+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Декабрь 2021, 18:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫШ БАБАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә

Рәсүл тертләп уянып китте. – Сәғәт нисә? Суҡынып ҡына китәйем, сәғәт бер булып бара! Ул һикереп торҙо, үтеп барған ыңғайы кәләше Зөһрәне төрткөләп китте. – Зөһрә, тор! Мин йоҡлап ҡалғанмын! Уныһы һелкенеп кенә ҡуйҙы ла юрғанын башына ҡапланы. Рәсүл шул ыңғай Ҡыш бабай кейемдәрен кейә башланы. Үҙе телефонын эҙләй. Такси, такси саҡыра һалырға кәрәк! Ул арала булмай Нәғим Вилданович шылтырата: – Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Йоҡлап ҡалдыңмы ни? Һуңлайһың бит! – Хәҙер, Нәғим Вилданович, хәҙер!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠЫШ БАБАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫШ БАБАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә

 

Ярай, кисә үк бүләктәр тултырылған тоҡто алып ҡайтып ҡуйғайны. 31 декабргә Ҡыш бабайға заказ биргән байҙарын әйтер инем инде! Ярай, такси килеп етте. Инде тоғон ултыртҡайны, иҫенә төштө – таяғы тороп ҡалған. Йүгереп менһә, асҡысын таба алмай, ишеге бикле. Ишекте емерерҙәй булып дөбөрләтеүгә Зөһрәһе килеп сыҡты.

– Таяҡты бир!

Театр артисы Рәсүл быйыл да, Ҡыш бабай булып, бай ғаиләләрҙе хеҙмәтләндерергә ялланғайны. Өсөнсө көн инде шул эштән арынғаны юҡ. Эше ауыр, тип әйтмәҫ ине, аҡсаһы ла мул төшә. Яңы өйләнгән кәләше Зөһрәгә тун вәғәҙә иткәйне. Шуға тырыша инде.

Беренсе заказ былай еңел генә үтеп китте. Өйҙәге ике балаға ла бүләктәрен тоттороп, шиғырҙарын һөйләтеп, үҙе һөйләп күңелдәрен асыуға ошо ғаиләгә бүленгән утыҙ минут үтеп тә китте. Киләһе заказ – “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә. Унда 10 минутҡа һуңланы. Юлдағы тығындарҙы иҫәпкә алғанда – түҙерлек. Ә сәғәт 2-гә Свердлов һәм Аксаков урамдары сатындағы ятаҡҡа барып етергә кәрәк. Бер ҡатын биш йәшлек ҡыҙына Ҡыш бабай күрһәтергә теләй икән. Биш йәшлек сабыйға Ҡыш бабай саҡырырлыҡ булғас, етмәһә, ятаҡта йәшәгәс, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсойҙор инде. Ә “Ирәмәл”дәге хужалар Ҡыш бабайҙы ебәрергә ашыҡмай. Мул ғына табын ҡорғандар, шунда саҡыралар. Ә Рәсүл ҡабалана. Ҡабаланмай, ҡайҙа барһын, тегендә көтәләр бит, тағы ялыу яҙып ҡуйырҙар микән.

Көс-хәл менән сығып китте. Дуҫлыҡ монументы эргәһенән үтеп барғанда Нәғим Вилданович шылтырата:

– Һин нимә, ҡустым, хужалар ҡушҡанды үтәмәгәнһең, һиңә штраф түләргә тура киләсәк.

– Рәхмәт, Нәғим Вилданович, шуның өсөн тырышҡайным... Улар мине эсергә ҡыҫтаны.

– Ниңә, шунда бер йөҙ грамм кәкһәң, уҡаң ҡойолор инеме?

– Тегендә йөҙ грамм, бында йөҙ грамм. Алда, ана, яңғыҙ ҡатын көтөп ултыра. Уның менән нимә эшләргә ҡушаһығыҙ?

– Әгәр аҡсаһын түләгән икән, теләһәләр, тәкмәс тә атаһың, туңҡайып та тораһың.

– Юҡ инде, Нәғим Вилданович!. Уныһы минән булмаясаҡ. Мин өлкәндәр өсөн түгел, балалар өсөн йөрөйөм.

Свердлов урамы 54-се йорт янына килеп туҡтанылар. Трамвай юлы боролошондағы ятаҡ икән. Етенсе ҡатҡа менеп етергә кәрәк бит әле, тоғоңдо күтәреп. Лифт бындай боронғо ятаҡтарҙа бар, әлбиттә, ләкин эшләмәй. Бына 75-се бүлмә, тимер ишек. Ҡыңғырауы күренмәй. Рәсүл һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Ишек артынан тауыш ишетелде:

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты, ур-ра, минең әсәйем ҡайтты! Тиҙерәк бул, әсәй, ин, мин һине һағындым!

– Һаумы, ҡыҙым! Һине Яңы йыл менән ҡотларға килдем! – тине Рәсүл, тауышын мөмкин тиклем яғымлыраҡ итергә тырышып. – Мин Ҡыш бабай, бына һиңә бүләк килтерҙем. Ас ишегеңде.

Бүлмә эсендә тынлыҡ урынлашты.

– Унда кем бар? – тине ҡыҙыҡай ишетелер-ишетелмәҫ кенә.

– Һаумы, Айгөл ҡыҙым! Мин Ҡыш бабай. Һине ҡотларға килдем. Ишегеңде асаһыңмы? Әсәйең ҡайҙа?

– Әсәйем эштә, – тине ҡыҙ оҙаҡ ҡына көттөргәндән һуң.

– Әсәйең ҡасан ҡайта?

– Белмәйем.

– Ә ҡасан эшкә китте?

– Әйтмәне. Кисә сыҡты, бөгөн ҡайтманы.

– Бына, Айгөл ҡыҙым, һиңә бүләк. Ҡыш бабай бүләге.

– Ә минең Айгөл икәнде һин, Ҡыш бабай, ҡайҙан беләһең?

– Әсәйең әйтте. Бына яҙып ҡуйған, Свердлов урамында йәшәйем, Айгөл исемле ҡыҙым бар, тигән.

– Әсәйем бөгөн ҡайтамы? – тине бала өмөт менән. – Һин уны күрҙеңме? Әсәйем ҡайтам тинеме?

– Юҡ, мин һинең әсәйеңде күрмәнем, мин ҡотларға ғына килдем.

Рәсүл сәғәткә ҡарап алды: ах, ваҡыт үтеп бара, ишек бикле, заказ үтәлмәгән!

– Ярай, ҡыҙым, һау булып тор!

– Юҡ, юҡ, – тип ҡысҡырҙы ҡыҙыҡай. – Мин ҡурҡам! Китмә, берүк китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам, Ҡыш бабай, бер үҙем, әсәйем өйҙә юҡ!

– Өйөң йылымы? Ашарыңа бармы? – тип һораны Рәсүл.

– Белмәйем, мин һыу эстем.

– Һиңә нисә йәш? – тип һораны Рәсүл.

– Бына миңә ошо хәтле, – тине ҡыҙыҡай. Күрәһең, бармаҡтарын күрһәтәлер.

– Әсәйеңдең исеме нисек?

– Әсәйемдең исеме әсәй.

– Фамилияң нисек, ҡыҙым?

– Фамилиям Хажиева.

– Атайыңдың исеме нисек?

– Атайымдың исеме юҡ.

– Әсәйеңә берәйһе килергә тейешме?

– Юҡ, ул миңә бер нәмә лә әйтмәне, эшкә китте.

– Ишек аса беләһеңме?

– Ишекте аса белмәйем, асҡысым юҡ.

Шул ваҡытта ҡаршы яҡтан эргәләге ишектәрҙең береһе шатыр-шотор итеп асылды ла оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле берәү күренде.

– Һин нимә, бәләкәй ҡыҙҙар аулап йөрөйһөңмө әллә? Хәҙер мин һине...

– Юҡ-юҡ, ғәфү итегеҙ, мин Ҡыш бабай булам, бына заказ, мин ҡыҙыҡайға бүләк ҡалдырырға тейеш.

– Ниндәй Ҡыш бабай? Кил әле бында яҡтыға! Таяҡ һиңә нимәгә?

– Һуң, таяҡһыҙ Ҡыш бабай буламы?

– Ярай, ышандым, ти. Гуля үҙе өйҙә юҡмы ни?

– Бында йәшәгән ҡатындың исеме Гулямы?

– Кем белһен уны? Гуля тиҙәр инде. Ауылдан киләләр ҙә исемдәрен алыштырып алалар. Ҡара уны, егет, әгәр ул балаға һөжүм итер булһаң, мин йәлләп тормаясаҡмын. Ундайҙарҙы яратмайым! Бик шикле күренәһең. Хәҙер тәҙрәнән ырғытам да ҡуям юғиһә.

– Мин ниндәй боҙоҡ кеше булайым инде? Бына, мин – Ҡыш бабай!

– Ярай, һин – Ҡыш бабай. Ана үткәнендә бер начальник йөрөнө. Өҫтөндә арыу костюм-салбар, аяғында ялтыр ботинка, галстук таҡҡан булған. Уҡырға китеп барған ҡыҙ баланы гараждар араһына һөйрәкләгән. Күрһәт әле тоғоңдо!

Рәсүл күндәм генә тоғон асты, Айгөлгә тигән бүләкте сығарҙы.

– Бына ҡыҙыҡайға бүләк.

– Ярай, ә ниңә берәү генә? Ҡыш бабайҙың тоғо тулы бүләк булырға тейеш, ә һинеке берәү генә.

– Ағай, лифт эшләмәй, етенсе ҡат, йәйәү мендем, бөтә бүләкте ташып йөрөйөммө ни? Ана, таксиҙа бөтә бүләк.

– Барыбер шикле күренәһең. Оҡшамайһың һин миңә, – тип һөйләнә-һөйләнә теге ир бүлмәһенә кереп китте.

Рәсүл нимә эшләргә белмәй тағы ла ишек шаҡыны.

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты. Мин бер үҙем ҡурҡам, әсәй!

– Ҡыҙым, Айгөл ҡыҙым! Һин әҙ генә көт. Мин әлегә бүләгеңде алып китәм. Һуңынан килтереп ҡалдырырмын. Мин килгәнсе әсәйең дә ҡайтыр.

– Ҡыш бабай, китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам. Минең әсәйем өйҙә юҡ, мин яңғыҙмын, ҡурҡам, Ҡыш бабай!

– Мин көтә алмайым, Айгөл. Мин хәҙер икенсе фатирҙарға барырға тейешмен. Мине башҡа балалар ҙа көтә.

– Китмә, китмә, Ҡыш бабай!

Инде һуңлап бара. Рәсүл такси менән ун биш минуттан Аграр университет туҡталышына барып етергә тейеш. Такси алға ынтылды.

Аграр университетҡа ун минутлап һуңлап барып еттеләр. Заказ биргән хужа аҫҡа төшөп, йәмерәйеп тора ине.

– Ниңә һуңланығыҙ? – тине ул иҫәнләшеп тә тормайынса. – Бала әле генә йоҡлап китте.

– Ғәфү итегеҙ, ағай, юлда тығындар күп ине.

– Мин бер нәмә лә белмәйем, аҡсаһы түләнгән, заказы бирелгән. Һеҙ уны үтәргә тейеш.

– Шунан, ағай, ғәфү итерлек сәбәбе бар. Айгөлдө әйтәм, биш йәшлек бер ҡыҙыҡайға ишеген астырып, бүләген тапшыра алманым.

– Ә мин бында при чем? Юҡ икән – юҡ. Мин аҡса түләйем, ә һин ниндәйҙер бер баланы көтөп ултыраһың!

– Хәҙер нишләрбеҙ икән, ағай?

– Теләһәң нимә эшлә, ныу баланы ҡотламайынса китмәйһең! Әйҙә, керәйек, ышанмаһаң, үҙең ҡара – ана, йоҡлап ята.

Инде кереп, тоғон ултыртып, таяғын стенаға һөйәгәйне, донъя емерелгән һымаҡ булды – таяҡ ауҙы ла китте. Бер секунд үтмәне – ҡысҡырып, бер малай килеп сыҡты. Үкереп иларға иҫәбе бар ине, ярай, Ҡыш бабайҙы күреп ҡалды.

– Ҡыш бабай килгән миңә, Ҡыш бабай! Ух һин, тоғо ла бар, халаты яп-ялтыр!

– Йә, Азат улым, Ҡыш бабайға ниндәй шиғыр ятланың? – тип өндәште Рәсүл.

– Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян,

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,

Ҡолағы ергә тейгән.

Ҡыш бабай образға инеп китте, шыршы тирәләй йүгереп йөрөнө, малайҙы күтәреп тә йөрөттө, йөкмәп тә алды, тоғоноң эсенә ултыртып ҡараны, хатта тәкмәс атты. Уның ыңғайына Азаттың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Ҡыш бабайҙы өҫтәл артына ултырттылар. Хужа кеше бер аҙ тынысланған һымаҡ булды, илле грамдай Рәсүлгә лә ҡойоп бирҙе.

– Миңә ярамай, мин эштә, – тип, Рәсүл рюмканы этеберәк ҡуйҙы.

– Мин ҡушҡас, ярай. Нимә, әллә хужаңа шылтыратҡанды көтәһеңме?

Быныһын күтәреп ҡуйыуға, хужа икенсеһен тултырҙы.

– Етте, ағай, миңә ярамай.

– Һыңар ғына етмәй, ҡушты күтәрәһең.

...Азат илап тороп ҡалды, был өйҙән саҡ сығып ысҡынды Рәсүл. Ярай, сираттағы заказ Пархоменко урамында ғына. Барып керһә, өй тулы бала-саға. Бында Урал исемле малайҙың тыуған көнө икән, дуҫтары, ағай-энеләре йыйылған. Хужалар ишек төбөндә көтөп тора ине. Үҙе йөрөй торған квадроциклға сертификат сығарып тотторҙолар, йәнәһе, тоҡтан сертификатты алыуға машина тыштан өйгә килеп инергә тейеш.

– Ап-асыҡ, еренә еткереп әйтегеҙ – утыҙ меңлек сертификат, – тине хужабикә, мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеп, һәм ҡапыл тынып ҡалды. Иренә ҡараны.

– Нимә булды? – тине ире.

Хужабикә саҡ ҡына уйланып торҙо ла:

– Ҡыш бабай иҫерек, унан араҡы еҫе килә, – тине.

– Не может быть! – тине лә хужа, аптырағас, үҙе еҫкәп ҡараны. – Был араҡы түгел, егет иҫерек, егет самогон эскән.

– Ғәфү итегеҙ, зинһар, ғәфү итегеҙ, – тине Рәсүл. Теле көрмәләнде, башы әйләнде. – Мин һеҙҙе киләһе йыл килеп ҡотлай алам, ап-айныҡ килеш.

– Тимәк, киләһе йыл! – тине хужа, телефонын алып, бер нисә төймәһенә баҫты.

– Нәғим Вилданович! – тине ул. – Бына, һеҙҙең егетегеҙ килде... Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, бик матур сығыш яһаны. Яҙып ҡуй, беҙ ул егетте киләһе йылға ла көтәбеҙ. Килештекме? Килештек, бик яҡшы.

– Рәхмәт, рәхмәт, ағай, изгелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмам.

– Стоять! Хәҙер керәһең, сертификатты тапшыраһың, ҡотлайһың һәм ысҡынаһың! Иҫерек килеш күҙемә күренәһе булма!

Тағы ла бер биш-ун минуттан Ҡыш бабай таксиҙа ултыра һәм эстән генә: “Был эштән ҡотолорға кәрәк”, – тип уйлай ине.

Ҡараңғы ла төшә башланы, юлда машиналар кәмене. Киләһе заказ – Телеүҙәк эргәһендә. Рәсүл таксисҡа боролдо.

– Шеф, әйҙә теге Свердлов урамындағы ятаҡҡа һуғылып китәбеҙ!

– Унда нимә бар?

– Ана, бер бүләкте ҡалдыра алмайым.

Рәсүл тоғона бүләктәрҙе тултырып алды. Теге ғифрит килеп сыҡһа, һин Ҡыш бабай түгел, бүләктәрең юҡ, тип бәйләнеп торор. Айгөлдөң ҡурсағы эргәһенә конструктор, самолет кеүек уйынсыҡтар һыйҙы.

75-се бүлмәнең ишеген ипле генә шаҡыны Рәсүл. Айгөл ишек төбөндә торҙо микән, шунда уҡ тауыш бирҙе:

– Әсәй, әсәкәйем ҡайтты, әсәкәйем, мин һине һағындым!

Бына һиңә мә! Былай булғас, Гуля һаман ҡайтмаған. Был ниндәй бөтмәҫ төнгө смена икән? Әллә берәй бәләгә тарығанмы? Шулай ҙа Рәсүл яғымлы ғына итеп:

– Һаумы, Айгөл, мин Ҡыш бабай, мин һине ҡотларға килдем. Йә әле, Айгөл ҡыҙым, шиғырыңды һөйләп күрһәт. Шиғыр ятланыңмы?

– Һин ысынлап та Ҡыш бабаймы?

– Эйе, ҡыҙым, мин Ҡыш бабай.

– Һаҡалың да бармы?

– Эйе, оҙон көмөш һаҡалым бар.

– Бая ла бер Ҡыш бабай килде, уның һаҡалы аҡ ине.

– Мин, ҡыҙым, шул Ҡыш бабай бит.

– Ә һин ниңә тағы килдең?

– Бына, Ҡыш бабай һиңә бүләк килтерҙе.

– Ә һин алдамайһыңмы? Бая ла Ҡыш бабай килде, уның да бүләге бар ине.

– Ә бүләген алдыңмы һуң?

– Белмәйем, – тине ҡыҙ. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, – мин бүләген күрмәнем, – тип өҫтәне.

Шул ваҡыт эргәләге ишек дөбөр-шатыр килеп асылды, унан баяғы ғифрит һәм, уға эйәреп, бер ҡатын сыҡты.

– Был ниндәй маскарад тағы? – тине ир, еңдәрен һыҙғана-һыҙғана. – Бая берәүҙе туҡмап ебәргәйнем, быныһына тағы ни ҡалған? Ошо ҡыҙға ниңә бәйләнәләрҙер инде? Гуля үҙе ҡайҙа икән?

Ғифрит бер генә һикерҙе лә Рәсүлде эләктереп алды һәм быуа ла башланы.

– Юҡ, мин түгел, мин түгел, – тип ыңғырашты Рәсүл.

– Һин булмағас, бигерәк тә шәп. Зина, арҡанды килтер, бәйләйбеҙ.

– Ғәфү итегеҙ, мин бына Айгөлгә бүләген тапшыра алмай йөрөйөм, – тип, Рәсүл тоғон асып күрһәтте.

Ғифрит бер ҡулы менән Ҡыш бабайҙың боғаҙынан тотоп тора, икенсеһе менән тоҡтоң эсен барлай ине.

– Ә был ниндәй бүләктәр?

– Ата-әсәләр заказ яһай, ниндәй бүләк алырға икәнен әйтә. Ә мин шуларҙы тапшырып сығам.

– Аңлашылды. Бая ла һин килгәйнеңме?

– Эйе, мин килгәйнем.

– Әһә, эләктең! – тине ғифрит ҡыуана-ҡыуана. – Ҡайышты сығар! Бая ҡыуып ебәргән Ҡыш бабайҙың тоғонда бер нәмә лә юҡ ине. Тимәк, һин уныһы түгел, алдарға итәһең, – тип еңелсә һуҡҡылап алды.

Зина килеп сыҡты, ҡайышты тотторҙо.

– Бәлки, ысынлап Ҡыш бабайҙыр, – тине ул, тоҡто ҡапшап. Рәсүлгә бая ни өсөн бер генә бүләк алып менеүен, ағай килеп сыҡһа, ышанмаҫ, тип был юлы башҡа бүләктәрҙе лә һалып алыуын ҡат-ҡат аңлатырға тура килде. Ғифрит шикләнһә лә, Зина ышанды.

– Ҡара уны, – тине ир, оҙон йыуан бармағы менән янап. – Тағы бер күҙемә салынһаң, һуғып үлтерәм. Һин мине ысынлап шикләндерәһең.

– Бәлки, былай итербеҙ, – тине Рәсүл. – Мин һеҙгә ҡурсаҡты ҡалдырам, Гуля ҡайтҡас, һеҙ тапшырырһығыҙ.

– Мөмкин, – тине ғифрит, ирәүәнләнеп, – ҡалдыр ҡурсағыңды.

Ҡарсыға һымаҡ, Зина һикереп сыҡты.

– Теге Гулямы? Уның менән аралашмайһың. Һөйләшеп кенә ҡара, күҙеңде соҡоп алырмын! Гуляға күптән тамшанып йөрөй ине. Юҡ, егет, арабыҙҙы бутама! Һиңә ҡушылған, һиңә түләнгән, үҙең башҡар!

Рәсүл  ҡурсаҡты тоғона һалды ла бесәйҙән ҡотолған сысҡан һымаҡ ҡыуана-ҡыуана таксиға йүгерҙе.

Телеүҙәктәге фатирҙан сығыуға Нәғим Вилдан улы шылтыратты.

– Эштәр нисек, ҡайҙа булдың? – тип һораны ул.

– Зәки Вәлиди урамы, 2а йорт, 15-се фатирҙан сыҡтым.

– Маладис, шәп эшләйһең, – тип маҡтаны ул. – Өҫтәлмә заказ алаһыңмы?

– Юл ыңғайы булһа, рәхим итегеҙ, Нәғим Вилданович!

– Затон биҫтәһе, Летчиктар урамы.

– Бик йыраҡ бит әле, Нәғим Вилданович. Унда барып урау ике сәғәтләп ваҡытты аласаҡ.

– Алһын, туйлыҡ аҡсаңды шунда эшләрһең.

Әлеге туй. Рәсүлгә туйлыҡ аҡса кәрәклеген белеп ҡалдылар ҙа, хәҙер кем генә уны файҙаланмай! Зөһрәһе, ҡайтып кереү менән, өйләнештек, тигән даныбыҙ сыҡты, ҡасан туй үткәрәбеҙ, ти ҙә тора. Әртис тигәс тә, ҡутарып аҡсаһын ала, аҡса һуға, тиҙәрҙер инде.

Рәсүлгә, таксиға кереп ултырып, Затонға ҡарай ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Туйға аҡса кәрәк шул, ризалашырға тура килә. Унда барып, бүләктәрен тапшырыу сәғәт ярымдан артығыраҡ ваҡытты алды. Ағиҙел күперенә барып етеүгә, Шәфиев урамындағы йортҡа барырға ҡуштылар. Унан сығып, таксиға ултырыуға, Черниковка яғынан заказ килде. Киләһе заказ – Чернышевский урамынан. Унан 7-ләрҙә генә килеп сыҡты Рәсүл. Был урамдағы фатирҙа ҡунаҡтар иҫерешеп бөткән, балалар йоҡлай. Көс-хәл менән бер-икеһен төрткөләп уятты ла, шиғырҙарын тыңлап, бүләктәрен биреп, таксиға сығып ултырҙы. Был фатирҙа уның килеп кергәнен дә, сығып киткәнен дә күрмәй ҡалдылар шикелле.

– Свердлов урамындағы баяғы ятаҡҡа барабыҙ, – тине Рәсүл.

– Һин унда әллә берәйһен таптыңмы? – тине таксист, шарҡылдап көлөп. – Шулай шәпме ни? Бөгөн шунда әллә өсөнсөгә, әллә дүртенсегә барабыҙ.

...Рәсүлгә ишекте байтаҡ шаҡырға тура килде. Әсәһе ҡайтмағандыр ҙа инде. Тағы бер-ике шаҡыны. Эстә хәлһеҙ генә тауыш ишетелде:

– Әсәй, әсәй, һин ҡайттыңмы?

– Юҡ, был мин, Ҡыш бабай.

– Ҡыш бабай? Һин Ҡыш бабаймы? Мин асмын. Ҡыш бабай, һин мине ҡотҡарырһыңмы?

– Мин һине ҡотҡарырға килдем, Айгөл.

– Ҡыш бабай, мине ҡотҡар, мин асыҡтым. Ҡыш бабай, һин минең әсәйемде күрмәнеңме? Нишләп минең әсәйем ҡайтмай ул?

Шул  ваҡыт тауыш-тынһыҙ ғына ғифриттең ишеге асылды ла һүгенә-һүгенә бүлмә хужаһы килеп сыҡты.

– Мин һиңә әйттем, ҡустым. Мин һине киҫәттем, башҡа күҙемә салынма, тинем. Әйттемме? Әйттем.

– Ғәфү итегеҙ, бында Айгөл һаман яңғыҙы, ас ултыра, Гуля һаман ҡайтмаған.

– Тәүҙә асыҡлайыҡ, һиңә әсәһе кәрәкме, әллә ҡыҙымы?

– Үҙе һаман ҡайтмаған, бына ҡыҙы Айгөл ас ултыра.

– Һин ниндәй оятһыҙ кеше булып сыҡтың? – тине, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, ғифрит. – Мин һине тәүге күргәндә айныҡ инем. Әлегеләй хәтерләйем, һин, ҡыҙҙың әсәһенең исемен белмәйем, тинең. Хәҙер Гуля тиһең. Бында ниндәй Гуля булһын, бында – Гөлсирә. Гөлсирәнең юҡлығын беләһең, ә киләһең. Әсәһе ҡартайҙы, хәҙер ҡыҙын аңдып йөрөйһөңмө? Гөлсирә һәйбәт ҡыҙ ине. Һинең һымаҡ берәүҙән бала тапты. Ә тегеһе, бала булырын белгәс, ҡасты. Әйт әле, һин шул егет түгелме?

– Ҡайһы егет? – тине ҡалтыранған Рәсүл.

– Гөлсирәгә бала яһап ҡасҡан егет һин түгел инеңме, тим бит.

– Эйе, мин инем ул, мин, тик туҡмамағыҙ берүк, – тип ҡалтыранды Рәсүл.

– Ә-ә, Рәсим, һинме  ни? Ҡалай олпатланып киткәнһең. Минең хәтер насар бит, бик кешене танып бармайым.

– Эйе, ағай, мин, мин, Рәсим.

– Ә мин һине шунда уҡ кемгәлер оҡшаттым, – тине ғифрит. – Гуляға әйттем мин, һинең ул егетең ҡайта ул, тинем. Бына бит, ҡайтҡанһың.

– Ә Гөлсирә ҡайҙа икән?

– Гөлсирә бит ҡайҙалыр иҙән йыуа. Баланы ҡарарға кәрәк. Ә ҡыҙыҡайыңды телевизорҙан күргәнең бармы?

– Телевизорҙан күргәнем юҡ, – тине Рәсүл.

Эште Зина боҙҙо. Килеп сыҡты ла:

– Был егет һаман йөрөймө ни? – тине.

– Ниңә, танымайһыңмы ни? Рәсим булған дабаһа, – тине ғифрит.

– Ҡайһы Рәсим? – тине Зина. – Теге, Гуляға килеп йөрөгән егетме?

– Эйе, шул Рәсим.

– Тот, был һине алдай! Был Рәсим түгел, – тип ҡысҡырҙы Зина һәм Ҡыш бабайҙың еләненә йәбеште. Ғифрит күҙ асып йомғансы Ҡыш бабайға ике тапҡыр һуҡты. Уныһы, көнө буйы арып йөрөгән кеше, баҫҡан ерендә бөгөлөп төшөп ҡоланы ла ҡуйҙы.

– Үлтерҙең! – тип һөрәнләне Зина.

– Борсолма, мин уға шаңҡытырлыҡ ҡына итеп һуҡтым. Тиҙ бул, полиция саҡыр! Педофил тоттоҡ, бер ҡыҙ баланы самалай ине, тиң. Тиҙ арала килеп етерҙәр.

Полиция саҡыртыуҙарын Рәсүл ишетмәне, ул, һушын юғалтып, коридорҙа ята ине.

Оҙаҡламай өс полицейский килде, Ҡыш бабайҙың ҡулдарына бығау һалдылар, һәм ошонда уҡ тикшереү эше башланды.

– Һеҙ нишләйһегеҙ? Ошо тимер ишек артында бер бала ас ултыра. Мине бығаулау хаҡында түгел, яңғыҙы ултырған ҡыҙҙы ҡотҡарыу хаҡында уйлайыҡ, – тине Рәсүл көс-хәл менән.

Егеттең түш кеҫәһенән паспортын алдылар.

– Йә, гражданин Яппаров Рәсүл Ғәли улы.

– Исеме нисек? – тип һораны ғифрит.

– Рәсүл Ғәли улы.

– Ә ул, Рәсим, ти.

– Алдаған, Рәсим түгел, Рәсүл исемле был.

– Ах, оятһыҙ! – тип яҫҡынды уға ғифрит. – Мине алдарға иттеңме? Полицейский иптәш, яҙып ҡуйығыҙ, бахыр ҡыҙ бала эргәһендә көнө буйы уралды. Ярай, үҙем уяулыҡ күрһәтеп, тотоп алдым. Ундайҙарҙың урыны төрмәлә. Ныу, төрмәлә кәрәгеңде бирәсәктәр төн һайын!

Рәсүлдең башы әйләнде, ул йығылып китмәҫ өсөн стенаға һөйәлде.

Рәсүл кеҫәһенән телефонын алды – кемгә булһа ла шылтыратырға кәрәк. Шылтыратып өлгөрмәне, телефоны үҙе телгә килде.

– Алло! Кем ул? – тип һораны ул хәлһеҙ генә тауыш менән.

– Кем булһын? Зөһрә шылтырата.

– Ниндәй Зөһрә ул тағы? – тине Рәсүл көс-хәл менән.

– Ниндәй Зөһрә, тисе, – теге башта аптыранылар. – Әллә һин иҫерекме?

– Юҡ, иҫерек түгел, мине туҡманылар.

Трубканы полицейскийҙарҙың өлкәне тартып алды.

– Хәҙер күрһәтәм мин һиңә туҡмағандарын. Был иҫеректе ябып ҡуйырға кәрәк.

Ләкин етенсе ҡаттан төшә башлағансы Рәсүл өндәшеп өлгөрҙө:

– Иптәш лейтенант, – тине ул, наряд етәксеһенә мөрәжәғәт итеп. – Бына 75-се бүлмә. Уның эсендә икенсе тәүлек инде Айгөл исемле биш йәшлек кенә ҡыҙыҡай асҡа интегә. Уның әсәһе кисә Ҡыш бабайға заказ биргән дә юғалған. Хәҙер тиҙ арала ишекте асырға ла ҡыҙҙы ҡотҡарырға кәрәк. Ул яңғыҙы, ас, ике тәүлектәй ашағаны юҡ.

Полицейский Рәсүлдең һөйләгәненән нимәлер аңланы булһа кәрәк. Ул дәһшәтле итеп:

– Шымығыҙ! – тип ҡысҡырҙы. Һаҡ ҡына ишекте шаҡып ҡараны. Бер тауыш та ишетелмәне.

– Алдай, – тине полицейскийҙарҙың береһе.

– Алдамай, – тине ғифрит. – Бүлмә эсендә ысынлап та Гуляның ҡыҙы бар. Ҡыҙыҡайҙың әсәһенең ике тәүлеккә яҡын өйгә ҡайтмауы ла дөрөҫ. Ләкин егеттең ошо ҡыҙ эргәһендә уралыуы миңә оҡшамай. Нишләп ул бығаса бер күрмәгән ҡыҙҙы хәстәрләп йөрөй?

– Уның әсәһе Ҡыш бабайға заказ бирҙе, – тине Рәсүл. – Бына минең етәксемә шылтыратығыҙ, Нәғим Вилдановичҡа.

Рәсүл Нәғимгә шылтыратыу менән тегеһе асыулана башланы:

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Һине сәнғәт училищеһы ятағында көтәләр! Директор урынбаҫары ике аҙна элек заказ биреп, аҡса түләп ҡуйғайны.

– Нәғим Вилданович, миндә һеҙҙең ҡайғы юҡ, мине полицейскийҙар тотто, – тип бәйләнеште өҙҙө Рәсүл.

– Һине полиция участкаһына алып барырға тура килә, – тип иғлан итте наряд етәксеһе.

– Алып барһағыҙ, алып бараһығыҙ инде, тик ҡыҙҙың ғүмере өсөн һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ, – тине Рәсүл, 75-се бүлмә яғына ымлап.

Был һүҙҙәр полицейскийҙарҙы уйланырға мәжбүр итте. Был егеткә бер нимә лә булмаҫ, ә ҡыҙыҡай өсөн, бер-бер хәл булһа, яуап бирергә тура килмәгәйе.

– Миңә ишек шаҡып ҡарарға рөхсәт итегеҙ, – тине Рәсүл.

– Йә, шаҡып ҡара, – тине лейтенант.

Рәсүл һаҡ ҡына ишекте шаҡыны.

– Әсәй, әсәйем минең, әсәйем, ҡайттыңмы һин, мин һине һағындым! Әсәйем, ҡайт, мин һине тыңлап ҡына йөрөрмөн! Әсәйем, мин асыҡтым!

Полицейский “шымығыҙ” тип ҡулын күтәрҙе һәм:

– МЧС-ты саҡыртырға тура килә. Ишекте асырға кәрәк, – тине.

Ярты сәғәт тә үтмәне, ҡотҡарыусылар кейемендәге ике егет килде һәм бер минут эсендә бүлмә ишеген асты. Лейтенант, Зина һәм Рәсүл бүлмәгә үттеләр. Һыуыҡ, ҡараңғы. Уларҙың күҙ алдына ҡыҙыҡай килеп сыҡты. Ул ҡурҡманы. Ул шаңҡыған һәм ҡурҡыуҙан үткәйне.

– Минең әсәйем ҡайҙа? – тине ул битараф тауыш менән.

– Эй балаҡай, – тине Ҡыш бабай һәм, ҡыҙыҡайҙы күтәреп, ҡосағына алды. Рәсүл ҡыҙҙың ҡалтыранғанын тойҙо.

– Әсәйеңдең исем-фамилияһы нисек?

– Гөлсирә Хажиева, – тип, һорауға Рәсүл яуап бирҙе.

– Һин уны ҡайҙан беләһең? – тине лейтенант, Рәсүлгә ентекләп ҡарап.

– Заказ биреүсе үҙенең исем-фамилияһын яҙып ҡалдырған.

Лейтенант үҙе генә белгән бер телефонға шылтыратты ла:

– Һеҙҙә Гөлсирә Хажиева буйынса мәғлүмәттәр юҡмы? – тип һораны.

Ҡыҙҙы нимә эшләтергә, ҡайҙа ҡуйырға, тип баш ватҡан арала наряд етәксеһенә шылтыраттылар. Лейтенанттың йөҙө күҙ алдында ҡырыҫланды, һәм ул бөтәһе лә ишетерлек итеп:

– Дәә, – тип ҡуйҙы. – Үткән төн Достоевский урамынан Аксаков урамына боролған ерҙә ҙур тиҙлек менән барған автомобиль Хажиеваны бәрҙертеп киткән. Әле ул дауаханала комала ята. Хәле бик ауыр. Йәгеҙ, хәл итәйек, баланы ҡайҙа ҡуябыҙ?

Ҡыҙыҡай бер нимә лә белмәй һәм ишетмәй, Ҡыш бабайҙың ҡосағында йоҡлай ине.

– Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин үҙемә алып ҡайтам, – тине Рәсүл. – Мине өйҙә кәләшем көтә.

– Бындай осраҡта беҙҙең һиңә рәхмәт әйтеүҙән һәм илтеп ҡуйыуҙан башҡа сарабыҙ юҡ, – тине лейтенант. Зина менән ғифрит тиҙ генә бер нисә пакетҡа Айгөлдөң кейемдәрен йыйҙы. Рәсүл Зөһрәгә шылтыратты.

– Һиңә нимә булды, Рәсүл, ниңә юғалдың ул? – тип аптыранды кәләше.

– Хәҙер ҡайтып етәм, – тип яуап бирҙе Рәсүл. – Тик мин асыҡтым. Мине ашатаһыңмы?

– Әгәр ҡайтһаң, ашарһың, – тине кәләше.

– Тик мин бер үҙем түгел.

– Ә һин кем менән?

– Мин Айгөл менән.

– Тағы ниндәй Айгөл ул?

– Ҡайтҡас күрерһең. Әйткәндәй, мин туйлыҡ аҡса эшләнем, ҡотлай алаһың.

– Әтеү туй буламы?

– Әлбиттә, була. Исемлек төҙөй башла.

Кремль куранттары йылды йылға алыштырған ваҡытта Рәсүл, ҡыҙҙы һаҡ ҡына күтәреп, үҙе йәшәгән фатирға инеп бара ине.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: