-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Декабрь 2021, 16:00

ШУЛАЙ ҘА БУЛЫП ҠУЯ Күренеш

Үҙегеҙ беләһегеҙ, баш ҡала һәр ваҡыт бөтә кешене ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Ҡырҙан килгәндәр ҡалаға тамаша ҡылыу өсөн генә түгел, йомоштарын хәл итергә, дуҫтарын күрергә килә. Ҡайһы саҡ улар гәзит һәм журналдар редакцияһы урынлашҡан Матбуғат йортон да урап үтмәй. Бына бөгөн сәғәт туғыҙҙан уҡ Мансур ағай Һиҙиәтов килеп инде. Әҙәбиәткә уның һымаҡ мөкиббән бирелгән кешене табыуы ҡыйын. Хәҙер Өфөгә һәр ваҡыт юл асылып тормай. Әле үҙ мәшәҡәттәре менән йөрөп ята. Дауаханаға килгән, теркәлгән, ә табипҡа инеүҙе төштән һуңға билдәләгәндәр. Ғүмерҙең һәр көнөнөң ҡәҙерен белгән ағай көтөп ултыра буламы һуң инде?!

Матбуғат йорто буйлап йөрөп ята. Көнө бик уңышлы түгел, сөнки кисә күпселек редакцияларҙа шыршы байрамдары үтте. Ижади халыҡ туғарылған мәл. Күбеһе урынында юҡ.

– “Иҙел башы”нан да, музейҙан да ҡотолдом. Йәш тә бара, өлгөрмәйем. Күберәк үҙемдең ижад менән булырға ине. Йәш кенә бер ҡәләмдәште һайлап ҡуйҙыҡ, – тип еңел һулап һөйләнеп торҙо ағай.

Ҡабаланам, ваҡытым юҡ, кеше лә көтөп тора. Шулай ҙа бер редакцияға алып индем. Унда керһәк, ай һайын тип әйтерлек Белорет яғына барып, матбуғат баҫмаларын ҡалдырып, ағайҙың өйөндә ҡунаҡ булып ҡайта торған берәү, йыраҡтан килгән, асыҡҡан, сарсаған, бер шәшке сәйгә зар-интизар юлаусыға боролоп та ҡарамай, кисәнән ҡалған мул табындың ҡаты-ҡотоһон, былар өлөшөмә инеп ҡуймаһын тигән ҡиәфәт менән, ике ҡуллап умыра ғына. Юҡ-юҡ, ҡайҙа уның өлөшөнә инеү. Мин ағайҙы сығырға әйҙәйем. Ә ул ҡәләмдәштәренән кемде лә булһа күрергә, йомошон хәл итергә тырыша, ә теге һыйланыуға ғына маһир бәндә быны үҙенсә, өлөшөмә инергә ынтыла тип аңлай күрәһең, хатта һоғалана, боролоп ҡарарға ла теләмәй. Ә мин ағайҙы ипләп кенә тышҡа ыңғайлатырға самалайым. Һәм еңгәйҙең, Мансур ағайҙың хәләл ефетенең була инде, мул өҫтәлен һәм аш-һыуын иҫкә төшөрәм. Еңгә ябай ғына ашнаҡсы түгел, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәре. Уның бешергән аштарын тиҙ генә оноторлоҡ түгел, сөнки ай һайын, тимәк, килгән һайын туйға әҙерләнгән һымаҡ өҫтәл тултырып ҡуя. Эх, ағай, үҙемдең ваҡытым булһасы. Анауы ашханала  хинкали бешерәләр, аш төрләгәндә ярап ҡала. Харчолары ла ярайһы, ите йомшаҡ, бер ҡашыҡ алып ҡапһаң, сәс төптәренә тиклем тирләп сыға.

Ошо урында Өфөгә килеп ереккәндәрҙе, йәғни өфөләшкәндәрҙе иҫкә алып китәйек. Ярата беҙҙең халыҡ береһенән-береһе ҙурыраҡ, рухлыраҡ һәм мөһимерәк сараларҙы. Айырыуса, аҙағынан мул табын менән тамамланғандарын. Өфөнән ситтә йәшәүселәр, төбәктең ҡала һәм райондарын күҙ уңында тотам, ярата бейек трибуналарҙа рухты күтәреү хаҡында телмәрҙәр тоторға. Телмәрҙәр әрәм булмай, һәр хәрефенә һәм өнөнә тиклем аҙаҡтан мотлаҡ була торған тостарға әйләнеп, мәғлүмәт саралары аша әллә күпме кешегә барып етә. Елгә осмай, әрәм булмай, халыҡты рухландыралыр, яңы еңеүҙәргә илһамландыралыр, тип өмөт итәйек.

Ҡырҙан килгән кеше бөтмәй инде ул. Бына Мансур ағай ҙа килеп сыҡҡан тағы. Күп киләләр, урындарҙа хәл итмәйҙәрҙер, дауалау саралары ла райбольницаларҙа яҡшыра шикелле. Бына бит, мәшәҡәтләп киләләр ҙә инәләр. Хәҙер бәйләнеш саралары ла яҡшы бит әле. Һәр кемдең ҡулында телефонмы, планшетмы, смартфонмы, ватсапмы. Ниндәйе генә юҡ.

Ҡуй, Мансур ағай, быларға көнөң ҡалмаһын. Ана бит, оялмайынса өҫтәлен ҡапларҙай булып ултыра. Ҡурҡа инде, өлөшөмә инер, алдымда өйөлөп ятҡан ваҡ бәлештең береһен эләктерер тиме?

Юҡ, Мансур ағай ипле кеше. Өндәшмәне. Бер һүҙ ҙә әйтмәне. Киләһе йылға үҙҙәренең юлы төшөр, ишетеү менән еңгәм өтәләнеп тотонор, буш ҡалдырмаҫ, ас ебәрмәҫ, ҡәҙерле ҡунаҡтар һымаҡ ҡыуанып-ҡыуанып ҡаршы алырҙар. Бәй, шулай ҡоролған инде донъя. Ул өфөләрҙе һыйлай-һыйлай колхоздар бөлөп бөттө, ул хәтле һыйыр-һарыҡты ашап бөтөр өсөн быуат етмәҫ тигәйнеләр, ун йылға ла барманы. Хәҙер ана сабынлыҡтар иркенәйҙе, бесән әҙерләргә кеше юҡ, сөнки кәрәкмәй. Халыҡ рәхәткә сыҡты. Һыйыр тотҡандар ҙа кәмеп бара.

Килеп сығып йәтеш иттең әле, Мансур ағай. Үҙеңде күптән күргән юҡ ине, йышыраҡ кил шулай. Бөгөн юҡ тип борсолма, киләһендә булыр. Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ.

 

Рәүеф ИЛЬЯСОВ.

ШУЛАЙ ҘА БУЛЫП ҠУЯ Күренеш
ШУЛАЙ ҘА БУЛЫП ҠУЯ Күренеш
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: