+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Ғинуар 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙҘАН ҺУҢ Повесть

Ихата уртаһына ҡоролған сатыр эсендә мөңгөрләшкәндәре ишетелә. Оҙайлы туйҙан һуң ғына була торған йонсоу ваҡыт. Сатыр эсендә әле булһа эсеп туймаған Мансур һәм ,әллә ҡайтайыммы-юҡмы, тип аптыранып ултырған ҡатыны Мәрйәм күберәк туйҙа булған һәм онотолоп барған мәрәкәләр хаҡында һөйләшәләр. Туй матур үтте. Халыҡ та еренә еткереп, артыҡ шашмайынса эсергә өйрәнә, шикелле. Ауылда кеше аҙ, үлеп бөтөп баралар, тереләре ҡырҙа эшләй, эскелек, тип зарланышһалар ҙа Торналының бөтәһе юҡ әле. Ана, туй, тигәс, ниндәй дәррәү йыйылдылар! Өҫтәлдәрҙе тышҡа ҡормаһалар, өйҙә урын еткерә алмаҫтар ине. Мансур, 60 йәштәрҙәге пенсионер һәм ҡайҙалыр вахтала эшләүсе ир, Мәрйәменә һыйыныбыраҡ ултырҙы.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙҘАН ҺУҢ Повесть
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙҘАН ҺУҢ Повесть

– Йә үҙем ныҡ, йә араҡыны йомшаҡ ҡоялар, – тип әллә зарланды, әллә маҡтанды.
– Һин эсеп, бешеккәс, бик бирешеп бармайһың шул, – ҡатыны Мәрйәм йөпләп алды һәм иҫке диванда йоҡлап ятҡан иргә төртөп күрһәтеп, көлөп ебәрҙе.
Шул ваҡыт йәштәр йортонан кейәү менән кәләш сыҡты.
– Оһо! Былар ҡайһылай иртәләне! – тип Мансур кейәүгә һәм балдыҙына ҡараны ла  өнһөҙ ҡалды. – Бәй, – тине ул һуҙып, – йоморолатып өлгөргәндәр ҙәһә!
– Сеү! – ҡатыны ҡулы менән төрттө, аяғы менән типте, ул ғына етмәҫтәй тойолғас, кәүҙәһе менән этеп ҡуйҙы. – Өндәшәһе булма!
– Нимә, әллә мине ғәйепле итергә уйлайһығыҙмы? Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә бит!
Ошо урында Мәрйәм һикереп торҙо:
– Әйҙә, ҡайттыҡ! Хәҙер барыһына иғлан итергә уйлайһыңмы әллә?
– Һуң, бында мин генә түгел  дә инде, башҡалар ҙа күргәндер.
– Башҡалар күрһә лә, өндәшмәйәсәк. Һин дә шым бул!
– Ниңә мине ҡурҡытаһың? – ир аҙарынды, тирә-яғына  ярҙам эҙләп  ҡаранды.
– Ҡара әле, Мансур, – тине Мәрйәм, хатта уны танырлыҡ түгел. – Һин үҙең өсөн яуап биреп өйрән, башҡалар өсөн борсолма! Берәү ҙә һине, Төмәнгә юҡҡа йөрөмәй, унда ваҡыт-ваҡыт һөйәркәһен алыштырып тора. Әле тағы берәүгә йортҡа инде, тип белһәләр ҙә, әйтмәйәсәктәр. Сөнки улар һин түгел. Хатта мин дә белмәмеш буласаҡмын. Әле әйтәм, сөнки һин, асыҡ ауыҙ, тел биҫтәһе, оятһыҙ һәм әҙәп белмәгән әҙәм, ошо хаҡта иғлан итеп, туйҙы юҡҡа сығарасаҡһың һәм йәштәрҙе бәхетһеҙ итәсәкһең! – тип ярып һалды.
Сатыр эсендәгеләрҙең ишеткәне ишетте, ишетмәгәне юҡ. Сөнки йәштәр сығыу шатлығынан өҫтәлгә тағы ике шешә килеп ҡунды һәм таплы рюмкалар ҡулдан-ҡулға йөрөй башланы.
Мансур ауыр итеп тын алды. Утыҙ йыллап йәшәп, ҡатыны бөгөн беренсе тапҡыр уға ҡаршы һүҙ әйтте. Юҡ, әйтеп кенә ҡалманы, тупһала ятҡан сепрәкте тапаған һымаҡ, тапап-тапап, аяҡ һөртөп, төкөрөп, үтеп китте.
Эйе, күрмәһә лә була ине. Бер нисек тә хәлде үҙгәртә алмауын белә бит инде, һаман һөйләнде. Ни хәл итәһең, Сәриә  менән Булатты өйләндереүҙәре ҡапыл килеп сыҡты. Анауы, йоғошло  сир менән бәйле, туйҙы үткәреүгә рөхсәтте саҡ алдылар. Никах ҡағыҙын яҙҙырыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырҙылар.
Урамда туй кортежын күреп, бынау заманда кемдәр өйләнешә икән, тип аптыраштылар. Кемдәр икәнлеге асыҡланғас, ҡайҙалыр уҡыйҙармы, эшләйҙәрме, тип һорайҙар. Алдан уҡ кәләш яғынан, йәштәр институтта уҡый икән, тип хәбәр таратылһа ла, был хәбәр дөрөҫ булһа ла, ҡайһы бер шикле урындары бар шул. Шул уҡ институтта уҡыуҙарын алайыҡ. Дөрөҫ әйтәләр, шунда уҡыйҙар. Ә бына кейәүҙең беренсе курсты яңы тамамлауы, ә кәләштең ординатураға барырға йыйыныуы хаҡында – ләм-мим. “Бәхетле булағыҙ! Тигеҙ ғүмер итегеҙ!” – тип һәр береһе теләһә лә, ниндәй бәхет, тигеҙ ғүмер хаҡында һүҙ булһын, әгәр кәләш кейәүҙән иң кәмендә 5-6 йәшкә өлкән икән.
Мансур ошо хаҡта уйлай һәм нисек итеп ҡатынынан үс алыу юлдарын эҙләй. Ҡара, ҡара, шым ғына йөрөй ине, барыһын да белеп тора икән. Оһо! Бисә генәһе асыуынан ҡыштырҙатып алма  кимерә башланы.
– Нимә? – тине ул иренә мөләйем ҡарап. – Әллә телеңде йоттоңмо? Һинең һымаҡтар вахтала өйөрө-өйөрө менән йөрөй, әммә береһе лә тапҡан-таянғанын елгә осороп, сит ҡатын-ҡыҙға тығып бөтмәй, балаларын ҡайғырта, автомобилдәр, фатирҙар һатып ала. Бына, ун йыл эшләйһең, нимәң бар? Ҡатыныңдың өҫтөндә шәшке тунмы, ә үҙеңдә – һуңғы марка “Тойота”мы?
Мансур һөҙөп, тирә-яғына ҡарап алды, ишетәләрме, юҡмы икән? Ишетмәһәләр, яҡшыраҡ бит, тип эстән генә уйлап алды Мансур һәм иҫерә башлаған ҡарашын йәштәргә төбәне. Йә инде, ошолар арҡаһында, һүҙ ишетеп ултыр. Ҡара, оялмайҙар ҙа бит әле! Туҡта әле, быларҙың танышҡанына бер ай ғына, тинеләр. Ә балдыҙға  ҡарағанда, 2-3 айҙан да кәм түгел. Профессионал “мент”, бар донъяға һөнәри күҙлектән бағып өйрәнгәнгә, үҙе лә һиҙмәҫтән, мөмкин булған кадрҙарҙы барлай башланы. Юҡ, быны былай ҡалдырһа, исеме Мансур булмаһын! Хәҙер ошондағыларҙың  исемлеген барларға, кемдәр булған, кемдәр булмаған. Дөрөҫ, уңмаған “кейәү”ҙең вахтанан ҡайта алмай интегеп ятыуы ла бик мөмкин. Шунан һуң кисәнән бирле ауылды арҡыры-буй өр-яңы 200-лө “Лэнд-Крузер” ҡотороп йөрөй. Кем булһын, Айҙар ҡайтҡан, тинеләр. Атаһы, Нурғәле ҡарт, сирләй, тиҙәрме шунда? Мансур Айҙарҙы иҫкә төшөргәс, йәне көйөп китте. Уныһы ниңә инде? Мәрйәмдең тәүге мөхәббәте булғанғамы? Былай ҙа, “Крузак” водителен балдыҙға килтереп ҡушҡанда, ҡайһылай шәп булыр ине! Мансур тупаҫ ҡына итеп ҡатынына төрттө. Ныҡ итеп төрттө, ләкин ҡатыны боролоп та ҡараманы. Был ни, ире вахтала йөрөгән арала тамам самаһын юғалтҡан да инде! Ҡулдан ысҡынған был!
– Ә һинең теге нәмәң ҡайтҡан, күрҙеңме? – тип һораны ир.
– Күрҙем, беләм, – тине ҡатын шат тауыш менән. Тағы “Крузаг”ын яңыртҡан.
Был һүҙҙәр Мансурҙы тамам сығырынан сығарҙы. Хатта тороп уҡ китте һәм болғаңлап, сатырҙың арғы башында күңелле генә ултырған йәштәр эргәһенә килеп, икеһен дә килбәтһеҙ итеп ҡосаҡлап алды. Оҙаҡ итеп тағы ла бер ҡотланы, хатта кинәйәле генә һүҙҙәр тапты. Сәриә  ихлас йылмайып еҙнәһен ҡосаҡланы һәм ҡолағына ғына:
– Еҙнә, әгәр телеңде тыя алмаһаң, был баланың атаһы – һин, – тип әйтәм дә ҡуям!
Мансур һиҫкәнде...

Булды шул. Бар ундай гонаһ икеһендә лә. Сәриә  менән Мансур еҙнәһе, шаярышып һөйләшә торғас, бер-береһенә эҫенеп тә киткәйнеләр. Ялға ҡайтҡан бер көнөндә ҡыҙыҡай апаһын юллап килеп тә кергәйне. Мансурҙың да өйҙә, етмәһә, ҡыҙмаса булып ултырған сағына тура килде. Ҡалаға киткән Мәрйәм апайы ла бик тиҙ ҡайтып етмәне. Һүҙ артынан һүҙ, сәй артынан мәй, еҙнә менән балдыҙ икеһенең бер юҫыҡта аунашыуҙарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар...

Мансур менән Мәрйәм, ҡайтырға, тигән булып, урамға сыҡтылар. Шул саҡ эргәләренән саң уйнатып “Крузак” үтеп китте һәм бер аҙ барғас, туҡтаны. “Тойота”нан Айҙар килеп төштө һәм быларға ҡарай атланы.

– Кемдәр икән, тиһәм, үҙемдең класташтар икән! – тине ул Мансур менән Мәрйәм эргәһенә килеп. Еңелсә генә хәл-әхүәл белештеләр, һауа торошона иғтибар иткән булдылар. Ҡояшлы йәй өсөһөнә лә оҡшай икән. Мансур уңайһыҙланып ҡына үҙенең шаҡтай донъя күргән, мажараларға юлыҡҡан, тотонолған “Хундай”ына ҡарап алды. Ошо урында ул, әгәр саҡ ҡына ирлек намыҫы булһа, һабаҡташының “Лэнд Крузер”ына иғтибар итергә, һис юғы, джип менән ҡыҙыҡһынырға, Айҙарҙы ҡотларға, уңышлы юлдарҙа йөрөүен теләргә тейеш ине. Эйе, Мансурға ҡыйын, эсе көтөрләй, ҡан баҫымы күтәрелә, йыш-йыш тын ала һәм әллә ҡайҙарға китерлек низағ өсөн, бәләкәй генә булһа ла, сәбәп эҙләй.

Ә Айҙар?... Нимә Айҙар, уның донъяһы түңәрәк, ата-әсәһе иҫән-һау, шундай егәрле һәм бай улдары булғас, уларға ла еңелдер инде.

Мәрйәм өндәште:

– Сәғирә апай менән Нурғәле ағай ни хәлдә?

– Төрлөсә булып китә, – тип яуап бирҙе Айҙар. – Ауырып та алалар...

– Ҡайһылай шәп машина алғанһың! Нисек атала ул? – тип ҡыҙыҡһынды Мәрйәм.

– Түрәләрҙең, олигархтарҙың, бандиттарҙың иң яратҡан машинаһы, – тине Мансур, буласаҡ бәхәскә нигеҙ һалып.

Айҙармы һуң инде, бындай ваҡ-төйәккә иғтибар итеп, ваҡлана торған кеше. Ҡысҡырып  көлдө лә ҡуйҙы. Хатта эргәһенә килеп:

– Дөрөҫ әйтәһең. Юлда барған кешеләр ситкә ҡасырға тырыша. Хатта ҡайһы ваҡыт уңайһыҙ, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.

– Оҙаҡҡамы? – тип һораны Мансур.

– Мин бит пенсияға сыҡтым, – тине Айҙар. – Хәҙер ваҡыт иркенәйҙе, атай менән әсәйҙе ҡарарға кәрәк, үҙемдең, кем әйтмешләй, уллыҡ бурысымды теүәл үтәргә тырышам.

– Ә һин шулай булдың инде, – тине Мансур һаман да класташын кәзекләп.

Урамға Сәриәнең атаһы Тәлғәт килеп сыҡты. Тәлғәт байтаҡтан бирле эсмәй, тигәйнеләр, айныҡ. Ҡыуанып, Айҙарҙы ҡосаҡлап алды һәм барыһын да өйгә саҡырҙы. Күмәкләшеп кереп өҫтәл артына ултырҙылар. Еҙнәһе менән апаһының килеп инеүҙәрен күргәс, Сәриәнең шунда уҡ кәйефе төштө.

– Еҙнә! – тип ҡысҡырҙы ул өҫтәлдең теге башынан. – Һеҙ ҡайтып киткәс, ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәнем.

– Шуға ла керҙем инде, – тине Мансур. – Ҡыуанырһың да, ҡайғырырһың да.

Шул ваҡыт урамға асылған ҙур ҡапҡа алдына туҙып бөткән “Жигули” килеп туҡтаны һәм унан бала күтәргән бер ҡыҙ килеп төштө.

– Ах, не ждали!? – тип ҡысҡырҙы ул бер ҡулына баланы тотоп, икенсеһен табындағыларға болғап.

– Вот и я, кое-как успела.

Бала күтәргән ҡатындың килеп инеүе бар табынды тын ҡалырға мәжбүр итте. Иң тәүҙә хужаларға һораулы ҡараштарын төбәнеләр. Улары яурынбаштарын һикертеүҙән башҡа  бер нимә лә әйтә алманылар.

– Әйҙә, әйҙә, рәхим итегеҙ! – тине хужа тирә-яғына ҡаранып. – Кемегеҙгә эйәреп килде был нәмә?

Балалы ҡатын өҫтәлде барлап сыҡты һәм арты менән ултырған һәм ни әйтергә белмәй ҡалтыранған Мансур эргәһенә килеп, тегегә еңелсә һуғып ебәрҙе.

– Нимә, әллә ҡасырға итәһеңме?

– О, Валерия, килеп тә еткәнһең икән! – тине Мансур.

Нимә әйтһен инде Мансур. Йә, инде! Мәсхәрәһе ни тора? Һөйәркәһе Төмәндең үҙенән килеп еткән бит әле. Мәрйәме – ярай инде, бында ҡан дошманы – Айҙар ултыра бит әле. Мансур сайҡала-сайҡала урынынан тора. Хәҙер уның өсөн бер генә юл ҡала – башты дүрәккә һалып, иҫерек булып ҡыланырға кәрәк. Ләкин ул ҡуҙғалып өлгөрмәне, эргәһенә килеп Валерия аҫылынды.

– Ҡасмай тор, йәнем, – тине ул, сикәһенән үбеп тә алды. – Ҡайһылай йәтеш килеп төшкәнмен! Туйға эләгермен, тип һис уйламағайным, рәхмәт инде.

Мансур, нимә эшләргә белмәй, тирә-яғына ҡаранды:

– Ә һиңә юлды кем өйрәтте бында?

– Аҡса өйрәтте, аҡса! Мин әйтәм, беҙҙең атай былай еңел генә йөрөмәһен әле, ул да ҡыҙын тәрбиәләүҙә ҡатнашһын, ярҙам итһен, алиментын түләһен.

 – Әйҙә, бынан китәйек, Валерия. – Мансур ҡатынды ҡултыҡлап алды.

Тегеһе тартҡылаша башланы:

– Ебәр! Мине ситкә алып китеп, өгөтләмәк булаһыңмы? Поздно! Күпме шылтыраттым, ниңә трубканы алманың?

         Бәхәс ошо урында туҡталды, сөнки өйҙән Сәриәнең әсәһе Талиға менән еңгәләре килеп сыҡты һәм бар иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итте. Талиға хатта ҡыҙарынған, сәсе-башы туҙған, иҫерек тиһәң, иҫерек түгел, айныҡҡа ла бик оҡшамаған.

– Хөрмәтле ҡунаҡтар! – тине ул. – Ғүмерҙә күрелмәгән, ишетелмәгән ғибрәтле оятһыҙлыҡ ҡылынды. Бына, ҡарағыҙ, – ул һанай башланы. – Бер, ике, өс, дүрт, биш, ун. Теүәл ун конверт – буш! Эх, халыҡ, ағай-эне! Ни өсөн һеҙ йәштәрҙең тормошон ялғандан башлайһығыҙ?

– Нимә булған тағы? – тип аптыранды Айҙар. – Ниндәй конверттар һөйләй ул?

Тәлғәт, Айҙарға араҡы ҡойоп тора ине, аңлатып бирҙе:

– Конверт менән, йәнәһе, аҡса бирәләр, бүләк итеп. Беҙ исемлек буйынса барлай инек, халыҡ алдында конвертын йырта инек, күпме төшкәнен күрә инек. Ә был юлы аҡсаны һанаусы ла, исемлек төҙөүсе лә булманы. Бына, мәҫәлән, Шәрәфетдин ҡоҙа – йомарт кеше...

Шәрәфетдин:

– Ниңә мине ҡыҫтыраһың? Башҡа кеше бөткәнме ни? – тип һөрәнләй ҙә башланы.

– Атыу, ярай, мин булам. Ике кеҫәмдә – ике конверт, йәнәһе. Аҡсаны һанаһалар, аҡсалыны бирәм, аҡсаны һанамаһалар, буш конверт тотторам, – тип бәхәскә нөктә ҡуйырға уйлағайны, Айҙар тороп баҫҡайны, көлөшкән, уфтанышҡан халыҡ тынды.

– Талиға еңгәй, күпме аҡса етмәй? Күпме һалып еткермәгәндәр? – тине Айҙар. Еңгәһе эргәһенә үк килде:

– Ун конверт инде, ун конверт. Өсәр меңдән дә – утыҙ мең, – тип һыңғырлап алды.

Шул ваҡыт Айҙар кеҫәһенән байтаҡ ҡына аҡса сығарҙы ла, һанап та тормай, еңгәһенә тотторҙо:

– Мә, еңгә, йәштәргә – йәл түгел! – тине ул.

Буйтым иҫергән өҫтәл һелкенеп ҡуйҙы һәм бер тауыштан аһ итте. Бәхәс күңелле йыр һәм аҡсаның 35 мең икәнлеген асыҡлау менән тамамланды. Шау-шыуҙан файҙаланып, Мансур еңелсә генә “тайырға” уйлағайны, бер яҡтан Мәрйәме, икенсе яҡтан мәрйәһе быны ныҡ тотоп ултырҙылар. Мансурҙың Айҙарға асыуы килде. Һай-һай, эре ҡылана! Ҡара, үҙе, бер нәмә лә булмағандай, ултыра бит әле! Кантор Нурғәленең малайы, тип кем әйтер. Иренә бер аҙ төрттөрөп алмаһа, Мәрйәм буламы һуң инде:

– Йә, Мансур,  һин, һабаҡташың һымаҡ, шулай аҡса сығарып тоттора алыр инеңме? – тине.

Мансур ҡатынының уға ҡанығыуын аңлай. Үпкәһе ҙур. Ана бит, балаһын күтәреп килеп инделәр. Хәҙер был бала менән нимә эшләргә икән? Ул арала булмай, сабыйҙың ныҡлап илағаны ишетелә башланы. Йүргәген алыштырығыҙ, тип кәңәш бирҙе береһе,  икенсеһе, ашатырға кәрәктер, тип фараз итте.

– Исемең Валерия бит әле, дөрөҫ аңлаһам, – тине Мәрйәм ҡатынға ипле генә өндәшеп. – Әйҙә, булмаһа, сабыйҙы ашатып киләйек, шунда һөйләшербеҙ. Ә һин, Мансур, ҡасырға уйлама!

– Ни эшләп ҡасырға тейеш мин? – тип батырайҙы Мансур ҡатынына тештәрен күрһәтеп.

– Мин һине утыҙ йылдан артыҡ беләм, – тине Мәрйәм иренә ҡарап. – Инде нисә тапҡыр проблемалар яһап, мәшәҡәттәр өйөп, ҡалдырып китәһең, уларҙы башҡалар хәл итһен өсөн.

– Бушты һөйләмә! Бер ҡайҙа ла ҡасмайым, – тине Мансур.

Мәрйәм менән Валерия эргәләге бәләкәй өйгә инеп киттеләр. Өҫтәл дә аҡрынлап тымды һәм үҙ мәшәҡәттәренә күмелде. Айҙар Мансур эргәһенә килде. Уның кәйефе һәйбәт, шуға кеше һымаҡ хушлашып ҡына китергә теләгәйне.

– Нимә, минең ауыр хәлгә ҡалып бахырланыуымды күрергә теләгәйнеңме? – тине Айҙарға мыҫҡыллы ҡарап.

– Ә нимә булды? – тине Айҙар аптыранып. – Мин һинең бахырланыуыңды күрмәйем.

Был  һүҙҙәр Мансурҙы айнытып ебәргәндәй булды.

– Нимә хаҡында һүҙ барғанын белмәйем, тип әйтергә теләйһеңме? – тине.

Шул ваҡыт уларҙың эргәһенә Сәриә менән Булат килде. Улар икеһе лә Айҙарға рәхмәт әйттеләр.  Сәриә эй, тырышты инде. Күренеп тора, уға төрттөрөргә, йөрәген үртәргә теләй. Мансур ситкә китте һәм Мәрйәм менән Валерияны эҙләп, кесе йортҡа инде. Инһә, тегеләр бәпесте йыуындырып торалар.

– Мансур, ҡара әле, был сабый, ысынлап та, һиңә оҡшап тора ла инде, – тине Мәрйәм үҙе ҡыҙарынып киткән, ҡулдарына сабыйҙы алып, иренә күрһәтте.

– Мин дә шулайтып торам, – тип Валерия ҡушылды.

– Ә ҡыҙҙың минеке икәнлеген нисек иҫбатларға итәһегеҙ?

– ДНК-ға анализ бир, – тине Валерия.

– Миңә кәрәкмәй. Һиңә кәрәк икән, һин бирәсәкһең.

– Ә минең аҡсам юҡ, – тине Валерия. – ДНК анализын Хөкүмәт иҫәбенә үткәрергә, әгәр атайлығың раҫланһа, һиңә түләргә тура киләсәк. Ә Хөкүмәт күберәк аласаҡ. Мин риза, йә, ҡасан барабыҙ?

Мансур тирә-яғына ҡаранды, уңайһыҙланды:

– Ну, Лера, Лерочка! Ниңә улай бик ҡәтғи?

– Сөнки һинең менән башҡаса мөмкин түгел. Хәҙер ике йыл алдап йөрөйһөң. Өйләнәм, тинең, ҡайҙа никах ҡағыҙы? Тап баланы, ҡарайым, тинең. Ә үҙең, ике аҙна ҡалғас, ҡастың. – Ҡыҙҙың Мансурҙы төкөрөктәрен сәсеп әрләүенән бәләкәй өй һелкенеп торҙо.

            Хатта Мәрйәм:

– Лера, Валерия, шымыраҡ мәмкинме? – тип ҡыҫылырға мәжбүр булды.

            Валерия ҡапыл Мәрйәмгә боролдо:

– Минең аңлауымса, һеҙ – уның ҡатыны. Шуға минең һорауым бар, һеҙҙең ирегеҙ һәр ваҡыт шулайы, әллә миңә ҡарата ғына шундай мөнәсәбәттәме? Бер нимә булһа: “Мин – тәфтишсе! Мин – запастағы майор!”. Тфү! Йүнле кеше милицияла эшләйме ни? Йә, әйтегеҙ, Мәрйәм апай, был ниндәй ир? Һеҙ уның менән нисек йәшәнегеҙ?

            Һүҙгә яңынан Мансур ҡушылды:

– Прошу не трогать мое достоинство! – тине теле көрмәлеп. Ул, ҡатынынан бигерәк, ситтәрәк торған Айҙарҙан уңайһыҙлана ине. Мансурға ярҙам Айҙарҙан килде лә:

– Әйҙәгеҙ, шымыраҡ булайыҡ! Кешеләр беҙҙең ҡысҡырышҡанды ишетеп, әллә нимә уйламаһын. Мансур Солтанов, ысынлап та, майор, бер нисә тапҡыр Чечняла булды. Уның хәрби наградалары бар, һәм ул наградаларҙы штабта ятып түгел, окопта һуғышып алған. Мин уның хаҡында бик күп беләм.

            Ошо урында Мансур боролоп Айҙарға ҡараны. Нимә тигән була? Бөтәһен дә беләм, тиме? Алға Айҙар сыҡты, бөтәһенә лә ҡарап:

– Әйҙәгеҙ, был йортта туй тамамланды, хужалар ял итһен, өҫтәлдәрҙе йыйыштырһын, ә мин һеҙҙе өйөмә саҡырам.

Мансур:

– Дүртәүләшеп барайыҡмы? – тип мөңгөрләне.

Айҙар бында ла уны урынына ултыртты. Атаҡ, атаҡ, ниңә дүртәүләшеп кенә? Бишәүләшеп барайыҡ! Ә ҡыҙыҡайҙың исеме кем? – тип һораны.

– Альбина! – тип йылмайҙы әсәһе.

Айҙар:

– Ой! Альбина килгән беҙгә! – тип сабыйҙы күтәреп алды.

            Айҙар сабыйҙы күтәреп, тегеләре уға эйәреп “Тойота”ға сығып ултырҙылар. Хужаларға рәхмәт әйтеп хушлашҡандан һуң Айҙарҙың атаһының өйөнә ҡуҙғалдылар.

            “Крузак” килеп туҡтауға, Нурғәле ҡарт ҡапҡа алдында ултыра ине. Былар гөрләшеп килеп төшкәс, баҙап ҡалды:

– Әйҙүк, әйҙүк! Үтегеҙ! – тип саҡырҙы ул ҡунаҡтарҙы. Улар геүләшеп баҡса эсендәге ағастар күләгәһендә ултырған йәйге террасаға үтте.

            “Йәшәй белә былар, – тип йәне көйҙө Мансурҙың тағы ла. – Һыуытҡыс, туалет, душ ҡуйған булған”.

            Айҙар һыуытҡысты асып ебәрҙе һәм Мәрйәмгә өндәште:

– Әсәйем ятып тора, бик һөйләшә лә алмай. Шуға уны мәшәҡәтләп тормайыҡ. Мөмкин булһа, һеҙ өҫтәл ҡора алмаҫһығыҙмы икән?

            Эргәләге һыуытҡыстан  иң тәүҙә ҙур һауыт менән ҡымыҙ сығарҙы.

– Был нимә? Әллә һөтмө? Мин һыуһаным. – тине Валерия, үҙенә иғтибар талап итеп.

– Был – ҡымыҙ, һыуһынды ҡандыра торған эсемлек, бейә һөтөнән эшләйҙәр.

– Оһо! Ҡымыҙ! Ишеткәнем бар, тик эскәнем юҡ. Мөмкинме? Тик тамағым ауыртып тора, килешерме икән? Был бик һалҡын түгелме һуң? Кисә бер аҙ температурам да бар ине.

– Температура бар ине? – Айҙар аптыранды. – Йүткермәйһеңме?

– Ә һеҙ кем? Врачмы? – тип туҙынып китте Валерия.

– Мин врач түгел, – тине Айҙар, – ә пенсиялағы баш врач.

– Ярай, мине дауаларһығыҙ. – Йәш ҡатын ҡымыҙҙы күтәреп эсеп ҡуйҙы.

            Күренеп тора, Мансур быларҙан ҡотолорға теләй:

– Әйҙә, Айҙар, баҡсаңды күрһәтмәйһеңме? – тип һораны.

– Әйҙә һуң, тик бында минең хеҙмәт юҡ. Барыһын да атай тырыштыра.

– Беләм, беләм, Нурғәле ағай колхоз тормошоноң бер легендаһы булып ҡына хәтерҙә ҡаласаҡ инде. Мин бит уның председатель, силсәүит рәйесе, бригадир сағын да хәтерләйем. Халыҡты эшләтә белде. Ошонда алма ағастары күп була торғайны. Август, сентябрь, хәҙер әйтергә мөмкин, алма урларға төшә торғайныҡ. Бер ваҡыт үҙем генә төштөм дә,тоҡҡа тултырып булашам. Ҡараңғы, бер ни күренмәй. Ерҙән, теҙләнеп йөрөп, алма йыям. Шунан эргәмә берәү килеп сыҡты ла, бер күнәк алманы минең тоғома һалды. “Ерҙән генә йыйығыҙ, ағастарҙың ботағын һындырмағыҙ”, ти. Тоғомдо күтәреп сығып ҡасҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Кем ине һуң? – тип көлдө Айҙар.

– Кем булһын, әсәйең. Шундай һәйбәт күңелле апай. Әсәйеңде әйтәм.

– 85 йәш. Хәҙер ятып ҡына тора.

– Ә һин ниңә яңғыҙ? – тип һорамай  булдыра алманы Мансур.

– Шулай килеп сыҡты, беҙ хәҙер ике илгә йәшәйбеҙ. Улым немец ҡыҙына өйләнгәйне, ҡыҙым бер нисә тапҡыр барғайны, бер егет менән танышҡан. Уныһының ата-әсәһе Башҡортостандан, 90-сы йылдарҙан һуң күсенгәндәр. Улдары, Андрей, хәҙер минең кейәүем була инде, ғүмер буйы башҡорттарға һоҡланып йәшәнем. Ихлас, ябай халыҡ, ти. Өйләнештеләр, туй үткәреп ҡайттыҡ. Хәҙер улым да, ҡыҙым да Германияла. Һөҙөмтәлә, ҡатынымды ла юғалттым.

– Нисек юғалттың?

– Бына шулай, ҡатыным да шунда торҙо ла ҡалды. Һирәк-мирәк ҡайтҡылай, мин һирәк-мирәк барғылайым. Бына шундай ғаилә тормошо.

– Мин һиңә ғүмер буйы һоҡланып, юҡ, көнләшеп йәшәнем. Һин – председатель малайы, етеш, бай йәшәнең. Беҙҙең һымаҡ, йәйге каникулдарҙа көтөү көтөп, комбайн саңын йотоп, сөгөлдөр утап йөрөмәнең. Пионер лагерында ял итеп, ҡалаларға сәйәхәт итеп, беҙ күрмәгәнде күреп йәшәнең.

– Туҡта, Мансур. Бөгөн көнө буйы һинең миңә ҡарата ҡылған шуҡлыҡтарыңды, тип әйтәйемме, тыңлап, түҙеп йөрөйөм. Һиҙеп торам, маҡсатың – низағҡа тартыу, мине кәмһетеү.

            Мансур уның ҡаршыһына баҫып, уҫал итеп күҙҙәренә ҡараны:

– Әгәр һуғышһаҡ, мин һине барыбер бөгәрләп тығасаҡмын.

            Айҙар көлөп ебәрҙе:

– Ә һин мине һуғышыр, тип уйлайһыңмы? – тип ихлас көлдө.

            Ҡаршыһына баҫҡан Мансур ҡапыл һулаҡайын күтәрҙе лә, уңы менән еңелсә генә һуғып алды.

            Айҙар тағы көлдө:

– Мансур, ҡуй, килешмәй, һиңә лә, миңә лә. Беҙ ул йәштән үткәнбеҙ. Үпкәң булһа, әйт, бәлки ҡасандыр рәнйеткәнмендер. Шулай булһа, ғәфү ит. Мин диндәмен, намаҙ уҡыйым, хәйер бирәм, Хажға барҙым, ҡорбан салам. Һинең менән, алты йәшлек малай һымаҡ, сәкәләшеп торайыммы?

Мансурҙың ҡапыл хәле бөттө:

– Эх, Айҙар, – тине ул тегенең ҡулбашына еңелсә ҡағылып. – Ни эшләп яратмайым мин һине? Ниңә күрә алмайым?

            Айҙар класташын ҡосаҡлап алды:

– Мин һине шул тиклем хөрмәт итәм, һиңә ҡарата бер дәғүәм дә юҡ.

– Нисек дәғүәң юҡ? – тип ярһыны Мансур. – Ә Мәрйәмде кем һинең эргәңдән һыпырып алып китте? Мин бит.

– Ни хәл итәһең, тимәк, ул һине ярата. Эйе, беҙҙең арала булды, ул һиңә өҫтөнлөк бирҙе. Ишетеп торам, балаларығыҙ өсәү. Әйткәндәй, әгәр Мәрйәм, ҡатыныңды әйтәм, һине хөрмәт итмәһә, ышанмаһа, өс бала табып бирмәҫ ине.

            Мансур хахылдап көлөп ебәрҙе:

– Әһә, көнләшәһең!? Ҡулыңдан килмәне? Ә минең башым да етмәй. Һин ни өсөн йәшәйһең был ерҙә? Һин нимә ҡалдыраһың? Эйе, ул менән ҡыҙ үҫтергәнһең. Уларың Германияла немец балалары үҫтерә. Гутен таг, ауфедерзейн һәм башҡалар! Улар бит башҡорт түгел. Ә минең атайым, һинең олатайың фашистарҙы нисек ҡырған, беләһеңме?

– Беләм, – тине Айҙар тыныс ҡына итеп. – Балаларымдың яҙмышы өсөн мин дә борсолам. Һин минең иң ауыртҡан еремә баҫтың. Ә мин һиңә һоҡланам, Мансур, тик көнләшмәйем. Һин ниндәй бәхетле. Һинең балаларың ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрең һинең менән башҡортса һөйләшә.

            Ошо урында Айҙар түҙмәне, күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Мансур тетрәнде:

– Һиңә нимә булды? – тип ҡосаҡлап алды. – Әйҙә, керәйек, беҙҙе көтәләрҙер.

Мансур ҡапыл туҡтаны ла Айҙарҙы ҡосаҡланы һәм ҡолағына:

– Айҙар, һиңә Валерияны ҡалдырам. Ул – һинеке, – тине.

Айҙар Мансурҙы ҡапыл этеп ебәрҙе:

– Һин нимә, миңә һөйәркәңде һатып китергә уйлайһыңмы? Ниндәй түбәнселек! Мин һинән быны көтмәгәйнем. Хәйер, һин һаман мент булып ҡалғанһың икән. Мент, емтек сүпләүсе мент.

            Мансур өндәшмәне, тешен шығырҙатып ҡына ҡуйҙы.

            Өҫтәл артына кереп ултырҙылар. Мәрйәм менән Валерия матур ғына табын ҡорғайны. Айҙар ҡунаҡтарға һораулы ҡарашын ташланы.

 Мәрйәмгә мөрәжәғәт итте:

– Яҡын-тирәлә бер аҙ кеше дауалай белгән медсестрамы, табипмы юҡмы икән? – тип һораны.

            Мәрйәм:

– Ә кемгә кәрәк ине? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе.

– Әсәйем ята бит, дауаханаға алып барғы килмәй, унда карантин икән.

            Мәрйәм тынды, тәүҙә оҙаҡ итеп Мансурға ҡарап торҙо һәм Айҙарға боролоп:

– Әгәр риза булһағыҙ, мин барыр инем, – тине.

– Һин барыр инең? Бына ҡыҙыҡ! – Мансур ауыҙын ҡыйшайтты.

– Эйе, мин барыр инем.

– Улайһа, хаҡын һөйләшәйек, – тине Айҙар, ул мәсьәләнең шунда уҡ хәл ителерен көтмәгәйне.

– Ниндәй хаҡ һөйләйһең, Айҙар? – тине Мәрйәм. – Мин һеҙгә хәҙер бер серҙе асам. Айҙар, һин минең ғүмерлек хыялымды тормошҡа ашыраһың. Мин мәктәптә уҡығанда уҡ һеҙҙең ҙур, бейек өйөгөҙгә таң ҡалып ҡарап үтә торғайным. Уның тәҙрәләрен йыуырға, таҡта-диуарҙарын буярға, сәскәләр үҫтерергә хыяллана торғайным...

            Ул һөйләп бөтә алманы, Мансур һикереп тороп, сығып китте.

  Былар аптырашып ултырып ҡалды һәм ни әйтергә лә белмәне.

– Мансурға нимә булды ул? – тип ғәжәпләнеп Айҙарға ҡараны Мәрйәм.

– Белмәйем. Мансур хәҙер бик үҙгәргән. Элекке олпат һәм етди Мансур түгел.

- Миңә ваҡланған һымаҡ та тойолдо, – тип һөйләнде Айҙар. – Хәйер, йәш тә бара бит. Ҡартайғас, бөтәбеҙ ҙә шулай булабыҙҙыр инде. Ярай, Мәрйәм, мин һинең менән, замансараҡ әйтһәк, килешеү шарттарын ҡарарға һәм өйрәнергә әҙермен. Ә, шулай ҙа, һиңә рәхмәт, Мәрйәм! Ә мин, кеше табып булмаҫ инде, тип борсолғайным. Бер тапҡыр ауыҙландым, шунда уҡ кешеһе лә табылды. Мин һиңә ҡуш ҡуллап риза, тик Мансур нисек ҡарар икән?

– Мансур бер нисек тә ҡарамаясаҡ. Уның минең эштәремә мөнәсәбәте юҡ, тип әйтерлек. Ул хәҙер бына Валерияны, Альбинаны ҡараясаҡ. Шулай бит, Валерия?

            Тегеһе аптыранып ултыра. Мансур ҡайҙалыр сығып юғалды. Етмәһә, былары нимәлер талап итәләр. Шулай ҙа йәш ҡатын: “Да, да”, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы. Шул ваҡыт ишекте шаҡылдата ябып, Мансур кире килеп инде:

– Мәрйәм, һиңә тағы аҡса етмәйме? Аҡса кәрәкме? Пенсияң аҙмы?

– Мансур, көтөп тор, ҡабаланма. Аҡса хаҡында һуңыраҡ һөйләшербеҙ, – тип уны тынысландырырға тырышты Айҙар.

– Эх, һин! Һаман аҡсаға һатылаһың! – тип ҡыҙҙы Мансур.

– Юҡ, аҡсаһын бөгөн үк һөйләшеп ҡуябыҙ! – тине Мәрйәм. – Һуңынан икеле-микеле һөйләшеүҙәр булмаһын. Мансур, һәр ваҡыттағыса, хаҡлы. Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Эйе, етмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Шуға мин һеҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуям һәм был хаҡта башҡа һөйләшеү булмаясаҡ. Айҙар, шуны бел, күреп торабыҙ, һинең аҡсаң барҙыр, ләкин бөтәһе лә аҡса менән иҫәпләнмәй һәм һумдарға һатылмай. Мин шуны әйтәм, был эшкә ҙур кинәнес тойғоһо менән тотонам һәм эште бушҡа башҡарыуым хаҡында иғлан итәм. Миңә аҡса кәрәкмәй.

Ошо урында Мансур иҙәнгә ныҡ итеп тибеп ҡуйҙы:

– Белдем, белдем, шулай тип әйтер, тинем дә.

            Мәрйәм яңғыратып көлөп ебәрҙе:

– Ниһайәт, Мансур, утыҙ йылдан артыҡ йәшәгән ирем, мине аңлай башланы. Мансур, аҡса беҙгә нимәгә? Һин Себерҙә эшләйһең, эш хаҡың арыуҙыр, тим. Ай-һай, аҡсаһы булмаһа, алтмыш йәшендә кем ҡыҙ үҫтереп, йәш ҡатын яратырға йөрьәт итер икән? Ә һин – молодец! Ә инде беҙҙең балаларға килгәндә, улар ҡараулы, эштәре бара, һорағандары юҡ, аҡсалары барҙыр. Ә инде Айҙарҙың тәҡдименә килгәндә, уның әсәһен, Сәғирә апайҙы, минең яратҡан уҡытыусымды ҡарау минең өсөн – ҙур бәхет. Эйе, белмәйем. Һеҙ мине аңламаҫһығыҙ, тип ҡурҡам. Һеҙҙең өйөгөҙ төҙөлгәндә беҙ мәктәптә унынсы класта уҡый инек. Көн һайын эргәһенән үтеп барғанда, мин бүрәнәләрҙе һанайым. Кисә өсәү ине, бөгөн бишәүгә күтәрҙеләр, иртәгәһен тағы дүртәүҙе өҫтәнеләр. Ошо ун ике нөргә бүрәнә әле лә минең күҙ алдымда, – тип Мәрйәм илап ебәрҙе.

            Валерия бер ни аңламай, ләкин Мәрйәмде, ҡулдарынан тотоп, эргәһенә ултыртты:

– Борсолмағыҙ! Бер үк борсолмағыҙ. Тынысланығыҙ, – тине.

– Да, – тине һуҙып ҡына Мансур. – Беләһеңме, хатта мин илап ебәрә яҙҙым. Тимәк, беҙҙең бергә йәшәгән йылдарыбыҙ, ярай, уныһы суҡынып китһен, минең барлыҡ ғүмерем юҡҡа сыға буламы инде?

– Мансур, Мәрйәм ундай бер һүҙ ҙә әйтмәне, ярһыма, – тип уның тынысландырырға тырышты Айҙар. – Әгәр ул әсәйемде ҡарарға теләй икән, мин ҡуш ҡуллап риза буласаҡмын. Ә эш хаҡына килгәндә, мин түләйем. Аламы, юҡмы, уныһы Мәрйәмдең эше. Шулай булғас, Мансур, был юлы мин һинең ыңғайыңа һыпырмаҫҡа булдым. Бөгөн мин һинән байтаҡ һүҙҙәр ишеттем. Мин уларҙы шаяртыуға борам, һис үпкәм дә юҡ, – тине Айҙар етди итеп.

– Бәлки һин мине лә ялларға итәһеңдер? Мәҫәлән, урам һепереүсе, дворник, сәскә үҫтереүсе, мунса яғыусы, йәки мейесегеҙҙән көл сығарыусы сифатында? Ә? – Мансур, еңдәрен һыҙғанып, яңынан Айҙарға ҡаныҡты.

– Юҡ, мин һине ата-әсәмдең йортонда дворник та, баҡса үҫтереүсе лә, хатта көл сығарыусы сифатында ла күрмәйем.

– Бәлки аҡса күп һорар, тип ҡурҡаһыңдыр? Эйе, мин ҡиммәт торам. Мин дешевка түгел, – тип уның һайын аҙарынды Мансур.

– Тап шуның өсөн дә мин һиңә, Мансур дуҫ, бер лайыҡлы эш тә таба алмайым. Үҙ йүнеңде үҙең күр.

– Һиңә бит әле, бына, Альбинаны үҫтерергә кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Мәрйәм. – Шулай бит, Валерия?

            Тегеһе күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап ултыра һәм нимә хаҡында һүҙ барыуын һаман да аңламай.

– Сабыйҙы ҡарау-ҡарамау һеҙҙең эш түгел! Валерия һеҙгә түгел, миңә килгән. Хәҙер мин уларҙы Өфөгә илтеп ҡуям һәм оҙатып ебәрәм.

– Юҡ, Альбинаны һин ҡараясаҡһың! – тип өҙә һуҡты Валерия, нимә хаҡында һүҙ барғанын төшөнгәс. – Ул – һинең балаң һәм уны һиңә ҡарарға. Ниндәй ваҡ кеше һин, Мансур? Ә Төмәндә саҡта ниндәй һүҙҙәр һөйләне! Ғәфү итегеҙ, тулҡынланып  киттем, сығып  килмәйенсә, булмаҫ.

            Тауыш-тынһыҙ байтаҡ ултырҙылар. Мансур Айҙарға тағы ла бәйләнеп ҡараны ла, класташы тағы шаяртыуға борғас, тынды. Шунан һуң яңынан ҡатынын кәзекләй башлағайны, уныһы, һаман арыманыңмы ни, тигән ҡиәфәт менән урынынан торҙо һәм өҫтәлде йыйыштыра башланы.

– Айҙар, ә миңә ҡасан эшкә тотонорға мөмкин? – тип һораны ул.

– Һин ысынлап әйттең  булдымы ул? – тип ышанманы Айҙар. – Риза булыуыңды аңлайым. Мин ҡаршы түгелмен. Һинең эшләүең беҙҙең өсөн бер мәртәбә. Һине күптән беләбеҙ, үҙебеҙҙең кеше, әсәйем дә, атайым да үҙеңде хөрмәт итә. Ә түләү мәсьәләһенә килгәндә, мин бушҡа эшләүеңә ҡаршымын. Мин һин һораған эш хаҡын түләргә ризамын. Мәҫәлән, утыҙ-ҡырҡ мең. Ҡалала ла шул уҡ хаҡтар: мең – мең ике йөҙ. Аныҡ заманда йәшәйбеҙ, аҡса өҫтөнлөк итә. Мин мәсьәләгә ысынбарлыҡтан сығып ҡарайым һәм һиңә лайыҡ эш хаҡы түләргә теләйем, – тине Айҙар.

– Күберәк һора! Күберәк һора! Аҡсаһы күп! Ана, ниндәй машина менән ҡайтҡан! – тип мөңгөрләне Мансур. – Иҫерек булһа ла, нимә хаҡында һүҙ барғанын сырамыта икән. – 50-60 мең һора. 50-60 мең.

– Һин бигерәк, Мансур. Көн һайын – икешәр мең! Сама белергә кәрәк! Ярай, һеҙҙеңсә булһын! Бик өгөтләгәс, үҙемдең хаҡымды әйтәм. Миңә 10 мең һум түләйһегеҙ.

            Мансурҙың күҙҙәре айныған һымаҡ булды. 

-10 мең һум? 10 мең! Һин шулай дешевкамы? Абау! Белмәгәйнем! Өй йыйыштырған, иҙән йыуған, көршәк таҙартҡан өсөн – ун мең һум? Был аҡсаны мин ошонда, өйҙән дә сыҡмайынса, хатта түшәктән тормайынса, эшләй алам. Ун меңгә мин иртән ҡулымды йыуам, ләкин битемде йыуып тормайым. Нимә һин, алйот бисә, барлыҡ хеҙмәтеңде, үҙеңде ун мең һумға баһалайһың?

– Ярай, ун мең икән, ун мең! – тип ризалашты Айҙар. – Ниңә улай кәмһетәһең Мәрйәмде? Ун мең һум да аҡса ул. Өйҙә йәшәү, туҡланыу – буш, тип өҫтәрбеҙ килешеүгә.

– Ә һин беләһеңме, уның күпме ашағанын? Иртән ике ҡалаҡ эремсек менән бер һыныҡ икмәк һәм шәшке өҫтө сәй! Ха-ха-ха-ха! Фигураһын һаҡлай! 60-ты үткәс, ул фигураны кемгә һаҡлай икән, белһәң ине. Айҙар, ҡотлайым! Минең ҡатын һиңә бик арзанға төшәсәк. Рәхмәт әйтәсәкһең.

            Шул ваҡыт Альбинаның мышҡылдап илай башлағаны ишетелде. Мәрйәм иркә һүҙҙәр әйтеп, сабыйҙың йүргәген алыштырҙы. Бәпес тымырға уйламай, нығыраҡ илай башланы. Күрәһең, асыҡҡандыр, ашарға таптыра. Мәрйәм сабыйҙы тынысландырырға тырышып ҡарай, ләкин бәпес ярһый ғына.

– Мансур, бар әле, әсәһен алып кер, Валерияны тап!

– Һаңғырау түгел бит, ишетәлер, керер.

Шул ваҡыт ишектә Нурғәле ҡарт күренде. Ҡулында ниндәйҙер ҡағыҙҙар һалынған пакет.

– Мансур улым, бына һиңә бирергә ҡуштылар, – тине ул.

– Кем ҡушты? Ҡайҙа ул? Ниндәй пакет? – тине Мансур, айнығандай булды.

– Кем тип, бая һинең менән килгән һары сәсле мәрйә. Ишек алдына тәмәке көйрәтергә сыҡты ла, ҡайҙалыр шылтыратты, ике-өс минут та үтмәнене, бер машина килеп сыҡты. Мәрйәңде әйтәм, ултырҙы ла, китте лә барҙы.

– Нисек китеп барҙы? Ни эшләп ебәрҙең, бабай?

– Аһ, аһ! Мин уны нисек туҡтатайым? Һинең менән килгән, һин туҡтат!

– Был нимә була инде? – тип аптыранды Мансур.

– Эх, һин, запастағы майор, – тип йыуатты уны Мәрйәм. – Һаман да аңламайһың. Һиңә ҡыҙыңды ҡалдырып киттеләр. Дөрөҫөрәге, ҡастылар. Әһә, ғариза ла яҙған. Мә, үҫкәс, ҡыҙың һораһа, мин ҡайҙан килеп сыҡтым, тип, ошоларҙы күрһәтерһең, һин ошонан килеп сыҡтың, тип.

– Ә бәпесте, бәпесте кем ҡарар икән? – Мансур тамам айнығандай булды.

– Кем ҡараһын? Һинең ауылда минән башҡа кешең бармы? Кемгә кәрәк һинең бәпесең? Мин ҡарайым. Минән башҡа, кем булһын? Хәҙер, хәҙер ашатабыҙ! Уй, анда бәпесе! Хәҙер ашатабыҙ! Ә ниңә хаҡын һөйләшмәйбеҙ? Ун меңгә риза булмай, дешевка, тип мине әрләй инең. Мин дешевка түгел, һин дә дешевка түгел. Шулай булғас, һин миңә ун мең түгел, утыҙ  мең түләйәсәкһең! Ул хәтле аҡсаны ҡайҙан алайым, тиһеңме? Һин Себерҙә эшләйһең, вахтаға йөрөйһөң. Сабый өсөн утыҙ мең күп тиһеңме? Эйе, күптер. Шуға һинең минең ирем булыуыңды иҫәпкә алып, хаҡты бесәм. Әйҙә, 30 мең түгел, 25 мең булһын. Килештекме?

– Ярай, – тине күндәм генә Мансур. – Ваҡыт күрһәтер, кем кемгә түләр икән.

– Шулай шул, – тип уны йөпләне Айҙар. – Кәрәк булһа, мин үҙем ярҙам итермен. Себер яғында ла хәҙер аҡсаны һанамайынса түләмәйҙәр.

– Йә инде, ысынлап та, ҡасты буламы инде, был Лерочка исемле ҡыҙыҡай? – тип һаман шаңҡып йөрөй Мансур һәм кемгә бәйләнергә белмәй. Шунан иғтибарын Нурғәле ҡартҡа йүнәлтте. – Эх, бабай, машинаһының номерын яҙып ҡалһаң, ни булған?

Бабай кеткелдәп көлөп ебәрҙе:

– Эх, улым, улым, һин мине үҙең менән сағыштырма, мин милицияла эшләмәнем, шуға уның номеры миңә нимәгә кәрәк? Һиңә кәрәк икән, һин яҙып ал. Ә бына номерына мин барыбер күҙ һалдым, сөнки блатной ине. Ноль ун, йәғни, йомро бер йомро. Төшөндөрә белдемме?

Мансур шунда уҡ телефонына йәбеште, кемгәлер күрһәтмә биргәне ишетелде, тегеһе тупаҫ итеп баш тартты, быныһы туҙынып, һүгенә башланы, янаны, эштән ҡыуыу менән ҡурҡытты.

– Ну, был йәштәр. – тип уфтанды ул. – Өлкәндәргә бер почет та юҡ. Ярай, фамилияһын яҙып алдым, күрһәтермен әле мин уға!

Нурғәле ҡарт Мәрйәмдең әбейен ҡарарға ризалашыуын ишеткәс, бик ҡыуанды. Шунан һуң күмәкләшеп Айҙарҙың әсәһе янына үттеләр, ул баҡсалағы бейек, ҡуйы муйыл ағасының күләгәһендә йомшаҡ ҡәнәфиҙә ял итеп ултыра ине. Сәғирә әбей күптән телдән ҡалған, һөйләшмәй, үҙенә нимә кәрәк икәнен аңлатырға тырыша, асыҡ йөҙлө, ихлас ҡарашы үҙ аҡылында икәнлеген күрһәтә. Мәрйәм менән Мансурҙы таный икән, икеһен дә үрелеп арҡаларынан яратты. Танымай һуң, үҙенең уҡыусылары булды бит. Ә инде Айҙар күтәреп алған, тамағын туйҙырғандан һуң йоҡлап киткән сабый ҡарсыҡты таман ғәжәпкә ҡалдырҙы. Төрлөсә аңлатып та, күрһәтеп тә ҡаранылар, барыбер төшөндөрә алманылар. Нимә әйтһендәр, бына Мансур, Төмәндә уның йәш ҡатыны ҡалған, шул ҡатын атаһын юллап килгән дә, сабыйын ҡалдырып, ҡасып  китте, тип әйтһендәрме? Һуң, барыбер аңламаясаҡ. Сәғирә әбей һаман тынысланманы, ҡулдарын һоноп, сабыйҙы үҙенә алды һәм күкрәгенә ҡыҫты. Шатлығы йөҙөнә сыҡты, ҡараштары асылды һәм көс-хәл менән йөрөгән, йылға яҡын һөйләшмәгән әбей:

– Ҡайһылай матур сабый, собханаллаһ, машаллаһ! – тине.

Барыһы ла таң ҡалды, эргәһендә күҙ яҙлыҡтырмай йөрөгән Нурғәле ҡарт:

– Аһ, Сәғирә, телең асылды түгелме һуң? – тине. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан ҡарсыҡ һәр береһенә ҡарап сыҡты һәм:

– Күңелем ошо сабыйҙы көтә ине, – тине.

Айҙар әсәһенә яҡыныраҡ килеп:

– Әсәй, бына һиңә еңелерәк булһын өсөн хәҙер эргәңдә һәр ваҡыт Мәрйәм буласаҡ, ул һине үҙ әсәһе һымаҡ ҡарарға һәм тәрбиәләргә һүҙ бирә.

– Рәхмәт, балам, – тине әсәһе. – Ә сабый минең менән буламы?

– Эйе, әсәй, эйе, – тине улы, – Альбина һәр ваҡыт беҙҙең менән йәшәйәсәк.

– Уның исеме Альбинамы? – тип ныҡышты һаман ҡарсыҡ. – Ул беҙҙең менән йәшәһен.

– Сәғирә апай арыны, ахыры, – тине Мәрйәм, әбейҙең ҡулынан сабыйҙы алды. – Мин эш башларға әҙер, һеҙ миңә аңлатығыҙ, бурыстарым нимәнән торасаҡ һәм миңә ниндәй эштәр йөкмәтеләсәк.

Шул ваҡыт Сәғирә инәй Мәрйәмгә ҡулдарын һуҙып, үҙенә саҡырҙы һәм ҡолағына ғына асыҡ итеп:

– Ҡыҙым, һин иң тәүҙә мине мунса индерһәңсе, – тине.

Мәрйәм шул минутта етәкселек итеүҙе үҙ ҡулдарына алды һәм Мансурға:

– Мунса һинең өҫтә, ҡыҙыу яҡма, һыу йылынырлыҡ булһа, еткән, Сәғирә инәйҙең ҡан баҫымы юғары булыуы ихтимал, – тип күрһәтмә бирҙе.

Үҙе өй эсенә инеп, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, өй ҙур, бүлмәләр күп, йыйыштырырға ла байтаҡ икән.

Мансур менән Айҙар мунсаны яғып ебәреүгә, полициянан Мансурға шылтыраттылар. 010 номерлы “Жигули”ҙың район үҙәгенән үтеп киткәнен күргәндәр, ләкин туҡтатып өлгөрмәгәндәр, автомобиль һыуға төшкән һымаҡ юҡ булған.

Быны ишеткән Мансур һөйләнә-һөйләнә машинаһына ултырып район үҙәгенә ҡуҙғалды. “Эскәнһең, һиңә ултырырға ярамай,” – тип тыйып ҡараған Нурғәле ағайҙы ла тыңлап торманы...

Оҙаҡламай мунса ла әҙер булды.

– Ҡайһылай йәтеш тура килде, әсәйеңде әйтәм, күптән мунса һорай ине, мин күтәрә алмам, ләүкәгә үҙең индереп ултырт инде, – тине ҡарт. – Аҙаҡ бынау сабыйҙы ла йыуындырырбыҙ.

Мәрйәм Сәғирә инәйҙе үҙе йыуындырҙы, сабый һымаҡ ҡына күтәреп, һуңынан өйгә үҙе алып инде, йомшаҡ ултырғысҡа ултыртты. Инәй бик ҡәнәғәт ине, йөҙө асылып ҡалғандай булды һәм ым менән генә шкафҡа күрһәтте.

– Аңлашылды, әсәйең намаҙлығын һорай, намаҙ уҡырға итә, – тине Нурғәле ағай. – Ярҙам ит, улым, минең ҡулымдан килмәҫ инде.

Сәғирә инәй менән Мәрйәм йәнәш тороп намаҙ уҡынылар һәм бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Айҙар ҙа икенсе бүлмәгә сығып, еренә еткереп, намаҙын уҡып ҡуйҙы.

Һуңынан бергәләп ултырып сәй эстеләр, Альбинаға ла һөт табылды. Йорт хужаһы Мәрйәмгә һәм бәпескә иң ҙур, яҡты бүлмәләрҙең береһен күрһәтте.

Ауылды, үҙегеҙ беләһегеҙ, бөтәһе лә ус төбөндәге һымаҡ күренеп тора, бер нимә лә йәшереп булмай, хәйер, был осраҡта быныһы кәрәк тә түгел. Мәрйәмде Айҙарҙың әсәһен ҡарау өсөн эшкә алыуҙары хаҡында хәбәр таралып та өлгөрмәне, район үҙәгенән фажиғәле яңылыҡ килеп етте.

Мансур балаһын ташлап ҡасҡан Валерияны эҙләп төрлө юлдарҙы ҡыҙыра башлаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә иғтибар итеп тормаған, етмәһә, әле булһа айнып та бөтмәгән, ҡыҫҡаһы гаишниктарҙың күҙенә  салынған, ләкин уларҙың туҡтатыу тураһындағы бойороғон запастағы майор, Чечня  ветераны һанға һуға буламы инде?

Оло юлда уҙыш бара!  “Хундай” менан ватан автопромы вәкиле, “Жигули”, бер-береһенә һыр бирмәҫкә тырыша. Мансур һүгенә, кисәге коллегаларына йоҙроҡ күрһәтә, үҙе юлды барлай һәм 010 номерлы автомобилде күреп ҡалырға тырыша. Ләкин, хәҙер ғалимдар билдәләүенсә, утлы нөктәлә бер генә тапҡыр, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла булыу, бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй һәм яугирҙы ғүмеренең аҙағына тиклем оҙатып йөрөй.

Үкенесле хәл, был юлы ла тап шулай булды. “Хундай”, ҡоторған эт һымаҡ, ҡаршы яҡтан ҙур фураны үтеп китәм тип килеп сығыуға, ҡаршы килгән “Камаз”дың артынан тағы бер “камикадзе”ның күренеүен һиҙмәй ҡалды. Бәрелешеү ҡот осҡос булды...

Мансурҙы оҙаҡ тотманылар, ерләү йолалары ике-өс көн ваҡытты алды. Ҡайғылы мәшәҡәттәрҙең күп өлөшөн Айҙарға күтәрергә тура килде. Ауылдаштар, яҡташтар, хеҙмәттәштәре  уның ярҙамынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Хатта ауыл тарихында беренсе тапҡыр зыяратҡа барғанда ҡаланан саҡырылған оркестрҙың матәм көйҙәрен үҙәккә үткәреп уйнауын, бишме, алтымы һалдаттың табутты төшөргәндә “калаш”тарҙан залп биреп тороуын яҡташтары Айҙарҙың тырышлығы, тип тапты һәм һәр береһе рәхмәттәр уҡыны. Мәрхүм “мент” булһа ла, тәртип урынлаштырам, тип пистолет болғап йөрөмәһә лә, иҫән сағында үҙен хөрмәт иттеләр.  Барлыҡ эштәрҙе башҡарған, хатта байтаҡ финанс сығымдары һалған Айҙарҙы барыһы ла мәрхәмәтлек күрһәтеүсе тип түгел, етәксе итеп ҡабул итте, ҡайғынан ҡарайған Мәрйәм дә аҙаҡ үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Хәйер-саҙаҡаға аҡсаһы табылһа ла, башҡа сығымдарҙы Айҙар рөхсәт итмәне.

Өсөн, етеһен уҡытып, арлы-бирле ҡайғынан арынғас, инде нимә булғанына төшөнгәс, Мәрйәм кис ҡырын Нурғәле ағайҙың өйөнә килде. Сабыйҙы, Альбинаны, балалар арбаһына һалып алған, уныһы, тамағы туҡ булғас, мышҡылдағаны ишетелмәй. Мәрйәм ваҡытын да махсус һайланы. Йөрөп киләм, тип сыҡты ла, ап-аҡ машина ишек алдында күренмәгән саҡта ишек шаҡыуҙы кәрәк, тип тапты. Бер килке Мансурҙы яҡшы яҡтан иҫкә алып, һөйләшеп ултырҙылар, Нурғәле ағай бер ваҡиғаны ла һөйләне. 90-се йылдарҙа теге “сатан” Нурый менән “ҡош тотар” Аҫылбай һарыҡ фермаһынан ике тоҡ яңы ғына ҡырҡылған йөн урлағандар һәм һатып алыусы эҙләй башлағандар. Ике тоҡ үҙе – утыҙ кило, тигән һүҙ, йәғни, ун һарыҡтың йөнө. Нурғәленең шылтыратыуы булған, Мансур килеп еткән, урамды бер генә үткән дә, туп-тура “сатан”дың өйөнә барып кергән. Керһә, тегеһе йөндө бесән араһына күмеп булаша, етмәһә, көтөп тор, хәҙер сығам, тип ҡысҡыра икән. Мансурҙың гөпөлдәтеп бер атыуы булған, теге, тоғон ҡосаҡлап, килеп тә төшкән һәм илап ебәргән. Ярай, Мансур яҡлап ҡалған, эште ҙурға ебәрмәгән. Юғиһә, ултыртырҙар ине тегеләрҙе.

Мәрйәм ипләп кенә үҙенең Айҙар менән булған һөйләшеүен, эшкә ялланыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

– Беләм, беләм, беҙ һине көтәбеҙ, – тине Нурғәле ҡарт. – Сәғирә апайың да көтә. Әгәр ундай теләгең бар икән, беҙ ҡаршы түгел. Төрлө кешене барлап ҡарағайныҡ, һинән дә ҡулайын тапманыҡ. Хәҙер үҙе ҡайтырға тейеш. Һөйләшеүҙе яңыртып, килешеүҙе төҙөп ҡуяйыҡ.

            Килешеү тураһында ишеткәсме икән, Мәрйәм уңайһыҙланғандай булды:

– Мин рәсмиләштереү яғында түгел. Кеше әллә нәмә уйлар. Мин, мәҫәлән, аҡса түләмәһәгеҙ ҙә, эшләр инем.

– Нисек аҡса түләмәһә лә? Бушҡа эшләү хәҙер юҡ ул, килен. Как хоти, мин риза булһам да, Айҙар риза булмаясаҡ. Ана, ҡайтып килә.

            Ул арала булмай, ҡапҡанан “Тойота” ла килеп инде. Хәл-әхүәл белештеләр, киләсәккә маҡсаттар ҡорған булдылар.

– Һөйләшеү үҙ көсөндә ҡала, – тине Айҙар Мәрйәмдең күҙҙәренә тура ҡарап. – Үҙең беләһең, хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе, һин хәҙер бер үҙең түгел, һеҙгә төп яҡтан атайым менән бер бүлмә ҡараныҡ. Сабыйға ла урын бар. Шунан һуң, үҙең беләһең, минең эшҡыуарлыҡ байтаҡ ҡына бол бирә, һин һораған эш хаҡын мин әҙ тип табам. Баланы ла ҡушып иҫәпләп, мин һиңә 30-35 мең тәҡдим итәм.

– Мин – риза, – тине Мәрйәм. – Рәхмәт, Айҙар! Һинән был изгелекте һис көтмәгәйнем. Балаға ла түләрһең, тип уйламағайным да.

– Бәлки уны, Альбинаны әйтәм, һиңә опекаға алырға кәрәктер? Мәғариф идаралығы менән һөйләшеп ҡарайыҡмы? Һәр хәлдә, Мансурҙың ҡыҙы, тип иҫбатларға нигеҙ бар бит.

– Әлегә был хаҡта уйламайым, – тине Мәрйәм. Тәүҙә юристар менән кәңәшләшәйек, улар үҙ һүҙен әйтһен. Ә сабый тыныс, ул-был  сире тойолмай.

– Ә Валериянан бер хәбәр ҙә булманымы? – тип һораны Айҙар.

– Шылтыратып әйткәндәр, һәр хәлдә, Мансурҙың һәләк булыуы хаҡында ул белә. Полиция идаралығынан хәбәр иткәс, Мансурҙың үлемен әйткәндән һуң, Альбина хаҡында һорағас, трубканы ташлаған. Мин унан бер изгелек тә көтмәйем.

– Ярай, бер сабыйҙы ғына ҡарарбыҙ әле, ярҙам итербеҙ, – тине Айҙар ҡәтғи итеп. – Балалар йортона тапшырыу хаҡында һүҙ юҡ. Мин уны беҙгә Мансурҙың үтенесе сифатында ҡабул итәм. Әйҙә, әсәйем янына керәйек. Ул һине күптән көтә бит.

            Улар Сәғирә инәйҙең бүлмәһенә кергәндә, әбей көйләп-көйләп Ҡөрьән уҡып ултыра ине. Ишек тауышы ишетелеү менән, инеүселәргә күтәрелеп ҡараны һәм ҡыуанып сәпәкәй итеп ебәрҙе:

– Ә мин, Мәрйәм ниңә килмәй, тип аптырайым, – тине ул ап-асыҡ итеп.

            Мәрйәм Айҙар менән Нурғәле ҡартҡа ҡараны һәм ҡарсыҡҡа Мансурҙың фажиғәһе хаҡында әйтеп, борсоп тормауҙарына төшөндө һәм дөрөҫ эшләгәндәр, тип тапты.

– Бына, килдем. Бөгөн – йома, Сәғирә инәй, эште бергәләп башлап ебәрәбеҙ. Һеҙ – хәҙер минең хужабикәм. Нимә ҡушһағыҙ ҙа, үтәргә әҙермен.

– Улай булғас, мин һинең һурпалы ашыңды һағындым, бик эҫе булмаған мунсала йыуынғым килә, мин бөгөн дә намаҙ уҡырға теләйем. Ошоларҙы һин үтәй алаһыңмы? – тине ҡарсыҡ шаян йылмайып.

– Әлбиттә! Мин ғүмер буйы хыялланған маҡсатыма ирештем. Һеҙҙең менән бергә булыу – минең өсөн бәхет. Хәҙер үк эшкә тотонам – аш һалам, мунса яғам, өйҙө йыйыштырам. Ә сабыйҙы бүлмәһенә керетеп торайым.

            Мәрйәм йорт эштәренә кинәнес менән, хатта ҡомарланып тотонғандай булды. Бында хәҙер кем хужа икәнлен күрһендәр, тинеме икән, бер арала урамға ҡараған ҙур тәҙрәләрҙе эстән-тыштан йыуып сығарғайны, ихатаға нур инеп, ҡояш сыҡҡанда яҡтылып сәсеп торҙо. Әле һуң түгел, тип сәскәләр ултырта һалды. Байтаҡтан бирле ҡаралмаған ҡарағат ағастарын тәрбиәләп сыҡты.

            Был күҙгә күренеп торған үҙгәрештәргә ауыл халҡы нисек ҡараны икән? Аптыраманылар. “Санта Барбара” һымаҡ сериалдарҙы яттан белгән халыҡ был яңылыҡтарҙы күндәм ҡабул итте. Хатта, шулай булырға тейеш, тип тә уйланы. Бер ауылда ла ят кеше юҡ, һәр береһенең биографияһын хатта кешенең үҙенән дә яҡшыраҡ беләләр. Иң ҡыҙығы шул, халыҡ хәтере һайланыусан. Улар изгелекте бер йылдан, яҡшылыҡты икенсе көнөнә үк онотһа, һинең тиҫкәре ҡылыҡтарыңды бер ваҡытта ла хәтеренән сығармай. Хәйер, бында әллә ни яңылыҡ юҡ. Айҙар – ошо ауылдыҡы, ата-әсәһе ғүмер буйы ошонда эшләне. Ә Мансурҙың ҡатыны иһә, Мәрйәм, бик аҙҙарҙы ҡыҙыҡһындыра. Ярай, ҡасандыр Айҙар менән дуҫлашып йөрөгән дә, ул миңә барыбер өйләнмәй, председатель малайы минең һымаҡ ябай колхозсы балаһына ни эшләп күҙ һалһын, ә бына Мансур, яңы эш башлап йөрөүсе милиционер, ҡарағыҙ, формаһы ҡайһылай килешә, бөгөн булмаһа, иртәгә Мәрйәм өсөн йәнен бирергә әҙер.

            Хәҙер барыһы ла үҙ урынына ҡайтты, утыҙ-ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәс. Көн һайын таң менән балалар арбаһы этеп, Нурғәле ҡарттың урыҫ ҡапҡаһы эсенә инеп киткән Мәрйәм ауылдаштарын башҡа ҡыҙыҡһындырманы.

***

Шулай итеп, ике-өс ай ваҡыт үтеп тә китте. Айҙар үҙенең эше менән мәшғүл, күңеле тыныс, әсәһе ҡараулы, атаһының тамағы туҡ. Айҙар менән Мәрйәм көн һайын арлы-бирле генә һөйләшәләр. Күберәк һүҙ магазиндан нимә алып ҡайтыуға, Мәрйәмгә нимә бешереүгә ҡайтып ҡала. Айҙар – аныҡ кеше, Мәрйәмдән бер нисә төрлө  аш бешертеп ҡарағандан һуң  уның бешергәндәре йомшаҡ һәм тәмле, тип тапты.

Бер көндө Мәрйәм Айҙарҙы баҡсаға алып керҙе һәм ике алмағас араһын күрһәтте:

– Ошонда ҙур ғына бассейн төҙөргә кәрәк. Сәғирә инәйгә тәүҙә йөҙөргә, аҙаҡ күнекмәләр яһарға һәм көн һайын иртәле-кисле массаж яһарға кәрәк булыр. Шунда Айҙар Мәрйәмдең әсәһен аяҡҡа баҫтырыуға ныҡлап тотоноуына төшөндө. Ике-өс көн дә үтмәне, бассейн барлыҡҡа килде, эргәһендә тирмәне хәтерләткән палатка ултыра ине. Эсендә бөтә шарттар ҙа бар. Ошонда хатта йәшәргә, ашарға әҙерләргә мөмкин. Сәғирә әбей тәүҙә бик уңайһыҙланды, тирә-яҡты байҡаны, күрмәйҙәрме, йәнәһе, оят булмаҫмы. Аҙаҡ өйрәнеп ките, хатта, һыуҙан сығарып булмай башланы. Һыуыҡ көндәрҙә бассейндағы һыуҙы электр менән йылытыуға күстеләр.

            Айҙарҙың был яңылығын ауыл халҡы күҙәтеп тора икән. Ҡайһы бер йорттарҙа төрлө ҙурлыҡтағы бассейндар күренә башланы. Ә инде тағы бер аҙҙан Айҙарҙың, текә булмаһа ла, етди эшҡыуар икәнлеге тамам мәғлүм булды. Бер көн кис кешеләрҙе аптыратып, ҡаҙҙарҙы ҡаңғылдатып, һыйырҙарҙы өркөтөп, һауала вертолет пәйҙә булды һәм мал-тыуарҙы өркөтөп йөрөйҙәр, тип халыҡ асыуланып өлгөргәнсе, үҙҙәренең өйөнән алыҫ та түгел бер асыҡ урынға килеп ҡунды. “Робинсон”дың хужаһы, Айҙар була инде, осҡосон бикләп тә тормай, йәйәүләп, өйөнә ҡайтып етте.

– Һуң, Айҙар туған, берталетыңды бикләп тә торманың, түгелме һуң? – тип аптыранды Ғәлимйән.

– Ә ниңә бикләргә?

– Бер-бер нәмәһен урлап ҡуйһалар, осоп китһәләр, емерелеп, ҡолаһалар, был хаҡта телевизорҙан һөйләйәсәктәр бит, – тип ныҡышты һаман Ғәлимйән.

– Унда урларлыҡ бер нимә лә юҡ. Ҡолаһа, яңыһын һатып алырбыҙ, тик имгәнеп ҡуймаһындар, – тине Айҙар. – Әллә һаҡларға, ҡарауылларға теләгең бармы?

– Әллә тағы, күпме түләүеңә ҡарап инде, – тине тартынып ҡына тегеһе.

– Мең тәңкә етәме? – тип һорағас, “бүкән” Ғәлимйән сайҡалып ҡуйған, телһеҙ ҡалған һәм ризалашҡан.

            Һуңынан һөйләй икән:

– Бай абзыйымдың килеүенә, бер күнәк һыу килтереп, күлдәгемде сисеп, вертолетты, тәгәрмәстәренә тиклем, ялтыратып йыуып ҡуйҙым. Килде лә, бер ҡап шырпы сығарған һымаҡ, меңлекте кеҫәмә тыҡты ла, осоп китте лә барҙы.

Ә оҙаҡламай, ике-өс аҙна үттеме, юҡмы, ваҡиғалар үҙгәреп китте. Көн матур ғына башланғайны, ҡалала үҙенең бизнесы мәшәҡәттәре менән йөрөгән Айҙарға көтмәгәндә Мәрйәм шылтыратты:

– Айҙар, тиҙ генә ҡайтып ет, – тине ул илай-илай.

            Әсәйгә, йә атайға нимәлер булғандыр, тип Айҙар ҡолап китә яҙҙы:

– Нимә булды, Мәрйәм?

– Альбинаны... Альбинаны урлап киткәндәр.

– Ниндәй машинала?

– Нурғәле ағай күреп ҡалған, ҡыҙыл машина. Балаҡайымдың арбаһы ғына ултырып ҡалған.

Айҙар, ике лә уйлап тормай, машинаһын вертолеты ултырған парковкаға йүнәлтте. Двигателде ҡабыҙып, һауаға күтәрелергә рөхсәт алғансы байтаҡ ваҡыт үтһә лә, вертолет автомобилдән шәберәк, ул өлгөрөргә тейеш. Шул арала полицияның эске эштәр бүлегенә шылтыратып өлгөрҙө. Ауылдан килеүсе ҡыҙыл автомобиль хаҡында хәбәрҙе ишетеү менән, улар юл саттарына бер түгел, ике машина ебәрҙе. Айҙар, ауылдан килгән юлға сығыу менән, ҡаршыһына ҡыҙыл машинаның килгәне лә күренде: “Хундай Солярис” – тигән һығымтаға килде, һәм түбәнерәк төшөп, номерын ҡараны. Шунда уҡ эске эштәр бүлегенә шылтыратып, машинаның маркаһын һәм теркәү номерын әйтте. Ышаныслыраҡ булһын өсөн, “Солярис”ты бер әйләнеп сыҡты һәм, кемде булһын, Валерияның ҡурҡынған йөҙөн күрҙе. Айҙар сәләмләп ҡул болғауға, ҡатын уны танып ҡалды ла, хатта йылмайып, ҡул болғап, ул да сәләмләне. Валерия юғалып ҡалманы, Альбинаны күрһәтте. Альбина вертолетты әлегә айырмай, сит-ят ҡулға эләккәс, күрәһең, әсәһен онотоп та өлгөргәндер, күҙ йәштәре менән үкереп илай ине. Айҙар алғараҡ осоп барып, ГАИ автомобилен күрҙе һәм улар эргәһенә туҡтаны. Автоинспекторҙар туҡтатып, протокол төҙөргә йыйынғайны, Айҙар Валерия менән бер нисә минут әңгәмәләшеп алыуҙы, бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйҙы. Айҙар ҡатындың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:

– Ни өсөн иң тәүҙә миңә мөрәжәғәт итмәнең? Шунда уҡ атайыма барҙың? – тип һораны.

– Ни эшләйем икән? – тип аптыранды ҡатын. – Мин бит атайыңды әйтмәҫкә һүҙ биргәйнем.

– Ярай, атайым менән үҙем һөйләшермен, асыҡларбыҙ, – тине.

                Полиция  начальнигына Айҙар:

– Бында мин бер енәйәт тә күрмәйем. Әсәһе балаһын алырға килгән. Миңә ҡалһа, уларҙы Өфө тимер юл вокзалына оҙатып ҡуйырға кәрәк, – тип әйтте. Оҙаҡламай, такси Валерияны һәм Альбинаны Өфөгә алып китеп, вокзалда ҡалдырҙы.

 

Кисен өйгә ҡайтҡас, Айҙар Мәрйәм менән атаһына Альбинаны табыуҙары, Валерияны нисек итеп ултырта яҙыуҙары хаҡында ентекләп һөйләне. Аҙаҡ атаһы менән икәү генә ҡалғас, уралтып-суралтып торманы:

– Атай, мин аңламаным, һин ни өсөн сабыйҙы әсәһенә тоттороп ебәрергә булдың әле? – тип һораны.

                Нурғәле ҡарт һорауҙан һиҫкәнде һәм тирә-яғын ҡараштырып алды. Йәнәһе, үҙҙәре генәме:

– Тәки әйткән икән. Валерияны әйтәм. Мин уға ярҙам иткән булдым бит әле. Үҙең беләһең, был сабыйға беҙҙең бер хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ, ул беҙгә артыҡ йән генә. Атаһы үлде, Мәрйәмдең эше күп. Ә Валерия, теге мәрйәне әйтәм, сабыйҙың үҙ әсәһе. Мин уға һинең менән һөйләшергә, ризалығыңды алырға ҡушҡайным, үҙең күрәһең, ул ҡыҙыҡай законды бик хөрмәт итмәй. Һәр нәмәне законға ҡаршы хәл итеп өйрәнгән. Ундайҙарҙы тәрбиәләүе ҡыйын, сөнки улар закондың кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгәнен аңламайҙар. Һәр мәсьәләне ҡаршылыҡ аша, низағлашып хәл итеп өйрәнгән.

                Айҙар атаһының асыҡтан-асыҡ һөйләнеүенән үҙе лә аптыранып ҡалды:

– Ҡыҙыҡ ҡына фекерҙәр әйттең, атай, мин һинән быны көтмәгәйнем, – тине.

– Һин, улым, мине, был ҡарт алйыған, тип уйлай күрмә тағы. Минең һикһән йәшлек, тип әйтерлек, ғүмерем уйлағанымды шунда уҡ ярып әйтергә түгел, эскә тупларға, күберәк өндәшмәҫкә өйрәтте. Һеҙ, йәштәр, хәҙер бөтөнләй икенсе шул. Һеҙгә аҡса булһа, шунда уҡ сығарып һалырға, дошман булһа, йыға һуғырға, дуҫ булһа, күтәрергә кәрәк. Ә беҙҙең осорҙа барыһы ла киреһенсә булды. Әсәйең менән дә шул хаҡта һөйләшкәнебеҙ бар. Мин көтмәгәйнем, ана, Мәрйәмде өйгә индереп, бик яҡшы иттең. Егәрле, уңған ҡатын. Улым, уңайһыҙ булһа ла, һорайым әле, һинең Мәрйәмгә ҡарата мөнәсәбәтең нисек?

                Был һорау Айҙарҙың үҙен дә аптырашта ҡалдырҙы:

– Әллә, атай, мин был хаҡта уйлағаным юҡ, – тине Айҙар.

– Ә Германиялағы килен менән һаман бәйләнеш тотаһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды ҡарт.

– Ара-тирә һөйләшеп, шылтыратышып торабыҙ, – тине Айҙар.

– Ҡайтырға уйлағаны тойолмаймы? – тине атаһы.

– Һораһам, көлә лә ҡуя, – тине Айҙар. – Ундағы тормошто мин ике тапҡыр барып күрҙем бит. Уларҙа көн итмеш беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ һәм ябайыраҡ.

– Ә ниңә, хәҙер беҙҙә насармы ни? – ҡарт көлөмһөрәне. – Шуның өсөн көрәштегеҙ ҙә инде. Ельцинға кем тауыш бирҙе? Һинең менән беҙ, күҫәккә-күҫәк килә яҙып, бәхәсләштек. Оноттоңмо ни?

– Онотманым. Оноторлоҡ булманы, – тине Айҙар. – Атай, мин һиңә ябай ғына итеп аңлатам. Германияла ла, Рәсәйҙә лә хәҙер капитализм. Германияла ул йөҙәр йыллыҡ традицияға эйә һәм хоҡуҡи йәһәттән көйләнә, кешенең азатлығын тәьмин итә. Ә беҙҙә, киреһенсә, кеше законлы кәртәләр эсендә йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр. Бына шул ғына. Ә бына һин, атай, минең бизнесым менән ҡыҙыҡһынаһың, миңә бит еңел түгел. Мин, ысын мәғәнәһендә, йәшәү өсөн көрәшәм.

– Ә һиңә бында нимә ҡалмаған? Ниңә көрәшәһең? Ана, Германияға бар ҙа, ҡатының, ҡыҙың, улың шунда, йәшәп тик ят.

– Ҡуй, атай, юҡты миңә ҡыҫтама. Мин Германияла йәшәй торған кеше түгел. Мин бит һинең улың, эш өсөн яратылғанмын.

                Тыныс ҡына итеп, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырҙылар атай менән ул.

– Былай бер ҙә һөйләшеп ултырғаныбыҙ юҡ ине, – тип асылды ҡарт тағы ла.

– Беҙҙең өсөн тырышыуыңды күреп торабыҙ, улым, рәхмәт инде. Дин юлынан китеүең дә миңә оҡшаны. Мин үҙем дә шул хаҡта хәҙер йыш уйланам. Бер ҡараһаң, утыҙ йылдар элек кенә үҙемдең Ҡөрьән тотоп ултырыуымды күҙ алдыма ла килтермәй инем. Ә хәҙер ултырам, уҡыйым, үҙем өсөн яңылыҡтар асам, – тине ҡарт.

                Был һүҙҙәр Айҙарҙы ла дәртләндереп ебәрҙе:

– Уҡы, атай, Аллаһ бойорһа, бергәләп намаҙ уҡырбыҙ әле.

                Ҡарттың нимәлер әйткеһе килә, уйлана, икеләнә, ауыҙын асып, һүҙ башларға ла итеп ҡуя, ләкин тыйыла. Һуңғы осор йөҙө асылып, йәшәреп киткәндәй тойолдо. Үҙенә күрә күңелле генә көйҙәр көйләп, йорт-ҡура эргәһендә ваҡ-төйәк эш менән була. Айҙар ҙа өйгә дәрт менән ҡайта. Әсәһе ихлас йылмайып, уларҙың бер өҫтәл артында йыйылыуына ҡыуана. Тик бына атаһы аптырата бит әле, уның күңелендә нимәлер бар һымаҡ. Элекке колхоз тураһында тип әйтһәң, һис тә оҡшамаған. Улай тиһәң, колхоз тигәндәре күптән фермер хужалыҡтарына таралып бөттө, һөрөлмәгән-сәселмәгән ерҙәр юҡ, тип әйтерлек, шулай булғас, атаһын нимә борсоуы ихтимал? Айҙар һүҙҙе үҙе башларға булды:

– Атай, үҙең күреп тораһың,тормошобоҙ көйләнгән һымаҡ булды. Әсәйҙең дә хәле яҡшырҙы, Мәрйәмгә рәхмәт инде. Тик мине улай уҡ бер нимә лә күрмәй, бер ҡатлы икән, тип уйлама, атай. Һинең миңә әйтер һүҙең бар, атай. Мин уны көтәм һәм яуап бирергә әҙермен.

                Был һүҙҙәр Нурғәле ҡартты әллә ни аптыратманы. Шулай ҙа һүҙҙең ҡапыл башланыуы уны уйға һалды:

– Ярай, улым, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ, үҙем тәрбиәләп, күҙеңә ҡарап, алдап ултыра алмайым. Үҙең беләһең, көнө-төнө эш менән булдым. Үҙемдең шәхси тормошома ваҡыт ҡалманы, тип әйтерлек. Тик һин мине, үкенә икән, тип уйлай күрмә, улым. Ил тарҡалғас, заводтар, колхоздар юҡҡа сыҡҡас, ҡиблалар үҙгәргәс, үҙемең алданғаныма төшөндөм. Беҙҙе бит партбилет тотто. Фирҡә ағзаһы, тимәк, өлгөлө, тоғро, Ватанға ғына түгел, ғаиләңә, хәләл ефетеңә тоғролоҡ. Ҡыҫҡаһы шул, Айҙар улым. Мин алданыуымды аңланым һәм шуның ҡоһорон ҡайтарырға теләйем.

                Шул ваҡыт ипле генә итеп ишек шаҡығандары ишетелде һәм Мәрйәм күренде.

 Мәрйәм эргәләренә үтте һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң:

– Сәғирә апай һеҙҙе саҡыра, – тине. Өсәүләшеп төпкө бүлмәгә, Сәғирә әбей янына үттеләр.

Ул ихлас йылмайып, башта ире менән, унан улына ҡарап, аҙаҡ Мәрйәмгә ҡарап:

– Әссәләмәғәләйкүм һеҙҙәргә! – тип ысын күңелдән өндәште.

Йомшаҡ ҡәнәфиҙә ап-аҡ оҙон ялтыр күлдәген, ойоғон кейгән, әбейҙәрсә бөкләп ябынған яулығы өҫтөнә, өшөйҙөр, күрәһең, мамыҡ шәл ябынған.

– Мин һеҙҙең менән һөйләшергә күптән йыйына инем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Ер йөҙөндә мәңгелек бер нимә лә юҡ. Күңелем һиҙә, миңә һеҙҙең менән бәхилләшер ваҡыт та етеп килә. Иң тәүҙә һеҙгә үҙемдең рәхмәтемде әйтәм. Һеҙ мине шул хәтле матур ҡаранығыҙ. Ятҡан ерем, өҫ-башым һәр ваҡыт таҙа булды. Алдымдағы ризығым – ашап туйғыһыҙ. Һеҙ һөйләгән һүҙҙәр йөрәгемә май булып ятты. Мин ерҙәге юлымды тамамлайым. Мин һеҙҙең менән тыныс, ҡәнәғәт хушлашам. Аҙаҡҡы көндәрем иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Мин ғүмерем буйы, бер заман өйөмә килен төшөр, мин уны, талапсан ҡәйнә булып, йомошап ҡына ултырырмын, тип күҙ алдыма килтерә торғайным. Ниһайәт, уныһы ла тормошҡа ашты.

            Ошо урында Айҙар әсәһенең эргәһенә килеп ултырҙы, ҡулдарын алды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, тетрәнеп ҡуйҙы. Әсәһенең ҡулдары һалҡын ине. Улы, йылытырға теләгән һымаҡ, ҡулдарҙы үҙенең усына алды, тыны менән өрөп, йылытырға теләне, ярҙам эҙләгән һымаҡ, бер атаһына, бер Мәрйәмгә ҡараны.

– Әсәйемдең ҡулдары һыуынып бара, уларҙы йылытыр өсөн нимәләр генә ҡылайым икән? – тип ярҙам эҙләгәндәй, тегеләргә баҡты.

– Ҡайғырма, улым, борсолма. Мин һеҙҙе бик ҡәнәғәт булып ҡалдырам. Кеше араһында кәм-хур итмәнегеҙ. Һеҙҙең турала матур хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр ишетеп, йыуанып йәшәнем.

            Ошо урында инәйгә тын етмәгән һымаҡ булды. Ул еңелсә йүткереп алды, ауыр һулап, йылмайып, улына ҡараны.

– Әсәй, мин хәҙер табип алып киләм! – тип урынынан торҙо Айҙар. – Хәҙер, бер сәғәттән алып китеп еткерәм.

– Әсәһе уның ҡулдарынан тотоп туҡтатты:

– Рәхмәт, улым, кәрәкмәй. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Кеше араһында лайыҡлы йәшәп ҡалдыҡ. Хәҙер инде үлһәм дә, үкенерлеге юҡ. Тыныс күңел менән китәм. Улым, Айҙар, атайың минең өсөн барыһын да эшләне. Ҡайһы ваҡыт мин уға ҡатыраҡ та талаптар ҡуйғанмындыр. Һин уны аңларға тырыш. Аңла һәм уның да мәңге йәшәмәйәсәген онотма. Шуға, улым, һиңә үтенесем шул, атайың өйләнһен. Һин уны өйләндерергә тейешһең.

            Ошо урында Нурғәле ҡарт тынысһыҙланды, ярҙам эҙләгәндәй, Мәрйәмгә ҡарап алды.

– Ярай, тынғыһыҙланма, Нурғәле, – тине ҡатын. – Һин яңғыҙ йәшәп өйрәнмәгәнһең. Шулай булғас, мин һинең никах яңыртыуыңа фатихамды бирәм. Заманды үҙең күрәһең, хәҙер яңғыҙ йәшәп булмай.

            Айҙар өндәшмәй. Сөнки әсәһенең иҫән-һау булыуын теләй барыһы ла. Бер кешенән башҡа. Ул әлегә өндәшмәй, үҙенең ҡарашын белдермәй, шым ғына көтә алыҫта. Ҡатынының ни өсөн Германиянан ҡайтырға теләмәүенең сәбәптәрен бары Айҙар ғына белә, шуға ла өндәшмәй. Хәйер, өндәшеүҙән дә фәтүә юҡ, сөнки атаһының да кемгә күңел һалғанын белә. Мәрйәм дә Мәрйәм, тип өлтөрәп кенә тора ҡарт хәҙер, уны маҡтай, бешергәндәрен ҡыуана-ҡыуана ашай. Бына шундай киләсәк (хәйер, быны киләсәк тип атап буламы икән) көтә был татыу, берҙәм ғаиләне.

            Дүртәүләшеп ултырып иртәнге тамаҡты ашанылар. Әсәһе хәлһеҙ генә бер-ике ҡалаҡ бутҡа ҡапты. Айҙар сәй килтереп, ҡулына тоттороп эсерҙе. Өндәшмәй генә, шартына килтереп ашанылар. Айҙар шикләнмәй, әсәһе бөгөн үлһә, ерләүҙә ҡатнашыу, һуңғы юлға оҙатыу һылтауы менән, ҡатыны ҡайтып төшәсәк. Ә инде Айҙарҙың өйләнеүе хаҡында һүҙ сыҡһа, уның мөлкәте тирәһендә ҡарсығалай өйөрөлгән ҡатыны шунда уҡ уның бар булған байлығын бүлешеү, айырылышыу хаҡында һүҙ генә ҡуҙғатмаясаҡ, ҙур тауыш күтәрәсәк һәм ул быны уртаҡ ғаиләнең, икеһенең улы һәм ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре мәнфәғәтендә, тип иғлан итәсәк. Ә инде атайҙың Мәрйәмгә өйләнеүе аҙмы-күпме көстәр нисбәтен тигеҙләйәсәк һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итәсәк. Айҙар әсәһенә ҡараны. Әсәһе ярым-яҡты бүлмәлә янған, ләкин һүнеп барған шәмде хәтерләтә. Юҡ шул, бер нимә лә мәңгелек түгел, бөтәһе лә сикләнгән һәм кәртәләнгән. Айҙарҙың тамағына аш бармай. Атаһынан уҙып, нимә әйтһен, ул шундай тәрбиә алған кеше, хатта Мәрйәмгә, өндәшеү түгел, күтәрелеп ҡарай ҙа алмай. Ә әлегә Айҙар әсәһен уйлай. Беренсе тапҡыр шундай ауыр һәм ҡайғылы кисерештәр. Күренеп тора, әсәһенең улар менән булғыһы, йәшәгеһе килә. Ана, бүлмә яҡтыртып янған шәм һымаҡ, һүнер алдынан ҡапыл гөлт итеп тирә-йүнде яҡтыртып алды. Әсәһе лә аҡрын ғына барыһына ла күҙ йүгертеп алды һәм башын ултырғыстың артына терәне лә, күҙҙәрен йомдо. Ҡулынан ҡалағы төшөп китте һәм барыһын да һиҫкәндерҙе.

           

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: