-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Декабрь 2021, 19:00

Балаҡайғынам

- Киленегеҙҙе барып алығыҙ! Күпер төбөндә ята. Иҫерек! Түрҙәге һикелә, мендәргә янтая биреп аяғында бала тирбәткән Сәбилә был һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп китте. Мендәре-ние менән йәһәт кенә сабыйҙы һыпырып төшөрөп, ишеккә ыңғайланы.

Балаҡайғынам
Балаҡайғынам

 Хәбәр еткергән кем булды һуң? Хәйер, кем булһа ла, ул кешенең йөҙөнә күтәрелеп ҡарай алмаҫ ине. Ояты ни тора!

– Ҡәһәрең! Ҡәһәрең! – ҡатын һөйләнә-һуҡрана бәрелеп-һуғылды ла, тыҡрыҡҡа ҡараған тәҙрәһенә ҡапланды. – Ә-ә-ә... күршеһе Заһир икән... Ана, алпан-толпан баҫып үҙҙәренә ыңғайлай. Шул йөрөр юҡ-бар күреп!

– Йә, Раббым! Һуң, ниндәй гонаһым өсөн?! – Ул, төпкө яҡты ҡарашы менән байҡап, көйһөҙләнеп ятҡан балаға екерҙе: – Ныу бәхетһеҙ икәнеңде белеп шарылдайһыңдыр! Был саҡлы ла илаҡ булмаҫ инең! Наҙайыл! – Үҙе ашыға-ашыға ишек яңағындағы элгестән фуфайкаһын һәрмәп эләктерҙе лә, шәрә балтырҙарын халат итәге менән ҡаплаштырып, тышҡа атылды.

– Ғәфүр, балам, теге күпер төбөндә ята, ти бит. Кеше күреп бөткөләгәнсе барып ала һал! – Шул ыңғайы етеҙ генә утынлыҡта һөйәүле торған ағас сананы һөйрәп төшөрҙө.

– Мына, ошоға һалып апҡайт! Йәһәтерәк ҡылан, балам!

Улы өндәшмәне. Уртын сәйнәп, тешнәкләнде лә, ситкә ҡарап, сырт итеп төкөрөп алды. Түш кеҫәһенән тәмәкеһен сығарып ҡапҡайны ғына, урамдан үтеп барыусы арт яҡ күршеһе әсе телен бәреп уҙҙы:

– Күрше, теге нәмәң ауыл осонда ята бит. Барып ал. Туңып ҡуймаһын. Бисәһеҙ ҡала күрмә! Иһи-һи-һи...

Ихаталағы тауыштарҙы ишетеп, мал ҡарап йөрөгән еренән Хәмзә ҡарт килеп сыҡты. Нимәлер иҫенә төшкәндәй, ҡулын һелтәне лә, кире инеп китте. Йәнә сыҡты. Ағас санаға сөйҙә элеүле торған септәне ырғытып, урынынан ҡуҙғалырға торған Ғәфүргә өндәште:

– Мә мылтыҡ! Ат шул нәмәңде! Ат, тим! Күҙемә күрһәтәһе булма! Йә үҙем икегеҙҙе бер юлы атам! Йөҙөмдән көлдөгөҙ! Кешенән оят! – Мылтығын тотоп улы яғына ыңғайлаған ҡартты бисәһенең сәрелдәп сәбәләнеүе лә туҡтата алманы. Ҡан көҫәгән хайуандай, күҙе томаланып, ул улының муйынына барып йәбеште:

– Ат тим шуны! Ат! Ҡотолайыҡ!

Шул саҡ донъя бер минутҡа туҡтап ҡалғандай булды. Бығаса тыныс тормош менән йәшәп ятҡан ябай ғына ауыл өҫтөндә бының ише лә яман һүҙҙәр ишетеп, инде алтмышты аша атлаған атай кешенең үҙ улына кеше ғүмерен ҡыйырлыҡ ҡорал тотторғанын күреп, ана ҡылынам, бына ҡылынам тип торған ер йөҙөндәге иң әшәке нәмә – енәйәттең шаһиты булырға тура килһә, Тәңре, үҙендә был саҡлы ла оло гонаһты кисерерлек көс тапмайса, ошо ихатаны ғына түгел, ә тотош ауылды үҙ ризалығынан яҙҙырып, был төбәкте мәңгелеккә ташлап китер ине, моғайын.

– Ни һөйләйһең, атай?! Бала бар бит! – Ғәфүрҙең һүҙҙәре, әйтерһең дә, барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы. Ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Күптән нуры ҡасҡан донъяларына саҡ ҡына булһа ла ҡот өҫтәргә теләгәндәй, сәңгелдәктә тулап ятҡан малай – кескәй Баязиттың барлығы, әйтерһең дә, әле генә аңына барып еткәндәй, олатай кеше тынып ҡалды. Сәбилә йортҡа ташланды. Был ваҡытта Ғәфүр, артынан пар сана юлы һыҙып, ҡапҡанан сығып юғалғайны инде. Ярымшәрә көйөнсә ҡар өҫтөндә аунап ятҡан ҡатынын ауыл осондағы күпер төбөнән барып тапты ул. Ир уның туҙған сәстәрен арлы-бирле йыйыштырып яулығы аҫтына тыҡты ла, һөйрәп алып санаһына һалды. Өҫтөнә алып килгән септәне япты. Урамда осрағандар, яурындарын һәлендереп, алға табан эйелеңкерәй биреп атлаған ирҙең һөйрәгән йөгөн дә, уның ҡайҙан килеүен дә самалай ине, шуға күрә өндәшмәй, баш ҡағып иҫәнләшеп кенә уҙыштылар. Аңланылар. Йәлләнеләр. Ҡасандыр ошо урамдарҙың йоҡоһон алып, төндәрен гармун тартып йөрөүсе ауылдың иң дәртле егете бөгөн меҫкен ҡиәфәттә эскесе ҡатынын һөйрәп ҡайтып бара. Юҡ, эскесе ҡатынын ғына түгел, үҙ яҙмышын һөйрәп бара ул. Әсе, мәғәнәһеҙ һәм бәхетһеҙ яҙмышын...

Һыуыҡҡа бирешеп, санала йолҡош көсөктәй бөршәйеп ятҡан ҡатынды Ғәфүр сананан йолҡоп алып түрҙәге карауатҡа индереп һалды ла, йылыға ингәс, тағы ла ҡырҡыуыраҡ булып сыҡҡан еҫкә уҡшый-уҡшый, сисендерергә тотондо. Салбарын һыпырып төшөргәс, бот төбөндәге күм-ҡара таптарҙы күреп, уртын сәйнәне: “Тағы мәсхәрәләгәндәр!” Ҡаҡашып ҡатҡан эске күлдәктең төймәләрен ысҡындырып та тормайса, йән асыуынан икегә айырып йыртҡас, һөт төшөүҙән саманан тыш тирткән имсәкте һөйрәп сығарып, ашарға көтөп тулап ятҡан сабыйының ауыҙына тыҡты. Уныһы сәсәй-сәсәй имергә тотондо.

– Араҡы ғына имеп үҫә инде шул бала! – Һеңгәҙәп карауат ситендә ултырған ирҙе алғы яҡтан сыҡҡан тауыш һиҫкәндерҙе. – Әйтәм дә, шешәләп һыйыр һөтө генә имеҙәйек, тип. Ҡаршылашаһың бит, – Сәбилә ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә алғы яҡтан төпкө өйгә сыҡты. – Ярамай, имеш. Юҡты.

– Ярамай шул, әсәй. Һыйыр һөтө ашҡаҙанын боҙа. Кәзәнеке булһа – бер хәл. Барыбер әсә һөтөнә етмәй ул. Ныҡышма! – Ана һөтө, ана һөтө... – ҡартәсәй кеше, һөйләнә-һөйләнә, ейәнен карауаттан бишеккә күсерҙе.

– Үлмәй ҙә бит, исмаһам! – Был һүҙен рәнйеп, айырым бер ҡәһәр ҡушып әйтте, әйткәненән үҙе лә һиҫкәнде.

– Ни һөйләйһең ул, әсәй? Бала…

– Баланы әйтмәйем дә… Анауҙы!.. Ғәфүр ырғып тороп, әсәһенең алдына уҡ килеп баҫты:

– Ниткән һүҙең был, әсәй?! Бала бар бит!..

Башҡаса Сәбилә йортонда бының ише һөйләшеүҙәр ҙә, ҡарғыш-рәнйештәр ҙә булманы. Аҙна-ун көн самаһы ваҡыттан һуң, ҡайҙалыр сығып китеп олаҡҡан эскесе ҡатындың мәйете ауыл зыяратына урынлаштырылды. Әле етемлектең ни икәнен аңларлыҡ аҡылы булмаһа ла, үҙ башына төшкән өлөштөң әселеген тойғандай, шалҡан ише аҡ малай, алған-һалғанды белмәй, көндө төнгә ялғап иланы ла иланы. Иланы ла иланы...  

Гөлзаданың фатирында төнгә ҡарай ғына телефон шылтыраны. Уҡытыусы ҡатын, ваҡ-төйәген йыйып, дәрестәрен икенсе кешегә тапшырҙы ла, таң һарыһы менән вокзалға юлланды. Ғәфүр уны оло юлда көтә ине. Ауылғаса араны артыҡ һөйләшмәй генә уҙҙылар. Һәр кем үҙ уйҙарын тәртипкә килтереү менән мәшғүл булды. Битенә сәпәп яуған епшек ҡар менән айҡашып, бейек ауыл тупһаһына килеп баҫҡанда, Гөлзада, дарҫлап типкән йөрәген бер аҙ тынысландырып, үҙен ҡулға алғайны инде.

– Әйҙүк, балам! – Өйҙөң алғы яғынан килеп сығып, үҙен ап-аҡ беләктәре менән һығып ҡосаҡлаған Сәбиләнең артыҡ көйөнөүҙән, бошоноуҙан кесерәйеп ҡалған кәүҙәһе ҡатындың ҡосағында килеш сайҡалып ҡуйҙы. Ярҙам һорап ялбарған ҙур йәшкелт күҙҙәренән тамған йәштәре уның муйыны буйлап ағып төштө.

– Шәп килдеңме?

Нуры ҡасҡан йорттоң алғы яғында, һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына бирелеп, ҡосаҡтарҙан айырыла алмай торған был икәүҙе төпкө өйҙән сыҡҡан бала тауышы һиҫкәндерҙе. Атылышып шул яҡҡа сыҡтылар. Өй түрендә, өрлөккә эленгән бишектә теремек кенә сабый ята. Аҫты еүештер, кәүҙәһен ташлап илай. Өҫтөндәге бәлтәһен яурынынан һелкеп ташлап, Гөлзада бәпескә ҡапланды. Уның йомшаҡ битенә биттәрен терәне, алмаш-тилмәш кескәй ҡулдарынан үпте.

– Балаҡайғынам... – Еүеш йүргәктәре менән ҡуша урынынан тырнап алып, бәләкәсте күкрәгенә ҡыҫты. Бәпес еҫе! Ошо еҫтән дә тәмлерәк ниндәй еҫ бар икән донъяла? Тормоштоң мең төрлө мәшәҡәтенән арындырыр, китек күңелдәрҙе имләр көсө булған ошо еҫтең үҙенә үтә лә танһыҡ икәнен аңланы ҡатын. Бала тотоуҙар, йүргәк алмаштырыуҙар уның өсөн бөтөнләй ят шөғөл булып тойолһа ла, был күңелле мәшәҡәтте ярайһы ҙур оҫталыҡ менән башҡарып ҡуя алды.

Килтерелгән күстәнәстәрҙе теҙеп табын хәстәрләгән Сәбилә бик һирәк ваҡыт ҡына үҙенә хас була торған иплелек менән Гөлзадаға өндәште:

– Беҙгә бөтөнләйгәлер бит, балам? Ризалашмаһаң, был баланы ҡалайтырым икән? Йәшем байтаҡ бит, аяҡҡа баҫтырып булмаҫ...

Төн сыҡҡансы етди ҡарарға килеп, ниндәйен дә яуаплы аҙымға барғанын был һүҙҙәрҙән һуң тағы ла нығыраҡ төшөндө уҡытыусы кеше. Үҙенең тәүәккәллегенә аптыраны. Ҡалалағы бына тигән донъяһын ташлап, егерме йылға яҡын эшләгән мәктәбен ҡалдырып, ошо бала тип йәһәннәмдең үҙендә ятҡан ауылға сығып китте ләһә! Әсәһенең, ризалаш, балам, ете ят түгел, үҙ кешең бит, тигәненән һуң да бер аҙ икеләнгәйне әле, Ғәфүрҙең, ҡатыным үлде, улымды яныма алып ятһам, төнө буйы түшемә төртөлөп имсәк эҙләй, тигән һүҙҙәре күңеленең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Бына әле лә сабый, Гөлзаданың түшенә моронон терәп, мыш-мыш йоҡлап китте.

– Бөтөнләйгә тип килеүен-килдем дә ул, – тине ҡатын икеләнеп кенә, – бала ҡараған кеше түгелмен бит әле... булдырып булырмы икән?

Өҫтәл артында теҙелешеп ултырған өсәү, остоҡ ҡына өмөттәре ҡыйралыуҙан ҡоттары осоп, уға тексәйгән дә, бары тик ыңғай яуап көтөүҙәрен йөҙҙәренә сығарып, тынып ҡалған. Шул һуңғы өмөттө селпәрәмә килтереүҙән ҡурҡып, нисәмә яҙмыштың үҙенә текәлеп ҡалыуын аңлаған, бынан бик күп йылдар элек, йәшлегенең иң гүзәл мәлендә ошо Ғәфүр тип йән атып, ә юлдары аймылышҡас, уны юғалтыу ғазабынан арына алмай, һөйөү тигәндәренән тамам төңөлөп көн иткән уҡытыусы өҙөп кенә бер һүҙен әйтте:

– Булдырырмын!

Әллә ниндәй сихри көскә эйә булған был тылсымлы һүҙҙән өйҙәге көсөргәнеш шауҙырлап ҡойолоп төштө. Йөҙҙәргә ҡот ҡунды. Икенсе көндө, таң һарыһынан түрҙәге урҙала ап-аҡ итеп йыуылған бала йүргәктәре елбер¬ләй ине. Тормош үҙ ағышын алды. Бәләкәс байтаҡ үҫеп, Гөлзаданы танырлыҡ булды. Янына килеүе менән талпынып, әсәһенең ҡулына үрелде, үҙенә генә хас өндәр сығарып, телен асып маташты. Көйө килгәндә ҡысҡырып көлдө. Иң мөһиме – илауҙан туҡтаны. Көн аша күрше ауылға кәзә һөтөнә йөрөнө ата менән әсә, уныһын шешәгә һалып имеҙеү менән, тамағы туҡ сабый әсәһенең буш имсәгенә морон төртөп йоҡоға китер булды. Шундай саҡтарҙа, күкрәгенә һөт тирткәндәй булып, бөтә тәненә рәхәт бер йылылыҡ йүгерә ине ҡатындың. Әсәлек түле шулай ҡыҫтай тип уйлаһа ла, буйға уҙыу насип булманы. Үҙенең түлһеҙлеген аңлауҙан йәне ҡамсыланған саҡтарында, бәләкәс Баязитын йөрәгенә баҫа ла, алҡымына килеп тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәрә:

– Балаҡайғынам...

Тора-бара үҙенең бала табыу бәхетенән мәхрүм икәнлеген тамам таныған ҡатын, Хоҙай тарафынан бирелгән әлеге бәхетен бик таман күреп, шөкөр ҡылды. Улыҡайына әйләнгән һайын тәүфиҡ, оҙон ғүмер теләне. Ел-ямғырҙан, тел-тештән ҡурсалап, иркәләп кенә үҫтерҙе. Матур торҙо улар Ғәфүре менән. Бер-береһенә ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡараш та күрһәтмәнеләр. Донъя еткереп алдылар. Ҡайны-ҡәйнә лә, килен дә килен, тип өҙөлдө. Ана шул килен тигәндәре, иң юғары баһаға тиң булып, кеше араһында уҡытыусы тигән исеменән дә өҫтөнөрәк тойолоп, Гөлзаданың бәҫен, мәртәбәһен күтәреп торҙо. Бигерәк тә ҡайныһы яҡын итте уны. Ҡорораҡ холоҡло, яһиллығы өсөн ауылда “фашист Хәмзә” ҡушаматын йөрөткән ҡарт килененә ҡырыҫлыҡ күрһәтмәне. Ҡәйнә иһә, үҙ йортонда ошондай килен күреүенә Тәңрегә ризалыҡ белдереп, көнө-төнө рәхмәтен яуҙырҙы. Ваҡыты-ваҡыты менән, йәшләй генә был донъянан китеп барған беренсе киленен иҫенә төшөрөп, һыҙғаланып алды. Йәлләне. Иҫән сағында уға ҡарата үтә лә насар мөнәсәбәт күрһәтеүен, яҙмышына буйһоноп, сит тарафтан улына ҡатын булып килгән киленен үҙһенмәй, әйләнгән һайын битәрләп торған саҡтарын уйлап әсенде. Унан да бигерәк, үҙенең һуңғы арала йыш ысҡындырған “үлмәй ҙә бит, исмаһам” тигән һүҙҙәре Сәбиләнең йәнен ҡайыҙланы. Йә, Раббым, ник шулай ҡыландым мин, тип илауланы. Үкенде. Кем белә, бәлки, ана шул ҡыйырһытыуҙарға түҙмәйсә, ете ят ергә ерегеп китә алмай эскегә һабышҡан булғандыр бисараң...

Ғәфүр әрменән эйәртеп ҡайтҡайны уны. Ҡапҡанан килеп ингәндә үк, күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай, улының беләгенә тас йәбешеп торған сибек, ҡарасман ҡыҙҙы үҙһенмәне лә ҡуйҙы шул Сәбилә. Ҡарты иһә бигерәк ҡаты ҡыланды. Ҡайҙан алып ҡайтһаң, шунда илтеп ырғыт, тип кенә ебәрер ине. Әйтерһең дә, ул урамдан табып алған бесәй балаһы! Уныһын да әле эсендә йәне булғаны тота һалып ҡына сығарып ырғыта алмаҫ. Йәлләр. Ә был бит кеше! Берәүҙең ғәзиз балаһы! Илтеп ырғыт, имеш. Уҫал булам тигәс тә...

Оҙаҡламай Хәмзә өйөндә нисек тә был ике йәрҙең араһын һыуытырға тигән етди ҡарар ҡабул ителде. Бигерәк тә йәштәрҙең сыр-сыулашып ихатала баҫтырыш уйнап китеүҙәрен, етәкләшеп урамға сығып сабыуҙарын аҡылдарына һыйҙырып бөтә алмай, иҫһеҙ булып күҙәтеп ултырыр булды был икәү. Тора-бара был йортта килен кешенең исеме лә бик һирәк әйтелеп, аҙаҡ бөтөнләй әйтелмәҫ булып, ”теге”гә әйләнеп китте. Әрмеһенә киткәндә Гөлзада менән вәғәҙәләшеп, егет башы менән үҙ вәғәҙәһен боҙоп, улдарының ошо ҡарасманды етәкләп ҡайтып инеүен бер нисек тә ғәфү итә алманы ата-әсә. Ә килен кеше, өйҙән сығып китеп, оҙон-оҙаҡҡа ҡайҙалыр олағырға ғәҙәтләнде. Төшөрөштөрә башланы. Йөклө сағын да күрмәнеләр уның, сабыйын иһә әсә кеше төндә ҡайны тупһаһында ҡалдырып китте. Быларға күренеп торманы. Ара-тирә, әллә күкрәге һыҙлауға түҙә алмай, әллә улын һағынып, ҡайтып киткеләштерҙе. Унан тағы олаҡты. Кешеләр уның урман-яландар ҡыҙырыуы, тирә-яҡ ауылдарҙа һалмыш ҡиәфәттә тап итеүҙәре хаҡында төрлө хәбәр-фәлән еткереп торҙо. Үҙ яғына ла ҡайтып китмәне ул, моғайын, ирҙән ҡайтҡан тигән исемде күтәреүҙән оялғандыр. Яҙмышылыр... Эйе, яҙмыш. Хәҙер инде барыһын да уға ғына һылтарға ҡала. Әҙәм балаһының ғәҙәте шул. Бәхетен ул үҙенән күрһә, бәхетһеҙлеген һәр ваҡыт ана шул яҙмышҡа япһара.  

Гөлзада ҡот осҡос төш күреп уянды. Ғазраил ҡиәфәтле бер ҡатын уның ҡосағындағы улын тартып алмаҡсы була. Бәй! Ныҡлаңҡырап ҡарағас, танып ҡалды тегене – был уның мәрхүмә көндәше лә баһа, баламды алырға килдем, тип Баязитты йолҡослай. Ә малай, Гөлзаданан ысҡынып, әсәһенең ҡулына йәбешмәксе итә. Оҙаҡ тартҡылашыуҙан ҡатындың тамам хәле бөтөп, инде ергә ауҙым тигәндә, кемдер мылтыҡтан атып ебәрә. Теге ғазраил, малайҙы ысҡындырып, күккә күтәрелә. Аңын йыя алмай торғанында, «Килен!» тигән тауышҡа әйләнһә, ҡайныһы баҫып тора. Кеҫәһенән сығарып Гөлзаданың усына ниҙер һалмаҡсы итә үҙе. Ни булыр был йылы ғына әйбер? Уның йылыһы ҡатындың ҡулы, тора-бара бөтә тәне буйлап тарала. Етмәһә, әллә ниндәй рәхәтлек тә бирә үҙенә. Ҡасандыр кисергәйне бит ул бындай рәхәтлекте. Тик ҡасан? Ниндәй ваҡытта? Уйлай торғас, иҫләне. Улын тәү тапҡыр ҡулына алғанда кисергәйне лә баһа бындай ләззәтте! Әле лә шул ҡабатланғандай булды. Иләҫ-миләҫ булып торғанында, ҡапыл Баязитын иҫенә төшөрөп, етәгенә алам тиһә, уныһы янында юҡ. Ҡайҙа булды уның улыҡайы? Ҡайҙа? Ҡайҙа? “Баязииит!!!” – ҡысҡырмаҡсы итә әсә кеше, тик тауышы үҙенән алыҫ китмәй, бышылдауға күсә лә китә. Янында баҫып торған ҡайныһы, ымлап, усты асырға ҡуша ла, ҡуйы томан араһына инеп юғала. Гөлзада ус төбөнә күҙ һалмаҡ була. Ни икән ул усты өтөп алып барған был әйбер? Текләңкерәй биреп ҡарағайны – пуля. Ни ғәләмәт? Ул яйлап ҡына бала йөрәгенә әйләнә лә, тибергә тотона. Үҙе тибә, үҙе һулҡылдай. Һуулҡ-һулҡ!.. Һуулҡ-һулҡ!...

Был ҡурҡыныс төшөн нисек юрарға ла белмәне әсә. Күңелен шом баҫты. Хәйер, беренсегә генә болармай инде уның төшө. Әле улы бәләкәс саҡта ла, йә ҡап-ҡара ҡош килеп, уның бишеге тирәләй әйләнеп оса, йә күҙҙәре янып торған ҡара бесәй Гөлзаданың биттәрен тырнай, унан ҡапыл ғына йәш, ҡараҡай ҡыҙ ҡиәфәтен алып, Ғәфүрҙең ҡосағына сума. Ныҡлаңҡырап ҡараһа, битен сырыш баҫҡан әбей булып сыға үҙе.

Һуңғы арала унан башҡа ла хәсрәте артҡан ҡатын тамам аптырауға ҡалды. Уйламағанда түңәрәк кенә бәхете кителде лә ҡуйҙы шул уның. Әллә ни булды. Улының холҡо танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ҡыҙмасараҡ йөрөгән саҡтары артты. Әрмеһенән үҙгәреп ҡайтты егет. “Әсә юлын ҡыуа, – тине ҡырыҫ ҡайны, – дегәнәктә алма бешмәҫ инде...”. Ни эшләп әсәһе юлын ҡыуһын ти? Гөлзада үҫтерҙе лә һуң уны. Юҡ, юҡ, булмаҫ! Юлдан яҙмаҫ уның улыҡайы! Ул-был була ҡалһа, кеше күҙенә нисек ҡарарһың? “Уҡытыусы балаһы!” – тиерҙәр. Кеше яман бит. Көлөрҙәр. Бығаса ана шул “уҡытыусы балаһы” тигәндәре Баязитты ауылдың бүтән балалары араһында бер башҡа юғарыраҡ тотто. Шул уҡ ваҡытта малайҙың һәр аҙымы ауыл халҡының ҡаты күҙәтеүе аҫтына алынды. Ҡайһы саҡта уның күҙгә эленмәҫ кенә эше лә ҙурҙан тороп маҡталды, төймәләй генә бәләһен дә дөйәләй күреп фашлаусылар ҙа табылып торҙо. Бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәре араһында ла булды әсе телле, яуыздары. Түбәһе күккә тейеп йөрөгән малайҙың баһаһын тап ана шулары ер менән тигеҙләп ҡуйғыланы. “Ул бит ысын әсәй түгел! Уның әсәһе эскесе булған! Алкаш булған да үлгән! Алкаш! Алкаш!..” – тип үсекләргә тотоналар.

Ундай ҡыйын ваҡыттарҙа Баязит, бүртлеккә менеп китә лә, бесән өҫтөнә ятып илай. Оҙаҡ илай ул. Илап туйғас, салҡан ятып уйға ҡала. Лапаҫ түбәһенә ябыл¬ған шиферҙың бәләкәс кенә тишегенән бүртлек эсенә ептәй һуҙылып ҡояш нуры төшә. Уның әсәһе лә шул ҡояш янында йәшәйҙер. Рәхәттер уға. Йылылыр. Кем белә, бәлки, әлеге ваҡытта, Баязиттан күрмәксе, әсәһе лә анау күпереп торған болоттарға ятып уйланып яталыр? Гөлзада әсәһе әйткәйне бит, ул күктә йәшәй, уны бейеккә, ҡояш янына фәрештәләр ҡанаттарына ултыртып алып менгән, тип. Әсәйең ана шул бейектән һине гел күҙәтеп йөрөй, тип тә өҫтәгәйне. Ҡояш бигерәк эҫе лә инде ул, тамағы кибеп, һыу таба алмай йонсомаймы икән әсәкәйе? Теге фәрештәләрҙең ҡанаттары көймәйме икән ул эҫегә? Уй, ҡанаттары янып, уның әсәһен ҡолатып ҡуймаһындар берүк! Бәлки, ҡояш янында түгел, ә айҙа йәшәйҙер Баязиттың әсәһе? Көйәнтә аҫҡан ҡыҙ тураһында ҡәрсәһенән ишеткәне бар. Зөһрә исемле, ти, бик сибәр, ти, үҙе. Бәй! Уның әсәкәйе лә Зөһрә исемле булған бит! Cибәр булғанын да белә Баязит, кәртешкәнән күргәне бар. Атаһы менән икәүләп төшкәндәр. Әсәһе ап-аҡ күлдәктә, сәскәләр тотҡан, ә атаһы – һалдат кейемендә. Әсәһе башын саҡ ҡына ҡырынайтып атаһының яурынына терәгән, уныһы бер ҡулы менән кәләшенең биленән ҡосҡан. Йылмайғандар. Кәртешкәгә төшкәндә бөтә кеше лә шулайтып йылмая, уныһын Баязит белә. Гөлзада әсәһе менән ҡалаға барғанда, бер ағай уларҙың икәүен шыҡылдатып кәртешкәгә төшөрөп алғайны, ул да шунда йылмайырға ҡушты. Ни эшләп улайттыра, тип көйһөҙләнгәйне Баязит, йылмайған кеше матур була, улым, тине Гөлзада әсәһе, бәхетле булып күренә. Үҙе гел ауыҙын йырып йөрөй бит, матур булам тиҙер. Йә бәхетле булғыһы киләлер.

Ә уның әсәкәйе ниндәй булды икән? Нисегерәк һөйләште, нисек итеп атлап йөрөгән ул? Яҡшы булғанмы? Яҡшы булғандыр, әсәйҙәр насар булалыр шул? Көлгәндә ҡысҡырып көлгәндер ҙә, үҙен үсекләгәндәрендә, ул да, Баязит шикелле, ошолайтып илағандыр инде. Их, бер генә күрһәң ине үҙен! Күктән төшһә, ҡыҫып ҡосаҡлар ҙа, бүтән унда ебәрмәҫ ине уны Баязит. Ошонда, үҙҙәре янында ғына йәшәтер ҙә ҡуйыр ине! Юууҡ-юууҡ, ебәрмәҫ ине!

– Ә-сәәй! Әс-сәәәй! – Малай, сөйҙән ысҡынырға торған серек таҡтаны ҡутарып ырғытып, мәмерйә тишегеләй өңөлөп ҡалған тишеккә башын тыға ла, күккә ҡарап ҡысҡырырға тотона:

– Ә-сә-кә-йееем! Ә-сәәй!.. Ә-сәәй, тим!

– Мин бында бит, улым! Төпәй булып ҡуйма! – Гөлзада әсәһенең тауышы был.

– Йооҡ! Һиңә түгел, үҙемдең әсәйемә ҡысҡырам! Үҙемдекенә, белдиш! Кит бынан! Һин бит минең ысын әсәйем түгел! Бар, кит!

Әле лә бына, һалғанын буйына һеңдерә алмай болғанған саҡтарында, әсәһенең үлемендә өйҙәгеләрҙе ғәйепләп, бының ише һүҙҙәрҙе йыш яуҙыра. Ҡолағың ғына сыҙаһын да, йөрәгең генә түҙһен инде ишеткәндәреңә! Етмәһә, арғы ос Гәүһәр кеше аша шомло хәбәрен еткерҙе. Имеш, Баязит йыш ҡына зыяратта, әсәһенең ҡәбере янында ҡунып йөрөй икән. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне быға әсә кеше. Аллаҡайым үҙе һаҡлаһын! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, Гөлзада бер ҡарарға килде. Көндәшенең ҡәберенә йыйынды. Өйҙәгеләренә белдереп-нитеп торманы был уйын. Ҡояш таң шаршауын асып, тау артынан үҙенең һарылы-ҡыҙыллы уҡтарын ауыл яғына ҡарай берәм-һәрәм ата башлаған мәлде саҡ еткереп алды ла, тәүәккәлләне. Картуф баҡсаһын үткәс, ауыл осона сығарған һуҡмаҡҡа боролоп төштө. Ундай ергә урам буйлап барыуҙы килештермәне ҡатын. Ҡалҡыулыҡты артылһаң, ҡул һуҙымы ғына ара ҡала. Зыярат ҡапҡаһына еткәнсе юлында осраған сәскәләрҙән гөлләмә йыйып алды. Тулҡынланды үҙе. Әйтерһең дә, мең гонаһлы килеш көндәшенең үҙе менән осрашыуға китеп бара. Күңелендә тулаған мең төрлө уйын бер төйөнгә төйнәргә итһә лә, улары тыңлашмай, төрлөһө төрлө тарафҡа пыран-заран була ла ҡуя. Йыйып алырмын тимә!

Оҙон булып үҫкән кесерткәнде йыра-йыра, Гөлзада үҙе төбәп килгән ҡәбергә табан атланы. Бер-бер артлы теҙелеп киткән таштарҙағы таныш исем-шәрифтәрҙе күреп, йөҙөн ҡиблаға бороп, доға уҡырға тотондо: “Әссәләмәғәләйкүм йә әһләл-кубур йәғьфируллаһ ләнә үә ләкүм... Әнтүм сәләфунә үә нәхну бил-әсәр...”

Күптән буяу-маҙар күрмәгән, тутығып бөткән тимер рәшәткәләр аша үрелеп, имән бағана төбөнә сәскәләрен һалды ла, яулығының осо менән битен яндырып төшкән күҙ йәштәрен һөрттө. “Һин мине ғәфү ит, – тигән булды ул, һүҙҙе ниҙән башларға белмәй байтаҡ аҙапланғас. – Асыуланма. Мин бит иреңә һине үлтереп килмәнем. Рәнйеп ятаһы булма берүк! Улыңды үҫтерҙем. Кеше араһында кәм-хур булманы. Үҙ һөтөмдө бирә алмаһам да, аҡылымды бирергә тырыштым. Ҡыйырһытманым бит балаңды. Миңә үпкәләп ятырға хаҡың юҡ! – Үҙе алҡымына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәрә алды.- Башҡаса төшөмдә килеп йонсотма. Улымды барыбер һиңә бирмәйем! Бирмәйем, ишетәһеңме? Бирмәйем! Бир-мәәә-йеем!..” Әсә кешенең был һүҙҙәре, елгә эйәреп, йәһәннәмгә китеп олаҡты... 

...Ә теп-теүәл бер йылдан тотош ауылды тетрәткән хәл булды. Ауылдан сығып китеп олаҡҡан Баязит, ҡайтып инеп, лапаҫта һыйыр һауып ултырған Гөлзадаға йәбеште. Һарай мөйөшөнә өйөлгән бесән өҫтөнә гөрһөлдәп барып осто ҡатын, сәскәле халат, иңдәренән һыпырылып, аяҡ аҫтына осто.

– Теймә әсәңәәә! – Тауышҡа атылып килеп ингән Ғәфүр улын елтерәтеп тышҡа быраҡтырҙы.

«Ана һөтө лә ана һөтө, ти ине», – тип оҙаҡ илауланы Сәбилә ҡарсыҡ.

Хәмзә ҡарт бығаса бүртлектә йәшереп тотҡан ҡушкөбәгенә йәбеште: – Тегеһен ҡалдырып яңылышҡайным, быныһын үҙ ҡулдарым менән юҡ итәм ҡәбәхәттең! Ауыл өҫтөн ҡаплаған төн пәрҙәһен йыртып, мылтыҡ тауышы яңғыраны. Баязитҡа тәғәйенләнгән пуля, Гөлзаданың йән өҙгөс тауышына ҡаҡлығып, билдәһеҙлеккә осто:

– Ба-ла-ҡай-ғы-наам!..

Фото: www.instagram.com

 

Автор:Лена Хәйруллина
Читайте нас в