+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Декабрь 2021, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠОЙМА Хикәйә.

Түҙеп торғоһоҙ эҫе, йәмле йәй иртәһе ине, ошондағы эшҡыуар Альберт, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, буштан ғына ғәйепле булды ла ҡуйҙы. Ҡабаланып УАЗигы менән ихатаһынан артҡа ҡарамайынса сыҡҡанда, күршеһе Ғиндулланың ҡоймаһын  һул яҡ бамперы менән бер аҙ уйҙырып алды, хатта машинаһының йәшел һыҙаты тороп ҡалған. Төшөп ҡараны ла, әллә ни ҙур зыян түгел, һуңынан күрше менән үҙем хисаплашырмын, тип ҡалаға сыҡты ла китте. Эше ҡабалан ине, тиҙ үк килеп етергә ҡуштылар. Барып етте, мәсьәләһен хәл итте, эштәрен көйләне һәм ҡайтырға сыҡты.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ҠОЙМА  Хикәйә.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠОЙМА Хикәйә.

Шым ғына ҡайтып етһә, бер бәлә лә сыҡмаҫ ине. Ә Альберт нимә эшләне? Үҙенең магазинына инеп  ваҡ-төйәк алды, икенсе ҡулына ун тимер һауыттан торған бер ҡап һыуытылған һыра эләктерҙе һәм УАЗигына кереп ултырҙы. Кереп ултырҙы ла, әлеге нәфсе.   Һыуһағайны, өйөнә бер йөҙ метр, ана Ғәлинур ағайҙың эргәһендәге тыҡрыҡтан керәһең дә, картуфлыҡтың башында уның йорто. Түҙмәне Альберт, ой, ҡабаланды, бер ҡулы менән рулде тотоп бара, икенсеһе менән һалҡын һыраһын эләктерҙе лә, асып та ебәрҙе, пышҡ итеп тегеһе асылып та китте, һалҡын тамсылары өҫтөнә сәсрәне, һәм ул һолһолдатып эсеп тә ебәрҙе.  Тыҡрыҡтан үҙенең өйө яғына боролдо. Эҫе ҡояштан мейеһе ҡайнағайны. Һуң, өйөнә ҡайтып еттем, тип уйлағайны бит, кем уйлаған, ундай бәлә янарын. Ҡойма эргәһендә Игәү (Ғиндулла ағайҙың ҡушаматы) үҙе һәм ике гаишник йөрөп ята. Тегеләр күрҙеме- юҡмы, белмәне Альберт, шешәһен алып ҡуйманы, һыраһы төшөп китте ҡулынан. Һуң, үҙе йылылай, һыраһын эсеп тә бөтмәгән килеш ҡулдарына килеп эләкте бит. Төшөүенә, Игәү ниндәйҙер бер мәкерле тантана менән: “Ана, үҙе лә ҡайтты”, – тине. Альберт ауыҙын һөрттө, төкөрөгөн йотто һәм, ни ҡылырға белмәй, машинаһының эсендә ҡатып ҡалды.

– Һеҙме Вилданов? – тине гаишниктарҙың өлкәне.

– Эйе, – тине.

Икенсеһе, килеп еҫкәнде һәм тауышына мөмкин тиклем дәһшәтлерәк төҫ биреп:

– Һеҙ эскәнһегеҙ бит! – тине.

         Альберт, ни эшләһен инде, ҡалтыранды ла төштө. Китте тикшереү, халыҡ йыйылды. Тегеләй барҙылар, былай барҙылар. Ҡурҡыныс енәйәт асҡандармы ни, утын ялпылдатып тағы бер ЮХХДИ автомобиле килеп ҡушылды. Әллә ике-өс сәғәт тикшерҙеләр, Игәү менән Альберт ҡысҡырышып киткәйне, тегеләрҙең береһе ҡулдарына бығау һалырға яҫҡына башланы.

         Таныны Альберт ғәйебен, әле генә һыра эсеүен дә, иртән ҡабаланыуын, ҡалала мөһим эштәр хәл итеүен дә йәшереп торманы,эшҡыуарлығына һылтанды – ярҙам итмәне. Нимәһен йәшерәһең, Игәүҙең ҡоймаһында уның УАЗигының йәшел һыҙаты, уның машинаһында Игәүҙең ҡоймаһының ҡыҙыл һыҙаты ярылып ята. Бында һуҡыр күрәҙә кәрәкмәй. Йәмшәйгән урыны, асыуым да килмәгәйне, ус һыйырлыҡ та түгел.

         Эш ҙурға киткәйне. Хәҙер был хаҡта гәзиткә яҙасаҡтар, интернетты тултырасаҡтар. Көн һайын эшҡыуар-депутат эсеп эләкмәй. Шунда Альберт, үҙе лә һиҙмәҫтән, бик шәп тәҡдим индерҙе:

– Иптәш капитан! – тине ул гаишниктарҙың өлкәненә. – Күрше менән саҡ ҡына һөйләшеп, мәсьәләне хәл итергә рөхсәт итегеҙ.

– Һөйләшеп ҡарағыҙ, ләкин хәҙер һуң. Элегерәк, хатта иртәнсәгерәк, эсер алдынан, рулгә ултырыр алдынан уйларға кәрәк ине.

         Икәүләшеп ситкә киттеләр. Альберт ҡулдарын кеҫәһенә тыҡты.

– Йә, йә, ни эшләтмәк булаһың? – тине Игәү һирәк, һынып бөткән тештәрен ыржайтып.

– Ағай, мин һине яратам, хатта хөрмәт итәм, – тине Альберт. Тимәне, ыҫылданы. – Әйҙә, матур йәшәйек.

Альберт кеҫәһенән ике бишлек сығарҙы:

– Ошо етәме?

– Ми-ми-миңәме? – теге тотлоҡто. – О-ошо хәтлемме?

         Альберт бишлекәрҙе ҡыштырҙатып тегенең түш кеҫәһенә тығып ҡуйҙы һәм гаишниктарға боролоп, тантаналы рәүештә:

– Господа, конфликт исчерпан! – тип иғлан итте. – Иртәгә бында яңы ҡойма буласаҡ.

– Кәрәкмәй, кәрәкмәй! – Игәү алға сыҡты. – Үҙем төҙәтеп ҡуям. Зыян юҡ. Күрше, ғәфү ит, хаталандым.

– Ә быныһын ни эшләтәбеҙ? – Капитан капот өҫтөндә торған шешәгә ымланы.

– Ғәйебемде таныйым. Быныһы өсөн яуап бирергә әҙермен. Ғәфү итегеҙ, – эргәһенәрәк килеп, – Һеҙҙең менән тет-а-тет әңгәмәләшеп алырға мөмкинме? – тип яғымлы бышылданы.

– Егеттәр по коням! – тине капитан.

Тегеләре күндәм генә машиналарынан урын алды.

– Таныҡлыҡ хаҡы 50 мең һумға етә, тиҙәр, – тип бышылданы Альберт. – Мин дүртегеҙгә 100 мең бирәм. Үҙ-ара бүлешегеҙ. Тик минең мәсьәләне хәл итегеҙ. Мин машинаһыҙ тере ҡулһыҙ ҡаласаҡмын. Эйе, водитель яллай алам, ләкин мин үҙем йөрөтөргә яратам. Килештекме?

– Хәҙер үк булһа, килештек, – тине капитан тирә-яҡты байҡап.

Берәү ҙә күренмәй.

– Биш минуттан 100 мең һум кеҫәләрегеҙҙә буласаҡ. Мин булһам, был егеттәреңде арыраҡ ҡыуыр инем.

         Капитан хеҙмәткәрҙәренә нимәлер өндәшеүгә, тегеләре кем уҙарҙан, саң туҙҙырып сығып та олаҡты.

         Өйгә инделәр, һыуытҡыстан кеүәҫ алып эстеләр. Капитан һалҡында ултырып торған арала Альберт өҫтәлгә бер төргәк сығарып һалды. Капитан һанап та тормайынса кеҫәһенә тыҡты һәм әллә рәхмәт әйтеп, әллә хушлашып сығып китте.

         Бая ғына шаулап торған тыҡрыҡта тапалған үләндән һәм тишек ҡойманан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Аңдып торған, ахыры, Игәү килеп сыҡты.

– Ғәфү ит инде, күрше! Һин икәнлеген белмәнем, – тип мығырҙаны.

– Һин икәнлеген белмәнем! – тип ирәгәләште Альберт. – Ә ГАИ саҡырырға белгәнһең!

– Ултырмаймы берәй яртың? – тип меҫкенләнде Игәү. – Әтеү иртәнән бирле нервничать итеп йөрөйөм.

– Һин – Игәүгә нимә булһын?! – тип һаман асыуланды күршеһе. – Әйҙә, гаражда бер нәмә ултыра.

         Гараж эсенә үттеләр.

– Йә, ярай, ғәфү ит! – тине Ғиндулла.

– Ярай, ғәфү иттем инде. Тик бик ҡиммәткә төштөң һин. Ана, ал бер ярты.

         Шкаф артындағы йәшниктән Игәү саңға батҡан бер шешә һөйрәп сығарҙы һәм рәхмәт әйтә-әйтә юғалды.

 

***

Икенсе көнөнә Альберт төшкө ашҡа өйөнә ҡайтты. Оло юлдан боролһа, тыҡрыҡта әлеге полиция машинаһы, тиҙ ярҙам каретаһы ултыра. Нимә булған тағы? Таныш участковый килеп сыҡты. Альбертҡа шунда уҡ хәлде аңлатып бирҙе:

– Күршең төндә эскән, бер яртыны бөтөрә лә алмаған. Шешәһе эргәһендә ултыра, шунда диванға һөйәлгән килеш кенә ҡатҡан да ҡуйған. Кисә йөрөй ине, тиҙәр. Һеҙ күрмәнегеҙме?

– Аҡса һорап йөрөй ине, мин бирмәнем. Араҡыһы ниндәй?

– Белмәйем, әллә ниндәй суррогат, үҙе килеп болғансыҡ, әллә араҡы, әллә ағыу. Күпме һөйләйбеҙ, тәки табалар.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: