0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Декабрь 2021, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Өсөнсө бүлек

Нәсихә көнө буйы шылтырата, ләкин Зөлфиәнең телефоны яуап бирмәй. Бер заман бөтөнләй һүндереп үк ҡуйҙы. Ҡатын борсола, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй. Аптырағас, ятаҡҡа эҙләп китте. Ярай әле, Зөлфиәнең иптәш ҡыҙҙарының береһен осратты. Динә Зөлфиә янына бер тапҡыр килгәйне. Нәсихә, ҡыҙҙы күреү менән: “Ҡыҙым, һин Зөлфиәнең әхирәте бит әле”, – тип өндәшеүгә, тегеһе, боролоп, китте лә барҙы. Ишек төбөндә тотоп: – Ҡыҙым, зинһар, әйт, ҡайҙа Зөлфиә? – тип һорағас: – Ул ҡайтып китергә йыйына. Унда хәҙер уҡыу ҡайғыһы юҡ, – тине Динә. Шул ваҡыт Нәсихәнең телефоны шылтыраны.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ...  Хикәйә  Өсөнсө бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Өсөнсө бүлек
Улы икән.
– Әсәй, әсәкәйем, һин ҡайҙа ул? – тине улы иркә генә итеп.
– Ҡала буйлап йөрөйөм, улым, туйға әҙерләнәбеҙ бит, – тине әсәһе тыныс ҡына.
– Ни эшләп юҡты һөйләйһең, әсәй!? – тине улы уҫал тауыш менән. – Һин бит ятаҡта йөрөйһөң, Зөлфиәне эҙләйһең!
– Һуң, улым, үҙенән һорашырға ине.
– Ул бит – кеше балаһы. Зөлфиәнән нимә һорашаһың, әсәй?
– Улым, кеше балаһы булһа ла, рәнйетергә ярамай! Бәлки уға ярҙам кәрәктер.
– Әсәй, һин уға ярҙам итә алмайһың. Ә бына минең проектты юҡҡа сығарыуың бар, әсәй!
– Проект? Ниндәй проект һөйләйһең, улым?
– Линараға өйләнеүем – минең иң уңышлы проект! Проект ҡына түгел, минең ғүмерлек хыялым, теләгем, ниәттәрем тормошҡа аша!
– Ул проект һиңә нимә бирә ул?
– Барыһын да бирәсәк! Фатир – һеҙҙекенән ике-өс тапҡыр ҙурыраҡ, автомобиль – иң кәмендә “Крузак”, сит илдә ял итеү, ниһайәт, балаларымды сит илдә уҡытыу. Был – джекпот, әсәй, аңлайһыңмы, джекпот! Ошо джекпот мине хәҙер ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк һәм тәьмин итәсәк! Иң мөһиме, уның атаһы менән әсәһе мине ҡабул итте! Улар мине үҙҙәренең улы һымаҡ күрә! Улар – бай! Һин мине шул байлыҡты ҡулланыуҙан мәхрүм итергә итәһең, әсәй!
– Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем, – тине әсәһе һаман да үҙе ишеткәндәргә ышанмай.
– Юҡ, һин миңә яҡшылыҡ теләмәйһең. Әгәр теләһәң, ятаҡта йөрөмәҫ инең. Ысҡын ятаҡтан, ҡайт өйөңә! Ҡатын аптыранды,тирә-яғына ҡаранды. Бер таныш кеше күренһәсе! Шул уҡ ваҡытта, барыһы ла уны таный һәм, һин бында ни эшләп йөрөйһөң, һин бит улыңдың бәхетенә аяҡ салаһың, сығып кит бынан, тип әйтә һымаҡ.
Нәсихә оло урамға сыҡты, күҙенә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы салынды. Мединститут ҡайһы районға ҡарай, студенттарҙы хеҙмәтләндереп торған поликлиника ҡайҙа, тиҙерәк, тиҙерәк, ҡабаланырға кәрәк! Ул – өлгөрөргә, Зөлфиәне табырға, уны һәләкәткә илтеүсе аҙымдан ҡотҡарырға тейеш! Тиҙерәк бул, нимә эшләп тораһың!? Ана студенттар килә, моғайын, улар – медицина институтыныҡыларҙыр. “Ҡыҙҙар, ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йөрөйһөгөҙ?” – тине ул.
Шунда уҡ аңлатып, юлын күрһәтеп ебәрҙеләр. Тиҙ генә барып етте. Унда регистратурала уҡ гинекология бүлегенә йүнәлттеләр. Ғүмер буйы дауаханаларҙа эшләгән Нәсихә үҙ хоҡуҡтарын белә. Халатын өҫтөнә һалып, эшлекле ҡиәфәт менән тегеләй ҙә үтте, былай ҙа. Үҙен бик ышаныслы тотҡанғамы икән, бер урында ла туҡтатып торманылар. Аҡрын ғына атлап, һуңғы урынға килде. Бинаның ярым подвал өлөшөндә һалҡын, ҡараңғы мөйөштә бер-береһенән йөҙҙәрен һәм күҙҙәрен йәшереп, ауыр, ләкин изге йөктәренән ҡотолорға килгән ҡатын-ҡыҙ сират көтә. Тыумаған сабыйҙар зыяраты ошонда башлана. Берәү ҙә теләп килмәй бында. Һәр кемдең үҙ сәбәбе бар. Нәсихә килеп ултырҙы ла, уйлана башланы. Әллә һуңланым инде, тине ул. Ер менән бер кимәлдәге бәләкәй генә тәҙрәләрҙән төшкән яҡтылыҡ кешеләрҙең йөҙҙәрен күрергә ҡамасаулай. Әллә һуңланымы? Бәлки эскә үтеп өлгөргәндер?
Нәсихә түҙмәне, унлап ҡатындың эргәһенә баҫып: “Зөлфиә!” – тип шым ғына өндәште.
Сират уға боролдо, ә ишек төбөндә ултырған ҡатын, танымаһындар, тигән һымаҡ, йөҙөн ҡапланы.
– Зөлфиә, балаҡайым, әйҙә, ҡайтайыҡ, – тине Нәсихә.
Сираты еткән ҡыҙ, подвалды яңғыратып, илап ебәрҙе.
– Әйҙә, ҡайтабыҙ. – Нәсихә мөмкин тиклем йомшаҡ өндәшергә тырышты, эргәһенә килде, етәкләп алды һәм сығыр яҡҡа ынтылды.
Операция бүлмәһенең ишеге, ауыр шығырҙап, асылды һәм шәфҡәт туташы: “Кемдең сираты?” – тип өндәште.
Нәсихә апай менән Зөлфиә сығып киттеләр.
Улар сыҡтылар һәм дауахана мөйөшөндә, бер-береһен ҡосаҡлап, күңелдәре
 
булғансы иланылар.
– Ниңә сығып киттең? Ниңә беҙгә әйтмәнең!? – тип үпкәләне Нәсихә, киленен ҡосаҡлап.
– Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, – тип аҡланды Зөлфиә, – һеҙҙең улығыҙ өйөгөҙҙән ҡыуа, тип ошаҡлашып торайыммы инде? “Талаҡ получила, выметайся отсюда!” – тип тик тора!
Улар кеше күрмәгән мөйөштәрҙән Нәсихәләрҙең фатиры яғына ыңғайланылар. Шул ваҡыт Зөлфиә туҡтап ҡалды:
– Юҡ, мин һеҙгә бармайым, – тине ул, – һеҙгә мәшәҡәт яһағым килмәй.
– Борсолма, – тип тынысландырҙы уны Нәсихә, – мин уның ҡайтырына шикләнәм. Хәҙер үҙе өсөн бик уңайлы урын тапты бит инде.
Шым ғына керҙеләр, өйҙә берәү ҙә юҡ. Бөгөн Исхаҡ та һуң ҡайтыр һымаҡ.
Нәсихә киленен яратыуын, тыуасаҡ баланы ҡотҡарып ҡалыуҙан, шатлығын йәшермәне.
– Йә, инде, һөйләшмәйенсә, кәңәшләшмәйенсә кит тә бар. Улай ярамай, килен. Беҙ һине, үҙ балабыҙ һымаҡ, ҡабул иттек.
Исхаҡ ҡайтҡансы, байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Төнгө ун икеләрҙә йорт хужаһы ҡайтып керҙе. Исхаҡты ике сантехник оҙатып килде. Исхаҡ лаяҡыл иҫерек ине.
– Ни эшләп эстең, атаһы? – тине аптырап, ҡатыны.
– Эсмәйенсә, хәҙер буламы ни, үҙең күрҙең бит, улыма йәнем көйөп эстем...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: