+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Бишенсе бүлек

Зөлфиә фатирҙа бер үҙе ҡалды. Тып-тын. Сәғәт текелдәгәне генә ишетелә. Ишекте барып ҡараны, эстән эләктереп ҡуйҙы. Ләкин бер-ике аҙым да яһап өлгөрмәне, ҡыңғырау шылтыраны. Зөлфиәнең йөрәге дарҫлап тибә, ул, ҡайҙа барырға белмәй, урамға ҡараны. Унда, исмаһам, бер кеше күренһәсе! Ишектәге ҡыңғырау тағы шылтыраны, еңелсә генә шаҡып та алдылар. – Зөлфиә, ас, һиңә бер нәмә лә булмаҫ, – тине Данир, – юғиһә, емереп керәм!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ...   Хикәйә  Бишенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Бишенсе бүлек
  • Аптырағас, ҡыҙға ишекте асырға тура килде.
    – Һиңә нимә кәрәк тағы? – Зөлфиә егеткә ҡаршылыҡ күрһәтергә әҙерләнде.
    – Бер нимә лә кәрәкмәй. Һиңә бер нимә лә булмаҫ, – тине егет, – хәҙер мин һине, егеттәрҙе саҡырып, бәйләп алып, әллә ҡайҙа алып китә алам, ләкин ундай теләгем юҡ. Элекке булһа ла, һин минең кәләшем булған ҡыҙ.
    – Ә мин һинән ҡурҡмайым, Данир! – тине тегеһе. – Ҡатын-ҡыҙға, айырыуса, үҙ балаһының әсәһенә ҡул күтәргән кеше бер ваҡытта ла бәхетле була алмай! Мин бер ҡайҙа ла бармайым, өйҙә генә уҡыйым.
    – Ярай, мине ҡурҡытма! – тине егет. – Һин минең ниндәй маҡсаттар менән йәшәгәнемде беләһең. Уға ирешеү өсөн, мин бер нәмә алдында ла туҡтап ҡалмаясаҡмын! Зөлфиә, ҡара үҙеңә, һин миңә нимә бирә алаһың? Ә Ленара менән мин бәхетле буласаҡмын. Шулай булғас, әсәйгә лә зарланма! Ул элекке рухта тәрбиәләнгән, хәҙерге талаптарҙы белмәй.
    – Әйт, миңә нимә эшләргә кәрәк һинең өсөн? – тине Зөлфиә.
    – Әһә! Һин, ниһайәт, аңлай башланың, шикелле. Һинән бер нәмә лә талап ителмәй. Һин минең тормошомда иң ҙур аңлашылмаусанлыҡ булдың. Дөрөҫөрәге, мине алданың. Һин әсәйгә, бала Данирҙыҡы түгел, тип әйтергә тейешһең...
    – Юҡ! Мин әсәйеңде алдай алмайым!
    – Минең хаҡыма, тыуасаҡ балаң хаҡына алда!
    – Ярай. Былай килешәйек: һин үҙең әсәйеңә, ҡайтып, аңлат, ә мин, ул һораһа, өндәшмәм. Һиңә шул етәме?
    – Ни эшләйһең, ризалашырға тура килә. Ну, ныҡ тораһың, хәйерлегә булһын. Ярай, мин һиңә козырь кәртен ташлайым, – тине Данир, – бына – асҡыс, ана тышта аҡ “Рено” ултыра, ул һинеке. Мин уны һиңә бүләк итәм. Таныҡлығыңды юғалтманыңмы әле?
    Зөлфиә тәҙрә эргәһенә килде.
    – Анау ап-аҡ “Рено”мы?
    – Эйе, шул ап-аҡ “Рено” һинеке. Минән һиңә ярҙам булыр. Яғыулыҡты ла әҙ ашай, етмәһә, автомат.
    Зөлфиә, асҡысты алып, ҡулында уйнатты:
    – Ярай, асҡыс миндә, мин уйлармын...
    – Йә, Зөлфиә, иҫән-һау йөрөргә булһын!..

    Шәмбе көн таң менән Нәсихә, иренә эйәреп, Данирға кәләш һоратырға әҙерләнә башланы. Был уңайҙан, хатта, бөҙрәханаға барып, сәсен буятырға ла өлгөрҙө. Ә Исхаҡ бик тулҡынлана, хатта тулҡынланыуҙан – 50 грамм, аҙаҡтан 100 грамм ҡойоп эсергә тура килде. Юҡ, алмай, өҫтәүҙе талап итә.
    – Етәр инде, иҫерәһең бит! – тип тыйҙы ҡатыны.
    – Һиңә рәхәт, һин тыныс. Ә мин тыштан түгел, эстән ҡалтырайым, – тип аҡланды тегеһе, – ул ниндәй халыҡ икән, унға тинеләр, ун икегә күсерҙеләр. Мин әйтте, тиерһең, ун ике булғас, бергә күсерәсәктәр. Ҡой, бер аҙ күңелде баҫайым.
    Сәғәт ун ике булғайны, ысынлап та, осрашыуҙы икегә күсерҙеләр.
    Ике арала, өтәләнеп, Данир оса-ҡуна йөрөй. Ҡайҙан аҡса тапҡандыр, өҫтөндә – ап-аҡ костюм-салбар. Ботинкаһына тиклем – аҡһыл. Бөтә урам бала-сағаһын аптыратып, кабриолет менән генә килеп төшә малайың, уныһы, моғайын, Ленараныҡылыр инде. Харап, үҙенә килешә икән!
    – Ҡабаланмағыҙ, – тине ул ата-әсәһенә, – ҡайныға министр шылтыратҡан. Бер объектты Мәскәү вәкилдәренә күрһәтергә теләй, ти. Борсола, бәлки башлыҡ та килеп ҡушылыр, тиҙәр.
    Ай-һай, был малай эре һөйләшә! Әйтерһең, үҙе шулар араһында йөрөй инде!
    Тынысландылар бер аҙ, төшкөлөктө ашап алдылар. Бер заман Нәсихәнең телефонына СМС-ка килде.
    – 16 сәғәттә беҙҙе Йәйғор урамы, 94-тә көтәләр, – тине ул.
    Исхаҡ түҙмәне, тағы барып, һыуытҡысты асты:
    – Әсәһе, мин әйтте, тиерһең, тағы күсерәсәктәр. Һиҙәһеңме, әсәһе, былар бит беҙҙе түбәнһетергә, хатта мәсхәрәләргә самалай!
    Нәсихә өндәшмәй. Ул, һәр ваҡыттағыса, күндәм һәм хатта битараф һымаҡ. Сәғәт дүрттәрҙән һуң подъезд алдына автобустан саҡ ҡына бәләкәйерәк микровэн килеп туҡтаны. Унан – Данир, икенсе яғынан Ленара килеп төштө. Нәсихә менән Исхаҡты алып төштөләр. Ир инде буйтым булғайны, шулай ҙа, һиҙҙермәҫкә тырыша. Ярты сәғәт тә
  •  
     
    үтмәне, микровэн Йәйғор урамына килеп, әллә өс, әллә дүрт ҡатлы йорттоң алдына туҡтаны.
    Хужа, үҙе сығып, болдорҙа ҡаршы алды:
    – Ошолармы беҙҙең ҡоҙа менән ҡоҙағый? – тине ул, ҡунаҡтарына миһырбанлы ҡараш ташлап. – Бер үк ғәфү итегеҙ! Һеҙҙе бер аҙ көттөрҙөк, шикелле. Бында минең ғәйеп юҡ. Бына – минең хәләл ефет, барлыҡ һорауҙар һәм үпкәләрҙе уға белдерегеҙ. Мин – эш кешеһе. Исхаҡ ҡоҙа, Нәсихә ҡоҙағый, Рәхим итегеҙ! Беҙ һеҙҙе ҡабул итергә әҙер!
    Уға хәләл ефете килеп ҡушылды:
    – Саҡ ҡына көттөрҙөк, тиһә лә, алты сәғәтләп ваҡыт үтте. Бер үпкә лә юҡ, тәүге һынауҙы уңышлы бирҙек. Эш кешеләре шулай була инде, бер үк үпкәләмәгеҙ. Уның ҡарауы, һеҙҙе ҙур залда бәләкәй генә концерт көтә.
    Йәһәтләп, өҫтәлгә саҡырҙылар. Йорт хужаһы асыҡҡан, күрәһең, тегеһен дә үрелеп ҡаба, бында ла бысаҡ менән йәбешә. Үҙе ашай, үҙе һөйләй торған кеше икән. Һоғаланып ашауы менән туҡтауһыҙ һөйләүе араһында шулар асыҡланды: ҡалала унан да шәп төҙөүсе юҡ икән, хәҙерҙән фатир һайлай ала. Әлбиттә, ташлама буласаҡ. Бер аҙ.
    – Туҡта әле, атаһы, миңә лә бер нисә һүҙ әйтергә ирек бир, – тине ҡатыны, әллә һораны, әллә бойорҙо, – иң тәүҙә һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем. Бынау ҡырыҫ заманда шундай һәйбәт малай үҫтергәнһегеҙ. Ленара тәүге тапҡыр алып ҡайтып күрһәткәс тә, ҡасан булды әле, ике аҙнамы, күңелебеҙ менән ҡабул иттек тә ҡуйҙыҡ. Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә генә ҡарап тора, аҡыллы, тәрбиәле. Хәҙер ундай балалар бармы ни ул?
    – Эйе, әсәһе, эйе! Мин дә шулай уйлап торам! – тип ҡушылды хужа. – Юғиһә, анауы, Буланкиндың малайы, эйәләшеп алды бит. Көн һайын, килә лә етә, килә лә етә. Автоһының алды-арты бәрелеп бөткән, номеры төшөп ҡалған. Шуның менән, минең ҡапҡа алдына килеп ултыра бит әле! Мин әйтәм, безопасниктарға, теге именлекте тикшереүселәргә инде, Буланкиндың ултырып ҡайтҡанын да, жулик икәнлеген дә беләм, ә малайы ниндәйерәк бәндә икән? Бер аҙнала асыҡлап ҡуйҙылар: тәмәке тарта, эскесе, етмәһә, башлап йөрөүсе наркоман. Бына, әсәләре алдарға бирмәҫ, ундайҙарға ҡәберең яҡын булмаһын! Ә беҙҙең ҡыҙ тәртипле! Үҙенең кем ҡыҙы икәнлеген белә! Так что, беҙгә крупно повезло!
    – Беҙгә лә бер нисә һүҙ әйтергә мөмкинме? – тип һүҙ һораны Исхаҡ.
    Хужалар һоғаланып ашаған арала, ул ике вискиҙы ла тәмләп ҡарағайны инде:
    – Шул, һеҙҙең ҡыҙ менән беҙҙең малайҙың мәшәҡәте менән йөрөп ятҡан баш. Бәлки...
    – Эйе, ҡоҙа, дөрөҫ әйттең, мәшәҡәт был, күңелле мәшәҡәт! – тине хужа, ниндәйҙер бер затлы балыҡты кимерә-кимерә. – Мин һеҙҙең хаҡта ла барыһын да беләм! Егеттәр маҡтай, торлаҡ хужалығында инженер, бер түгел, ике фирмаһы бар. Әлбиттә, башҡарған эштәре ҙур түгел. Ҡоҙа, мин һине шефҡа алам! Подъездарҙы ремонтлайбыҙ, бөтә ҡала ялт итеп торорға тейеш! Тендер – беҙҙеке! Кешеләреңде әҙерлә, бер-ике йортто һиңә бирәм.
    Исхаҡ тертләне, ҡыҙарынды-тирләне, айнып китте. Сөнки ҡатыны уның бер генә предприятиеһы бар, тип белә. Ә был тел биҫтәһе-ҡоҙа күҙ алдында фашланы ла ҡуйҙы. Хәҙер бер фирманы зыяндарын ҡаплау өсөн генә тотоуын аңлатып торорға кәрәкме икән инде?
    – Һеҙҙең менән танышыуыбыҙға шатбыҙ! Әйҙәгеҙ, ҡоҙалашыу хөрмәтенә, берәрҙе...
    Ашап-эсеү араһында туй тураһында һөйләшеп, тантаналарҙы өс аҙнанан үткәрергә килешеп, таралыштылар.
    Хужабикә арлы-бирле генә итеп, йорт менән таныштырып сыҡты. Нәсихә бындай йорттарҙы күргәне бар... Сит ил кинофильмдарында. Ҡыҫҡаһы, ҡүҙҙәр ҡамашырлыҡ, һушты юғалтырлыҡ!
    – Йәштәр ҡабалана, – тине ҡоҙағый булаһы кеше, кейәү баланың әсәһенең ҡолағына бышылдап, – шатлығым менән уртаҡлашам. Алла бойорһа, һеҙҙең менән татыу йәшәп, өләсәйҙәр-олатайҙар булырға яҙһын! Данир һеҙгә ҡыуаныстарын әйткәндер ул?
    – Эйе, беләбеҙ, – тип ыңғайға һыпырҙы Нәсихә, нимә хаҡында һүҙ барғанына төшөнмәһә лә.
    – Шулай шул, ҡабаланайыҡ. Күҙ менән ҡаш араһында кеүекбеҙ. Белеп ҡалырҙар, сәйнәй башларҙар. Ленара әйтте инде, ике ай була, тип.
    Нәсихә был хаҡта ишетеү менән һиҫкәнде.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: