Элекке Ғәзизәнең “Ғ” хәрефе лә ҡалмағайны – Галина Нигматовна Яхина ул хәҙер, белгегеҙ килһә. Шундай-шундай заводтың генераль директоры урынбаҫары. Үҙ даирәһендә иң бай ҡатындарҙың береһе. Яңыса әйтһәк, топ-менеджер.
Ә бында, Өфөгә, ҡайтып төшөүе осраҡлы ғына булды. Өфөгә командировка тураһында һүҙ сыҡһа, ошо яҡтан икәнлеген белгәс, иң тәүҙә уға тәҡдим итә торғайнылар. Һәр ваҡыт баш тартыуын белһәләр ҙә. Аҙаҡ өндәшмәй башланылар. Был юлы барырлыҡ кеше шыпа булмағас, генераль директор үҙе һораны.
– Ну, Галина Нигматовна, барып килегеҙ, тыуған яҡтар бит. Министр үҙе шылтыратты, төплө генә кеше ебәрегеҙ, ти. Билләһи, үҙем бара инем, эшем күп, форумға әҙерләнергә кәрәк.
Ғәзизә ризалашты. Ә ҡайтырға теләмәүенең сәбәптәре бик тәрәндә ята. Ҡала ҡыҙы Нефть институтын ҡыҙыл дипломға тамамларға йөрөй. Аҙаҡҡы курста уҡығанда, Яңы йыл кисәһендә, бер егет менән таныштылар. Дим уға күптән күҙ һалып йөрөгән икән. Тәүҙә мөхәббәттәре ныҡ һәм ышаныслы һымаҡ ине. Егете лә инәлтеп торманы, туй, киләсәк тормош, баҡса үҫтереү хаҡында һөйләй башланы. Һөйләмәй, атаһы – йоғонтоло кеше, ҡаланың иң ҙур сәнәғәт предприятиелары тупланған райондың башлығы. Хатта президенттың үҙенә туранан-тура инеп йөрөйҙәр, тиме шунда? Әллә техникумда бер осор уҡығандармы?
Ҡыҫҡаһы, институтты бөткәс тә, йәмле йәйҙә туй үткәреү тураһында һөйләштеләр. Ғәзизәнең күңеле һиҙҙе, сығарылыш кисәһендә Дим бик кәйефһеҙ ине. Эсте, иҫерҙе, электән бәхәстә йөрөгән һабаҡташы булған, шуның менән һуғыштылар. Милиция килде, теге һабаҡташты алып киттеләр, Дим, иҫереп, ятып ҡалды, Ғәзизәгә эргәһендә һаҡлап ултырырға тура килде. Танауы ҡанағас, күлдәге, пинжәге тапланып бөттө. Ғәзизә өйөнә оҙатҡанда бығаса ишетмәгән һүҙҙәр ишетте. Ишек төбөнән үк әсәһе:
– Балаҡайым Нимә эшләткәндәр!? Хайуандар! – тип улына килеп йәбеште һәм шунда уҡ Ғәзизәгә тотондо. – Һин нимә, киленлеккә кандидат, ниндәй йортҡа төшөрөңдө, кемдәр менән аралашырыңды ла белмәйһеңме? Улыбыҙҙы эштән сығарып алып ҡайтҡанһың! Нимә ҡараның? Ә, үҙеңде килен итеп тояһыңмы? Не получится! Ты не выдержала экзамен! Ана, атаһына ҡара, ирҙе бына шулай тоторға кәрәк! Башҡа беҙҙең күҙебеҙгә күренеп йөрөмә!
Шул ваҡыт иҫерек Дим килеп торҙо ла, күҙҙәренә Ғәзизә салынды һәм:
– Она все еще тут что ли? Кто ее сюда вообще позвал? А ну-ка, вон! – тип һүгенә-һүгенә ҡыҙҙы төрткөләп сығарып ебәрҙе.
Күҙ йәштәренә быуылып, башлыҡ йәшәгән подъездан сыҡҡан ҡыҙҙы күптәр йәлләп тороп ҡалды. Бер нисә көндән туй була, тип әхирәт ҡыҙҙары ҡалғайны, ҡайтһа, улары борсолоп тора. Сығарылыш кисәһендәге низағ тураһында ишеткәндәр, аптыранып ултыралар. Ғәзизә килен булып төшмәйенсә ҡыуылып сығырына ышанманы. Ишеткәндәрен алама төш һымаҡ ҡына ҡабул итте. Шулай ҙа, әхирәттәренең өгөтләүенә күнеп, бер 100 грамм араҡы эсте лә, шунда уҡ иҫереп, ятып йоҡланы. Күңеле уйнауына уҡшып уянып китте. Әхирәттәренең өлкәнерәге: “Ҡара әле, ҡыҙыҡай, һин ауырлы түгелме ул?” – тип һораны. Әхирәте хаталанмаған икән, хәлде аңлатып бирергә тура килде. Тегеләре тәгәрәп китерлек хәбәрҙе бер-береһе менән уртаҡлашып, ҡайғырғаны ҡайғырып, үсәгәне үсәп, ҡайтыр яҡтарына таралды. Ғәзизә көттө әле, һәм, бар көсөн йыйып, Димдең фатирына яңынан килде. Керетһәләр ҙә, ишек төбөнән ары үткәрмәнеләр. Күберәк Димдең әсәһе һөйләште.
– Мәсьәлә хәл ителде, ҡыҙым, – тине ул һауалы ғына. Туй булмаясаҡ, көтмәгеҙ, Дим әлегә өйләнмәйәсәк. Һеҙ, ҡыҙым, уның алдында азат, хатта ул һеҙҙән ғәфү үтенә, – тине.
Ғәзизәгә ҡалтырана-ҡалтырана башлыҡтың ҡатыны алдына һуңғы дәлилде – үҙенең ауырлы икәнлеге хаҡындағы белешмәне сығарып һалырға тура килде.
Ханымдың йөҙө лә һелкенмәне:
– С кем не бывает. Аргумент у тебя слабенький. Беҙҙең өсөн был ҡағыҙҙың бер әһәмиәте лә юҡ.
Ғәзизәгә туп-тура гинекологка барыуҙан, илауҙан, ҡанһырап, сығып китеүҙән башҡа бер нимә лә ҡалманы...
***
Өфөләр ҡаршы ала белә ҡунаҡтарҙы. “Тойота” трап эргәһендә көтөп тора, генераль директор үҙе рауза сәскәләре менән ҡаршыланы. Ҡаршыламай, ҡайҙа барһын, газ өсөн лимиттар Галина Нигматовна ҡулында. Бығаса яҡташтарын мәхрүм иткәне юҡ. Өфөнөң иң ҙур ҡунаҡханаһына килтереп урынлаштырҙылар. Шунда уҡ үҙенә автомобиль һәм ярҙамсы беркеттеләр. Ярҙамсы тигәндәре бер осор уҡыған, саҡ ҡына һуңыраҡ тамамлаған икән. Ғәзизә күпме генә оноторға тырышмаһын, Өфө тиһәләр, иң тәүҙә күҙ алдына Дим менән уның әсәһенең йөҙҙәре килә лә баҫа. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Ике меңенсе йылдарға тиклем Мөнәүиров эшләгәйне, хәҙер ни хәлдә икән? – тип һораны.
– Хөсәйен Әхиәр улы яңыраҡ үлде. Беҙҙә һуңғы йылдарын социаль мәсьәләләр буйынса зам булып эшләгәйне, беҙгә ерләргә тура килде, – тине ярҙамсы Ғәзизәнең ҡайғыһын уртаҡлашҡандай.
– Ҡайһылай ҡыҙғаныс... – тип кенә ҡуйҙы Ғәзизә нимә әйтергә белмәй. – Ҡатыны иҫән-һаумы икән?
– Шәмсинур апаймы, уға нимә булһын, һин дә мин йөрөп ята. Теләйһегеҙме, осраштыра алам?
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй, – тип ҡото осто Ғәзизә. Әйтерһең, элекке башлыҡтың ҡатыны ишек артында көтөп тора инде.
– Ә малайы нисек икән, исеме нисек әле, онотҡанмын...
– Ә, Димде әйтәһеңме? Эсә. Аҙналар буйы, ятып эсә. Атай – башлыҡ, аҡса – мул, бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне.
– Ә әле нисек? Әле эшләйме?
– Эшләй һиңә. Беренсе эш хаҡына тиклем эшләй ҙә, шунан ысҡына инде, тыйып тоторлоҡ түгел. Атаһының дуҫтары һорағанға ғына тотабыҙ.
Икенсе көнөнә Ғәзизә түҙмәне, ярҙамсыға:
– Дим менән һөйләшеп булмаҫмы икән, – тип, уңайһыҙланып ҡына үтенесен белдерҙе.
Күрәһең, ярҙамсы, кәрәк була ҡалһа, тип алдан уҡ телефондарын хәстәрләп ҡуйғандыр. Шылтырата ла башланы.
– Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы! Күптәр күренгәнегеҙ, килгәнегеҙ юҡ. Баҡсаның ҡоймаһы юғалған, тинегеҙме? Киләһе аҙнаға шылтыратығыҙ, әйтегеҙ, эшләтербеҙ. Дим Хөсәйенович ҡайҙа йөрөй икән? Юҡ, юҡ, эсергә түгел. Мин, ғөмүмән, эсмәйем. Бына, бергә уҡыған һабаҡташы килгән, һөйләшергә теләй. Ғәзизә Ниғмәт ҡыҙы. Әллә һеҙ танышмы? Ҡайһылай йәтеш! Әле ул эргәмдә ултыра, һеҙҙең менән һөйләшергә теләй.
Ғәзизә телефонды ҡалтыранған ҡулдары менән алды ла, көс-хәл менән:
– Алло, һаумыһығыҙ! – тине.
– Ә, Ғәзизә, ҡыҙым, һине иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ! Шул тиклем үкенесле булды, Дим һине ярата ине бит, – тип теҙеп һөйләп алып китте.
Ә Мөнәүировтар үткән йылдарҙа тик кенә ятмаған икән. Күрәһең, шым ғына Ғәзизәнең карьера яһауын, алыҫтан булһа ла, аңдып, күҙәтеп ятҡандар. Хатта, “ул үҫтерәһеңме, ҡыҙмы, уға утыҙ йәштәр булырға тейеш”, – тип белеп торалар, онотмағандар. Ҡарсыҡ Димдең уны нисек яратыуы, бер нисә тапҡыр уҡталып ҡуйыуы, ләкин уңайһыҙланыуы хаҡында ҡат-ҡат һөйләнде һүҙ араһында.
– Ул үҫтерҙем, өйләнде, ике балаһы бар, Италияла йәшәйҙәр, – тип һөйләнде Ғәзизә.
Ҡарсыҡ һоҡланыуын йәшермәне. О, минең ейәнем бүлә-бүләсәләрем менән Италияның үҙендә йәшәй! Эх, бер барып төшөргә ине, тип һөйләнеп тә алды. Һин, ҡыҙым, беҙгә фотоларын күрһәтерһең ул, бәлки бер нисәүһен ҡалдырырһың? –тине ул өмөт менән. – Үҙебеҙгә төш! Хәҙер үк кил, юғиһә, барып алам, тип ҡарсыҡ һөйләнгәс, Ғәзизә эргәләренә барырға ризалыҡ бирҙе. Киске һигеҙгә, тип һөйләштеләр.
– Донъя хәлен белеп булмай, тине ҡатын, ярҙамсыға. – Мөмкин булһа, бер-ике һаҡсы алығыҙ. Ҡарсыҡ бер аҙ “еңеләйә” башлаған, шикелле, – тип өҫтәне.
Килеп төштөләр. Алда – “Ленд-круизер”, артта – “Мерседес”, багажник тулы һый-хөрмәт, Быныһын, ярай, Ғәзизә, барғас, күреп ҡалды.
– Мин әйтмәйенсә, бер нимә лә сығармаясаҡһығыҙ! – тип күрһәтмә бирҙе. – Ул эсәсәк, Димде әйтәм, аҙаҡ беҙҙе ғәйепле итәсәктәр. Ә мин уны айныҡ килеш күрергә теләйем.
– Ә һин, ҡыҙым, беҙҙе онотманыңмы? Италиялағы Спартак ейәнебеҙ беҙҙең хаҡта беләме? –Һорауҙарына яуап биреп кенә өлгөр.
Әлбиттә, килендәре ҡайһы бер деталдәр хаҡында хәтерләй. Спартак уларҙы белә, хатта күргеһе килә, тип яуаплай. Нимә, Ғәзизә, алйыған ҡарсыҡҡа әйләнгән һайын, һеҙ ҡыуып сығарғас та, ауырымды төшөрттөм, тип ҡат-ҡат әйтеп торһонмо? Ә Дим ҡартайған, таушалған... Ныҡ эскәне йөҙөнә сыҡҡан. Ҡулдары ҡалтыранып тора. Ҡара әле, ҡосаҡларға итә бит әле, етмәһә. Эргәлә генә йәйге баҡса, шунда ниндәйҙер шикле ирҙәр шәшлек бешерә икән, шунда ултырҙылар. Күпме генә саҡырмаһындар, Ғәзизә өйгә кереүҙән баш тартты. Үҙен әрләп, мәсхәрә итеп сығарған тупһаны күрергә көсө етмәне. Ярҙамсы “Тойота”ның багажнигына бер нисә тапҡыр уҡталып ҡарағайны, Ғәзизә тыйҙы. Тегеһе үҙ урынын белә, аҙаҡ өндәшмәне.
Ғәзизә менән Дим баҡса буйлап йөрөп килделәр.
– Ә мин һине һаман төшөмдә күрәм, – тине ҡатын тегегә еңелсә һыйынып. Уныһы күҙ алдында ирене лә ҡуйҙы.
– Ә мин һине һаман яратам.
– Һаман өйләнмәнеңме ни?
– Ҡуй һорама. Һинең һымаҡтар тура килмәне. Береһе – эсте, икенсеһе – ялҡау.
– Әле нисек?
– Әле яңғыҙмын.
– Ни эшләп яңғыҙһың?
– Күрәһең бит, һине көтәм.
– Саҡырһам, минең менән китәһеңме?
– Ҡайҙа, Төмәнгәме?
– Эйе, Төмәнгә.
– Мин һинең менән ер сигенә йәйәүләп барырға ла риза хәҙер, ҡәҙерлем! Ә һин мине алып китәһеңме?
– Ошо минуттарҙы мин ғүмерем буйы көттөм. Миңә бит хәҙер пенсияға ла ваҡыт етеп килә. Ғүмеремдең аҙағында булһа ла, ир ҡатыны булып йәшәгем килә. – Был һүҙҙәрҙе ҡатын ихлас әйтте, хатта күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. – Мин бит һине шул тиклем яраттым, бәхетле булғым килде.
– Ана, күрәһеңме минең әсәйҙе, ул беҙҙе бәхетһеҙ итте, убырлы ҡарсыҡ! Бөтәһе лә шулай, ти.
Икенсе көнөнә кафе эргәһендә тағы осраштылар. Был юлы ҡатын тәүәккәлерәк булды:
– Минең менән бараһыңмы?
– Барам! – тине ир.
– Әҙерләнеү өсөн нисә көн кәрәк?
– Бер сәғәт. Күп булһа, ике сәғәт. Паспорт үҙем менән, хеҙмәт кенәгәһен һуңынан алырбыҙ.
Йома кис күргәҙмә тамамланды, хушлашыу банкеты, иҫтәлеккә бүләктәр өләшеү, ҡунаҡханаға ҡарсыҡ менән улын тиҙ үткәрҙеләр. Улары Ғәзизә урынлашҡан номерҙы ҡарап, таң ҡалдылар. Ҡатын әйберҙәрҙе тейәп, аэропортҡа оҙатып ҡуйҙы, һаман да өтәләнеп, ярҙамсы йөрөй. Ҡарсыҡ менән улы алдына кофе, коньяк, һыра ултырттылар. Самолет осорға ла ваҡыт аҙ ҡалып бара. Ярҙамсы ашыҡтыра башланы, Димгә лә билет алып, ултыртып ебәрергә кәрәк бит әле. Уныһы шым ултыра беләме һуң инде, алдына затлы коньяк шешәһе килеп ултырғас, яртылаш бүҫкәртеп тә ҡуйҙы. Бүҫкәртһен, үҙе һатып алған түгел бит.
Ә Ғәзизә нимә эшләне? Сығып, “Тойота”ға ултырҙы ла, шоферға: “Аэропортҡа!” – тип бойороҡ бирҙе. Улар 20 минутта аэропортҡа килеп етте һәм ҡапҡа аша туп-тура трап эргәһенә үтте. Шул ваҡыт Ғәзизә телефонын ҡараны. Туҡтауһыҙ ярҙамсы шылтырата икән.
– Нимә булды? – тине
– Һеҙҙең өсөн борсолабыҙ. Самолетҡа һуңламайһығыҙмы?
– Минең өсөн борсолмағыҙ, – тине Ғәзизә ҡоро ғына. – Ә ҡунаҡтарҙы үҙең оҙатып ҡуй.
– Төшөндөм, Ғәзизә Ниғмәтовна. Тимәк, ул ҡала?
– Ҡалмай, кемгә кәрәк ул? Айныҡ сағында үҙенә әйтерһең, Галя, ничья – 1:1 булды, – тип әйтте, тиерһең.
– Аңлашылды-ы, тине тегеһе һуҙып ҡына. – Ә былар, Италияға барабыҙ, тип ултыралар ул.
– Барһындар…
Ғәзизә ҡыуаныу ҙа, үс ҡаныу ҙа тойғоһо кисермәне. Уның күңеле буш ине…
***
Барҙы ла ҡайтты, онотолоп, эшкә күмелде. Шулай шул, олоғайыу ғәләмәтелер, эш тип, тыуған яҡтарҙы бөтөнләй хәтерҙән сығарҙы. Хәйер, кисә иҫенә төштө, алып ҡайтҡан бүләктәрен барлап, стенкаға ултыртмаған икән. Бөгөн шул эш менән мәшғүл була ине, аҫтан консьерж шылтыратты.
–Һеҙгә яҡташтарығыҙ килгән, – тине ишек төбөндә ултырған ҡатын.
– Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙе лә көтмәйем, – тине Ғәзизә һәм трубканы һалып ҡуйҙы. Ул үҙенең хоҡуҡтарын белә.
Күңелендә шик яралды. Кем килеүе ихтимал? Еңелсә кейенде лә, тиҙ генә аҫҡа төштө һәм тышҡа сыҡҡас, аптырап ҡалды. Подъезд алдындағы ултырғыста Димдең әсәһе – Шәмсинур ҡарсыҡ – ултыра. Ғәзизә һелкенмәне лә. Тормошта эҫеһен-һыуығын күп татыған ҡатын саҡ ҡына ла аптыраманы, хатта күңелендә ниндәйҙер бер мәкерле тойғо – үс алыу тойғоһо – яралғандай булды. Ҡара әле, ҡасандыр үҙен эт урынына әрләп, ишек төбөнән ҡыуып сығарған ҡарсыҡ үҙе килеп мөлдөрәп торһон әле! Ҡул бирештеләр, күрештеләр, артыҡ хис-тойғо белдермәнеләр.
– Көтмәгәнеңде беләм, – тине ҡарсыҡ. – Поезд менән килгән булғайным. Вахтасылар йонсотто, сәй ҙә эсә алманым. Бер генә сынаяҡ сәй эсер ҙә, сығарып ебәрерһең. Йомошом да әллә ни ҙур түгел.
Өйөндә барыһы ла бар, Ғәзизә Шәмсинур ҡарсыҡты өйөнә саҡырҙы. Үҙе саҡырылмаған ҡунағының һәр аҙымын ентекләп күҙәтеп торҙо. Ҡатындың иркен, уңайлы фатиры ҡарсыҡта әллә ни хис-тойғолар уятманы, шикелле. Ни тиһәң дә, иң ҙур түрәнең ҡатыны сифатында донъяның артына тибеп йәшәп өйрәнгән кеше, бындайҙы ғына күргәне барҙыр.
Ғәзизә һаман аңлай алмай: адресты ҡайҙан тапҡан, нисек килгән һәм, иң мөһиме, ни өсөн килгән? Улы менән килһә, тағы бер хәл, яңғыҙ бит әле.
– Поезда һорашҡайным, һине белмәгән кеше юҡ икән, ҡыҙым, – тине аптырап ҡарсыҡ. Бына бит, бында килеп, ҙур кеше булғанһың. Өфөлә, белмәйем, белмәйем, бындай карьера яһай алыр инеңме икән? Беҙҙә түрәлеккә ҡатын-ҡыҙҙы бик үҫендермәйҙәр, үҙең беләһең.
Туҡта, был ҡарсыҡ, әгәр беҙ ҡыуалап сығарып, ошонда килеп йығылмаһаң, әлегеләй карьера яһай алмаҫ инең, тип ымлай түгелме һуң? Шулай ҙа Ғәзизә өндәшмәне.
Өҫтәл артына ултырҙылар, Ғәзизә үҙе өсөн шундай ҡарарға килде: ни тиһә лә, яҡташы, үткән тормошонда, насар булһа ла, ниндәйҙер урын тотҡан ҡарсыҡ, аҙмы-күпме тәрбиә күрһәтеп, оҙатырға кәрәк булыр. Ғәзизәлә үҙе бығаса кисермәгән килен ҡомары уянды.
– Әйҙәгеҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы, иң тәүҙә душҡа инеп сығығыҙ, – тип, Ғәзизә ҡарсыҡты, етәкләп тигәндәй, йыуыныу бүлмәһенә әйҙәне. Ваннаһына күбекләтеп һыу тултырҙы. Йыуынып сығыуына, өр-яңы халат менән көтөп торҙо. Ә инде ҡунаҡ бүлмәһенә индереп, карауатҡа урынлаштырғас, ҡунаҡ ҡарсыҡ тамам ирене лә ҡуйҙы. Өтәләнеп йөрөп, эргәһендәге өҫтәлгә сәй ҡуйҙы, үҙебеҙҙең башҡорт балы, тип (һуңғы командировканан күстәнәсе) яңы һауыт асты.
Шәмсинур ҡарсыҡ, эҫетте, ахыры, тигәс, тиҙ генә елләткесен эшләтеп ебәрҙе.
Әллә төнө буйы һөйләшеп ултырҙылар инде? Әллә күпме сәй эстеләр. Ғәзизә, ҡунаҡ хөрмәтенә, тип шешәгә ымлағайны, ҡарсыҡ сәсрәп, тигәндәй китте:
– Юҡ, юҡ! Ауыҙға алаһым юҡ! Етте, эскән кешене күп күрҙем инде. Атаһы шуның менән ғүмерен ҡыҫҡартты, улы хәҙер шешә төбөнән уҙа алмай...
Таңға ҡарай ғына бер килке йоҡлап алдылар. Шунан һуң Ғәзизә Ниғмәтовна эшенә шылтыратып: “Ашығыс эштәрем юҡ, төштән һуң ғына булам”, – тип осрашыуҙарын күсереп тороуҙарын һораны. Магазинға төшөп, әйберҙәр алғанда консьерж ҡатын: “Ҡайһылай йәшәреп киттегеҙ, Ғәзизә Ниғмәтовна!”– тип йылы һүҙ әйтеп ҡалды. Баяғы, ниндәй ҡарсыҡ килде ул һеҙгә, тип һорашҡыһы, белешкеһе килә инде. Ошонда ун йыл йәшәп, бер кем килмәгәнен, ҡапыл ҡарсыҡтың килеп төшөүен әйт әле. Магазиндан әйбер алып, шым ғына ишектән инеүенә, Шәмсинур ҡарсыҡ залда телевизор ҡарап ултыра ине.
– Ә мин һине, ҡыҙым, эшкә киткәнһеңдер, тип уйлаһам, – тине ул Ғәзизәне өйҙә күреп.
Тағы элекке таныштарҙы иҫкә төшөрҙөләр, кисә онотолғандарын барланылар. Шунан һуң ҡарсыҡ ҡатындың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Һин, ҡыҙым, һаман мине, был алйыған ни эшләп килде икән, тип аптырайһыңдыр инде.
Ғәзизә өндәшмәне. Ниңә килгәнен үҙе әйтер әле.
– Әгәр, ҡыҙым, һин мине ғәфү үтенергә килгән, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Сөнки шуны беләм, минең ғәфү үтенеүем һиңә кәрәк түгел. Һәм ҡоро һүҙҙәр менән генә бер нәмәне лә төҙәтеп булмай. Шуны бел, ҡыҙым: атаһы менән беҙ һине йыш иҫкә төшөрә, хәтерләй торғайныҡ.
– Ҡуйығыҙ, Шәмсинур Мирхәт ҡыҙы. Ниңә хәҙер үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп торорға? – тине Ғәзизә. – Мин былар хаҡында күптән онотҡайным инде. Эшкә күмелдем. Эш араһында, бәлки ара-тирә хәтергә төшкәндер, ә былай – юҡ.
– Ышанмайым, – тине ҡарсыҡ. – Әгәр онотҡан булһаң, шылтыратып аҙапланмаҫ инең. Ә миңә нимәлер кәрәк, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Миңә бер нимә лә кәрәкмәй, – тине ҡарсыҡ. Минең бер генә үтенесем бар. Мөмкин булһа, ейәнемдең, бүлә-бүләсәрҙәремдең фотоһын ғына күрһәт.
Ошо урында Ғәзизә телһеҙ ҡалды. Юҡҡа теге ваҡыт дөрөҫөн һөйләмәне. Был шыпа ышанған да ҡуйған.
Ғәзизә тәрән итеп тын алды. Етмәне. Тағы бер тапҡыр тын алды. Тыныс бул, тип эстән генә үҙен дәртләндерҙе. Һин әйтер һүҙеңде әйтергә тейешһең. Һеҙ, һеҙҙең арҡала мин яңғыҙ ҡалдым. Юҡ, юҡ, былай түгел. Ғәзизә бар көсөн йыйып, ҡарсыҡҡа ҡараны. Тегеһе һаман мөлдөрәп, көтөп ултыра. Фотоһүрәттәргә өмөт итә була инде.
– Юҡ, – тине Ғәзизә ҡаты итеп. – Мин һеҙгә теге ваҡыт дөрөҫөн һөйләмәнем. Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе алданым. Шулай булғас, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Беҙҙе бәйләүсе бер нимә лә юҡ, йәнегеҙ теләгәнсә ҡунаҡ булығыҙ, Шәмсинур апай. Теләһәгеҙ, мин һеҙҙе урындағы профилакторийға бер-ике аҙнаға урынлаштыра алам. Ял итеп, һаулығығыҙҙы нығытып ҡайтырһығыҙ. Әгәр юҡ икән, мин һеҙҙе оҙатып ҡуя алам.
Ғәзизә ҡарсыҡҡа ҡараны һәм аптырап ҡалды. Ҡарсыҡтың йөҙө – электән яратып уйнаған уйынсығын юғалтҡан баланыҡы һымаҡ, ә күҙҙәренән өнһөҙ генә йәш аға ине.