-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Декабрь 2021, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Икенсе бүлек

– Ҡара әле, атаһы, һин нимә ҡарап ултыраһың, бик ашығыс булманымы был? – тине Нәсихә, йәштәр сығып киткәс. – Үҙең күреп тораһың, мин дә һин әйткәнде хуплайым. Ләкин был ашығыс ҡына түгел, бик ҡабалан булды, – тине Исхаҡ, күпте күргән кеше һымаҡ. – Былар ҡайҙалыр ҡабалана бит. – Әллә берәй етди сәбәбе бар микән? – тин де әсә. – Туҡта, ә ҡайҙа Зөлфиә, ул ниңә юҡ бында? Ҡатыны барыһын да һөйләп бирҙе. Тик ҡыҙҙың табипҡа ҡабул итеүгә барыуы хаҡында ғына өндәшмәне.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ...  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Икенсе бүлек
– Тимәк, Зөлфиә уны ташлаған, – тине Исхаҡ. – Был Данир уға үс итеп тиҙ арала өйләнергә булған.
– Әйҙә, машинаңа ултыр, Зөлфиәнең хәлен белеп ҡайтайыҡ, – тине Нәсихә.
– Һин еңел генә хәл итәһең. Малайың берәүгә өйләнергә итә, һин икенсегә барырға итәһең. Белеп ҡалһалар? Етмәһә, мин саҡ ҡына эстем бит.
Зөлфиә менән осрашыуҙы кисектерергә булдылар.
Икенсе көнөнә башҡа мәшәҡәттәр күмеп китте. Нәсихә менән Исхаҡ Данирҙың өйләнергә йыйыныуы хаҡында берәүгә лә өндәшмәне, ә быны бөтә ҡала белә икән. Данир Ленара менән икеһенең фотоһын, йәрәшеүҙәре хаҡында яҙып, социаль селтәргә ҡуйып та өлгөргән. Хатта Нәсихә эшләгән дауахананың бүлек мөдире үҙе кереп ҡотлап, бәхетле йәшәүҙәрен теләп сыҡты.
Ҡайтыуға улы көтөп тора:
– Әсәй, туй бик матур үтергә тейеш. Ленара шундай талап ҡуя.
– Туй матур үтер, борсолма, улым, – тине әсәһе. – Тик беҙҙе ҡабалан булыуы һағайта. Әллә бер-бер сәбәбе бармы? Кәләшеңде әйтәм, ауырлы түгелме?
– Юҡ, әсәй, борсолмағыҙ, – тине егет, ҡарашын ситкә күсереп, – бөтәһе лә һәйбәт. Кем әйтә беҙҙе ҡабаланалар тип?
– Атайың да шулай ти, миңә лә шулай тойолдо.
– Нисек ҡабаланабыҙ? – тине улы. – Кисә һеҙ фатиха бирҙегеҙ, шәмбе һоратаһығыҙ, ике аҙнанан туй.
– Ике аҙнанан туй?! Беҙ туйлыҡ аҡсаны ҡайҙан алайыҡ? Иң кәмендә 200 мең кәрәк буласаҡ!
– 200 мең? Әсәй, һин нимә һөйләйһең? 200 мең тиһеңме?
– Ярай, 200 булмаһа, 100 мең ти. Ул сама аҡсаны хәҙер генә ҡайҙан табайыҡ? – тине әсәһе.
– 200 мең дә, 100 мең дә түгел, 500 мең кәрәк буласаҡ. Әгәр мине кешесә өйләндерергә теләгегеҙ булһа, ярты миллион.
Нәсихә һынһыҙ ҡалды. Күҙенә улының уҫал, ҡомһоҙ, шәфҡәтһеҙ йөҙө генә күренә ине. Бына ул, тештәрен ыржайтып, кемделер ҡараңғы мөйөштә талаған һымаҡ: “Ярты миллион һум! – тип ыҫылданы. – Ярты миллион һум!”
Әсә көс-хәл менән үҙен ҡулына алды.
– Әгәр мин яңылышмаһам, улым, ярты миллион хаҡында һүҙ булды.
– Эйе, әсәй, яңылышманың. Хәҙер туйға иң кәмендә ярты миллион тотоналар.
– Ярты миллион икән шул, – тине әсәһе.
– Тик, әсәй, ҡара уны, – тине улы, янаған һымаҡ, – был ярты лимон эсенә һеҙ һаласаҡ бүләк кермәй.
– Төшөндөм, – тине әсәһе, ҡалтыранып. – Мин бала-саға түгел.
Әсәһе иламһырап ҡуйҙы:
– Һуңғы арала расход күбәйеп китте шул. Һиңә машина ла алдыҡ, – тине.
– Машина алдыҡ, тиһеңме? – тине улы, мыҫҡыллы йылмайып. – Шуны машина тиһеңме? Белгең килһә, әсәй, Рено – ул дүрт тәгәрмәсле арба. Машина улай булмай. Ана ултыра. Ни өсөн ултыра? Сөнки мин уға ултырып йөрөргә ғәрләнәм. Шул “Рено”ны күрһәм түгел, иҫемә төшһә, йәшәгем килмәй башлай. Ишетәһеңме, әсәй, һинең берҙән-бер улыңдың йәшәгеһе килмәй. Һинең улың, әсәй, иҫке “Рено” менән уҡырға йөрөргә ояла.
Нәсихәнең башы әйләнде, йөрәге һуҡты, ул йығыла яҙҙы.
– Оялғас, ултырһын, – тине әсәһе көс-хәл менән.
– Улығыҙға йүнле машина ла алып бирә алмағас, уны ниңә уҡытаһығыҙ?
– Үҙең бит, әсәйемдең һөнәрен һайлайым, тинең, мединститутҡа барам, тинең. Беҙ ризалаштыҡ. Улым, ҡыйын булһа ла һорайым әле, Зөлфиә ҡайҙа, уға ни булған?
Элекке кәләшенең исеме ишетелгәс, Данир һиҫкәнде һәм йөҙөнә битарафлыҡ, йәнһеҙлек, хатта уҫаллыҡ, яһиллыҡ сығарып, тешен ҡыҫып, һөйләнде:
– Зөлфиәне башҡа бер ваҡытта ла телгә алмағыҙ, ул – үтелгән этап.
– Ҡалай ҡаты һөйләшәһең, улым, һине танырлыҡ та түгел, – тине әсәһе. – Кем өйрәтте һине былай итеп һөйләшергә?
Тәүҙә егет аптырап ҡалды:
– Ә кем мине өйрәтте, кем тәрбиәләне, кемдең ғаиләһенән сыҡҡанмын? Һеҙ, һеҙ өйрәттегеҙ мине шулай булырға. Минең башҡа уҡытыусыларым булманы, әсәй. Һығымталарҙы үҙең яһа.
– Беҙ һине, улым, насарлыҡҡа өйрәтмәнек, – тине әсәһе, ҡалтырана-ҡалтырана.
– Шулай булғас,
ниңә һорайһың, әсәй, һин һораның – мин яуап бирҙем, – тип үтен ҡойҙо Данир.
– Мин һине танымайым, улым, – тине әсәһе иламһырап һәм бүлмәһенә инеп китте.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: