+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Декабрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЫШАНЫСЛЫ ИР Хикәйә. (Аҙағы)

Ул телһеҙ ҡалды, башы әйләнде, ҡан баҫымы күтәрелде. Нашатыр спирты еҫкәтеп, арлы-бирле итеп, саҡ кеше итеп алдылар. Егеттәрҙең береһе, Әсмәнең аңлауынса, етәксе, ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе: – Һеҙҙең менән йәшәгән ир илдә билдәле никах аферистарының береһе. Ул бер нисә ҡалала йәшәп, ышанысҡа инеп, яңғыҙ ҡатындарҙың фатирҙарын һаттырып, аҡсаларын үҙләштереп ҡасҡан. Әле Өфөгә шундай уҡ эш менән килгән. Һеҙ уның беренсе ҡорбаны түгел. Һеҙ уға ышаныс ҡағыҙы яҙҙығыҙмы?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ЫШАНЫСЛЫ ИР   Хикәйә.   (Аҙағы)
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЫШАНЫСЛЫ ИР Хикәйә. (Аҙағы)
– Яҙҙым, – тине Әсмә ҡалтырана-ҡалтырана.
– Килешеүгә ҡул ҡуйҙығыҙмы?
– Ҡуйҙым.
– Яҡшы, – тине егеттәрҙең Григорий Иванович тигәне.
– Нимәһе яҡшы булһын,– тине Әсмә, – мине күрәләтә таларға торалар.
– Бөтәһе лә шул килеш барырға тейеш, – тине егеттәрҙең икенсеһе, үҙен Самат Ғайсарович тип таныштырғаны. – Беҙ уның ҡойроғона баҫтыҡ. Беҙҙән һеҙгә үтенес: ошо көндәрҙә һаҡ булығыҙ, ул иртәгә фатирығыҙ өсөн аҡса алырға тейеш. Сөнки ул үҙенең ялған паспортына Өфө-Красноярск маршрутына билет алды. Һеҙ бер нәмә лә һиҙҙерергә тейеш түгелһегеҙ. Сөнки уның ҡапыл да эҙһеҙ юғалыуы ихтималлығы бар, әгәр һеҙҙең һиҙенгәнегеҙҙе тойһа. Һәм беҙгә уны мотлаҡ ҡасҡан сағында тоторға кәрәк. Мәҫәлән, аэропортта, ялған паспорт менән.
– Самолеты нисәлә? – тине көс-хәл менән ҡатын.
– Иртәгәнән һуң, – тине Самат Ғайсарович. – Әгәр һеҙҙең көсөгөҙ етмәһә, беҙ һеҙҙе дауаханаға һалып тора алабыҙ. Сөнки был операцияның яҙмышы бары тик һеҙҙең ҡулда.
Ҡатын бик оҙаҡ ҡына уйланды. Ул үҙенең ошондай оятһыҙлыҡ ҡорбаны булыуын әле булһа аңламай, зиһене быны ҡабул итергә риза түгел ине. Эшендә ҡағыҙҙарын барланы, Радмир менән үткәргән көндәрен хәтерләне. Оҙаҡлағас, аптыранған Радмир шылтыратты:
– Йәнем, ниңә оҙаҡлайһың? – тине ул борсолоп.
– Беҙгә тикшереү килде, – тине.
– Ә нимә тикшерәләр?
– Методик эштәрҙе, дәүләт стандарттарын нисек үтәйбеҙ, шуны ҡарайҙар, ҡайһы бер ҡағыҙҙарҙы үҙемә барларға тура килә. Һин мине көтмә, үҙең генә ултырып аша.
Сәғәт ундарҙа, ҡайтҡас, “һиңә нимәлер булған”, тип ир һиҙенде, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап. Әсмәгә уйынды бороп ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Тикшереү йомғаҡтары бик насар бара, мине эштән алыуҙары ихтимал. Шуға, ҡурҡыбыраҡ торам, туйҙы кисектерергә тура килерме икән?
– Юҡ, – тине ир ҡаты итеп. – Беҙҙең туйға һинең вазифаңдың бер мөнәсәбәте лә юҡ. Беҙ уны бына тигән итеп үткәрәсәкбеҙ.
– Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем, – тине ҡатын ирҙе ҡосаҡлап. – Әлдә һин бар. Бында миңә ярҙам итер, ҡотҡарыр өсөн генә килгәнһең икән.
– Һине бәхетле иткем килә, – тине ир уны нығыраҡ ҡосаҡлап.
Иртән Радмир өйҙә ҡалды, Әсмә, эшем күп, ҡағыҙҙарҙы рәткә килтерергә кәрәк, тигән һылтау менән иртәнге етенән үк ҡуҙғалды.
– Ниңә шул хәтлем эшең өсөн янаһың? – тип борсолдо Радмир ишек төбөндә ҡатынды оҙатып. – Эш хаҡың шулай ҙурмы ни? – тине.
– Әҙме икән, күпме икән, ай һайын 100 меңдән артыҡ сыға инде, – тине.
– Ҡуй инде, 100 мең өсөн көн-төн янып йөрөмәһәң шунда. Ярай, борсолма, туйҙан һуң мин һине үҙемә эшкә алам.
– Рәхмәт, һиндә генә бөтә ышаныс.
Эшенә көс-хәл менән барып етте ҡатын. Күҙе алдынан Радмирҙың моңһоу йөҙө үтмәй ҙә ҡуя. “Ошо гонаһһыҙ, ғәйепһеҙ күҙҙәре менән мине алдарға итәме икән?” – тип уйланы. Һуңынан яйлап, иҫкә төшөрҙө: ярты йыл бергә йәшәнеләр, тәүге осорҙо иҫәпкә алмағанда, нимә өсөн булһа ла аҡса сығарғаны, әйбер алғаны тойолманы. Ә теге сәфәр, туй сығымдары – барыһы ла хыял икәнлеген ул белә.
Оперативниктар уны нотариустың ишек төбөндә тоторға тейештәр ине. Нотариус, ысынлап та, ялғанды һиҙеп ҡалды һәм Радмирға бер аҙ көтөп торорға ҡушты. Ә ҡалғанын инде, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре еренә еткереп ҡуйҙы. Шулай итеп, ялған никах оҫтаһы эш өҫтөндә ҡулға алынды.
Бынан һуң байтаҡ көндәр үтте әле. Тикшереү эштәре йылдан ашыу дауам итте. Судта Әсмә Хәлил ҡыҙына ла ҡатнашырға һәм иренә ҡаршы сығыш яһарға тура килде.
Әсмә рәшәткә артында ултырған Радмирға бер генә тапҡыр күҙ һалды. Бойоғоп, ҡартайып ҡалған ҡатынды Радмир ҙа күрҙе. Әсмә, бар көсөн йыйып, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Сөнки ирҙең ҡарашы тимер ситлеккә ябылған, ашатылмаған, тәрбиә күрмәгән йолҡош этте хәтерләтә ине.

Аҙаҡҡы һүҙ
урынына.
Яҙмалар ысынбарлыҡта булған мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙылды. Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар илебеҙҙә йыл һайын йөҙәрләп булып тора. Һаҡ булһағыҙ ине. Йортоғоҙға – именлек!
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: