+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Ғинуар 2022, 21:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢЫНАН, ҺУҢЫНАН... Хикәйә

Гөлдәриә менән Маннурҙың ғаиләһен өлгөлөлөр иҫәбенә индереп булыр ине, әгәр ҡайһы бер кәмселектәре күренеп тормаһа. Һирәк-мирәк килгән ҡунаҡтар ишектәренең шығырҙауына, иҙәндәренең ыңғырашыуына, крандарының һыу тотмауына, электр ҡабыҙғыстарының, розеткаларының арлы-бирле генә эленеп тороуына иғтибар итә. – Минең ваҡытым юҡ, – ти Маннур. – Слесарь, йә электрик саҡыр.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢЫНАН, ҺУҢЫНАН... Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢЫНАН, ҺУҢЫНАН... Хикәйә

         Ҡатыны саҡыра улары, киләләр ҙә, йәнәһе, йүнәтеп китәләр. Күп тә үтмәй, крандан һыу аға, розетка ҡутарылып сыға һәм башҡалар. Ҡатынының зарланыуына Маннур нимә эшләне инде? Яңы йылға сүкеш, 8 мартҡа, отверткаға ҡушып, 5 мең аҡса бүләк итте. Киләһе байрамда ыҡсым ғына шөрөп борғос вәғәҙәләй.

         Ни эшләйһең инде, ирең шундай текә бизнесмен булғас. Улар бит ваҡ-төйәктән өҫтөн тора һәм төп бурысы итеп аҡса эшләүҙе күрә. Әйтергә лә уңайһыҙ, хәҙер өс йыл йәшәйҙәр, бәпес яһарға ла ваҡыты юҡ.

– Һуңынан, һуңынан, – ти ире, – ҡабаланмайыҡ. Нығынайыҡ, хәлдәрҙе  көйләйек.

– Ванналағы кран тағы аға, – ти Гөлдәриә.

– Минең ваҡытым юҡ, сантехник саҡыр, – ти ире.

         Гөлдәриә саҡырҙы. Килде берәү. Ике метрлы. Һөйләшмәй, өндәшмәй, тик отвертка, сүкеш менән генә эшләй белә. Биш минут эсендә ванналағы кран тыпылдауҙан туҡтаны. Сығып китер алдынан ике ишектең дә күгәндәрен майлап ҡуйҙы. Күҙенә розетка салынды. Бер минут та үтмәне, ул урынында ултыра ине. Рәхмәт әйтте Гөлдәриә. Сантехник иҙәнде шығырҙата баҫып сығып барғанда туҡтаны һәм:

– Киләһе килгәндә быныһын да эшләрбеҙ, – тине.

         Маннур ҡайтты. Крандың йүнәтелгән булыуын, розетканың урынында икәнлеген күрмәне, ишектең шығырҙамауына иғтибар итмәне һәм бөгөн нимәләр эшләүе, күпме аҡса табыуы хаҡында ентекләп һөйләне.

         Гөлдәриә уны тыңланы, ләкин ишетмәне. Сөнки уның күҙ алдында бәләкәй генә буйлы, көндәр буйы тик ултырыуҙан самаһыҙ һимергән, ҡулынан һыра шешәһе өҙөлмәгән ире түгел, ә баһадир кәүҙәле сантехник тора ине. “Мин ҡайһылай тәрбиәһеҙ. Исмаһам, исемен дә һорамағанмын”, тип үкенде ҡатын, һимеҙ ирҙең тәмләп-тәмләп маҡтаныуына ҡолаҡ та һалмай.

         Ә ирҙең маҡтанырлығы бар. Аҡсаһы, таммаһа ла, ваҡыт-ваҡыт ағып тора. Ләкин ир белмәй, бәхет аҡсала ғына түгел. Дөрөҫ, ул кәрәк, бик кәрәк. Ләкин шуға ҡушып ошо фатирҙың иҙәндәрен дер һелкетеп йүгерергә тейеш малайҙар һәм ҡыҙҙар кәрәк. Ошо хаҡта хыяллана ҡатын, ләкин улар тормошҡа ашмай.

         Бына бөгөн дә Маннур ҡыуанып ҡайтып керҙе. Ҡыуанырлығы бар, бер контрактын тормошҡа ашырған, ҡулына мул ғына аҡса төшөргән һәм икеһенә лә әллә Төркиәгә, әллә Мысырға ике аҙналыҡ йүнәлтмә һатып алған. Гөлдәриә күптән диңгеҙ күрергә хыяллана ине, ни ҡыуанырға, ни аптыранырға белмәй. Нимә уйлаһа ла, күҙ алдына баһадир кәүҙәле сантехник килә лә баҫа. Әй, шуны, үҙем дә һәтәү инде, ҡасан килерен дә белешмәгәнмен  бит әле!

– Юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым, – ти Гөлдәриә. – Әле мин йәш, диңгеҙен дә күрермен әле. Етмәһә, эҫегә лә бик ярамайым. Өйҙө кемгә ҡалдырып китәбеҙ, кран ағып, розетка ватылып ҡуйһа, ни эшләрбеҙ?

         Аптырай Маннур, нимә әйтергә лә белмәй. Бармай икән, бармай, ярамай икән, ярамай, бер үҙе китә. Ни эшләп баш тартһын, аҡсаһы түләнгән, диңгеҙҙе лә күптән күргәне юҡ икән.

         Ике аҙна ике йыл түгел, үтә лә китә, Маннур ҡайтып төшә тағы ла таҙарып (швед өҫтәле), ҡорһаҡты киреп (һыра – тәүлек әйләнәһенә). Ул өр-яңы аҡсалы бейеклектәр яуларға әҙер! Өйөнә ҡайтып инһә, бер крандан да һыу тамсыламай, розеткалар, электр ҡабыҙғыстар урынында, хатта ишек түгел, иҙәндәр ҙә шығырҙамай. Ә аш бүлмәһендә Гөлдәриә менән әзмәүерҙәй бер ир күңелле итеп сәй эсәләр.

– Һин нимә, минән башҡа  ят ир менән сәй эсеп ултыраһың? – тип аҙарына Маннур.

– Таныш бул, – ти Гөлдәриә. – Уның исеме – Фәрит. Ә һин һуңланың инде. Ул бөтәһен дә эшләп ҡуйҙы. Һығымтаны үҙең яһа.

         Маннур шунда ғына үҙенең, ысынлап та, һуңлауына төшөндө.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: