+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Ғинуар 2022, 20:00

Иҫке күпер

Тотош бер төҫтән генә аҡҡан һил тормошоноң ҡапылғара икенсе юҫыҡҡа боролоп китеүенә үҙ ҡыҙы сәбәпсе булыр, тип бер ятып төшөнә лә инмәгәйне Сәйәр ағайҙың. Ғәҙәтенсә кәртә-ҡурала ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булышып йөрөгәнендә ҡапҡанан шаулап Гөлдәриә килеп инде. Инә килә хәбәрен һөйләй ҡыҙы. Атаһы балта һабы сабып торған түбәлек аҫтына килеп еткәнсе, ярты хәбәрен һөйләп тә бөткәйне.

Иҫке күпер
Иҫке күпер

– Мәктәптең йөҙ йыллығын үткәрергә йыйынабыҙ. Материалдар аҙ. Бер нәмә лә йыйылып-тегелеп бармаған. Ни йүнле фоторәсемдәр ҡалмаған. Бынауҙы иҫке китапхана кәштәһенән табып алғайным, тик бөтәһен дә танымайым ... – Гөлдәриә атаһына фотоһүрәт һуҙҙы.
Ҡартлас кәртешкәгә оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Гөлдәриә сабырһыҙ ланып фотолағы кешеләрҙе төртөп күрһәтте:
– Мыныһы ни ҡатай яғынан килгән Йыһанур исемле уҡытыусы, шәйт. Тарихтан «бишле» алған малайҙарға мопедын биргеләп тә ебәрә торғайны. Мынауһы?.. – Сәйәр иңбашына аҡ шәл һалған мөләйем ҡатын һынына бармағын төрттө, – рус теле уҡытыусыһы, күсеп килгәйне. Ире кәбеҫтәнән, йә картуфтан бөйөрөк бөрөп һатыр ине. Ауыл халҡына эй ирмәк сауҙа ине. Ә быныһы? – Оҙон сәс толомдарын алға төшөргән борсаҡлы аҡ күлдәк кейгән һылыу ғына бер ҡыҙға төбәлде лә ветеран, берғауым һүҙһеҙ ҡалды.
Быныһы кем, атай?
– Хәтерләмәйем.Яңыраҡ училище бөтөп килгән ҡыҙ булғандыр.
– Ипләңкерәп ҡара инде, атай.
– Ҡара, ҡарама, белмәгәс белмәйем. Белгәнемде әйттем...
Ҡартлас, юҡ себенде ҡыуғандай, ҡулдары менән уңлы-һуллы хәрәкәттәр яһаны.
– Бүтәндәрҙән һораш. Ул йылдарҙа Баныу апай уҡытты, тағы Рәсимә лә эшкә төшкәйне шикелле.
– Ярай, мыныһына ла рәхмәт, атай. – Нисек килеп ингән, шул етеҙлектә сығып киткән Гөлдәриәнең һүҙе ҡапҡаның шығырлап асылыуы аҫтында ҡыҫылып ҡалды.
– Өйгә инһәңсе. Торғаны бер ҡойон! – Ата ҡараштары менән иркәләп оҙатып ҡалды ҡыҙын. Мәрхүмә әсәһе Хәҙисәгә тартҡан шул Гөлдәриә. Алдына алғанын ҡуймай. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ут ҡыҙыҡай.
Ҡартлас бүкәнгә сүгәләне. Яйлап ҡына тәмәке ҡабыҙҙы. Ә бит Асияны онотмаған даһа ул. Ҡараштары төбәлгәс тә таныны һәм ҡыҙынан йәшерҙе Асияны белеүен.
...Ҡырҡ йыллап ваҡыт үткән ваҡиғаны ҡыҙы беләме? Уйлап ҡараниһә, Гөлдәриә өсөн уның бер әһәмиәте юҡ кеүек. Ни бары стенд эшләү өсөн генә исеме кәрәк ине түгелме ни? Асияның фотоһүрәтен күреүгә йәне лә тертләмәне, йөрәге лә ҡубарылманы, шулай ҙа күңел төбөнән йылы ғына ипкен урғылып сыҡты ла алыҫтағы йылдар шаңдауына әйҙәне.

* * *
Сәйәр һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан көн ине. Станциянан уҡ ауылына китергә йыйынған йөк машинаһына аңғармаҫтан тәл булыуына ҡыуанып ҡайтып килгән егет Иҙел буйында уҡ төшөп ҡалды. Иҙелен, балыҡ ҡармаҡлаған бөгөлдө үтә һағынғайны.
«Әллә-лә, сыйҙым мәле икән». Эх, ҡулында ҡармаҡтары булһасы. Ошо мәлде Сәйәр бала сағынан ярата. Өшөп-туңып, ҡобараһы осоп ҡайта торғайны, әммә һәр саҡ ҡәнәғәт ине. Шулай булмайса, ҡыш бауыры үткәнсә тотҡан балыҡтары танһыҡ ризыҡ булды. Әле лә бына һыуға төш тә йәнең күпме теләй шунса тот ине балыҡтарҙы. Гәлсәр кеүек үтә күренмәле йоҡа боҙ ҡатламдары ҡояштың һүрән йылыһы нан да, йә нимәлер бәрелеүҙән сурт ыуарылып төшкән тауышҡа ҡурҡҡан балыҡтар бер урынға күмәртәләп йәшенә. Шуға ла сыйҙым мәлендә балыҡ тотоуы анһат. Сәйәр хыялланып торған арала, кемдер тауыш итте. Әйләнеп ҡарауға, ҡаршыһында ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡыҙ тора ине. Сәйәр уның аҡһыл йөҙөнә, һаҙ төҫөндәй йәшкелт күҙҙәренә, унан да ғәйәр етендәй һары сәстәренән күҙҙәрен алалманы. Ҡыҙ йылмайғандай итте лә, тағы ниҙер һораны. Йөҙәүенән телһеҙ ҡалған Сәйәр йәһәт кенә үҙен ҡулға алды. «Әллә мәрйә..?
Юҡтыр, үҙебеҙсә әйткәндәй бит».
– Нимә тинегеҙ, һылыу?
– Был ике ауылдың ҡайһыһы Таштуғай була? – Ҡыҙ ҡулдарын ауыл өҫтөнә иҙәне.
– Бер ауыл ул – Таштуғай. Береһен аръяҡ, икенсеһен бирьяҡ тип йөрөтәләр. Күптәр шулай уйлап яңылыша шул.
Ҡыҙ төшөндөм тигәндәй, эскерһеҙ йылмайҙы. Уймаҡ кеүек кенә ауыҙында мәрйен ише шыма аҡ тештәр йылтыраны.
– Һеҙ ҡайтып та етмәгәнегеҙ, ахыры, – ҡыҙ сумаҙанға ымланы.
– Һеҙ тимәгеҙ миңә, әйҙәгеҙ, башта танышайыҡ: мин ошо ауылдың, йәғни аръяҡ егете Сәйәр булам.
– Асия.
– Ҡалай матур исем, үҙегеҙ кеүек.
Асия ҡыҙарып башын түбән эйҙе.
– Һинән ярты сәғәт элгәре генә килеп төшкәнмендер. Тигенгә ҡайтып китергә ашыҡмағанмын инде, мына һиңә юлдаш булдым. Әйҙә, Асия, – Сәйәр йәһәт кенә ҡыҙҙың һары сумаҙанын эләктереп аръяҡҡа атланы. Урам уртаһынан көлөшә-һөйләшә килгән ят ҡыҙ менән Сәйәрҙе кемдер танып күреште, бәғзеһе мәрәкәләне, ҡайһыһы аптыраулы ҡиәфәттә тороп ҡалды, ә Мөслимә тигәне әллә ҡайҙан күрә һалып яланөҫ урамға атылып килеп сыҡты.
– Аһ, аһ, Сәйәр һинме был ә? Әллә, ҡәһәрмән малай, кәләшен дә ҡуша апҡайтып килә инде? – Һөйләнә-мәрәкәләй ҡушҡуллап күреште.
– Эйе, еңгәй хәҙер армиянан биреп ҡайтаралар, шуныһы һәйбәт – буйҙаҡ йөрөп ыҙаланмайһың.
Оялышынан бурҙаттай булған Асия таныш булмаған урамдан атлауын дауам итте. Сәйәр ҡыҙ артынан йүгерҙе.
Асияның мәктәп директоры менән осрашыуынан һуң кәйефе кителде. Декрет ялына киткән уҡытыусы урынына ғына икәнлеген белгәс, башта ырыяһыҙ ғына торһа ла, ни хәл итһен инде, күнде.
– Ярар, аҙаҡ берәй әмәле килеп сығыр әле, – тине директор. – Бәлки, килен итеп тә алып ҡалырбыҙ, – ул шаярып Сәйәргә ҡараны.
Асияны оҙатып йөрөгән арала, Сәйәрҙең ҡайтып төшөүе, үҙе менән мәрйәме, сирмешме шунда ҡыҙ эйәрткәнен, икәүләшеп мәктәп урамына юл тотҡанлығын бөтөн ауыл түгел, оста йәшәүсе апаһы Әҡлимәгә тиклем ишетелде.
– Ыста, ул ни ҡыланыуы Сәйәрҙең, күрһәтермен мин уға сирмеште! – Яндырай холоҡло Әҡлимә уртансы улына ауыҙ асып та өлгөрмәне, тегеһе елтәнләп сығып та йүгерҙе. Мөхлисә әбей тыҡырығына боролоуға иләтән өҫ менән елдереп килеүсе бәләкәй малай был икәүҙең юлына арҡыры торҙо.
Һин нишләп былайтып йөрөйһөң? – Сәйәр Әҡлимәнең ире Баязитҡа «һуйып ҡаплаған» малайҙы танып алғайны.
– Һине эҙләп йөрөйөм ҡый. Әсәй йәһәт кенә олатайымдарға ҡайтырға ҡушты ҡый, – тине малай танауын шыр тартып. Бәләкәсте шинеленә төрөп алып ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы һалдатҡа.
...Өй тулаһы саҡырылған ҡунаҡтарҙың ығы-зығыһынан тамам ялҡты Сәйәр. Ҡайнап ултырған әсе балдан баштарына арыуыҡ ҡына сыҡҡан ир-ат бер-береһенә һүҙ алдырмай, армия ваҡыттарын һөйләй. Егет уларҙы тыңлаған ҡиәфәттә ултырһа ла күҙ алдынан Асия китмәй. Эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән Шәрифә уға бөгөн бар ни ҙә, юҡ ни. Әле ике көн элгәре поезд һикеһендә Шәрифәһен күрергә атлығып, хатта күрешеүҙәрен күҙ алдына килтереп хыялланып ятҡан Сәйәр тимәҫһең. Ә хәҙер йөрәге Асия, Асия тип тибә. Нимә был? Мөхәббәт тигәндәре ошолай буламы икән?
Мәжлес оторо ҡыҙҙы, ауыҙына бал тейгән Шәрифәнең атаһы «кейәү»ҙән һалдыра башланы. Егеттең уҫлаптай ҡулдарҙы иңбашынан алып ырғытҡыһы килә. «Кейәү, имеш. Иләнмәгән-һуғылмаған, Шығай, һиңә бер ыштан». Булмай торһон әле. Бәләкәй саҡтарында, йәнәһе, ҡолаҡ тешләткәндәр, үҫә төшкәс һырға һабағы бирешкәндәр ике дуҫ. Атайҙар үҙ-ара фронтташ дуҫтар булған өсөн генә балалар өйләнешергә тейеш булып сыға түгелме? Юҡ! Мөхәббәтте кемдер һиңә килтереп бирергә тейеш түгел. Мөхәббәт ана, Асия шикелле көтмәгәндә үҙе килергә тейеш. Ә Шәрифәне яратмаған ул. Ошоғаса ысын һөйөүҙе ни шайлы икәнен тойоп та ҡарамаған Сәйәр.
Саф һауаға эркелеп сыҡҡан ирҙәр ыңғайына егет тә эйәрҙе. Ҡараштары Мөхлисә әбейҙең туҡал өйөн эҙләне. Сәйәрҙең төркөм араһынан ҡапыл зымзыя булыуын һуҡмыш ирҙәр аңғарманы.
Был мәлдә йөрәге ярһыуынан алҡымына тығыла яҙған егет Мөхлисә ҡарсыҡтың өйө тәңгәлендә тора ине. Ярым тартылған тәҙрә ҡорғаны аша башын яурынына ҡыйшайта һалған Асия ниҙер яҙа – дәрескә әҙерләнә, буғай. Мәрмәр төҫлө ап-аҡ иңбашынан алып, етендәй сәстәренең еҫен тойғоһо, һаҙ ишендәй ҡуйы йәшел күҙҙәренә ҡарап оҙон-оҙаҡ торғоһо килде Сәйәрҙең. Әммә ул быларҙың береһен дә эшләй алмай ине. Ҡыҫыр өмөттәренән һүрелгән егет ҡатмаҡ юлдан кирза итектәрен һөйрәп Иҫке күпергә ыңғайланы. Асияны осратҡан урында тапанып торҙо ла үҙ йорттарына йүнәлде.
Ҡунаҡтар таралған, күрәһең, тауыш-тын юҡ. Тәҙрәләге ут шәүләһе ҡапҡа төбөндә торған икәүҙең күләгәһен сайҡалта. Тауышынан уҡ апаһы Әҡлимә икәнен таныны Сәйәр.
– Ана, Сәйәр үҙе килә, ғүмереңә бәрәкәт килгере, нимә һәптәнләп сығып тайҙың? Шәрифә ҡайтам ти, мин ҡайтармайым, һине көтәүелләйек, тим. Ярай, мин һыпырттым. Еҙнәң бығаса ҡырҡ тапҡыр сығып һөрәнләгәндер әле. – Әҡлимә һылтаулап үҙ йортона ашыҡты.
Әйҙә һуң, оҙатып ҡуяйым, – Сәйәр ырыяһыҙ ғына Шәрифәнең яурынынан алды. Шуны ғына көткәндәй ҡыҙ эҫе тынын бөркөп һөйгәненең ҡосағына ташланды. Ирендәр бер-береһен эҙләп тапты... Шәрифә егетенең һалҡынлығын тоймай ҡалманы. Бәй, ҡайнар ҡосағы һалҡын, үбешеүе ләззәтһеҙ һымаҡсы. Ҡосоп тороуын төкөрәйем! Сәйәр ҡапыл ситкә тартылып тәмәкеһенә йәбеште. Осрашыуға тәүләп сыҡҡан оялсан ҡыҙ һәм баҙнатһыҙ егет ҡиәфәтендә өнһөҙ генә атлауҙарын дауам иттеләр. Күҙ йәштәренә быуылған Шәрифә баш һелкеп кенә һаубуллашты ла ҡапҡанан инеп юғалды. Ярһыуҙарын баҫырға теләп, Сәйәр төнгө урамда оҙаҡ йөрөнө. Был мәлдә бирьяҡта Шәрифә буҙланы. Ике йыл буйы яратам тип өҙөлөп хаттар яҙған егетенең ҡайтып төшкәс, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеүен аңы ҡабул итмәне. Сәйәрҙең үҙенә ҡарата бигерәк битараф булыуы, унан да ғәйәр һауалы ҡыланыуы ҡыҙға оҡшаманы. Шәрифә ни уйларға ла белмәне. Юҡ-бар лаҡап һатып өлгөрҙө кемдер? Улай тиһәң, ҡыҙ бит ҡәтғи яҙылған дәрес теҙмәһе кеүек йәшәне: эшенә барҙы, ҡайтышлай Хәҙисә ҡарсыҡтарға һуғылды, ары өйҙәренә ашыҡты. Тоғро көттө ул һөйгәнен. Ә һөҙөмтәһе? Шәрифә тағы мендәренә ҡапланды.
Аҙна үтте. Сәйәр бирьяҡта күренмәне. Күңел тигәне ҡара йәшенән йәрәшелгән Шәрифәгә түгел, бер күреүҙә ғашиҡ булған Асияға тартылды. Юҡ сәбәпте бар итеп йә мәктәп яғында, йә Мөхлисә әбей тыҡырығында уранғыланды. Асияны күреп һөйләшергә баҙманы – тәүге осрашҡан көндәге ҡыйыулығы юҡҡа сыҡҡайны. Бер-береһенә тамсы һыу кеүек игеҙәк көндәр күңел төбөндә әллә ниндәй тойғолар яралтты. Йәм тапманы егет. Күберәген йорт тирәһендә эштәр менән булышты. Кистәрен ҡулынан китап төшөрмәне. Улының ҡапылғара үҙгәреп, үҙ эсенә йомолоп ҡалыуын Хәҙисә ҡарсыҡ һиҙмәй ҡалманы. Шәрифәнең дә был йортҡа аяҡ һыуындырыуы тиктәҫкә түгеллеге шәйләнде.
– Ҡарале, бабай, кинйәбеҙ төптө әллә кем булып ҡайтҡан, тиһәм, әрменән ҡайтып төшкән көнөндә тас әүәлгесә ине, ә хәҙер һөйләшмәй-нитмәй, ҡыйғыр тамаҡҡа әйләнде, сығып-һағып та йөрөмәй. Әллә Шәрифәһе менән аралары боҙолошоп ҡуйҙымы? – Зөлҡәрнәй ҡарт әбейенә ҡырын ҡарап ҡуйҙы.
– Һин булһаң, маңлай тишеп күҙ сығарырһың. Ир ҡорона тулған малай. Үҙе беләлер. Шәрифәгә килгәндә, ул һиңә генә килен булып бөткән ул, Сәйәр ни уйлайҙыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Тығылма! Ана, Шәрифә килеп йыйыштырмағас, ҡашығаяҡ яғың...
– Бында бер ғиллә бар. Намыҫыма теймәй торһондар әле, – ҡар сыҡ бабайын тыңламай үҙ туҡһанын сурытты.
– Намыҫлашырға һине ҡуш та ҡуй инде. Һинән алда юғарыраҡ берәү бар әле, – Зөлҡәрнәй ҡарт түбәгә төртөп күрһәтте.
– Мине Хәҙисә тиҙәр! – тауышында тәүәккәллек сағылып ҡалды.
Күркле ерҙән килен төшөрөүҙән бигерәк, кешеләрҙең йөҙ астырмай көлөүенән ғәрләнә ул. Ни тиһәң дә тиҫтә йылдар юғары урында эшләгән кешеләр менән аралашып йәшәүен намыҫ эшенә тиң күрә Хәҙисә. Заманына күрә үтә хәлле кешеләрҙең бер бөртөк балаһын үҙ ғаиләһенә алып, кинйәһенең киләсәген хәстәрләмәксе. Хан һарайындай йорт, затлы машина, өй тулаһы монаят яңғыҙ ҡыҙына ҡалмай кемгә ҡалһын. Талашып-тартышып йөрөргә зат-зәүере юҡ. Ята-тора бер уй менән янды ҡарсыҡ. Ни булһа ла булыр – бер көн улына һүҙ тишергә булды.
– Балам, Шәрифә уҡырға-маҙар киткәнме? Һуңғы осорҙа күҙгәбашҡа күренмәйсе?
Сәйәр ишетмәмеш булды. Улының һөйләшергә теләмәүе Хәҙисә ҡарсыҡты ярһытты.
– Әллә ҡайҙан белмәгән-күрмәгән ерҙән килен әйттергәнсе, үҙебеҙҙекеләр лутсы. Яҡшы тауар лавка кәштәһе аҫтынан үтмәй, тигәндәй, һиңә эҙләп-нитәһе түгел. Ике йыл буйы тоғро көттө, ундай ҡыҙҙы сыра яндырып эҙләһәң дә хәҙерге заманда тапмаҫһың. Ана... – Хәҙисә ауылдың бөтөн ҡыҙҙарының «гонаһтарын» теҙеп сыҡты ла хәл иткес һүҙен батшабикәләй яңғыратты:
– Шәрифәгә өйләнәһең!
– Миңә эшкә төшәһе бар. Һеҙҙең пенсияға ғаиләмде аҫырайыммы?
– Ауылда эштән күп нәмә юҡ. Ана Шәрифә бик тә матур эшләп йөрөй.
– Әйләнгән һайын Шәрифә. Бәлки, миңә бүтән кәрәктер! – Сәйәр үҙ ғүмерендә бер тапҡыр әсәһенә ҡаты бәрелеп, ишекте шартлата ябып сығып китте.
«Ҡалай туланы Сәйәр. Хас сығынсы йәш айғырмы ни? Тенәүгөн Латифаның тәләкеләп тороуы тигенгә булмаған икән. Икенсе көнөнә юҡ йомошто бар итеп шипкерт кенә Мөхлисә йортона юл тотто. Алыш-биреше, ҡулғамышы булмаһа ни, ауылдашына тишер һүҙ табыр, моғайын. Улын ашап-эсеүҙән яҙҙырған, теленән орҙорған, ҡыҙынан һыуындырған «мәрйәне» күреү ине ысынындағы ниәте. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр тупһаһына аяҡ баҫмаған ауылдашын Мөхлисә әбей һағайып ҡаршыланы. «Ни аҙаплап йөрөй был Хәҙисә?» – шулай ҙа саҡырылмаған ҡунаҡты ғәҙәт буйынса түргә әйҙүкләне. Донъяуи хәлдәрҙе һөйләшә торғас, Хәҙисә тәғәйен көндә Сәйәренә тигән ниәт ҡорбанын салдырып күрше-араны, яңғыҙаҡ әбейҙәрҙе ашҡа саҡырып йөрөүен әйткәс, хужабикә уғата яҙылып китте. Ҡунаҡ та ашыҡманы. Ике күҙе ишектә булһа ла, ултырыуын дауам итте.
– Сүп төшөрмәй, бөхтә йәшәйһең, Мөхлисә. Беҙҙең бабай үҙе боламыҡ ояһы. Малға бесән ырғытһа, әүрәүе эйәрә, – Хәҙисә һеңкелдәп көлгән булды.
Миңәме инде өйҙө бөхтә тотоу – фатирға ҡыҙ төшөрҙөм бит. Көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға ла кеше булһын тигәйнем.
Олоғайғас ни, тоҡтомалға эс боша.
– Бабайға барырға ине һиңә, Мөхлисә.
– Һи, беҙгә тигән бабайҙарҙың «ҡомо» ҡойолоп йөрөй инде хәҙер. Ике ҡарсыҡ һындары ҡатҡансы көлөштө.
– Харап уңған ҡыҙ. Ҡана һуң, малайың булып килен итеп апҡал ине. Сәйгә ултырған һайын шул балаға «ғарҡ» булып тик ултырам, валлаһи ғаләм.
Сыжлап ҡайнап ултырған самауырҙың һуңғы күмере тоноуға, Хәҙисә әбей яңы уҡытыусының кемлеген, ата-әсәһенең ни шайлы икәнен белеп өлгөрҙө. Ашъяулыҡты тартып, ризыҡҡа фатиха ҡылған саҡта Асия ҡайтып инде. Хәҙисә һынамсыл ҡарашын ҡыҙға төбәне. «Сибәр икән суҡынғыр. Үҙен тотошо ни ғорло». Ҡунаҡ ҡайтырға йыйынды.
– Онотма, кем Мөхлисә. Төш ауыуға барып ет. Әйткән әйтеүҙе мәлендә үтәп ҡуйыу фарыз. Юҡһа, бүтән мәшәҡәттәр ҙә сығып тора. Кинйәмә, Сәйәрҙе әйтәм, кәләш әйттерергә ниәтебеҙ. Йәрәшелгән ҡыҙы бар. Нимәһен уның һуҙырға, – юрый һөйләнде Хәҙисә ҡарсыҡ ишек тотҡаһына тотона-тотона.
Ҡайтыр юлы ғәләмәт оҙон тойолдо уға. Латифаның лаҡабы раҫҡа сыҡһа, ҡалайтмаҡ кәрәк. Үтә һылыу бит ҡәһәрең. Сәйәрҙең дә күҙ һалыуы ихтимал. Йән тыныслығын юғалтты Хәҙисә. Ике-өс көндән үҙ халәтенә ҡайтты. Ныҡлап бер ҡарарға килде. Бөгәсә үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡалғаны юҡ әле. Ниндәйҙер бер «ҡурсаҡҡа» әүрәтеп ҡуймаҫ улын. Сирек быуат ҡатышып йәшәгән дуҫтарын инде туғанлаштыҡ тигәндә ҡан дошманына әйләндерәсәге юҡ. Көллө ғаләм алдында намыҫын юғары ҡуйып йәшәгән Хәҙисә бынан ары ла Хәҙисә булыр! Эске кисерештәре менән тамам алйыу хәленә еткән Сәйәр бер кис Мөхлисә йортоноң ишеген ҡаҡты. Иләнгән йөндө аяҡлап ултырған әбей ыңһарлап урынынан ҡуҙғала алмай торҙо.
– Зөлҡәрнәйҙең кесе улы, тиһәм...
– Эйе, Сәйәр булам.
– Ғәләмәт үҙгәреп киткәнһең, упсым ир ҡорона кергәнһең, ысынлап та кәләш алырлыҡ булғанһың.
– Миңә тигән кәләш, әле бишектә төрләнә, ти.
– Улай тимә. Тенәүгөн әсәйең ҡорбан ашына саҡырғайны, Шәрипҡолдоң ҡыҙы менән йәрәшелгәнһең икән. Бик мәслихәт. Еткән баласағаның башлы-күҙле булыуы хуп.
Мөхлисә әбейҙең аңын-тоңон белештермәйсә һөйләгән хәбәре Сәйәрҙе һеңгәҙәтә яҙҙы. Үҙе йәһәт кенә төпкө бүлмәгә күҙ һалды. Асия бер ни булмағандай шәм яҡтыһында дәфтәр тикшерә ине. Ситтән ҡарамаҡҡа шулай күренде, ысынында, Сәйәрҙең тауышын ишетеү менән, йөрәге лепелдәне, булмышын дерелдәүек биләп алды.
Мөмкинме?
Асия ихлас йылмайып Сәйәргә дивандан урын күрһәтте.
– Диктантмы?
– Әлбиттә, диктант.
Йәштәр нимәлер һөйләп йә көлдөләр, йә тындылар. Мөхлисә әбейҙең әленән-әле башын тығып төпкө бүлмәгә ҡарап алыуынан кинәнес табып хихылдаштылар.
Ҡош кеүек ҡанатланып-осоп йөрөгән Сәйәрҙең ҡанатын бишенсе көндә ботарлап ырғыттылар. Бөтөн эште ҡорбан ашына килгән Мөхлисә әбей харап итте. Ауыл ҡортҡаларының көллөһө тиерлек, бер төптән килешкәндәй, Мөхлисәнең фатирға төшкән ҡыҙы менән ҡыҙыҡһындылар. Һүҙ алдырмай бер-бер артлы һорау яуҙырҙылар.
– Егет-елән тәҙрә шаҡып йонсоталыр инде?
– Аны ни бысағыма кереттең йән тыныслығыңды боҙоп?
– Өйөң тулы сәстер инде?
– Әйтмә лә!
Кеменә яуап ҡайтарырға белмәне меҫкен Мөхлисә. Хәйләһеҙ күҙҙәрен көлдөрөп һәр ҡайһыһына ҡарашын йүгертеп сыҡты.
– Ҡыҙ торған ергә ҡырҡ ат бәйләнер. Ҡыҙым итәк йәйеп йөрөгәндәрҙән түгел. Иллә әҙәпле бала. Күҙе-башы тоноп өҫтөрәлеп йөрөгән бала булһа, уҡытыусы булып эшләмәҫ ине. Үҙе аҡыллы булғас, бигүк әрһеҙләшмәйҙәр, тик...
Өйҙә нисә күҙ бар шунсаһы Мөхлисә әбейгә текәлде.
– Йә, йә ҡайһы ҡыяны кәләп һалды? – Фатима оторо төпсөштө. Ҡунаҡ әбей яҡлау эҙләгәндәй хужабикәгә ҡараны.
– Күрше Йәнғәли инәлер күп булһа, – тине Хәҙисә. Юҡ һүҙ – буҡ һүҙ, ана, мулла күренде, әйҙәгеҙ урындарығыҙға ултырышығыҙ инде.
Мөхлисә ҡарсыҡтың йәне көйҙө. Йәнғәлиҙең һапата малайына көнө ҡалғанмы ни Асияның? Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ һылыулығы менән Асияны кәмһетергә тырышҡан хужабикәгә үпкәләне.
– Юҡ шул! Үҙегеҙҙең Сәйәр килә көн һайын, Аллаға шөкөр!
Был юлы бөтөн күҙҙәр Шәрипҡолдоң ҡатыны Тәғзимәгә төбәлде. Игәгес тынлыҡ урынлашты. Әбейҙәр фекер төйнәп ул-был иткелә гәнсе, әмәлгә ҡалғандай, ишектән Әхмәтша имам күренде. Ҡатын-ҡыҙҙар кинәт кенә баштарын эйеп, ҡул-аяҡтарын йыйып аят тыңларға әҙерләнде.
Тәғзимә ҡунаҡтарҙан һуңғараҡ ҡалырға тырышты. Мөхлисәнең баяғы әйткән хәбәре эсен ҡорт кеүек кимерҙе. Хәлдең айышын йәһәтләп белешергә булды.
– Улыңдың уҡытыусыға йөрөгәнен беләгүрә тороп һората барабыҙ тип ҡаңғыраһың. Бер бөртөк баламды көсләп утҡа һалырға башыма тай типмәгән. Бөгөн сыҡты, бөгөн тапты. Мах бирә торған дарҙан түгел Шәрифәм, – тине Тәғзимә, үртәлеп.
Егеттәрҙең ни, йөрәге күп булыр, алғаны бер булыр. Алдына типһәң алды, артына типһәң арты ҡанамай. Инәрле-сығарлы Мөхлисәнең хәбәрен хәбәр итеп упсым үктәп тораһың. Бушҡа туҙынма. Беренсеһе – Хоҙайҙан, тигәндәй, балаларҙың ҡушылыуын нығытыу беҙҙең бурыс. Алдағы йомаға көтөгөҙ. Ижәбкә!
– Ҡана һуң? – Тәғзимәнең көңгөрт йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе, – юҡһа, бөтөн ғәм алдында рисуай булабыҙ бит.
Тәғзимәнең кәйефен күтәреп оҙатыуын оҙатҡас, Хәҙисә үҙе лә хафаға ҡалды. «Артығын фәстерҙе түгелме? Берәү менән кәңәш-төңәш итмәне. Мөхлисә әйткәнсә, улы көн һайын теге ҡыҙға йөрөгән булһа? Ҡалайтырға?» Йөҙ төрлө уйҙарына яуап эҙләгән Хәҙисәнең башы ҡатҡан мәлдә ниндәйҙер эске тауыш «һин бит Хәҙисә! Һин бит Хәҙисә!» тип тылҡыны.
Кис ҡорон өлкән ҡыҙы Әҡлимәгә шипкертен генә изем итте. Шыбырлаштылар. Сәйәрҙең сығып киткәнен көтөп, шкаф төбөндә үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан бүләктәрҙе һөйрәп төшөрҙөләр.
Илле алла, алтмыш мулла менән тигәндәй, йома көндө көскә еткерҙе Хәҙисә. Төшкә ҡарай Тәғзимәнең ашҡа саҡырыуын, унда Сәйәрҙең бармауы ғаилә дуҫтарын һанға һуҡмауға тиң икәнен аңғартты.
– Унда миңә ни ҡалған? Ҡунаҡты һеҙ күрһәттегеҙ, үҙегеҙ бары ғыҙ!
– Алай килешмәҫ, улым! Әүәлдән ҡәҙерләшкән кешеләрҙең күңелен һалмаҫ кәрәк, – атаһының һәр һүҙен бойороҡ кеүек ҡабул итеп өйрәнгән Сәйәргә ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ике бите алһыуланған Шәрифә Сәйәрҙе күреүгә оялғандай булды. Йүгереп йөрөп әсәһенә булышты. Әҡлимә менән ниҙер тураһында күңелле генә һөйләштеләр. Төпкө яҡта ирҙәр донъяуи хәлдәргә бай ҡау яһаған арала, Сәйәр стенаға ҡуйылған фоторәсемдәр араһында үҙенең һалдат формалы һүрәтен күреп йөрәге ҡабынды. Был өй ситен тойолдо. Ә бит ошо йортта нисә тапҡыр ҡунаҡ күрһәттеләр, ошо өҫтәлдә Шәрифә менән дәрес әҙерләнеләр, яңаҡтарына таянып хыял дингеҙенә сумдылар. Бөгөн егет күңелендә доңғорлап торған бушлыҡ. Элеккенән бер нәмә лә тороп ҡалмаған.
Әхмәтша мулланың алдына батмус, ағас һауытта сәй ҡалағы менән ниндәйҙер һыу ҡуйҙылар. Ул вәғәз әйтте.
– Шәриғәт ҡушҡанса никах билдәле шарттар үтәлмәҫ борон уҡылмай. Мәһәр – төп шарт, һырға һабағы, ата туны, инә туны, һәр ике яҡтың ризалығы һәм шаһиттарҙың булыуы фарыз.
Зөлҡәрнәй ҡарт ике ҡыҙыл егерме бишлекте батмусҡа ҡуйҙы. Хәҙисә елтәнләп Шәрифәнең яурынына кәзә мамығынан бәйләнгән шәл һалды. Тағы ла әллә күпме бүләктәр таратты.
– Тәғзимә ҡыҙы Шәрифә, үҙ теләгең менән Зөлҡәрнәй улы Сәйәргә бараһыңмы?
Эйе!
– Зөлҡәрнәй улы Сәйәр үҙ теләгең менән Тәғзимә ҡыҙы Шәрифәне ҡатынлыҡҡа алаһыңмы?
Яуап булманы. Шаҡ ҡатҡан Сәйәр телен әйләндереп ниҙер әйтергә лә белмәне. Улы урынына Зөлҡәрнәй үҙе яуап бирҙе.
Хәлдең айышына төшөнгән Сәйәр ололарҙың намыҫ эше тигән выжданһыҙлығына өнһөҙ генә баш сайҡаны. Бүре ауыҙына ҡыҫтал-ған бәрәс кеүек ҡыбырлай ҙа алманы, әйтерһең, ян-яғы ҡоршалған. Ҡаршыһында
яҡындары түгел, ә енәйәтселәр ултыра. Тормоштоң ғәҙел тотҡаһы булған атаһы хыянат юлына баҫа алғас, бүтәндәрҙән ни көтмәк кәрәк. Бер тында яҙмышын ҡыра һуҡҡан өйҙәгеләрҙең береһендә был минуттарҙа күрә алмай ине Сәйәр. Өҫтәл артында оҙаҡ ултырманы, ихатаға сыҡты. Шуны ғына көткәндәй, Шәрифәнең еңгәләре сырылдашып егетте ҡармап тотоп алдылар. Ай-вайына ҡуймай кәртә өйөнә төрткөләп индерҙеләр ҙә ишекте тыштан шапылдатып бикләп ҡуйҙылар.
– Биш сәғәттән түшәк ҡарарға киләбеҙ, үәт! – әллә ысынлап, әллә мәсхәрәләп ҡысҡырҙы берәүһе.
Тәҙрә буйындағы диванда башын эйеп ултырған Шәрифәне күреү сығырынан-сығарҙы Сәйәрҙе.
– Хас кинолағы һымаҡ. Алдан уйланылған сценарий, йөкмәткеле сюжет, ә актерҙар шәп уйнайҙар, тик финалына баштары етмәҫен аңламанылар, ахыры.
– Нимәгә төрттөрәһең?
– Йәшәй килгәс төшөнөрһөң.
– Мин бит көсләшмәнем, Сәйәр...
– Шулай уҡ ҡаршылашманың да.
– Сисен, нишләп ултыраһың?
– Ниңә?
– Ниңә икәнен дә белмәгәс, кейәүгә сығалармы ни?
Сәйәр йәнтәслимгә асырғанып йөҙ түбән ауҙарылды. «Нишләнем мин? Ниңә йыбытҡыландым? Армия бөтөрөп ҡайтҡан егет ата-әсәмә ҡаршы ниңә һүҙ ҡата алманым? Нишләп минең яҙмышымды бүтәндәр хәл итте? Мәүеш мин, йыбытҡы! Ят инде хәҙер мендәр туҡмап».
– Миңә хәҙер ҡалайтырға? – сисенеп кире кейенгән Шәрифәнең үтә меҫкен ҡиәфәте Сәйәрҙе ытырғандырҙы. Кеҫәһендәге бәкеһен сығарҙы. Шәрифәнең сайылдап ҡысҡырыуына ҡарамай, һул усын һуйып ебәрҙе: ҡарҙай ап-аҡ түшәккә урғылып сыҡҡан ҡанын манды ла усын ныҡ итеп ҡыҫты. Унса булмай шалтырап йоҙаҡ асылды. Береһе түшәк, икенсеһе мендәр аҫтын ҡараған ҡатындар зыуҙышҡан мәлдә Сәйәр сығып та һыҙҙы. Ошо хәлдән һуң егет бирьяҡта күрен мәне.
Сәйәр эшкә барып ҡайтҡас, кистәрен ҡайҙалыр сығып олаға башланы. Йөрәк яраларын нисек үткәрергә белмәй ғазапланған егеттең ҡулдары шешәгә үрелгеләне. Был ярҙам итмәне. Ҡылды ҡырҡҡа ярып булмағандай йөрәген икегә бүлә алманы. Бер көн тотто ла Асияға китте. Ҡыҙ егетте күңелһеҙ ҡаршыланы. Йөҙө һурылып, ағарынып киткән Асияның егетте күргеһе килмәүе үтәнән-үтә күренеп тора. Сәйәр ни ҡәҙәр хәлде аңлатырға тырышһа ла, Асия тыңларға теләмәне.
– Йөрөгән ереңдә итәгеңде йыйып йөрө, тигәйне әсәйем. Нишләп йәрәшелгән ҡыҙың була тороп мөхәббәт уйыны уйнаның? Хәйер, мин һине хөкөм итергә ниндәй хоҡуғым бар? Мин һиңә кем?
– Кемме? Һин минең берҙән-бер һуңғы мөхәббәтем! Киттек бынан йәнем, бөгөндән, хәҙер үк. Документтарыңды һуңынан алырһың. Беҙҙе бында бер нимә лә тотмай. Зинһар, мине ғүмерлеккә бәхетһеҙ итмә. – Сәйәр Асияны ҡосағына ҡыҫты, ярһып, ирендәренә үрелде. Ҡыҙ бер мәлгә юғалып ҡалды. Һөйгәненең ҡайнар ҡосағы, эҫе тыны уны йомшартты – ҡыҙ донъяһын онотто. Боҙҙай туңған йөрәге ирене, көтәсәккә генә бирелгән бәхет ипкенендә йәне иҙрәне. Мөхәббәттә аңлашҡан тәүге һәм һуңғы осрашыуҙары ине уларҙың.
Яҙмышын ашатланып, үҙ ҡулына алырға тырышһа ла, Сәйәр булдыра алманы. Асия ла сик ҡуйҙы. Ҡыҙҙың абруйын төшөрөүҙән ҡурҡып, уны ҡабат борсоманы.
...Май айы бөтөр-бөтмәҫтән Асия ауылдан китте. Ҡабат осрашырға насип булманы. Юҡсы. Теге төндәге осрашыуҙан һуң сәхнәлә күрҙе бит. Май байрамында ауыл йәштәре әҙерләгән концертҡа барғайнылар. Шәрифә менән ил йөҙөнә ҡушарлап тәүгә сығыуы ине Сәйәрҙең.
– Ҡаршы алығыҙ, Асия Сәмиғуллина йырлай – яңы концерт номеры иғлан ителеү менән Сәйәрҙең йөрәге дарһылдап типте.
«Мин түгел, һин үҙең. Мин түгел, һин үҙең», Асияның һағышлы йыры ҡолаҡ төбөндә оҙаҡ яңғыраны.
Ваҡыт үҙенекен итте һәм ғазаплы үткәндәрҙе, ғүмерһеҙ мөхәббәтте үҙ эсенә йомдо. Йәшлек хәтирәләре күңел төбөнә баҫырылды. Бөгөн донъяһы түңәрәк Сәйәрҙең. Улдар үҫтерҙе, урман сәсте, донъя тотто. Хәҙер офоғо байығанын көтә. Тик ҡыҙы, Гөлдәриәһе, аңғармаҫтан күңеленә вәсвәсә һалды.
Һәр йәй һайын ялға ҡайтҡан оло улы, атаһына ике ҡатлы йорт һалдырам, тип, башын ҡатыра. Атайым нигеҙен үлһәм дә ташламайым, тип бөгәсә ҡырталашҡан Сәйәр ағайҙың башына шәп уй килде. «Эре нефть компанияһының генераль директоры булып эшләгән Искәндәр Сәйәрович аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, урынын мин табырмын», – тип ҡыуанды ул. Искәндәрҙең ҡайтыуын был юлы түҙемһеҙләнеп көттө. Уй-ниәтен улына белдергәс, уныһы йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Ни ҡәҙәрле шәп күпер бар бит, атай! Лутсы мәсет һалдырайым, һинең исемеңде ҡушып, ә-ә?
Ни бысағыма минең исемде ҡушырға итәһең? Мин һиңә атаҡлы ишан, йә әүлиә зат булғанмы? Юҡ икән, юҡ!
Ай буйы матур хыялдар менән йәшәгән Сәйәр уҙамандың күңеле кителде. Ул тәмәкеһен тоҡандырып Иҫке күпергә йүнәлде...
Ә өсөнсө көнөнә таш тейәгән машиналарҙың Иҙел аръяғында гөжләүенә тәүҙә аптырап китте. Ауыҙы үҙенән-үҙе йырылды.
– Ир, икәнһең, улым! – Сәйәр йоҡоһонан саҡ уянып торған Искәндәрҙең арҡаһынан дөпөлдәтте.
– Нишләйһең, атай үтенесе.
Теүәл ай тигәндә шәп күпер әҙер булды. Үҙҙәренсә асыу тантанаһы әтмәләнеләр. Геүләтеп бейеп, күпер төбөн бер иттеләр.
Бығаса берәүгә лә хәжәт булмаған күпер төбөнән хәҙер халыҡ өҙөлмәне. Гөжләтеп машиналар үтте. Аръяҡ бисәләре мал-тыуарын күпер ашаһына – бирьяҡҡа ҡыуа башланы.
Сентябрь аҙаҡтарында мәктәптең йөҙ йыллыҡ юбилейын үткәрергә йыйындылар. Сәйәр ағай үҙенсә әҙерләнде.
Матур үтте осрашыу. Кем генә килмәгән. Ғүмере буйы урманда эшләгән Сәйәр ағайҙы бәҫле ҡунаҡтар араһына ултырттылар.
– Көтмә, атай, килмәй ул, килә алмай!
Гөлдәриәнең тауышынан күпер ҡанаттарына тотоноп тәрән уйға батҡан Сәйәр ағайыбыҙ ныҡ ҡына һиҫкәнде.
– Кем килмәй?
– Асия. – Ҡартлас ҡыҙына маңлайын сирып ҡараны.
– Ҡәйнәм һөйләне һеҙҙең мөхәббәт тарихын. Асия уның әхирәте булған икән, ул дүрт йыл элек вафат булған.
Оҙаҡ торҙо Сәйәр ағай күпер ҡанаттарына таянып. Күҙ алдынан Асия менән тәүге осрашыуҙары, унан һуң кис ҡорон йәштәр менән күпер төбөн бер итеп бейеүҙәре, йән тартҡаны менән таңғаса серләшеп йөрөүҙәре, тағы ла әллә күпме хәтирәләр теҙелеп үтте. Уйлап ҡараниһә, ғүмеренең бер көнө лә Иҫке күперһеҙ үтмәгән һымаҡ. Ауылдаштары яңы бетон күперҙән йөрөһә, Сәйәр иһә йәшлек ғәҙәтенә хыянат итмәне – Иҫке күперҙән йөрөүен ташламаны. Йәйҙән көҙгә тиклем күпер төбөндәге бөгөлдән балыҡ ҡармаҡлауын, күпер ҡанаттарына таянып оҙон-оҙаҡ Иҙелгә текәлеп тороуын сәйер түгел, ә ғәҙәти хәл итеп ҡабул итеп өйрәнгәйне ауылдаштары.

Фото: fishki.net

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: