+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Ғинуар 2022, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр. ҠЫТАЙҘЫ КҮРГӘН

Иң тәүҙә асыҡлыҡ индерәм, Хәйбрахмандар беҙҙең ауылда бер нисәү. Улар егәрлелек йәһәтенән һәм ҡушаматтар менән генә айырыла. Хәйбри, йә “Ҡытай”, тиһәләр, уларҙың береһе хаҡында һүҙ барыр. Ысынлап та, Хәйбрахман бабай ХIХ быуат аҙағында тыуған һәм Граждандар һуғышы йылдарында атаман Семенов казактары менән бергә Ҡытайға тиклем барып еткән, көс-хәл  менән әйләнеп ҡайтҡан, иң ҡәһәрле репрессия йылдарында ла тикшереүҙәрҙе үтеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, иҫән ҡалған. “Ҡытай” ҡушаматын ул ғорурлыҡ менән йөрөттө һәм һис тә үпкәләмәне.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Төндәлектәр.  ҠЫТАЙҘЫ КҮРГӘН
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр. ҠЫТАЙҘЫ КҮРГӘН

 

Мине, мәҫәлән, уның ҡушаматы түгел, уңғанлығы аптырата торғайны. Колхоз ҡоролошо, үкенескә ҡаршы, кешенең эшләү һәләтен дәртләндермәй. Күберәк анкетаға ҡарай һәм тырышып эшләргә теләүселәрҙең мөмкинлектәрен сикләй ине. Ә Хәйбрахман бабай колхозда эшләргә лә өлгөрә, үҙенең донъяһын да ҡарай ине. Мин әле уның хаҡлы ялға сыҡҡас, өй төҙөп ултыртҡанын хәтерләйем. Баҡсалары икәү, быныһы инде бөтөнләй самаға һыймай, ә эсе тулы картуф та, ҡабаҡ та, сөгөлдөр ине.

Ошо уңғанлығына бәйле тел осонда уның хаҡында мәрәкәләр ҙә тора. Кем белә, бәлки оҡшамаҫ, бәлки килешмәҫ, яҙып тормайым. Беҙ бабайҙы уңған, егәрле, бер ваҡытта ла ваҡ-төйәккә бирешмәҫ зат итеп хәтерҙә ҡалдырайыҡ. Өйөндә өҫтөнә казак черкескаһы кейеп, алыҫ Ҡытайҙа төшкән фотоһы бар ине, уның ейәне Нурислам беҙгә уны йәшереп кенә күрһәтә торғайны. Ул фото хәҙер ҡайҙа икән?

Хәйбрахман бабай хәҙерге заманда йәшәһә, унан бай фермер, боронғосараҡ әйтһәк, унан етеш “кулак” ауылда булмаҫ ине. “Ҡытай” бабай һымаҡ донъя көтөргә өйрәнәйек!

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: