем тип, бер бөртөк ҡыҙына ҡаты булырға тырышты Зөлфиә, бәлки, уға эс-бауырына кереп һөйләшергә, серләшергә кәрәк булғандыр? Ә ул ҡырҡ урындан тыйып, урамға ла сығармай үҫтерҙе Миләүшәһен, йәнәһе лә, урам йоғонтоһонан аралай...
Зөлфиәнең башынан мең төрлө уй үтте. Миләүшәһе генә иҫән ҡалһын, бер-бер хәл була ҡалһа, йәшәй алмаҫ... Үҙе был уйынан тертләп ҡуйҙы.
* * *
Төн уртаһында ғына участка дауаханаһына килеп еттеләр. Дежур медсестра табипты саҡыртты. Өлкән йәштәрҙәге ханым Миләүшәне күреп, ҡаушап ҡалды.
– Хәле үтә лә насар, бик күп ҡан юғалтҡан. Ҡатмарлы операция кәрәк,– тип район үҙәге дауаханаһының телефон һандарын йыйҙы. – Йәһәтерәк килеп етегеҙ, алып барырлыҡ хәлдә түгел – криминаль аборт эҙемтәләре, ҡанды туҡтатып булмай, – тине ул «Ашығыс ярҙам» табиптарына.
Райондан реанимация бригадаһы оҙаҡ көттөрмәне. Күпте күргән тәжрибәле хирург та ҡыҙҙы ҡарағас, башын сайҡаны:
– Ай-һай, ҡотҡарып булырмы икән? Шулай ҙа Хоҙайға тапшырайыҡ! Баш ҡала табиптарына шылтыратырға кәрәк булыр, ауырыуҙы бында ҡалдырырға ярамай!
Зөлфиә коридорҙа ултырып сыҙай алмай тышҡа сыҡты. Күк йөҙөндәге Ай ҙа һағайып баҡҡан. Зөлфиә, ҡар өҫтөнә тубыҡланып ултырып, Аллаһы ҡаршында ғәфү үтенде, ҡыҙын ҡотҡарыуҙы ялбарҙы...
* * *
Рөстәмде институттың комсомол ойошмаһы етәксеһе саҡырып алды.
– Һине деканатта тәфтишсе көтә, нимә ҡылдың?
Рөстәмдең теҙ быуындары ҡалтыраны, әллә Миләүшә менән бер-бер хәл булдымы икән? Егет һөйгән ҡыҙының ғүмере өсөн ут йотоп йөрөнө, ҡылған эштәренә үкенеп бөтә алманы. Таныштары аша Миләүшәнең республика клиник дауаханаһында икәнен белгәс, бер нисә тапҡыр барып әйләнде, реанимацияла, тип янына индермәнеләр.
– Һеҙ Миләүшә исемле ҡыҙ менән танышмы? Ҡатынығыҙ була тороп, ниңә бындай аҙымға барҙығыҙ?
– Эйе, танышмын, мин уны яратам. Тик ауырлы икәнен белгәс, ҡапыл баҙап ҡалдым, яуаплылыҡтан ҡурҡтым, ахыры, шуға ла ҡатыным, балам бар, тип алданым...
– Ул ҡарсыҡтың адресын ҡайҙан таптығыҙ, кем бирҙе? Ҡыҙҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә, енәйәтсе мотлаҡ язаһын алырға тейеш!
Рөстәм барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Тәфтишсе киткәс, лекциялар тамамланғанын да көтмәй дауаханаға юлланды.
– Миләүшә Нуриманованың хәлен белергә килдем, – тине ул дежур медсестраға.
– Ә һеҙ уға кем булаһығыҙ?
– Яҡын дуҫы...егете... – Рөстәм ни әйтергә белмәй тотлоҡто.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңланығыҙ шул!
– Ул... ҡайтып киттеме? Уны сығарҙылармы?
Ҡыҙ бер ни ҙә әйтмәй китеп барҙы. Әҙерәк барғас:
– Табиптан һорағыҙ, – тине.
* * *
Миләүшәне туй күлдәгендә һуңғы юлға оҙаттылар. Бөтә ауыл кешеләренә ҡушылып күк тә иланы, ҡарлы ямғыр көҙҙән йыйылмай ҡалған балан емештәренең өҫтөн ҡаплағайны...
 
Фото: https://www.pexels.com/ru-ru/
 
Автор:Минира БИКӘНӘСОВА
Читайте нас: