Ҡыҙыҡһыныуы еңде, мәктәп директоры үҙе лә яңы танышының беренсе дәресенә инеп ултырырға булды. Ҡырҡты яңы уҙған яңғыҙ ҡатын өсөн был осрашыу артыҡ бер нимә лә вәғәҙә итмәһә лә, ниндәйҙер эске тойомлауы еңде Әсмә Хәлил ҡыҙының тартыныуын. “Ярай, төшкө аш иҫәбенә булыр”, тип осрашыуға эшҡыуарҙы үҙе алып китте.
Кем әйтмешләй, ну, тел тиһәң, телә инде! Һөйләй – фекер артынан – фекер! Һис маҡтанмай, үҙен дә иҫкә алып китә, донъя кимәлендә фекер йөрөтә, уҡыусылар тын да алмай тыңланылар. Аҙаҡ килештеләр: мөмкинлек бар ваҡытта, уҡыу йылы яңы башланып тора, айына ике тапҡыр бизнес-осрашыуҙар үткәрергә, хатта уның эшләгән еренә барырға, яңылыҡты ныҡлап индерергә ҡарар иттеләр. Уҡыусылар үҙҙәре лә – билдәле эшҡыуарҙарҙың балалары – Радмирҙың эргәһенә килеп, һорашып, ҡыҙыҡһынып торҙолар һәм бик ҡәнәғәт таралдылар. Әсмә Хәлиловнаға ла оҡшаны Радмирҙы тыңлау. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, төпкө бүлмәһенә сәйгә саҡырҙы.
Силәбенән күсеп килгән, бында хәҙер дүрт йылдан артыҡ йәшәй икән. Ҡапыл килеүенең сәбәбе лә етди – ҡатыны улы, ҡыҙы менән аварияла һәләк булған. Шуларҙы онотоу, тормошон яңынан башлау теләге менән Өфөлә туҡталған икән.
– Силәбелә аҙым һайын таныштар, осраған береһе ҡайғыңды уртаҡлашып, йәлләп, көн һайын иҫкә төшөрөп торалар, – тип башланы һүҙен Радмир Тамир улы. – Бында килеп төпләнгәйнем, бер аҙ тынысланғандай булдым. Минең ҡайғымды белгән кеше юҡ. Хатта тәүге осор сәйер тойолғайны, аҙаҡ күндем. Ә ниңә иҫке яраларҙы көн һайын хәтергә төшөрөп, ялап торорға? Ялаһаң, яра бер ваҡытта ла уңалмай, ҡанһырай һәм һәр ваҡыт ауыртып тора. Әлбиттә, беләм, онотоп булмаясаҡ, ләкин миңә бит барыбер йәшәргә, тормошто яңынан башларға кәрәк. Фатир һатып алдым, миңә оҡшай, ләкин әлеге, яңғыҙмын, шул мәсьәләне хәл итә алмайым. Бәлки һеҙҙең танышығыҙ булыр? – тигәс, Әсмә ҡыҙарынып ҡуйҙы.
– Әллә тағы, былай, мин дә өйҙә генә ултырам, әллә ни аралашҡан кешеләр юҡ. Бәлки өндәшермен, табылыр. Миллиондан артыҡ кеше йәшәгән ҡалала берәй яңғыҙ ҡатын булыр әле...
– Көндәр үтә ул, төндәрҙе үткәреүе ҡыйын, – тине Радмир ситкә ҡарап.
Хушлаштылар. Әсмә, көнө буйы, эш менән булып, был осрашыу хаҡында кискә генә иҫкә төшөрҙө. Яңғыҙ ҡалһа, ҡатын-ҡыҙға ҡыйын, ир-атҡа ифрат ауырҙыр инде. Кем көтөп тора, кем ашарға бешерә? Телефонын асҡайны, Радмирҙың һандары килеп сыҡты. Бая, хушлашыр алдынан алышҡайнылар. Үҙе лә һиҙмәҫтән, тотто ла СМС-ка ебәрҙе: “Тыныс йоҡо!” Үҙенең был холҡон бик оҡшатманы. Әллә нимә уйлап ҡуйыуы бар. Бына, биш йылдан артыҡ инде, иренән айырылғаны бирле, яңы тормош башлау тураһында уйлағаны юҡ. Ҡайҙан уйлаһын, директорҙың эшен, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел. Икенсе көнөнә эшкә барғанда Радмир хаҡында тағы уйлап ҡуйҙы. Сәләмен алдымы, нимә уйланы икән? Ләкин бер яуап та булманы.
Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндәр ҙә шулай үтеп китте. Көн һайын яңы мәшәҡәт, Әсмә Радмирҙы онота башлағайны инде. Билдәләнгән көндө түңәрәк үткәрергә килеүе хаҡында осраҡлы ғына белде. Үҙенә уҡыусылар менән эшләү өсөн кис көнө айырым бүлмә беркетеүҙәрен һорап, Радмир үҙе керҙе. Ошонда уҡ эшҡыуар кабинеты ойошторорға ла теләге бар икән. Бына, проектын төҙөгән, үҙ аҡсаһын һалырға әҙер, директорҙың ризалығы ғына кәрәк.
Бәй, был бит яңы эш, өр-яңы, киләсәге ҙур йүнәлеш! Бындай яңылыҡ менән мәктәп башҡа көндәштәрен бер кимәлгә үтеп китәсәк! Тиҙ арала кабинеты ла табылды, ике-өс ай эсендә йыһазландырырға, яңы йылға бөтә ҡаланың директорҙарын йыйып, презентация үткәрергә ҡарар иттеләр.
– Ә һеҙҙең
кискә нисек ваҡытығыҙ? – тип уңайһыҙланып ҡына өндәште Радмир, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап.
Ниндәй мәғәнәлә? – тип аптыранды директор.
– Әгәр мөмкин булһа, һеҙҙе театрға саҡырырға ине...
– Театрға? Йөҙ йыл булғаным юҡ.
– Ярай, улайһа, борсоуым өсөн ғәфү итегеҙ, – тине Радмир.
– Юҡ, юҡ, мин бит баш тартмайым.
Опера театрында премьера икән, шунда барырға килештеләр.
Әсмә, мәғариф идаралығына барып киләм, тигән һылтау менән эштән иртәрәк китте. Өйөнән уны Радмир “Porsche” менән килеп алды. Үҙенең улы Мәскәүҙә йәшәй һәм “Toyota” менән йөрөгәнен белә, шуға күрә Радмирҙың кимәлен ярайһы юғары баһаланы. Театр бик оҡшаны, оҡшамай, ҡаланың бөтә элитаһы йыйылған. Ҡайҙа ҡарама, таныштар. Таныйҙар, йылмаялар. Радмирҙың яңғыҙ икәнлеге дөрөҫ икән. Ул үҙе лә бик баҫалҡы ғына итеп урынында ултырҙы, ҡайтышлай, төнгө клубҡа кереп сыҡтылар. Быныһы инде – бөтөнләй икенсе донъя. Радмир һүҙ араһында ғына: “Фатирҙа ремонт башлағайным, төҙөүселәр китә лә юғала, һаман бөтөрә алмайҙар, – тип зарланып алды. Был һүҙ Әсмәнең ҡолағы эргәһенән үтеп китте, ләкин әллә ни йоғонтоһо булманы. Тота килеп, ике-өс тапҡыр осрашҡан иргә: “Мин яңғыҙым йәшәп ятам, миңә күсеп кил”, – тип әйтә алмай бит инде.
Тағы бер осрашыуҙа ресторанда Радмир бер йөҙ грамм эсте һәм үкенес белдерҙе: “Юҡҡа эстем, бөгөн гаишниктар күп. Ярай, машинаны ошонда ҡалдырам инде, һаҡсылар менән һөйләшермен, тине.
Төнөн парк аша йәйәү ҡайтырға тура килде. Әсмә был хаҡта күптән хыяллана ине, шатланып риза булды. Паркта кеше әллә ни күп түгел, ләкин шәмбе булғанғамы икән, иҫеректәр йыш осрай башланы. Бөтәһе лә бер иштән кейенгән һымаҡ, тегеләй ҙә бәрелеп үтәләр, ҡаршыға ла килеп сығалар.
– Уф, әллә уҡыусылар ҙа күренә инде? – Әсмәнең ҡото ҡалманы. Ул ни, өй–машина-мәктәп маршрутында тыныс ҡына йөрөп өйрәнгән ҡатын, төнгө тормошто бөтөнләй белмәй икән дәһә.
Ана, тағы өсәү килеп сыҡты ла, бер һүҙ өндәшмәй, арттарынан эйәреп тик киләләр. Әсмә Радмирға нығыраҡ һыйынды, ҡалтырана башланы.
– Нимә булды, әллә борсолаһыңмы? – тип һораны ир ҡатындан.
– Ана бит, күрмәйһеңме ни? – тине ҡурҡҡан ҡатын ҡараңғыла шәүлә булып торған теге өсәүгә күрһәтеп.
– Кемдәрҙе әйтәһең? – тип төпсөштө ир һаман да тегеләрҙе күрмәмеш булып.
– Ҡара, әллә таяҡ тотҡандар инде?
– Ә, ошолармы ни? Хәҙер мин уларҙы, таяҡтарын ҡосаҡлатып, ҡайтарып ебәрәм, – тип тегеләргә ҡарап, бер-ике аҙым атлағайны, өсөһө лә ҡараңғылыҡҡа һеңделәр ҙә ҡуйҙылар.
– Йә, нисек? – тип көлдө ир.
– Бигерәк батыр икәнһең! Һис көтмәгәйнем, – тип ҡыуанды ҡатын.
Ҡайтырға сыҡҡайнылар, теге өсәү тағы ҡыуып етте.
– Эх, егеттәр... Бер ҙә һуғышмам, тигәйнем, һорайһығыҙ бит, – тине ир. Береһен һелтәп осорҙо, икенсеһен тәгәрәтә һуҡты, өсөнсөһөн, елкәһенән тотоп: “Һиңә лә кәрәкме?” –тип һорағайны, тегеһе, курткаһынан ысҡынып, сыҡты ла ҡасты. Кейемде юлда ятҡандарҙың береһенең өҫтөнә һалып китергә тура килде.
Шул ваҡыт ҡайҙалыр һыҙғырҙылар, ниндәйҙер сигнал бирҙеләр.
– Йыйыла башланылар, – тине ҡото осоп ҡатын.
– Ярай, минең өсәүһен “уҡытыуым” да еткән, ҡалғанын полиция тәрбиәләһен, – тип Радмир Әсмә йәшәгән фатирҙың подъезына керергә риза булды. Ҡатынға үҙенең ҡурҡыуын күрһәтеү өсөн хатта уфтанып алырға тура килде.
Икенсе көнөнә инде, Радмирға, береһенән-береһе бәләкәйерәк ике сумаҙанын тотоп, күсенеп килеүҙән башҡа сара ҡалмағайны.
Ә ир ҡул эшенә оҫта ине. Әллә ҡайһы арала һелкенгән ишек тотҡаларын, тыпылдап торған кранды йүнәтеп сыҡты, хатта диван менән өҫтәлдең урындарын алыштырғайны, тар ғына зал иркенәйеп ҡалғандай тойолдо. Үҙе спорт менән шөғөлләнә, тәмәке тартмай, артыҡ эскәне тойолмай. Шундай ҙа ир булыр икән. Ир түгел – бер хазина инде, аяҡлы хазина! Һәм шулай булып сыҡты ла. Әсмәнең иғтибарына тағы ла нимә салынды – ифрат һаҡсыл икән. Юҡ, юҡ, ҡомһоҙ түгел. Һаран кеше улай моңһоу ҡарашлы булмай. Хатта, ваҡыты менән, урынына ҡарап, аҡсаға битараф һымаҡ.
***
Ҡатын-ҡыҙҙан йәшереп буламы ни инде, эштә Әсмәнең йәшәреп,балҡып китеүенә иғтибар иттеләр. Коллективта яраталар үҙен, сөнки һәр ваҡыт уҡытыусылар мәнфәғәтен ҡайғырта, эшендә теүәл, талапсан һәм ғәҙел. Бер нисә тапҡыр, “йәшәреп киттегеҙ”, тип өндәшкәс: “Ә миңә йәшәрергә
ярамаймы ни?”, – тип әйтергә мәжбүр булды. Шулай, тағы ла күпмелер ваҡыт үтте. Әсмә үҙе өсөн шундай һығымта яһаны: ғүмер баҡый яңғыҙ йәшәп булмай. Ир менән йәшәүгә етмәй икән шул. Ул бит ҡатын кеше. Ә улар кемделер хәстәрләргә, ҡайғыртырға, ирҙәр өсөн борсолорға өйрәнгәндәр. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ булһа, әгәр йүнле-башлы ир таба алмаһа, эт йәки бесәй булһа ла ала. Хәйер, быныһы – икенсе тема. Әсмә Хәлиловнаға бындай сағыштырыу, ғөмүмән, оҡшамай. Бәхеткә уның да хаҡы бар. Ана бит, ир генәһе киләһе йылға, йәйгә, йәмле ваҡытта, ти бит әле, ЗАГС-ҡа барыу, туй үткәреү, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ағай-энеләрҙе йыйып алыу хаҡында , һис юғы, Мальдив утрауҙарына барып, “баллы ай” үткәреү тураһында һөйләй. Эйе, хыялланмай – һөйләй. Хатта күпмегә төшөрөн самалап, хаҡын да ишеттерә. Аҡсаһын әйткәс, Төркиәнән алыҫ китмәгән Әсмәнең сәстәре үрә тора яҙҙы.
– Юллама хаҡы икебеҙгә – миллион һум? Һин нимә, Радмир, ҡайҙан ул аҡса?
– Нисек ҡайҙан? Беҙ икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Шунан һуң, юллама тулыһынса минең иҫәптән, минең һиңә бүләгем. Ә һин үҙеңде бындай бүләккә лайыҡ түгелмендер, тип уйламайһыңдыр?
Шулай килештеләр, даталарын билдәләнеләр. Радмир ошо уңайҙан фатирын ремонтлатыуҙы әлегә ҡалдырып торорға булды.
– Мөһимерәк эштәр күп – мәктәптәге эшҡыуарлыҡ кабинетын йыһазландырырға кәрәк.
Әсмә үҙе лә кереп ҡараны кабинетын. Эштәр аҡрын бара, ләкин, Радмирҙың һөйләүенә ҡарағанда, бик шәп килеп сыҡмаҡсы. Һәр хәлдә, Мәскәүҙә бындай кабинеттар бик һирәк.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Радмир һаҡал үҫтерә башланы. Һаҡал – һаҡал инде... Әсмәнең бер холҡо бар – ул һаҡал яратамай, шуға, уңайһыҙ булһа ла, ошо хаҡта әйтергә мәжбүр булды.
– Ҡыш, һыуыҡ, етмәһә, ҡайһы ваҡыт мин көнөнә икешәр тапҡыр ҡырынам, бит тиреһенә кире тәьҫире бар. Был оҙаҡҡа түгел, бер 3-4 айға. Мин уны һуңынан ҡырып ташлаясаҡмын, – тигәс, ҡатын ризалашаһы итте. Хатта һаҡал бер заман оҡшай ҙа башланы. Шундай олпат, батыр ир ҡиәфәте инде Радмирға. Кешеләрҙең дә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәргән һымаҡ тойолдо.
– Эх, – тип әйтте бер көн ҡайтҡас Радмир. – Бер таныш коттеджын һата. Үҙемдең фатирҙы һатырға һөйләштем, ну етмәй инде, тағы кәрәк, тип, үҙ алдына әйткән һымаҡ булды.
Аһ, коттедж! Айырым йорт! Кемдең генә хыялы түгел икән? Әсмә үҙе был хаҡта күптән уйлап йөрөй ине. Коллегалары араһында айырым йортта йәшәгәндәр бар. Уларҙың һөйләүенә ҡарағанда, ожмах инде, ожмах!
Әйҙә, миңә күрһәт әле коттеджыңды, – тине. Радмирҙың хатта ифрат моңһоу йөҙө асылып киткән һымаҡ булды.
– Ҡәҙерлем, һин дә күрергә теләйһеңме? Ҡаланың ситендә генә, 10-15 минутлыҡ юл, шундай уңайлы айырым йорттар ҡаласығы. Урындағы “Рублевка”, тип йөрөтәләр икән. Бизнесмендар, завод директорҙары йәшәгән, ҡойма менән уратып алынған, ингән ерҙә тәүлек әйләнәһенә һаҡ тора. Радмир бик йылғыр булып сыҡты. Үҙенең фатирын һатыуға ҡуйған, һатып алыусыһы ла төҫмөрләнә икән.
– Бына, кредит менән килеп сыҡһа, бәлки ипотека ла булыр.
Әсмә үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
– Әйҙә, минекен дә ҡуша һатайыҡ, – тине.
– Ошо фатирыңдымы? Һин нимә, ғүмер буйы айырым йортта йәшәрмен, тиһеңме? Уйлама ла, рөхсәт итмәйем!
– Бәлки кредитты бергәләп алырға кәрәктер, – тине тиктормаҫ теле.
– Әсмә, әгәр һин мине коттедж һатып алырлыҡ түгел, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Һәм миңә башҡа ундай һүҙҙәр һөйләмә. Ҡабул ителмәй. Әгәр тағы һүҙ башлаһаң, үпкәләйәсәкмен, – тине лә, – әйҙә, туй мәсьәләһен ҡараштырайыҡ, кемдәрҙе саҡырайыҡ?
Әсмәнең исемлеге бер ай элек әҙер ине.
– Ун бишләп кеше булыр, ахыры, – тине.
– Ун биш? Ун биш кеше? Ошо Башҡортостанда йәшәп, 15 кенә кешең бармы?
– Ә нисәү кәрәк һуң?
– Мин иң кәмендә һинең яҡтан илле кешегә иҫәп тотам. Туй булғас, туйлайыҡ, өйләнгәс, өйләнешәйек. Минең яҡтан илле кеше килә. Һин, ошонда йәшәп, илле кеше тапмаһаң инде.
Әсмәгә тағы ла бер ултырып, яҡын ҡоҙаларҙы, алыҫтағы туғандарҙы иҫкә төшөрөргә тура килде. Ниңә, килһендәр, күреп ҡайтырҙар, тип тынысландырҙы ул үҙен исемлекте тултыра-тултыра. Өйҙә Әсмәне тағы бер ҡыуаныслы хәбәр көтә ине. Радмир “Икенсе бейеклек” – ҡаланың иң ҙур ял итеү үҙәге менән килешеү төҙөгән, хатта 300 мең аванс индереп ҡуйған.
Һаҡсыл, аҡсаны иҫәпләргә өйрәнгән
ҡатындың сәстәре үрә торҙо:
– Аванс ҡына – 300 мең?
– Эйе, – тине ир күҙен дә йоммай. Көндөҙгө 12-нән киске унға тиклем байрам итәбеҙ. 100 кеше саҡырыла, унар меңдән иҫәпләп ҡара.
Ҡатындың тәне ҡыҫылды.
– 30 процент аванс. Шулай бит?
Ир кем менәндер телефондан һөйләште.
– Һиңә күпме кәрәк? – тип һораны ул. Бер лимон? Бер лимон булды. Иртәгә реквизиттарыңды ебәр, күсереп ҡуйырҙар. Тик һин миңә әлегә биш лимон биреп тораһың. Һиңә һөйләнем, шикелле. Коттедж алып йөрөйөм. Ярай, һөйләштек. Бер аҙнанан көтәм. Аҙна-ун көн үткәс, теге лимондарҙың бер аҙ һуңлаясағы билдәле булды, һәм Әсмә, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ошо фатир туйҙырҙы. Һатып ҡына ҡотолмаһам”, – тип ысҡындырҙы.
– Ярай, – тине ир үҙенә ҙур яуаплылыҡ алған һымаҡ. – Алыусыһы тиҙ булһын, тиһәң, бер аҙға хаҡын төшөрөргә тура киләсәк. 4 миллион ярымға бөгөндән алыусы бар.
– Мин – риза! – тине ҡатын.
Ял көндәрендә хатта ваҡ-төйәк әйберҙәрен төйнәштерә лә башланы. Мәшәҡәт күп. Әсмәгә күңелле ине. Мәшәҡәт, тип, ифрат күңелле мәшәҡәттәр. Ул көн һайын үҙен туй кейемендә күҙ алдына килтерә һәм бер ҡыуанып, бер аптыранып ҡуя.
Ә Радмир ҙа бик шат йөрөй. Өлгәрмәй, ваҡыт юҡлығына зарлана. Туй күлдәге һайлауҙы бер тапҡыр кисектерҙеләр.
Күңелле генә әҙерлек бара ине, бер көн Әсмәне урындағы хакимиәткә саҡыртып алдылар. Ике ипле генә егет уның менән әңгәмәләшергә теләк белдерҙе. Беренсе һорау уҡ Әсмәнең башына күҫәк менән һуҡҡан һымаҡ булды.
***
Ул телһеҙ ҡалды, башы әйләнде, ҡан баҫымы күтәрелде. Нашатыр спирты еҫкәтеп, арлы-бирле итеп, саҡ кеше итеп алдылар. Егеттәрҙең береһе, Әсмәнең аңлауынса, етәксе, ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирҙе:
– Һеҙҙең менән йәшәгән ир илдә билдәле никах аферистарының береһе. Ул бер нисә ҡалала йәшәп, ышанысҡа инеп, яңғыҙ ҡатындарҙың фатирҙарын һаттырып, аҡсаларын үҙләштереп ҡасҡан. Әле Өфөгә шундай уҡ эш менән килгән. Һеҙ уның беренсе ҡорбаны түгел. Һеҙ уға ышаныс ҡағыҙы яҙҙығыҙмы?
– Яҙҙым, – тине Әсмә ҡалтырана-ҡалтырана.
– Килешеүгә ҡул ҡуйҙығыҙмы?
– Ҡуйҙым.
– Яҡшы, – тине егеттәрҙең Григорий Иванович тигәне.
– Нимәһе яҡшы булһын,– тине Әсмә, – мине күрәләтә таларға торалар.
– Бөтәһе лә шул килеш барырға тейеш, – тине егеттәрҙең икенсеһе, үҙен Самат Ғайсарович тип таныштырғаны. – Беҙ уның ҡойроғона баҫтыҡ. Беҙҙән һеҙгә үтенес: ошо көндәрҙә һаҡ булығыҙ, ул иртәгә фатирығыҙ өсөн аҡса алырға тейеш. Сөнки ул үҙенең ялған паспортына Өфө-Красноярск маршрутына билет алды. Һеҙ бер нәмә лә һиҙҙерергә тейеш түгелһегеҙ. Сөнки уның ҡапыл да эҙһеҙ юғалыуы ихтималлығы бар, әгәр һеҙҙең һиҙенгәнегеҙҙе тойһа. Һәм беҙгә уны мотлаҡ ҡасҡан сағында тоторға кәрәк. Мәҫәлән, аэропортта, ялған паспорт менән.
– Самолеты нисәлә? – тине көс-хәл менән ҡатын.
– Иртәгәнән һуң, – тине Самат Ғайсарович. – Әгәр һеҙҙең көсөгөҙ етмәһә, беҙ һеҙҙе дауаханаға һалып тора алабыҙ. Сөнки был операцияның яҙмышы бары тик һеҙҙең ҡулда.
Ҡатын бик оҙаҡ ҡына уйланды. Ул үҙенең ошондай оятһыҙлыҡ ҡорбаны булыуын әле булһа аңламай, зиһене быны ҡабул итергә риза түгел ине. Эшендә ҡағыҙҙарын барланы, Радмир менән үткәргән көндәрен хәтерләне. Оҙаҡлағас, аптыранған Радмир шылтыратты:
– Йәнем, ниңә оҙаҡлайһың? – тине ул борсолоп.
– Беҙгә тикшереү килде, – тине.
– Ә нимә тикшерәләр?
– Методик эштәрҙе, дәүләт стандарттарын нисек үтәйбеҙ, шуны ҡарайҙар, ҡайһы бер ҡағыҙҙарҙы үҙемә барларға тура килә. Һин мине көтмә, үҙең генә ултырып аша.
Сәғәт ундарҙа, ҡайтҡас, “һиңә нимәлер булған”, тип ир һиҙенде, Әсмәнең күҙҙәренә ҡарап. Әсмәгә уйынды бороп ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Тикшереү йомғаҡтары бик насар бара, мине эштән алыуҙары ихтимал. Шуға, ҡурҡыбыраҡ торам, туйҙы кисектерергә тура килерме икән?
– Юҡ, – тине ир ҡаты итеп. – Беҙҙең туйға һинең вазифаңдың бер мөнәсәбәте лә юҡ. Беҙ уны бына тигән итеп үткәрәсәкбеҙ.
– Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем, – тине ҡатын ирҙе ҡосаҡлап. – Әлдә һин бар. Бында миңә ярҙам итер, ҡотҡарыр өсөн генә килгәнһең икән.
– Һине бәхетле иткем килә, – тине ир уны нығыраҡ ҡосаҡлап.
Иртән Радмир өйҙә ҡалды, Әсмә, эшем күп, ҡағыҙҙарҙы рәткә килтерергә кәрәк, тигән һылтау менән иртәнге етенән үк ҡуҙғалды.
– Ниңә шул хәтлем эшең өсөн янаһың? – тип борсолдо Радмир ишек
төбөндә ҡатынды оҙатып. – Эш хаҡың шулай ҙурмы ни? – тине.
– Әҙме икән, күпме икән, ай һайын 100 меңдән артыҡ сыға инде, – тине.
– Ҡуй инде, 100 мең өсөн көн-төн янып йөрөмәһәң шунда. Ярай, борсолма, туйҙан һуң мин һине үҙемә эшкә алам.
– Рәхмәт, һиндә генә бөтә ышаныс.
Эшенә көс-хәл менән барып етте ҡатын. Күҙе алдынан Радмирҙың моңһоу йөҙө үтмәй ҙә ҡуя. “Ошо гонаһһыҙ, ғәйепһеҙ күҙҙәре менән мине алдарға итәме икән?” – тип уйланы. Һуңынан яйлап, иҫкә төшөрҙө: ярты йыл бергә йәшәнеләр, тәүге осорҙо иҫәпкә алмағанда, нимә өсөн булһа ла аҡса сығарғаны, әйбер алғаны тойолманы. Ә теге сәфәр, туй сығымдары – барыһы ла хыял икәнлеген ул белә.
Оперативниктар уны нотариустың ишек төбөндә тоторға тейештәр ине. Нотариус, ысынлап та, ялғанды һиҙеп ҡалды һәм Радмирға бер аҙ көтөп торорға ҡушты. Ә ҡалғанын инде, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре еренә еткереп ҡуйҙы. Шулай итеп, ялған никах оҫтаһы эш өҫтөндә ҡулға алынды.
Бынан һуң байтаҡ көндәр үтте әле. Тикшереү эштәре йылдан ашыу дауам итте. Судта Әсмә Хәлил ҡыҙына ла ҡатнашырға һәм иренә ҡаршы сығыш яһарға тура килде.
Әсмә рәшәткә артында ултырған Радмирға бер генә тапҡыр күҙ һалды. Бойоғоп, ҡартайып ҡалған ҡатынды Радмир ҙа күрҙе. Әсмә, бар көсөн йыйып, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Сөнки ирҙең ҡарашы тимер ситлеккә ябылған, ашатылмаған, тәрбиә күрмәгән йолҡош этте хәтерләтә ине.
Аҙаҡҡы һүҙ урынына.
Яҙмалар ысынбарлыҡта булған мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙылды. Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар илебеҙҙә йыл һайын йөҙәрләп булып тора. Һаҡ булһағыҙ ине. Йортоғоҙға – именлек.