0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Ғинуар 2022, 20:00

Ҡыш бабай һыны

Рәҡип йығылып аяғын һындырҙы. Дауаханала гипс һалдылар ҙа, ҡайтарып ебәрҙеләр. Хәҙер бына ята инде, дүрт стенаға бикләнеп. Ҡатыны йүгергеләгәнен күҙәтеп арығас, телевизор ҡарай, шунан йоҡо һимертә - былай ярайһы.

Ҡыш бабай һыны
Ҡыш бабай һыны

Элек тә ята ине, әле законны ята. Ҡатыны эшләй әле - бер туған ирен астан үлтермәҫ. Әлбиттә, уҫлаптай иргә өйҙә ятыуы күңелһеҙ инде. Күпме ерҙә "ҡалым" бар ине, аяғы һынмаһа, исмаһам, рәхәтләнеп эсеп ҡайтып йоҡлар ине...

Эске тураһындағы татлы уйҙарын улы Фәндең тауышы бүлдерҙе:

-Атай, күҙеңде йом әле, копилкаға аҡса һалам, күрһәң, йә урларһың, - ти малай киҫәге.

- Икмәк шүрлегеңә менеп төшөр инем-аяҡ ебәрмәй, малакасус, атай менән шулай һөйләшәләрме?

Шулай ҙа атай кеше күҙҙәрен йомдо. Дүртенсе класта уҡыған малайы ултырғысҡа баҫып, шкаф башында торған ҡыш бабай һынының бысаҡ менән киҫелгән түбәһенән шылтыратып аҡса төшөрҙө. Фән аптырағандан шулай аҡса йыя башланы. Күстәнәс өсөн. Атаһы бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, Ҡыш бабай бүлгән күстәнәстәр балаларға эләкмәй шул. Ә туғаны Марат, Яңы йыл яҡынлашҡан һайын мөғжизә көтә башлай. Ә аттар мисәлгән санаға ултырған Ҡыш бабай таратҡан тоҡсайҙағы кәнфиттәрҙе әллә ниндәй тылсымдай күрә инде. Шуға ла Фән алдан әҙерләп ҡуйған мәмәйҙәрҙе, Ҡыш бабайҙың ҡыңғыраулы аттары үтеп китеүе менән, тупһаға ҡуя һала. Ә ул ялтыр ҡағыҙлы кәнфиттәр йыйылһын өсөн төрлөсә көс түгә ағай кеше: өлкәндәргә ярҙам итә, ҡағыҙ йыйып тапшыра. Бер тинен дә әрәм итмәй, ошо үҙе эшләп алған аҡса янсығына һалып бара. Ә әсәһе улының был эшен хуплай ғына, әлбиттә.

Ана шул аҡсаларға атай кеше эйәләшеп алды бит. Балалар өйҙә юҡта, Ҡыш бабай һынының төбөн генә йәтешләп ярҙы ла, эрерәк аҡсаларҙы сүпләпме- сүпләй. Һыра менән тәмәкегә тап-таман. Ҡулда илле һумдай аҡсаң булһа ла, шешәләш дуҫтар табыла ул. Ас та, туҡ та түгелһең, шулай булғас, йәшәй бир ағым ыңғайына.

Ҡатыны иренең был эшен һиҙеп ҡалды, әлбиттә. Балалар өйҙә юҡта, оялтып та булашты, үҙенсә. Тик ире быны ҡолағына ла элмәгәс, теге Ҡыш бабай һынын шкаф башының төбөнәрәк көслө елем менән йәбештереп ҡуйҙы ла,үҙе лә тинлек аҡсаларын шунда һала башланы.

- Йыуаш ҡына кеүек үҙе, ә этлеккә килгәндә әллә кемеңде уҙҙырыр, эт! - тип уйлап ята Рәҡип. Сөнки шул ҡәһәр Ҡыш бабай һынын алам тигәнсе, аяғын һындырҙы бит инде. Элек, бармаҡ тейһә лә еңел генә килеп төшкән һын ҡып та итмәй шкаф башында ултырып ҡалды. Ә ҡулы шыуып киткән ир иң тәүҙә диван ҡырына ауҙы, һыңар аяғы менән бәләкәсе Мараттың уйынсыҡ машинаһына баҫты...

,,Йығылдым, иҫтән яҙҙым, уянһам - гипс!" тигән кино геройы кеүек ята хәҙер бот һуҙып. Ә оло улы көн дә шкаф башындағы аҡса янсығына аҡса төшөрә.

- Эй, пацан, һин урлашып йөрөмә тағы, көн дә аҡса ҡайҙан алаһың? - тине бер көн Рәҡип.

-Күрше Мәликә әбейгә һыу килтерҙем, ул бирҙе ун һум, Сәлмән бабайға быҙау ҡыуыштым - ул биш һум бирҙе. Ир кеше ни аҡса таба инде. Урлаған һин генә урла инде, атай, - тине малай нисектер ололарса итеп.

Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡолағына тиклем ҡыҙарҙы Рәҡип. Йә инде, кеше көнлө кеше булып ята, етмәһә, бынау малайына тиклем әрем телле. Үҙенең йомшаҡлығын белдермәҫ өсөн тәпешкәһе менән малайына бәреп ебәрҙе, ләкин Фән күптән сығып ысҡынғайны. Кисен, ҡатыны тәүлеклек дежурҙа булғанда, балаларының шахмат уйнағандарын шым ғына ҡарап ята торғас ойоп киткән Рәҡип, улдарының бышылдап һөйләшкәндәренә уянды.

- Ағай, әҙә Ҡыс бауайға һат язайыҡ, ағай, - тип илаулай Марат. - Миңә сәпит кәрәк!

- Ҡыш бабайҙың сәпитлек аҡсаһы ю-юҡ. Ул аҡсаһы күп кешеләргә генә бүләк алып килә, ә беҙҙең атай эскәс - беҙгә бирмәй.

- Ә беҙ уға әттәнең эскәнен әйтмәйек, ул әйвәт тип яҙ һуң, - тип, һаман ныҡыша Марат.

- Туғаным, етәр, минең дәрес әҙерләйһем бар. Ҙууур үҫкәс, мин һиңә сәпитте үҙем һатып алырмын, даже икене. Ә Ҡыш бабайға мәмәйҙәр һорап яҙырбыҙ, әтеү беҙҙең сәй эсергә писук та бөткән... - Фән, мыш-мыш танауын тартып ҡуйҙы - ул туғанына белдермәй генә илай ине, шикелле.

Улдарының, ҙурҙар сисә торған проблеманы үҙҙәренсә әүәләп булашыуҙарына шаһит булған Рәҡиптең ҡапыл күңеле нескәреп китте. Ошо балалары тыуғас, шатланып йөрөгәне, иптәштәре менән күңелле итеп "малай тояғы" йыуғандарын иҫләне. Нисә күтәреп йөрөнө, нисә тапҡыр бишектәрен тирбәтте икән балаларының?! Ике улы тыуғас та аяҡ тибеп эсте, һыйланы, үҙенсә шатланды. Һәм... Шуның менән бөттө, шикелле. Быға тиклем нәмә ашаған, нимәгә йәшәлгән?.. Ҡара әле әй, уйлай башлаһаң бер уй береһенә баланс бирмәй булаша түгелме һуң?

Рәҡипкә һауа етмәгәндәй тойолдо. Үҙен бер көләмәс геройы кеүек тойҙо ул, ниңәлер. Бер ир, бисәһе менән йәшәгәндә, аҡсаны ҡайҙа ҡуяһың, тип әрләшһә, айырылышҡас, бөтәһенә аҡса нисек еткерҙе икән, тип аптыраған, ти. Ә бит Рәҡиптең ошо көнгәсә ус тултырып аҡса эшләгәне лә юҡ икән. Эсеп йөрөп, эшенән ҡыуылыуына ҡасан... Шунан бирле бөтә йөктө ҡатыны күтәргән икән бит. Балалары бәләкәй тип тормаған.

Уйҙары үткәндәрҙе барлаған һайын, Рәҡиптең эсендә нимәлер әрнеп, ҡыжмырҙап ҡуйҙы. Ҡатыны Яҙгөл, балаларҙың береһен етәкләп, береһен күтәреп, иртүк бер әбейгә алып барып ҡуйыр, кис, эштән һуң ғына алып ҡайтыр ине. Фән дә бәләкәй, ә Марат ҡул балаһы ғына булғандар шул. Балалар баҡсаһын да яңыраҡ ҡына астылар, ярай,бөгөнгө көндә Мараты шунда йөрөй. Ә элегерәк, үҙе әйтмешләй, балаларҙы "инә тауыҡтай туда-сюда ташыйһыңмы?"тип көлгәне иҫенә төшкәс, бөтөнләй йөҙө яна башланы. Эшләмәү генә түгел, шул балалар менән өйҙә лә ултырмаған, эске хаҡына алданып, йәп-йәш башы менән, һәптәңләп кешегә эшләшеп тик йөрөлгән. Йә,Хоҙай! Эскәндә генә донъя түңәрәк икән. Бына, аяғы һынғандан бирле шешәләш "дуҫтары" күренгәне юҡ, шуғамылыр ауыҙына хәмер теймәй тора. Ә айныҡ башҡа уй төшә икән шул, күҙгә лә донъя икенсерәк, иҫерек ваҡытҡа ҡарағанда төҫһөҙөрәк күренә икән. Йә инде, бугай кеүек атай, анау бала бәләкәс кенә ҡулдары менән эшләп тапҡан аҡсаны урлап, шатлана-ҡыуана һыра һемереп ултырһын инде.

Икенсе көндө лә ошо ауыр уйҙары тынғы бирмәне. Малайҙарының баштарын башҡа терәп шып-шым ғына танау мышҡылдатыуҙары күҙ алдына килеп йөҙәтте. Һәм, көнө буйына йәне көйөп ятҡан Рәҡиптең ҡапыл иҫергәнсе эсәһе килеп китте. Берәй ерҙә йәшергән әйбере барҙыр ҙа бит-сатнаған һөйәге ялғанғансы, оҙаҡ баҫып торорға ҡушманылар, әлегә...

Рәҡиптең уйҙарын бүлдереп шығырҙап ишек асылды. Фән мәктәптән ҡайтты, бер юлы туғанын да балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡан. Малайҙар Рәҡип ятҡан бүлмәнең ишеген асып ,,Привет!" тинеләр ҙә үҙҙәренсә донъя көтә башланылар. Әсәләре һуң ҡайта шул бөгөн: почтальон булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡышын мәктәптең пар ҡаҙанлығында оператор булып та эшләй ҡатыны.

Аш бүлмәһендә шалтор-шолтор килгәс, Фән ҙур ғына тәрликәгә аш һалып алып керҙе, бәләкәсе, Мараты, ҡалаҡ, май буялған икмәк тотҡан булған. Юҡ инде, алдыңа килгән ризыҡты "бисмилла" тип кенә аша ла бит. Рәҡиптең ишетәһе хәбәре булған икән.

-Фәән! - тип майлы тауыш менән һүҙ башланы Рәҡип, - үткән шәмбе, аяҡ һынғансы, бер айнып уянғанда минең салбар кеҫәһе лә, куртка кеҫәһе лә еүеш ине. Берәй "сүлли" булғандыр, әсәйең берәр ергә алып ҡуйманымы икән? Аяҡ һыҙлай,э сһәм еңелерәк булыр ине...

Малайҙарҙың, бер генә минутҡа хәрәкәттәре, гипнозлаған кеүек туҡталып торҙо. ,,Эсеү, эске, араҡы" тигән һүҙҙәрҙе шул саҡлы күрә алмауҙары йөҙҙәренә сыҡты сабыйҙарҙың. Ләкин Фән үҙен ҡулға ала һалды, атаһына туп-тура ҡараны ла:

-Эй, атай, араҡы түгел ул. Һин иҫереп урамда ятҡанда, Сәлих ағайҙарҙың оло эттәре, роквеллермы инде, һинең өҫтөңә пес итеп киткән бит. Шуға һине лә, беҙҙе лә ,,Кабелев"тип үсекләйҙәр. Ә һине беҙ, әсәй менән кәритәгә һалып алып ҡайттыҡ. Ҡуй, ҡасан аҡылға ултыраһың инде! - тип сәпәне лә ҡуйҙы.

Мараты ла бит әле уның:

- Әттә, ааҡы эсмә, бетин асҡа уллама, әтеү маһмай пес итә, - тип бәләкәс кенә бармаҡтарын һелкеткән буласы.

Тереләй генә тунаны былар. Малайҙары менән уңышһыҙ һөйләшеүҙән һуң, Рәҡип, ысынлап үҙ тормошо, үткәне тураһында уйлана башланы. Уйланырлыҡ, шатланырлыҡ бер ваҡиға ла иҫкә төшмәй йөҙәтте тәүҙә. Фәндең беренсе класҡа мәктәпкә барғанын да хәтерләмәй, ҡайҙа йөрөп ҡалғандыр инде. Маратын да балалар баҡсаһынан ҡаршылағаны булманы. Бер айнығанда күҙенә салынып ҡалған шул бәләкәсенән:

-Хәлдәр нисек? - тип һорағас, "нисауа, оло галшукка күстем", тип аптыратҡайны.

Рәҡип, Фән аңлатҡас ҡына, Мараттың инде өлкәндәр төркөмөнә күскәнен, "салагынан-дедҡа"әйләнгәнен, шуға ла оло горшокка ултыра башлағанын төшөнгәйне атай кеше. Ошоларҙы уйлағас, нисектер күңелгә йылы ғына ел ҡағылып үтте. Әле бит һуң Рәҡиптең ғүмере үтеп бармай. Арҡа терәр ике улы үҫеп килә, ҡатыны ышаныслы. Ана бит, бер үҙенә ике бала, ике эш, мал-тыуар. Уның өҫтәүенә Рәҡип ауырыу-аҡһаҡ булып ята. Ысын егеттәрсә тота бит донъяны, үҙе бәләкәс кенә, тигән булып ғорурланып та ҡуя Рәҡип.

-Һин эскәс - мин дә эсәм, - тип торһа, ятырһың былай, йылы өйҙә, әҙергә-хәҙер булып.

Күрәсәгең булмаһын... Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай, тип әйтергә ярата ине, атаһы мәрхүм. 

Егәрле лә булды, аҙып-туҙып та йөрөмәне Мөхтәсәр ҡарт. Малайҙарына ла матур тәрбиә биргән кеүек ине. Биш малайҙың дүртеһе тетеп донъя көтә. Ә Рәҡип, төпсөк булғанғамы, иркәрәк үҫте шул. Күберәк йоҡланы, тәмлерәк ашаны, тигәндәй. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агрономлыҡҡа алған дипломы ята ана нисә йыл туҙан эсендә аунап. Ә үҙе ғүмерендә өс һуған да үҫтереп ҡарағаны юҡ икән. Агрономлыҡ серен белмәһә лә, ҡатыны үҫтереп тоҙлаған, ҡайнатҡан нәмәләре яҙға етеү генә түгел, артып ҡала, етмәһә. Туҡ тормошҡа кинәнеп,  “ ашау – байҙан, үлем –Хоҙайҙан” тип, тик йөрөлгән бит, ә!

Бына шулай, нисәнсе көн үҙ-үҙе менән эстән көрәшеп ята Рәҡип. “ Бер ҡарарға килергә, былай, ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шунда тәгәрләгән ҡамғаҡ хәленән сығырға кәрәк” ти бер яртыһы. “Бер ҡайғыһыҙ йәшәйһең, йәш сағыңда аша ла эс, уйна ла көл!”ти икенсе яртыһы.  

– Кешенең эсендә ике йән бар, – тип әйтә ине атаһы. – Яҡшы һәм яман йән. Һәр саҡ улар көрәш өҫтөндә. Яҡшы йән еңһә, һин яҡшы, яманы еңһә – яман. Шуға ла, кеше үҙендәге яманды еңергә тейеш. Үҙ-үҙен егәрле иткән дә, ялҡау иткән дә – бәндә үҙе. Яман йәнде еңер өсөн алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа, ялҡауланмаҫҡа һәм эшләргә кәрәк! – тигән була торғайны мәрхүмең.

Ошоларҙы иҫенә төшөргәс, Рәҡип ирекһеҙҙән ашҡаҙанын һыйпап ҡуйҙы. Күберәген араҡы, сәмәй, әсегән бал, одеколон, һыра, тағы әллә нәмәләр төшөп ятҡан шул бахыр аш ҡаҙанында ниндәйҙер ҡотһоҙ имәнес йән эйәһе ултыралыр кеүек булып китте: оҙон бармаҡлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан быжыр бысраҡ йөҙлө...  Үҙ уйҙарынан үҙе арыны Рәҡип. Тик ятып та йонсотто. Ҡатынының төнгө дежурствоһы ла килә лә етә. Ни эшләптер, ул өйҙә булмаһа бөтә нәмә етемһерәп ҡалған кеүек була, балалар ҙа шым ғына һөйләшә башлай. Ана бит, бер-береһенә һыйынышып ҡына дәрес әҙерләпме, һүрәт төшөрөпмө аҙапланалар. Эшһеҙ ултырмайҙар, афариндар.  

Уларға ҡарап шатланды ла, уйланды ла Рәҡип. Эйе, нисә йылға беренсе тапҡыр атайҙарса ныҡлап уйланыуы ине уның. Кем булып үҫер улар? Ниндәй һөнәр һайлар уның улдары? Ә атай булараҡ нисек ярҙам итте һуң ул ошо көнгәсә? Эсеп ҡайтҡан саҡтарында өйҙә лә ҡунмайҙар ине, шикелле. Ул йылы өйҙә хырлап йоҡлағанда, ҡайҙа, кем тупһаһына барып баҫҡан булдылар икән?

Рәҡип, ирекһеҙҙән, үҙенең бала сағын күҙ алдына килтерҙе. Ел-дауыл күрмәй, атай-әсәй, туғандар ышығында ғына үҫте ул. Атаһына һыйынып, мөғжизәле әкиәттәр тыңлап ҡына йоҡлап китер ине. О-о, уның атаһымы?! Оҫта әкиәтсе! Әкиәттәрҙе шул саҡлы образға инеп, ысын итеп һөйләүе әле лә хәтерендә. Тышта йөрөһә лә, өйҙә лә атай эргәлә-күршенең уҫал ата ҡаҙы ла, хатта, мәңге һуғышырға яратҡан Шаһман да ҡурҡыныс түгел... Ә бына уның улдарын кем яҡлар һуң? Туғанын ағаһы ҡурсалаған була ла һуң. Ләкин, Фән үҙе лә бала ғына бит әле.

Уйҙарының ошо еренә еткәс, Рәҡип тағы малайҙарына ҡараны. Бер тапҡыр ҙа уларға “балам”,  “улым” тигәне лә юҡ икән бит, йә инде. “Малай”,  “молокосос”,  “пацан",  “ чувак” – бөтә белгән һүҙҙәре. Нисек балалары “атай” тип өндәшә әле уға. Рәҡиптең, ҡапыл ғына ошо матур һөймәлекле балаларын, беренсе тапҡыр, атайҙарса ныҡ итеп ҡосаҡлар яратҡыһы, ел-дауылдарҙан, донъялағы бөтә насарлыҡтарҙан һаҡлағыһы килеп китте. Йөрәгенә ут ҡабырҙай булғанға “уф-ф-ф!” тип уфтанды ла:

– Фән! – тип өндәште. Малайҙар шунда уҡ йүгереп килеп етте.

 -Нимә? Әллә сәй кәрәкме? – тип өндәшә һалды Фән.  

–Бас алута? – тигән булды бәләкәсе, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән атаһының маңлайын тотоп.  

– Егеттәр, һеҙгә “улым” тигән һүҙ оҡшаймы, әллә “балам” тигәнеме?

Матур һүҙҙәрҙе гел ҡатын-ҡыҙ әйтә, ирҙәр “грубый" булырға тейеш,тигән була ине бер дуҫы. Бына ошо дуҫ һүҙе аша һеңгән “грубыйлығын" еңеп әйтте быны Рәҡип. Шунан ышаныслы итеп өҫтәне:

– Мин һеҙҙе шундай яратам! Бынан һуң эсмәҫкә һүҙ бирәм! Ысын! Малайҙар бер мәлгә баҫҡан урындарында ҡатып ҡалдылар. Үҙен ысын ирҙәрсә тоторға тырышҡан ун бер йәшлек кенә Фән ҡапыл балаға әүерелде: күҙҙәре осҡонланды, бит алмалары алһыуланды.

Бәләкәсе, әле атаһына, әле ағаһына ҡарап торҙо ла, башын ҡырынайтып, күҙҙәрен ҡыҫа биреп:

– Ә алдасһан? –тине.  

– Юҡ, алдашмайым! Честное пионерское!

Рәҡип, бала саҡтағыса, уң ҡулын күтәреп, салют бирҙе. Был минутта ошо һүҙҙәрҙән дә көслөрәк дәлил, ни эшләптер, башына килмәй ине.  

– Атай, әйтәһең икән, уйлап әйт, эсмәһәң генә.

Ышанырғамы-юҡмы тигән кеүек, ике бәләкәй бала, өмөтлө ҡараштарын аталарына төбәне. Рәҡиптең хәтеренә бала саҡтағы ант һүҙҙәре килде:

– Ашым – ашҡа, башым – башҡа, һүҙемдә тормаһам – әйләнәйем ташҡа, – тип , баш бармағының тырнаҡ сите менән тешен сирттерҙе. – Һеҙ минең менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә тырышырмын.  

– Ур-р-ра! Малайҙар, шаян кәзә бәрәстәре кеүек, атайҙары ятҡан карауатҡа һикерҙеләр ҙә, икеһе ике яҡтан уның йылы ҡосағына һыйындылар. Бигерәк бәләкәс кенә әле улар, көсһөҙ генәләр. Ә үҙҙәренсә әсәләрен яҡлашҡан булып, көслө, йүгәнһеҙ атайҙарын тәрбиәләшергә тырышыуҙары тиң...

Ҙур ышаныс менән үҙенә һыйынған ошо бәләкәс йән эйәләренең үҙ дауамы, үҙ ҡаны булыуы күңелен нескәртеп ебәрҙе Рәҡиптең. Бөгөн уның йә илағыһы, йә йырлағыһы килә ине.  

– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә йыр йырлайым, – тигәйне, Фән ҡырыҫланып китте:

– Ә-ә, теге йырыңмы ни?

– Ҡайһы йырым?

– Аяҡыны эсәл өсөн, сапылдап тоя ауыз, – тип йырлай ҙа башланы Мараты.  

– Юҡ, юҡ, ҡартатайығыҙ былай тип йырлай ине.

Ул, әкрен генә тауыш менән моңло итеп атаһының яратҡан йырын башланы:

-Ҡаҙ бәпкәләре лә ала икән,  

Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән...  

Балаларын ҡурсып, ашатып булһа ла китәйем тип, эшенән йүгереп ҡайтҡан Яҙгөл, иренең йырлауын ишеткәс, хәле бөтөп, стенаға һөйәлде, тағы эскән икән, тигән уй башына бәрҙе. Ләкин, ярым асыҡ ишектән ире ятҡан бүлмәгә күҙ һалғас, тынысланып китте. Рәкип айныҡ көйө әкрен генә йырлай, ә улдары, икеһе ике яҡтан аталарын ҡосаҡлағандар ҙа, тыныс ҡына йоҡлайҙар ине. Яҙгөл был күренешкә шатланып та, һоҡланып та ҡарап торҙо ла, шым ғына ишекте ябып, эшенә ките...  

– Фән! Марат! Әйҙәгеҙ зарплата алырға! Ҡыяр-помидорҙарҙы һатып бөттөк! Килем күп кенә булды! Бынау ведомосҡа ҡул ҡуйығыҙ ҙа, аҡсаларығыҙҙы һанап алығыҙ.  

Ҡулдан матур итеп эшләнгән ведомосҡа өлкәндәрсә тәүге тапҡыр имза ҡуйып булашҡан малайҙарына атайҙарса яратып ҡараны Рәҡип.  Теге ваҡыт, сәтләүектәй генә улдарының, үҙ фекерҙәрен ҡурҡмай әйтеп, уны тәнҡитләүҙәре, шул уҡ ваҡытта һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороуҙарымы, күңелен нескәртеп иҫенә төшкән атаһының яратҡан йырымы – уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарғайны бит. Бәхет шешә төбөндә лә, эске хаҡына кемгәлер бил бөгөүҙә лә түгел, ә ғаиләлә – балаларың һәм һөйгән ҡатының эргәһендә икән.

Аяғының һыныуы ла Тәңре иҫкәртеүе булғандыр – өйҙә тороп, айыҡ баштан уйланырға форсат биргәндер, Хоҙай.  Аяғына баҫа башлағас та, ҙур ғына суммаға кредит юллап, бәрәңге баҡсаларының яртыһына теплицалар урынлаштырҙы Рәҡип. Тәүҙә ғаиләһе менән, ә инде эштең айышына төшөнгәс, ерҙе киңәйтеп, теплицалар һанын да арттырҙы ла, эшһеҙ йөрөгән бер-нисә дуҫы менән гөрләшеп эшләп алдылар ҙа киттеләр. Балалар ҙа, уҡыуҙан бушағанда ҡул араһында йөрөй, ҡатыны ла шат.  “Атай” тигән исемде лә аҡланы шикелле, Рәҡип. Һәр хәлдә улдарына биргән һүҙендә торорға тырышты.

Бына бөгөн, бөтә кредиттарҙы ҡаплап, бурыстарҙы бөтөрөп, нисә йылға бер, йәшелсәләр һатҡан аҡсаны бөтәүләй төйнәүе. Эшселәрен дә бәхилләгән, үҙҙәренә лә төйөрөм генә һан ҡала. Шуға ла улдарына эш хаҡы түләүҙе иң һуңғы, иң тәмле минуттарға ҡалдырҙы ла инде.

Аҡса һалынған конверттарҙы улдарына тапшырғас, бер ус тинлек аҡсаларҙы Ҡыш бабай һынлы теге аҡса янсығына төшөрҙө. Хәҙер ул һын шкаф башында тормай инде, телевизор эргәһендәге өҫтәлдә ултыра.  

Рәҡип улдарының аҡса һанап, мәж килгәндәрен ҡарап тора бирҙе лә, хәйләкәр генә йылмайып:

– Ҡыш бабайҙан великтар һорап, хат яҙһағыҙ ҙа була. Бөгөн генә ишетеп ҡалдым: йыһандағы космонавтар Ирәмәлдәге Ҡыш бабай өйөнөң ихатаһында бик күп велосипедтар торғанлығын хәбәр иткән, ти. Араларында скутерҙар ҙа бар икән, – тине.

Малайҙар, шат йылмайып, атайҙарына ҡаранылар. Эй, Тәңрем! Донъяла бәхетле бала йылмайыуынан да матурыраҡ күренеш бармы икән? Юҡтыр! Һәр хәлдә Рәҡипкә шулай тойола. Ошондай матурлыҡтан мәхрүм булып, эске һаҙлығына бата яҙҙы бит, ҡуйсы.

-Ур-ра-а! Ҡыш бабайға хат яҙырға кәрәк! – тип,  хәйләһеҙ Марат, инде мәктәп уҡыусыһы, өҫтәле эргәһенә ашыҡты.

Уларҙың берҙәм татыу ғаиләһенең шатлыҡтарын уртаҡлашҡандай, үҙҙәренең аҡлығы, сафлығы менән һоҡландырып, күк көмбәҙенән талғын ғына бәүелеп төшкән беренсе ҡар бөртөктәре тәҙрә быялаһына килеп ҡунды. Бәлки улар ҙа, олпат аҡһаҡал кеүек түрҙә ғорур ғына ултырған, ваҡытында Рәҡипкә тос ҡына аҡыл биргән Ҡыш бабай һынын күрергә теләгәндәрҙер.

Фото: megatoys24.ru

Автор:Гөлнур ҒИЗӘТУЛЛИНА
Читайте нас: