Бергә уҡыған ҡыҙы Зөлфиә менән никахлашып йәшәп ятҡан булалар. Улы бер байрамда Зөлфиәнең районына барып, ҡунаҡ булып та ҡайтты. “Әсәһе нисек?” – тигән һорашҡайны, улы артығын һөйләмәне, ярарлыҡ, тип кенә ҡуйҙы.
– Әйҙәгеҙ, көҙгә туй үткәреп ҡуяйыҡ, – тине әсәһе Данирға.
– Ҡабаланма, әсәй, ҡабаланма. Беҙ үҙебеҙ хәл итәбеҙ, – тине Данир, өлкәндәр һымаҡ.
– Ярай, үҙегеҙ хәл итәһегеҙ икән, шулай булһын.
Өйҙә ниндәйҙер һалҡынлыҡ барлыҡҡа килде. Данир менән Зөлфиә бер-береһе менән бик һөйләшмәй, айырым ултырып ашайҙар. Нәсихә түҙмәне, Данирҙан һорарға булды:
– Әллә, улым, бер-бер хәл булдымы арағыҙҙа? – тине ул, борсолоп.
– Әсәй, һин беләһең, мин һине үҙебеҙҙең араға ҡыҫылдырмаҫҡа тырышам, – тине улы, ризаһыҙ ғына. – Борсолма, бер ни ҙә юҡ. Тик Зөлфиәнең талаптары миңә оҡшап етмәй.
– Ни өсөн оҡшап етмәй?
– Ул да, һинең кеүек, туй үткәрәйек, ти. Әсәй, беләһеңме, үҙем өйгә алып килгән һәр бер ҡыҙға өйләнә башлаһам, һеҙҙең аҡсағыҙ туйға түгел, ашарға ла етмәҫ ине.
Уның был һүҙҙәре Нәсихәне аптыратты. Шулай буламы икән ни инде?
Икенсе көнөнә ҡараһа, Зөлфиәнең бер кейеме лә ҡалмаған.
– Ә Зөлфиә ҡайҙа? – тип һораны улынан.
– Зөлфиә ҡайтып китте, хәҙер ул ятаҡта йәшәй.
– Нисек инде? Никах уҡыттығыҙ, көҙгә туй тураһында һөйләшәбеҙ.
– Онотма, әсәй, никахты һин уҡыттың. Минең уға мөнәсәбәтем юҡ. Шунан һуң, йола буйынса булһын тиһәң, мин айырылышыу талаптарын да үтәнем.
– Улым, нисек үтәнең?
– Өс тапҡыр “талаҡ” тип әйттем, шул еткәнме, әсәй?
Нәсихә аптырап ҡалды. Улынан ул быны көтмәгәйне. Ҡарале, талаҡ тип әйтергә лә өйрәткәндәр бит әле.
Улы сығып киткәйне, Нәсихә Зөлфиәгә шылтыратты.
– Ҡыҙым, бөгөн күренмәнең, ҡайтып киткәнһең икән, – тине Нәсихә.
– Шулай тура килде шул, – тине ҡыҙ. – Данир әйберҙәремде килтерешеп ҡуйҙы, рәхмәт инде.
– Ҡыҙым, миңә дөрөҫөн әйт. Тимәк, һеҙ айырылышырға булдығыҙ?
Зөлфиә өндәшмәне, мышҡылдап ҡуйҙы, әллә иланымы икән?
– Бәлки, һуңғараҡ һөйләшербеҙ, мөмкин булһа, Нәсихә апай, – тине ул, бер аҙ тын торғандан һуң. – Әле күңелем уйнап тора.
– Күңелең уйнап тора? – ғүмер баҡый табип булып эшләгән Нәсихә өсөн был бик етди ишара ине. Ҡыҙҙың бөтәһен дә һөйләп бөтмәгәне асыҡ, шартлы ишаралар ғына яһай.
– Хәҙер беҙгә килә алаһыңмы? – тине Нәсихә.
– Юҡ, Нәсихә апай, мин һеҙгә килә алмайым.
– Әле һин ҡайҙа?
Теге башта тынлыҡ оҙаҡ ҡына дауам итте, Зөлфиә өндәшмәне.
Нәсихә күңеле менән һиҙҙе:
– Ҡыҙым, һин табипҡа керергә ултыраһыңмы әллә?
– Мин һеҙҙе алдай алмайым, – тине Зөлфиә. – Мин сиратта ултырам.
– Әйҙә, былай һөйләшәйек, – тине Нәсихә. – Һин ҡаралаһың да ҡайтаһың. Шунан осрашып һөйләшербеҙ. Мин һинең хәлеңде аңлайым, беҙ һиңә ярҙам итергә әҙер. Һинең киләсәгең буйынса ҡарарҙы бергә ҡабул итербеҙ.
Шулай һөйләштеләр. Күп тә үтмәне, Даниры шылтыратты.
– Әсәй, мин һинең күптәнге теләгеңде тормошҡа ашырырға булдым.
– Нимә тураһындағы теләкте?
– Сабыр бул, әсәй, күп ҡалманы. Киске етеләргә беҙҙе көтөгөҙ.
Нәсихә иренә шылтыратты. Оҙон көн буйы эштә йөрөгәс, Исхаҡ улының хәлдәрен белмәй, хатта ҡыҙыҡһынмай ҙа ине. Зөлфиәнең ҡайтып киткәне уның өсөн дә яңылыҡ булды. Нәсихә үҙенең шик-шөбһәләре менән уртаҡлашты. Ҡайта һалып, тиҙ генә табын әҙерләне. Ул арала күтәренеп ире Исхаҡ ҡайтып керҙе. Ете тулды, һигеҙенсе китте.
– Бына беҙ ҡайттыҡ, әсәй, – ишектә Данир менән таныш булмаған бер ҡыҙ күренде.
“Һаумыһығыҙ” – “Һаумыһығыҙ”, “Үтегеҙ, үтегеҙ”.
Нәсихә менән Исхаҡ юғалып ҡалдылар. Ишектән итеген дә һалмаған көйө килеп ингән ҡыҙ,
Данирҙан ярты башҡа бейек булып тора ине. Аяғына бейек үксәле итек кейгән, сәстәрен бейек итеп ҡабартып прическа яһаған. Шунан ҡыҙ нимә эшләй инде? Нәсихә менән Исхаҡҡа ҡарап та тормайынса өйҙө барлай башлай, стенкаға күҙ һала, аяҡ аҫтындағы келәмде итеге менән тапай.
– Фатирығыҙ ҡалай йыйнаҡ, бәләкәй генә икән, – тине ул, түшәмгә лә күҙ ташлап. – Әллә натяжной потолок ҡуйғанһығыҙ инде?
Ҡуйғайнылар шул, башҡаһына аҡса етмәгәс.
– Йомшаҡ мебелегеҙ ҙә боронғо икән.
Түргә саҡырҙылар. Дүртәүләшеп ултырыштылар. Ҡыҙ, танауын сирып, өҫтәлдәге ризыҡтар менән танышты. Барлап сыҡҡандан һуң, сәтәкәй бармағы менән бер салатҡа күрһәтте:
– Миңә бына ошоно саҡ ҡына һалығыҙ. Тик һыуыҡ булмаһын.
Атаһы менән әсәһе иҫкә килә алмай ултырған арала, Данир ағымдағы ваҡиғаларҙы үҙ ҡулына алды.
– Әсәй, атай, таныш булығыҙ, Ленара, минең кәләшем. Әгәр һеҙ рөхсәт итһәгеҙ, беҙ өйләнешергә булдыҡ.
Ата менән әсә аптырап ҡалды, тиһәк, етмәҫ, улар өнһөҙ-телһеҙ ҡалды.
– Бик яҡшы, – тине атаһы, бер минуттай һүҙһеҙ ултырғас, аңына килеп.
– Эйе шул, – тине әсәһе тотлоға-тотлоға. – Мин педиатр, балаларҙы бик яратам.
– Юҡ-юҡ, – тине Ленара. – Әлегә балалар юҡ, ҡабаланмайбыҙ.
– Рәхмәт, атай, әсәй, фатихағыҙ өсөн. Беҙ әлегә үҙебеҙ өсөн йәшәргә булдыҡ.
– Үҙегеҙ өсөн йәшәү нисек була инде? – тине Нәсихә, һаман иҫенә килә алмай.
– Балалар тураһында һөйләмәйбыҙ, – тине Данир. – Беҙ Ленара менән был хаҡта һөйләштек, мин егет һүҙе бирҙем. Һәм мин уны үтәргә теләйем, әсәй. Атай, һин дә хупларһың, тип көтәм.
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тине атаһы. – Беҙ был эшкә ҡыҫыла алмайбыҙ. Бала табыу, бала үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе йәштәр үҙҙәре хәл итә, – тине Исхаҡ һәм, ярҙам эҙләгәндәй, ҡатынына ҡарап ҡуйҙы.
Өҫтәл артында ултырған арала Нәсихә менән Исхаҡ Ленараның ата-әсәһе хаҡында һорашты. Хужагилдиндәрҙе Исхаҡ белә икән. Атаһының төҙөлөш бизнесы бар. Әсәһе күберәк ғаилә менән була һәм салон тота, сауҙа үҙәгендә үҙенең бутигы бар.
– Бына был кейемдәр бөтәһе лә шунан алынған, – тип ҡыҙ өҫтөндәге кейем-һалымға оҡшаған, заманса инде, әйберҙәренә күрһәтте, йәғни еңелсә маҡтанып ҡуйҙы.
Ленараның һөйләгәндәрен ентекләп тыңлаһаң, шул һиҙелә: өйләнеү мәсьәләһен ул хәл ителгән тип иҫәпләй һәм ҡаршы түгеллеген ҡат-ҡат иҫкә төшөрә.
– Минекеләр һеҙҙең хаҡта бөтә мәғлүмәтте алып бөткән инде. Данирҙы ла оҡшаттылар. Так что, туйға әҙерләнәбеҙ, – тине кәләш, бәхәсләшергә урын ҡалдырмайым, тигән ҡиәфәт менән.
Нәсихә менән Исхаҡ, сығып тиҙ генә кәңәшләшкәндән һуң, ошо шәмбе һоратырға барырға булдылар.
– Ярай, – тине килен булаһы ҡыҙ. – Мин атайым менән әсәйемә әйтермен, улар һеҙҙе көтөрҙәр. Сәғәтен хәбәр итербеҙ.
Әлегә шулай хушлаштылар.