– Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! – тине ул, кем тип өндәшергә белмәй.
– Исхаҡ Нәзирович, һеҙ ремонтлаясаҡ теге ике йорт хаҡында һөйләшергә ине.
– Ниндәй йорт? Бер ниндәй йорт тураһында ла һөйләшмәнем мин.
– Һуң, Исхаҡ ҡоҙа, Ленараны һоратырға килгәндә һөйләштек тәһә.
Исхаҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бәй, был Ленараның атаһы Фәүҡәт Тимербаевич түгелме һуң?
– Эйе, эйе, Фәүҡәт ҡоҙа, Фәүҡәт Тимербаевич, һеҙҙе ул тиклем дә конкрет кеше, тип көтмәгәйнем. Беҙгә өлгө күрһәтәһегеҙ!
– Бына минең эргәлә баш инженер Мәрдәмшин ултыра. Ул һеҙгә йортоғоҙҙо күрһәтеп бирер. Тик алдан уҡ һөйләшеп ҡуяйыҡ. Был теманы матбуғат саралары аңдып тора. Шуға күрә ремонт сифатлы һәм юғары кимәлдә булырға тейеш. Мин һиңә ышанам, ҡоҙа.
Ә ҡоҙа, нисек шылтыратһа, шулай трубканы һалып та ҡуйҙы. Быға тиклем канализация, унитаз, ваҡ-төйәк аварияларҙы бөтөрөү, ялыуҙар тыңлау һәм йомош үтәүҙән башҡаны белмәгән Исхаҡ Нәзир улы бөгөн үҙен беренсе тапҡыр кеше итеп тойҙо. Күкрәк кирелде, баш күтәрелде. Элек көн һайын ҡул биреп күрешкән кешеләре менән баш ҡағып иҫәнләшеү түгел, хатта күрмәмеш булып, сығып юғалды.
Хеҙмәттәштәре, быға ни булған, тип аптырашып ҡалды.
Ә бына Нәсихә эшкә сығып өлгөрмәне. Ҡыҫҡа ғына буйлы, алам-һалам кейгән бер егет иртә менән килеп инде:
– Һаумыһығыҙ, апай, мин Тимур булам. Тимур Буланкин. Миңә һеҙҙең улығыҙҙың телефоны кәрәк. Эйе, Данирҙың телефонын бирегеҙ, – тине ул. Үҙенең күҙҙәре һап-һары булып янып тора.
Хоҙайым! Наркоман түгелдер ҙә инде был? – тип борсолоп ҡуйҙы Нәсихә ханым.
– Ә минең улым һеҙгә нимәгә кәрәк?
– Кәрәк, бик кәрәк, – ти егет, үҙе Нәсихәнән аша төпкө бүлмәне күҙәтә.
– Хәҙер ул бында йәшәмәй, – тине Нәсихә.
– Шулайҙыр тип уйлағайным да. – Малай иҙәнгә ултырҙы ла, илап ебәрҙе. – Һеҙҙең улығыҙ минең кәләшемде тартып алды. Беҙ өйләнешергә тип йөрөй инек, туй көнөн дә билдәләгәйнек. Ә беҙ бит туйға әҙерләнә инек. Атаһы, Фәүҡәт ағай, беҙгә квартира, машина бүләк итәм, тигәйне. Өҫтәүенә, мине наркоман тип әйткәндәр.
– Йә, улым, ҡуй,илама, илама, – тип Нәсихә малайҙы иҙәндән торғоҙҙо, арҡаһынан һөйгән булды, йыуатты һәм уң ҡулының терһәгенең эсенә күҙ һалғайны, күгәреп бөткән энә төрткөләрен күрҙе. Ысынлап та, наркомандыр был. Быны һиҙеп, егет ҡулын тартып алды.
– Был – больницанан ҡалған эҙҙәр. Мин бит дауаланып сыҡтым. Ашҡаҙаным ауыртты, – тип иламһыраны ул.
– Минең улым имтихандарға әҙерләнә, мин уны борсомайым! – тип ҡаты ғына өндәште Нәсихә. – Шуға, Тимур, һин Данирҙы бимазалап йөрөмә!
– Юҡ, мин уны күрергә тейешмен! Уға ғына әйтә торған һүҙем бар.
– Ниндәй һүҙең бар?
– Һүҙ тип, ул бит минән Ленараны тартып алды. Шулай булғас, ул мин күргән зыянды ҡапларға тейеш.
– Кит, юҡты һөйләмә! Ниндәй зыян һөйләйһең? Хәҙер полиция саҡыртам!
Нәсихәнең телефоны шылтыраны. Ленараның әсәһе Зарина Фуат ҡыҙы шылтырата икән. Нәсихә телефонды алыуға, Тимур илай башланы:
– Апай, берүк, полиция саҡыртмағыҙ! Полиция саҡыртмағыҙ!
– Һаумы, Нәсихә ҡоҙағый, – тине телефонда Ленараның әсәһе, – Зарема шылтырата.
– Һаумыһығыҙ! Тыңлайым һеҙҙе, ҡоҙағый! – тине Нәсихә.
– Ниндәй тауыш унда? Кем илай ул? Әллә бер-бер хәл булдымы?
– Юҡ, юҡ, бер нәмә лә булманы, – тип тынысландырҙы ҡоҙағыйын Нәсихә, – Буланкин, ти, фамилияһы Буланкин. Тимур исемле егет, Данирҙы эҙләп килгән.
– Аһ! Тимурмы? Һеҙгә лә килеп еткәнме? Адресығыҙҙы ҡайҙан алған? – тип сәркелдәне ҡоҙағыйы. Ҡыуығыҙ! Немедленно ҡыуығыҙ! Полиция саҡыртығыҙ! Уны, бысаҡ йөрөтә, тиҙәр. Һаҡ бул! Урлаша икән! Асҡысыңды-мәҙәр урлап ҡуймаһын. Һаҡ була күр, ҡоҙағыйым!
Нәсихә полицияға шылтыратырға батырсылыҡ итмәне. Тимурҙы сығарып, ишекте ябып,