-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Декабрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Ун беренсе бүлек

Нәсихәлә ҡайҙа барып ял итеү ҙә, туйҙы нисек үткәреү ҡайғыһы ла юҡ. Донъя күргән, барыһын да үҙ көсө менән табып өйрәнгән ҡатындың Данирҙың балаһын йөрөткән Зөлфиә өсөн йөрәге яна. Уның уйынса, әле барған “Санта-Барбара” берәүгә лә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй. Данир Зөлфиәнән баш тартты һәм уның балаһы хаҡында ла бер ни ҙә уйламай. Ленара менән тегендә-бында уйын-көлкө, тамаша артынан йөрөү, мажаралар эҙләү ҡыҙыҡһындыра. Ә инде Ленараның Тимур менән мөнәсәбәте булыуы, элекке егетенең унан һаман да баш тартырға теләмәүе, Данирының кәләшенең кемдең балаһын йөрөтөүен белмәүе лә ныҡ борсой.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ...  Хикәйә  Ун беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Ун беренсе бүлек
Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Тимур нисә ҡарама, йәштәрҙе аңдып тик йөрөй. Ленараның атаһы водитель менән ике һаҡсы беркетеп ҡуйырға мәжбүр булған. Икене түгел унауҙы, йә ун биште беркетеп ҡуй, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, оҙаҡламай, барыбер сер сиселәсәк, барыһы ла беләсәк һәм уртаға һалып, ғәйбәт итеп һөйләйәсәк.
Ленараның балаһы һәм уның яҙмышы хаҡында Нәсихә Зарема менән һөйләшеп ҡарағайны, уныһы күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп, белмәмеш булды ла ҡуйҙы. Хатта асыулана башланы:
– Юҡ, ҡоҙағый! Һеҙ хаталанаһығыҙ! Ленара ундай ҡыҙ түгел! Беҙ уға европаса тәрбиә бирҙек, ул үҙен ҡарап ҡына йөрөттө. Данир уны нисек бар, шулай ярата. Әйҙәгеҙ, тауыш сығармайыҡ. Һөйләһәләр, һөйләһендәр. Ишетмә лә, белмә лә ҡуй. Ана, йондоҙҙар хаҡында ниндәй генә ғәйбәт һөйләмәйҙәр! Аллаһҡа шөкөр, беҙҙекеләр ҙә йондоҙҙарҙан кәм түгел, – тине ханым, – бер көн үҙем ишеттем, сайттағы улар хаҡындағы ғәйбәт-маҙарҙы көлә-көлә уҡыйҙар. Тимәк, үҙҙәренә оҡшай.
Һуңғы сиктә Нәсихә улы менән үҙе һөйләшеп ҡарарға ҡарар итте. Һөйләшмәҫлек тә түгел шул. Зөлфиә әсәһе янына ҡайтып китте лә, һыуға батҡандай, юҡ булды ла ҡуйҙы. Телефонын да алмай, үҙе лә шылтыратмай.
Нәсихә менән Зөлфиәнең һуңғы һөйләшеүе лә бик ауыр булды. Зөлфиәһе былай ҙа, донъяла ниндәй хәбәрҙәр йөрөүе, туйға нисек дәртләнеп, шатланып әҙерләнеүҙәре хаҡында ишетеп-күреп йөрөй. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, Ленара урынында ул – Зөлфиә – ултырырға тейеш ине.
Зөлфиә Нәсихәгә үпкәләгән һымаҡ, әллә үҙ алдына һөйләнеп тә ҡуйҙы:
– Теге ваҡыт һеҙ мине юҡҡа туҡтаттығыҙ. Хәҙер онотоп бөткән булыр инем. Һеҙ инде улығыҙ менән киленегеҙ тураһында уйларһығыҙ, беҙҙе иҫкә алыусы ла булмаҫ, – тине, әллә зарланды, әллә ҡайғырҙы.
– Борсолмағыҙ, һине урамда ҡалдырмабыҙ, – тине Нәсихә, – ошонда йәшәп тор. Бәлки аҙаҡ фатир алып бирербеҙ.
– Эш фатирҙа ғына булһасы, – тине Зөлфиә, хатта күҙҙәре йәшләнде, – фатир менән генә бәхетле булмайҙар. Мин Данирға шул хәтле ышанғайным.
– Беҙ һине үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ һымаҡ, киленебеҙҙән яҡыныраҡ яратабыҙ, – тине Нәсихә.
– Туй ғына үтеп китһен, беҙ онотоласаҡбыҙ, йә икенсе һыҙыҡҡа күсәсәкбеҙ. Күрмәйһегеҙме ни, тегеләр көслө, әгәр теләһәләр, мине был ҡаланан да һөрөп сығарасаҡтар.
Нәсихә төнө буйы йоҡлай алманы, башы шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланды. Етмәһә, яңы эше үтә лә яуаплы булып сыҡты. Юҡ, былай булмай. Оҙаҡламай, мөдирлектән баш тартыр, ахыры. Бына, бер түгел, ике бала тыуырға тора, шул сабыйҙарҙы һылтау итеп, улымдың балаларын ҡарайым, тип ғариза яҙыр ҙа ҡуйыр. Хәйер, ҡайҙан улыныҡы булһын инде. Береһе – кеше балаһы, бөтөнләй ят оянан, ә үҙенеке тип өмөтләнеп көткәне – ике ут араһында яна. Эҫеһе өләсәләренә лә етә.
Исхаҡ иһә, бөтөнләй эшем эйәһенә әйләнде. Әллә кемдәрҙе килтереп яллаған, геүләтеп, подъездарҙы ремонтлайҙар. Тәүге йортто еңелсә генә һылаштырып сыҡҡайнылар, тикшереүселәр килеп, тәнҡитләп, аҫтын-өҫкә килтерҙеләр. Ҡутарып ташлап, барыһын да яңынан эшләргә тура килде.
Иртән Нәсихә иренә балалар хаҡында тағы өндәшеп ҡарағайны. “Башымды ҡатырма! – тине ул тупаҫ итеп. – Һин үҙеңдең мәшәҡәттәреңде миңә өймә. Бик ауыр булһа, Данир менән һөйләш. Хатта килен менән ҡоҙағыйға ла өндәшеп торма. Күрмәйһеңме ни, файҙаһы юҡ. Улар, геүләтеп, туйға әҙерләнә. Мин һинең урында булһам, Нәсихә, шым ғына йөрөр инем. Беҙҙең бер һүҙгә лә ҡолаҡ һалмаясаҡтар. Әгәр нисек хәл итергә икән, тип борсолһаң, мине, ана, ремонтлайһы йорттар күберәк борсой”.
Нәсихә тағы ла аптыранып, иренә ҡараны. Уныһы, асығамы икән, ҡутарып-ҡутарып ашай,
 
артынан шарап эсеп ҡуя. Эсмәй ни, хәҙер рулгә тотонғаны юҡ, водитель беркеттеләр. Эштән, бушамайым, тигән һылтау менән, бик һуң ҡайта. Ҡатыны иренә ентекләп ҡараны һәм үҙе өсөн яңылыҡ асты. Был шыпа йәшәреп киткән дә инде. Сәсен буятып, прическа яһатҡан хатта. Арлы-бирле ҡырына торғайны, ентекләп ҡырынған. Өҫтөндә –һуңғы мода күлдәк менән джинсы салбар. Алдында – айфон менән планшет. Нәсихә һиҙҙермәй генә һауаны еҫкәне. Аһ, был, ғүмерҙә ҡулланмағанды, хушбуйҙар һипкән түгелме? Бына шулай ғүмерҙә күренмәгәнде ҡылана был. Көтмәгәндә берәр нәмә килтереп сығарһа ла, ғәжәп түгел. Берәр көн нимә эшләгәнен, эшенә барып, ҡарағанда, ҡыҙыҡ булыр ине.
Бөгөн кис иртәрәк ҡайтты Нәсихә һәм шунда уҡ улына шылтыратты.
– Бына, Ленара бушаһын да, хәҙер килеп етербеҙ, – тине улы.
– Улым, үҙең генә килә алмайһыңмы? – тине әсәһе.
– Юҡ, әсәй, бер үҙем йөрөгәнемде яратмай. Үткәнендә лә нимәләрҙер әйткәнһең, йоҡлай алмай, боршаңлап сыҡты. Һин бит табип, әсәй, беләһең, уға борсолорға ярамай.
Бына, ишетмәһәң, ишет, Исхаҡ дөрөҫ әйтәлер. Әгәр былар араһына ҡыҫылһаң, үҙеңде ғәйепле итеп ҡуйыуҙары бар. Ә ғәйебе түгел, шик тыуған кешене лә бында аяп тормайҙар.
Данир килде кәләше менән. Өр-яңынан кейенгәндәр.
– Туйға әҙерләнәбеҙ, – тине Нәсихә, – ҡайһылай матур итеп кейенеп алғанһығыҙ!
– Әсәйем кейендерҙе, – тине Ленара, – Улар беҙгә бер нәмәне лә йәлләгәне юҡ. Беҙҙең бәхетле йәшәүебеҙҙе теләйҙәр.
Аңланы хужабикә. Уға кинәйәләп кенә, ҡыҫылмаҫҡа тәҡдим иттеләр. Ни эшләһен, буйһондо. Ленара маҡтанған ыңғайы, үҙенә ҡушылып, маҡтап алды ла китте Нәсихә. Һүҙҙәрен дә табып тора бит әле.
– Ҡарап ҡына йөрөгөҙ инде, балалар, – тине Нәсихә, – бөтә ҡала һеҙҙең менән ҡыҙыҡһына, туйға нисек әҙерләнеүегеҙҙе белергә теләй. Әйҙәгеҙ, тауыш-тынһыҙ, матур ғына үткәреп ебәрәйек.
Нәсихә мәсеттә булып, йәштәрҙе яман күҙҙән һаҡлай торған бетеү һатып алғайны. Балаларының рөхсәте менән, шуларҙы сумкаларына һалып ҡуйҙы:
– Үҙегеҙҙе һаҡлаһағыҙ, ошо доғалар һеҙҙе үҙҙәре һаҡлаясаҡ, – тине.
Ә иртәгә нәмә булырын, ниндәй һынауҙар кисереүҙәрен береһе лә күҙ алдына килтерә алмай ине әле.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в