-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Декабрь 2021, 14:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Ун икенсе бүлек

Тимур ҡайҙа барып һуғылырға белмәй иртәнән бирле автомобиле менән ҡала буйлап елдерә. Исмаһам, тотһалар, полицейскийҙар саҡ ҡына күреп ҡалһасы. Юҡ, туҡтарға, машинаһын ҡалдырырға уйламай. Ара-тирә шәп итеп барған ыңғайы, дуҫтарына шылтырата. Бер генә һорауы бар: ҡайҙан арзаныраҡҡа доза табырға мөмкин? Әгәр тағы ла бер ике-өс сәғәт шулай йөрөһә, “һына башлауы” ла бик мөмкин. Йәш, әле ныҡлы өйрәнеп тә етмәгән организм саҡ ҡына булһа ла доза талап итә. Шулай ҡала буйлап ел ҡыуа торғас, күҙенә Ленараның кабриолеты салынды.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ...  Хикәйә  Ун икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АҪТЫ-ӨҪКӘ ӘЙЛӘНДЕ ДОНЪЯНЫҢ... Хикәйә Ун икенсе бүлек
Уңға-һулға сығып, кемдәр ултырғанын барланы. Руль артында кем икән? Әһә, рулдә теге, яңы егете, Данир ултыра. Һай-һай, бигерәк ипле йөрөтә! Бәрҙертеп ҡуйыуҙан ҡурҡамы икән? Ҡурҡма, тип әйткеһе килә Тимурҙың, – бындай текә авто менән оло юлға сыҡһаң, күҙҙәреңде йом да, ике аяҡлап газға баҫ. Кем өлгөрмәй, һин ғәйепле түгел. Сөнки һинең авто хөрмәткә лайыҡ.
Тимур арттараҡ ҡалды, үҙе кабриолетты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Бер-бер артлы теҙелешеп, автомобилдәр Аврора урамына күтәрелде. Ҡыҙыҡ, былар ҡайҙа бара икән? Әһә, дауахана тәңгәлендә туҡтанылар. Бына Ленара күренде. Ул, йүгереп, тигәндәй, дауахана ихатаһына инеп китте.
Данир сепрәк тотоп сыҡты ла, машинаны һөрткөләй башланы. Эх, асыҡ ауыҙ! Әйтерһең, ялланып йөрөй. Ысын шофер, тип әйтерһең. Юҡ, Тимур улайтып машина һөрткөләп йөрөмәҫ ине! Уның хаҡы – йөҙ тәңкә, малай-шалайға ҡушһаң, биш минутта ялтыратып бирә.
Ә Тимурға доза кәрәк. Әшнәләренең береһе шылтыратты: “Тиҙ арала биш йөҙ һум килтер... Арзан һәм сифатлы... Ышаныслы кешеләр ҡулында”. Тимур ситкәрәк барып ултырҙы ла оҙаҡ ҡына ҡапыл-ҡапыл газға баҫып алды һәм шәп итеп Данир эргәһенә, тәүҙә тап ҡаршыһына барып, килеп еткәс кенә тормозға баҫып, тегене ҡурҡытып алды.
– Әлеге һин икәнһең, – тине Данир, ғәжәпләнмәне.
– Эйе, мин, күреп тораһың, – тине Тимур, – шуны бел: минән ҡотола алмаясаҡһың (Пип-пип)!
– Ә минең ҡотолорға уйлағаным да юҡ, – тине Данир битараф ҡиәфәт менән. – Нимә, әллә дозаға етмәйме?..
– Ҡайҙан белдең? Әллә үҙең дә шул хәлдәме?
– Борсолма, үҙең менән бутама, мин – таҙа.
– Улай булһа, мең тәңкәңде ырғыт! Ленара хаҡында бик шәп мәғлүмәт еткерә алам. Юғиһә, мөгөҙҙәрең килеп сыҡһа, ни өсөн икәнлеген дә аңламай йөрөрһөң.
– Ә мине ундай насар хәбәр ҡыҙыҡһындырмай. Хәбәрең үҙең менән ҡалһын. Ә аҡсаны мин һиңә хәйерҙән дә бирә алам, – тине Данир һәм аҡса һондо.
– Йөҙ тәңкәме? Бик арзан! – тине Тимур. – Әйҙә, мең тәңкәнән һөйләшәйек!?
– Юҡ! Тағы бер тапҡыр юҡ! – тине Данир. – Миңә мәғлүмәт кәрәкмәй, ә һин – йөҙ тәңкәлек!
Данир кабриолетын ҡаплап, тәҙрәләрен күтәртеп, ишеген бикләп үк ҡуйҙы. Йәнәһе, Тимур менән һөйләшергә, уның менән этләшергә теләмәй инде.
Ул арала булмай, дауахана яғынан,тыҡылдата баҫып, Ленараның килгәне ишетелде. Шуны ғына көткән Тимур, йүгереп, уға ҡаршы барҙы ла, ҡыҙға һөйләй ҙә башланы:
– Ленара, ҡәҙерлем, һөйөклөм! Ҡотҡар мине! Ҡотҡар! Бир 500 тәңкә! Изгелегеңде мәңге онотмам! Бынауы, асыҡ ауыҙға, ант итәм, һинең минән ауырлы икәнлегеңде лә өндәшмәм! Бир 500 тәңкә!? Һин дә, мин дә ҡотоласаҡбыҙ!..
Данир машинаһынан килеп төштө. Ҡулына лапта уйнай торған күҫәк тотоп алған.
– Хәҙер мин һинең күрмәгәнеңде күрһәтәм! – ул, күҫәген болғап, Ленара менән Тимур араһына баҫты.
Шул арала Ленара сумкаһынан мең тәңкә сығарып, тегеңә күрһәтте лә, асфальтҡа ташланы.
– Данир, иғтибар итмә шуға. Әйҙә, ҡуҙғалдыҡ, һуңлайбыҙ, – тип егетен ҡултыҡлап алды.
Тимур, ҡарсыға һымаҡ, мең тәңкәне эләктереп алды ла кеҫәһенә тыҡты һәм быларҙың артынан һөйләнә-һөйләнә эйәреп барҙы. Ҡолағына Ленараның: “Минең табип юҡ, сәғәт бишкә килергә ҡушты”, – тигәне генә ишетелеп ҡалды.
Тимур кабриолетты бер аҙ оҙатып барҙы ла, әшнәләре янына – доза ҡабул итергә –китте. Барып етеүгә, уны ике кеше көтә ине. Шунда уҡ икәүҙе һатып алды. Киләһе осрашыу хаҡында ла һөйләшеп килештеләр. Тимур кис үҙен нимә көтөрөн әле күҙ алдына ла килтермәй ине. Данир менән Ленара, Тимурҙың тағы килеп бәйләнеүе сәбәпле, тәүге һәм һуңғы тапҡыр бер аҙ әйткеләшеп алдылар:
– Был наркоманға нимә кәрәк? Ниңә эҙәрлекләй ул беҙҙе? – тине
 
Данир.
– Үҙең уйлап ҡара, – тине ҡыҙы, шаяртып, – мәҫәлән, унан түгел, һинән алып китһәләр, мине, һин ни эшләр инең?
– Ой, сағыштырҙың! – тине егете. – Мин арыу ғына ерҙә уҡып йөрөйөм, ә ул – урам наркоманы.
– Уҡып йөрөгәйнем, тиһәңсе. Һин, уҡыуымды ташланым, тигән һымаҡ булғайның.
– Әһә, миңә бит бөгөн диплом алырға! Кискә “йыуып” булһа ярар ине!
– Борсолма, йыуырбыҙ. Тик һин мине дүрткә бында алып килергә онотма!..
Тимур сираттағы дозаһын ҡабул итте. Еңеләйеп ҡалды, күҙе асылды, әле ҡала буйлап, уңға-һулға тайпылып, һаман елдерә. Ҡара һин уны! 500 тәңкә һорағайны, мең тәңкә ырғытып китте! Бишкә киләм, тине. Тағы, барып тороп, ҡоттарын осормаһамы! Юҡ, минән тиҙ генә ҡотолмағыҙ әле (Пип-пип-пип)! Тимурҙы исемлектән һыҙып ташларға ашыҡмағыҙ! Әле күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәсәкмен әле мин (Пип-пип-пип)!
Аңы томаланып барған егет Менделеев урамынан өҫ яҡҡа, дауаханалар яғына боролдо. Тәүҙә Кондитер фабрикаһы яғына үтте, Президент-Отелгә тиклем кире килде һәм дауахана алдындағы парковкаға автомобилен ҡуйып, көтөргә ҡарар итте.
Егет йоҡомһорай башланы. Эргәләге киосктан, барып, һалҡын һыу алып эсте. Шул ваҡыт күҙ алдында кабриолет менән Данир килеп туҡтаны. “Әһә, эләктеңме! – тине эстән генә Тимур. – Хәҙер беҙ һиңә күрһәтәбеҙ! Миңә ҡаршы төшөргә ярамай! Һин Тимурҙы мәсхәрә иттем, ҡыҙын тартып алдым, тиһеңме? Юҡ! Ленара һинеке түгел, ул минеке буласаҡ!”
Аҙаҡтан ЮХХДИ үткәргән тикшереүгә ярашлы, Тимур Буланкин автомобилен тормозға ҡуйып, бер аҙ геүләтеп ултырған.
Резина яныуҙан ҡап-ҡара төтөн сыҡты һәм ул машинаһын, газға ныҡлы баҫып, кабриолетҡа ҡаршы йүнәлтте. Тап шул ваҡыт кабриолет эсенә Ленара кереп ултырҙы. Ҙур тиҙлектә килгән авто өҫтө асылған кабриолетты шатыр-шотор аҡтарып-емереп, аша үтә яҙҙы. Ленара менән Данирҙың күҙенә Тимурҙың ыржайған тештәре һәм ярым йомоҡ күҙҙәре генә күренеп ҡалды.
Һуңынан эксперттар, бындай бәрелеү һөҙөмтәһендә кейәү менән кәләштең иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмаған, тип билдәләйәсәк.

Аҙағы.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в