-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Ғинуар 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр. ӨС ОСРАШЫУ.

Шулай тура килде, кешеләр менән күберәк эштә түгел, байрамда осрашабыҙ. Бөтәһе лә матур кейенгән, күңелле музыка уйнай, аҙым һайын таныштар – ҡосаҡлашалар, бер-береһен таныйҙар, ҡыуанышалар. Мин йөрөгән төркөмгә бер ипле, тыныс, гел йылмайып ҡына һөйләшкән урта йәштәрҙәге ир ҡатыны менән килеп ҡушылды. Мин уның кем икәнлеген белмәйем, ләкин эргәһенә килергә, күрешергә, күҙенә салынып ҡалырға теләүселәр байтаҡ ине.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Төндәлектәр. ӨС ОСРАШЫУ.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр. ӨС ОСРАШЫУ.

“Бик шәп бизнесмен, – тип бышылданы ҡолағыма мине оҙатып йөрөүсе танышым. – Анауы автобус ҙурлығы “Тойота”ны күрәһеңме, шуныҡы, тинеләр”... Миңә лә сират етте, үҙем дә һиҙмәҫтән, эшҡыуарҙың ҡулын тотоп ҡалдым.

– Хәмит! – тине ул киң йылмайып һәм гармун телдәре һымаҡ тештәрен күрһәтеп. – Ә..., һеҙ шул гәзиттәнме? Уҡыйбыҙ, атай менән әсәй уҡый. Кинйәбаевтың мәҡәләләрен уҡығаным бар!

Бәй, яйы сыҡҡас, ниңә тартынып торорға, Юнир ағай менән беҙҙе уҡыйым, тип әйтә бит. Ауылығыҙға гәзит яҙҙырһағыҙ ине, тип әйтеп өлгөрҙөм.

Хәмиттең йөҙө тағы ла нығыраҡ асылды:

– Күпме кәрәк? Нисә һум була? Ундай мөмкинлек бармы? – тип һорауҙар менән өйөп ташланы.

Уның: “Ғаяз ҡайҙа ул?” – тип өндәшеүенә, бер егет килеп етте.

– “Башҡортостан” гәзитенән, – тине ул, – минең ауылға 100 экземпляр, кәләштең ауылына 100 экземпляр! – тип күрһәтмә бирҙе.

Шунан һуң: “Кешегә һөйләнеп йөрөмәйек, маҡтап, маҡтанып йөрөгәндәрен яратмайым”, – тип миңә өндәште.

...4-5 йыл үттеме, юҡмы, тағы осраштыҡ. Был ваҡытта Хәмит – Хәмит кенә түгел, Хәмит Зәкиевичҡа әйләнгәйне. Яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалдым, эргәһендә эреле-ваҡлы түрә-ҡара араһында йәш кенә бер модель һынлы, үҙенән бер башҡа бейегерәк ҡыҙ менән йөрөп ята. Етәкләшеүҙәренән, һыйпашыуҙарынан моделдең уның ейәнсәре, йә ҡыҙы түгеллегенә төшөндөм. Алдан атлаған 3-4 тән һаҡсыһы минең һымаҡ аңшайып йөрөгәндәрҙе  аяп тормайынса юлдан ситкә ырғытып бара. Мин район башлығы эргәһендә инем, ни эшләптер, ҡыҫырыҡлап сығара алманылар, Хәмит Зәкиевич менән бергә тура килдем.

– Һаумыһығыҙ, Хәмит Зәкиевич! Һеҙ онотҡанһығыҙҙыр инде, мин “Башҡортостан” гәзитенән, – тинем.

Ул үҙенең моделен ҡосаҡлап, тағы ла ауыҙындағы тальян гармун телдәрен күрһәтте.

– Тағы ла яҙылып булмаҫмы икән, – тип өндәшеп өлгөрҙөм.

– Ну, когда это было? – тип аптыранды, шунда уҡ йөҙө йәмерәйҙе, ҡарашы һалҡынайҙы. – Мы этим уже не занимаемся. Прошли.

Һуңынан ул мине күрһә, ситкә атлап, мин юлында осраһам, боҫоп ҡалып, байрамды үткәреп ебәрҙек. Олпат эшҡыуар, депутат, түрәләр уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Мин дә инде үҙемдең гәзитем менән мәшәҡәтләп йөрөйөм тағы...

...Ун йыллап ваҡыт үткәндер, йәйге ялда, юл төшөп, Иҫәнғол аша Баймаҡҡа юлланыуыбыҙ. Ҡауын-ҡарбуз арзан икән, тигәс, Мәләүез баҙарына һуғылырға булдыҡ. Мәләүез баҙарына кергәс, уң яҡта көньяҡтан килгән кешеләр ҙур фураларҙан ҡарбуз, ҡауын, йөҙөм бушаталар. Дөрөҫ әйткәндәр, ҡарбузды шуларҙан алһаң, арзаныраҡ икән. Шунда уҡ үҙ-ара әрепләшеп, бер төркөм бомж эшлекле ҡиәфәттә йөрөп ята. Араларында бригадир һымаҡ кешеләре лә бар икән. Фураның водителенә инәлеп-инәлеп аҡса өҫтәүен һорай. Тауышы таныш һымаҡ тойолдо. Ентекләп, үҙенә ҡарайым: эй, был бит минең теге эшҡыуарым! Күптән йыуылмаған сәстәре туҙған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө бик ентекләп ҡараһаң ғына был кешенең Хәмит Зәкиевич икәнлеген танытыр ине. Мин, эшҡыуарым фура водителе менән әрепләшкән арала, тештәрен дә күреп ҡалдым – тештәре ҡойолоп бөтә яҙғандар. Ул да мине күрҙе, күрәш күҙҙәрен ҡыҫып, мине сырамытырға тырышты. Мин, уңайһыҙ булһа ла:

– Һаумыһығыҙ, Хәмит Зәкиевич! – тип өндәштем. Ул һабын төҫө күрмәгән, байтаҡтан бирле йыуылмаған ҡулдары менән килеп күреште һәм зарлана башланы:

– Беҙҙең халыҡты күрәләтә алдайҙар. Күреп тораһың бит, бушатҡанда 30 тонна тине, әле күҙ ҙә йоммай, 20 тип тик тора. Хәҙер мин егеттәргә нимә әйтәм инде? Бындай фураларға ике меңде бирә торғайнылар, хәҙер – мең тәңкә лә юҡ. Ә теге ваҡыт мин һинең гәзитеңә яҙҙырҙым. Уҡығандар, әле һаман рәхмәт әйтәләр! Бына, ҡайтып киләм әле. Ишеткәнһеңдер, ҡарт бисәгә кире ҡайттым бит. Тегеһе ҡасты, уларҙы тотоп буламы ни?

***

Мәләүез яғынан кеше килеп сыҡһа, эшҡыуарҙы йыш ҡына һорашам. Берәү ҙә белмәй, хәтерләмәй. Әй, ундай кредит алып, байып, бисә яңыртҡан,  дефолтҡа ултырғандар күп булды инде, тиҙәр. Шулай ҙа, үткән-һүткәндә ҡараштырам, күренгәне юҡ. Иҫән булһа ярар ине.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: