Мәүлиҙә нәмәлер булырын көтә. Әхирәте менән һөйләшкәйне, уныһы, донъя күргән кеше, бер нәмә лә булмаясаҡ, иреңде генә алып китәсәктәр, тине. Алып китһәләр, китәләр инде, ни хәл итәһең? Күнергә тура килмәгәйе.
Бер көн ят ҡатын килеп инде. Йәмилә, тип таныштырҙы ул үҙен. Сәсе ерән, ошолор, үлсәмәһәң дә, күренеп тора, ҡырҡ сантиметр самаһы булыр. Етмәһә, теге хушбуй еҫе таралды.
– Һеҙ Мәүлиҙәме? Мин һеҙҙең ирегеҙ хаҡында һөйләшергә килдем.
– Минең иремә нимә булған? – тине Мәүлиҙә.
– Бер ни ҙә булмаған, – тине ят ҡатын, – ләкин булыуы ихтимал.
– Мәҫәлән, нимә буласаҡ?
– Мәҫәлән, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, ул минең менән йәшәргә теләй.
– Ә ни эшләп был хаҡта мин уның үҙенән түгел, һеҙҙән ишетәм?
– Сөнки, Гәрәй – бик йыуаш, бик баҙнатһыҙ, был хаҡта һеҙгә үҙе әйтергә шикләнә.
– Шуға һеҙ ярҙам итергә булдығыҙмы?
– Тап шулай, – тип күтәреп алды ят ҡатын.
– Һеҙҙең балағыҙ буласаҡмы?
– Әлбиттә. Мин инде иҫәпкә торҙом. Гәрәй беҙҙең улыбыҙ булыуын теләй.
– Ярай инде, миңә ризалашыуҙан башҡа сара юҡ, – тине Мәүлиҙә. – Әйберҙәрен хәҙер үк алып китәһегеҙме?
– Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, хәҙер үк.
– Бик яҡшы, – тине Мәүлиҙә. “Тимәк, бөгөн ашарға бешереп торорға түгел”, тип уйланы эстән генә һәм шалтырлатып, тәгәрмәсле сумаҙанын һөйрәп тә сығарҙы. – Мәгеҙ, яҙып барығыҙ, – тип ҡатындың ҡулына ҡәләм менән ҡағыҙ тотторҙо.
– Нимә яҙырға?
– Яҙығыҙ: биш йәйге күлмәк, дүрт ҡышҡы күлмәк, өс пар ботинка, алты дана трусы...
– Туҡтағыҙ-туҡтағыҙ, былар нимәгә кәрәк?
– Нисек нимәгә кәрәк? Һеҙ алып китәһегеҙ, юғиһә һуңынан әйтеп торорһоғоҙ, мин уны бер нәмәһеҙ алдым, тип.
– Ярай, улайһа, – тип ризалашты ят ҡатын. – Ә ҡулъяулыҡтар, таҫтамал буламы?
– Белгән һымаҡ кисә генә йыуып, үтекләп ҡуйғайным, – тип ҡулъяулыҡтарҙы тотторҙо.
Сумаҙанды ныҡлы тултырып, икәүләп көс-хәл менән бикләп ҡуйҙылар.
– Йәгеҙ, хәйерлегә булһын, – тине Мәүлиҙә. – Сумаҙан да, ир ҙә хәҙер һеҙҙеке.
– Сумаҙанды кем таксиға тиклем төшөрөп ҡуя? – тине Йәмилә.
– Ҡултамғағыҙҙы ҡуйҙығыҙ, сумаҙанды алдығыҙ, шулай булғас, үҙегеҙ төшөрәһегеҙ инде.
– Юҡ инде, – тине Йәмилә, – һеҙ риза булдығыҙ, шулай булғас, ризалыҡ билдәһе итеп, сумаҙанды таксиға тиклем оҙатып ҡуйырға тейешһегеҙ. Юғиһә...
– Юғиһә нимә? Ирҙе алмайым, тип әйтергә теләйһегеҙме?
– Ҡултамғамды ҡуйҙым, сумаҙанға нәмәләр һалғанығыҙҙы күрҙем. Сумаҙан төшөрөү ваҡ-төйәк кенә, шуға был талабымды үтәүегеҙҙе һорайым.
Ипле генә итеп һөйләшкәндән һуң сумаҙанды икәүләп төшөрөргә ҡарар иттеләр.
Мәүлиҙә, был нимә булды әле, тип аптыранып ултырған арала ишек асылғаны ишетелде, һәм Гәрәй ҡайтып керҙе. Бәй, аймылыш булдылармы икән ни? Иң тәүҙә ванна бүлмәһенә инеп йыуынып сыҡты һәм, ғәҙәте буйынса, өҫтәл артына килеп ултырҙы.
– Мин бөгөн һиңә ашарға бешермәнем, – тине Мәүлиҙә.
– Ниңә бешермәнең? Мин иртәнге сәй менән йөрөйөм, асмын, – тине ир, йыуаш ҡына итеп.
– Бешермәнем, сөнки һинең әйберҙәреңде һәм минең рөхсәтемде Йәмиләң алып китте.
Ирҙең ауыҙ йырылды:
– Ә-ә, Йәмилә килдеме ни? Нимә һөйләштегеҙ? Һуғышманығыҙмы?
– Юҡ-юҡ, һуғышманыҡ, сөнки һин һуғышырлыҡ ир түгелһең. Һинең өсөн һуғышып торғансы-ы-ы...
Быны ишеткәс, Гәрәйҙең йөҙө йәмрәйҙе.
– Тимәк, һин мине еңел генә тоттороп ебәрергә булдың? – тине ир.
– Эйе, тоттороп ебәрҙем, һинән ҡотолдом! Хәҙер һиңә ашарға бешереп йонсорға түгел.
– Ә мин, Мәүлиҙә, ашарға һиңә ҡайтып йөрөрмөн, тигәйнем.
– Юҡ инде, улай булмай, унда йәшәйһең, бында ашайһың, минең ризалығым юҡ. Ҡайҙа йәшәйһең – шунда аша.
– Мин бик теләп риза булыр инем, – тине ир. – Ләкин Йәмилә бик насар бешерә, дөрөҫөрәге, бешерә белмәй. Үткәнендә бишбармаҡ бешереп ҡарағайны, боламыҡ килде лә сыҡты.
– Ҡуй инде, – тип йәлләне ҡатын, – етмәһә, балағыҙ булырға тора икән.
– Шулай шул, – тип уфтанды ир. – Тик белергә ине: ул бала минеке микән, әллә кемдеке микән. Сөнки осраша башлауыбыҙға ике ай, ә уның ауырына дүрт ай. Иҫәпләп-иҫәпләп ҡарайым, осо осона сыҡмай. Һинеке, знать не знаю, ти ҙә ҡуя.
– Белмәйем, мин һеҙҙең эргәлә шәм тотоп торманым, – тине Мәүлиҙә. – Шулай булғас, сумаҙаның артынан ҡуҙғалаһың инде.
– Ярай, һинең һүҙеңде йыҡмайым инде, – тип ризалашты ир. – Шулай ҙа шәмбе, йәкшәмбе ҡайтып, ҡыҙым менән улымды күреп, һин бешергән ашты ашап китә аламмы?
– Аҙнаһына бер килеп киткәндән бөлмәбеҙ. Балалар ҙа һине ярата. Быныһына ғына күнермен буғай.
***
Түҙә буламы һуң инде? Мәүлиҙә эштән ҡайтһа, ишек алдындағы
эскәмйәлә бөршәйеп кенә Гәрәйе ултыра.
– Нимә булды? – тине ҡатын, аптырап. – Әллә берәй әйберең тороп ҡалғанмы?
– Ҡалған шул, – тине элекке ире мөшкөл генә итеп.
– Нимәң ҡалған?
– Бәхетем ҡалмағанмы икән, тип эҙләп йөрөйөм.
– Таптыңмы?
– Таптым, ошонда ҡалған.
– Әллә нәмәләр һөйләй башланың. Дөрөҫөн әйт, әллә һин асмы?
– Ҡайҙан беләһең? – тип аптыраны элекке ире.
– Һурығып киткәнһең, иртәнге сәй менән йөрөгәнең күренеп тора. Әйҙә, кер, ашатып сығарырмын.
Гәрәйгә бер тәрилкә аш етмәне. Аш өҫтәүен һорап, тәрилкәне Мәүлиҙә яғына этеп ҡуйҙы. Хужабикә өндәшмәне, өҫтәп аш һалды. Һоғаланып ашауға уныһы ла етмәне, Гәрәй тәрилкәһен өсөнсөгә этте.
– Етте, – тине Мәүлиҙә. – Әле балаларың ҡайтмаған, уларҙың өлөшөнә инмә.
– Ярай, улайһа, сәй булһа ла эсер.
Сәй эскән арала зарланып алды. Өс бүлмәле ҙур фатирҙа йәшәйҙәр икән. Үҙемдеке, әсәйемдән ҡалды, тип әйткән Йәмилә. Алдаған. Сөнки кисә айлыҡ түләүҙе һорап фатирҙың хужаһы килгән. Әгәр бөгөн кискә аҡса тапмаһалар, ҡыуып сығарам, тип ҡурҡытҡан.
– Күпме кәрәк? – тине хужабикә Гәрәйҙе һынар өсөн генә.
– Утыҙ мең, – тине ир, аҡсаны хәҙер үк тоттороп ебәреренә ышанып.
– Ҡабаланма, – тине Мәүлиҙә. – Минең аҡса һуға торған машинам ватылып тора. Төҙәтеп ебәрһәм, иң тәүҙә һиңә һуғып бирермен.
Өндәшмәне Гәрәй, юморҙы аңланы. Ҡайтырға ҡуҙғалды.
– Ярай, асығып йөрөмә, – тине Мәүлиҙә. – Өйөңдө онотма, килгеләп йөрө.
Ошо хәлдән һуң Гәрәй байтаҡҡа юғалып торҙо. Уның хаҡында, тегендә барған, бында барған, фатир эҙләгән, эш алыштырған, тигән хәбәрҙәр генә ишетелгеләп ҡалды. Ә Мәүлиҙә аҡрынлап үҙенең шәхси тормошон көйләргә тотондо. Эштә үҙе һымаҡ ҡатыны ташлап киткән бер хеҙмәттәше уға ҡыҙыҡһыныу белдерә башланы. Театрға барҙылар, кино ҡаранылар, кафела ултырҙылар. Ә бер көн ҡатын Дамирҙы өйөнә саҡырҙы. Килде. Шарап тотҡан, сәскә күтәргән. Күңелле генә итеп ултыралар ине, Мәүлиҙәнең ҡыҙы Заһира менән улы Әхиәр килде лә инде. Был икәүҙең бәхетле генә ултырғанын күреп, ҡыҙы менән улы аптырашып бер-береһенә ҡарашты.
– Аңлашылды, – тине ҡыҙы. – Мин бында сит ирҙең килеүенә юл ҡуймаясаҡмын.
– Мин дә аңланым, – тине Әхиәр. – Ләкин ҡыҫылмауға өҫтөнлөк бирәм.
Дамир ҡайтып киткәс, өс кешенән торған бәләкәй генә йыйылыш булды.
– Әсәй, беҙ һинең тәртибеңде тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, – тине ҡыҙы, – ләкин ҡайһы ваҡыт мин һинең холҡоңдо аңламайым.
Әсәһе ең һыҙғанып аҡланырға тотондо.
– Атайығыҙ киттеме? Китте. Мин яңғыҙмы? Яңғыҙ. Хәҙер ҡайтып күренгәне лә юҡ, хатта йәкшәмбе лә килмәй башланы.
– Нишләп килһен, ул Инорста йәшәй, – тине ҡыҙы. – Килеп етә алмай, килеп етһә, ҡайтып етә алмай.
– Инорсҡа нисек барып сыҡҡан ул? – тип аптыраны Әхиәр.
– Фатир яллағандар, – тине ҡыҙы. – Хәҙер уларҙың бәләкәй бәпесе бар.
Әлегә һөйләшеү ҡыҙыу төҫ алманы, һәүетемсә генә тамамланды. Шулай ҙа Заһира әсәһен киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты.
– Әгәр һинең хеҙмәттәшең бында килеп йөрөр булһа, мин дә егетемде алып ҡайтам, – тине.
Йәкшәмбе ғәҙәттәгесә һуң торҙолар. Тормаҫтар ине, кемдер бик оҙаҡ итеп ишек ҡыңғырауын зыңғырлатты. Мәүлиҙә тороп ишек күҙенән барып ҡараны, береһе лә күренмәгән һымаҡ. Шулай ҙа асып ҡарарға булды. Асһа, ишек төбөндә зәңгәр тышлы юрған эсендә бер бала йоҡлап ята. Кем булды, тип аптырап, Мәүлиҙә үрелеп ҡарағайны, бер кем дә күренмәне, аҫҡы ишектең шаҡылдап ябылғаны ғына ишетелде. Нишләһен Мәүлиҙә, бесәй балаһы түгел бит, баланы алып керҙе. Кемгә оҡшаған, тип әйтерлек тә түгел, сабый бер ни белмәй йоҡлай, ауыҙын сәпелдәтеп көлөп ҡуйған була.
Иң тәүҙә Әхиәр килеп сыҡты. Күҙҙәрен ыуғыслап, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Әсәй, был ысын бәпесме ул? – тип һораны. Әсәһе бәпестең ҡулынан тотҡоланы:
– Ҡулдары йылы, тимәк, ысын, – тине. Ул арала булмай, Заһира уянып килеп сыҡты һәм танауын мышҡылдатып еҫкәнде лә:
– Ҡайҙан киләлер, белмәйем, әммә беҙҙең өйҙә бәпес еҫе бар, – тине. Заһира ла белмәһә, кем белһен инде: балалар табибы булырға уҡыған ҡыҙ оҙаҡламай диплом алырға тейеш.
Был өсәү нәмә эшләргә белмәй аптырап торған арала бәпес күҙҙәрен асты. Эргәһендә ят кешеләрҙе күреп, тәүҙә иларға самаланы, ләкин бик ихлас ҡарап тороуҙарын һиҙҙе микән, һынар өсөн булһа кәрәк, йылмайып ҡуйҙы.
– Әгәр полицияға шылтыратһаҡ? – тине Әхиәр.
– Шылтырат һуң, – тине апаһы, – хәҙер килеп туласаҡтар, тикшерә башлаясаҡтар, кем килтергән, ҡасан, ҡайҙан? Хатта интервью аласаҡтар, телевизорҙан күрһәтәсәктәр. Был миңә оҡшамай.
– Кәрәкмәй, – тине әсәләре. – Мин хәҙер ситтән тороп эшләүгә күсәм. Әлегә үҙем ҡарайым. Оҙаҡламай йәй етә, отпускылар, каникулдар һәм башҡалар. Әтеү эт алайыҡ, бесәй алайыҡ, тип мыжыйһығыҙ. Бына һеҙгә ирмәк, уйнағыҙ ошо сабый менән.
– Күршеләргә нимә әйтербеҙ һуң? – тине Заһира.
– Ҡауҙы килтерҙе йә кәбеҫтә түтәленән таптыҡ, тип әйтербеҙ, – тине Әхиәр. – Уларҙың ни эше бар? Күрәләтә сығарып ташлап булмай бит инде.
Малай ҙа үҙенең хоҡуҡтарын белә икән. Аҫты еүешләнгәнен һиҙепме әллә ашарға таптырыпмы, ауыҙын ҡыйшайта биреп илап та ебәрҙе.
Шул ваҡыт тағы ла ишек ҡыңғырауы зыңғырланы.
– Ана, бәпесте эҙләп килделәр, – тип Әхиәр ишек асырға йүгерҙе.
Сәскә тотоп, Дамир килеп инде.
– Бик йәтеш булды әле, – тип, Мәүлиҙә уның эргәһенә килде һәм аҡса һондо. – Бар, эргәләге “Пятерочка”нан балалар аҙығы алып кил, – тине.
***
Дамир ағай тигәндәре еңел аяҡлы икән, нисек тиҙ генә күҙҙән юғалһа, шулай йәлп итеп килеп тә керҙе. Өс-дүрт төрлө балалар ризығы алған. Өйҙә күңелле мәшәҡәттәр башланды. Бөтәһенә лә эш табылды. Бәпескә ашарға бешерәләр, керен йыуалар, үҙен йыуындыралар, ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр – күренеп тора: танһыҡлағандар. Күңелле генә итеп ултырып ашап алғандан һуң, Заһира былай тине:
– Бөгөн минең егетем ҡайта, ике ай күрешмәнек, мине көтмәгеҙ.
– Егетең ҡасан килә? – тип һораны әсәһе.
– Ярты сәғәттән паркта осрашабыҙ, – тине ҡыҙы.
– Ҡалай йәтеш тура килде, күршеләрҙең балалар коляскаһын алып тор ҙа паркта саф һауала йөрөтөп ал. Егетең килгәс, өйгә кертерһең йә мин сығырмын.
Күршеләрҙең коляскаһы иҫкергән икән, бер тәгәрмәсе ысҡына ла ҡуя, ысҡына ла ҡуя. Әхиәр бәпес менән арбаһын аҫҡа төшөрөп ҡуйҙы ла ҡайҙалыр тренировкаға китте. Дамир менән Мәүлиҙә тәҙрәнән Заһираның парк яғына ыңғайлағанын ҡарап торҙолар.
– Ҡалай үҙенә килешә, – тине әсәһе.
– Мин дә шулай тип һоҡланып торам, – тине Дамир. – Бәлки, беҙгә лә берәй бала хәстәрләргә кәрәктер?
– Шаяртма, – тине Мәүлиҙә, – уйын эш түгел, фатирыбыҙҙы балалар баҡсаһына әйләндерергә итәһеңме әллә?
Паркта күңелле. Алама ғына арбаға бала һалып алып китеп барған ҡыҙға кешеләр иғтибар иткәндәй тойолдо. Бирешмәй Заһира, арбаһы түгел, арбала ятҡан бала мөһимерәк.
Заһира тирә-яҡты ҡарай: егете һаман күренмәйсе. Шул ваҡыт телефоны шылтыраны, әһә, килә ахырыһы, бына, Рәүисе шылтырата.
– Мин килдем, матурым, һин ҡайҙа? – тине егет.
– Мин бында, – тине ҡыҙы.
– Шаяртырға оҫтаһың инде, – тине егет, – ҡарайым-ҡарайым, күрмәйем.
– Ә мин һине күрәм, батырым, алдымда ғына тораһың. Байрам менән һине!
– Ниндәй байрам?
– Бөгөн беренсе тапҡыр Атайҙар байрамы билдәләнә. Тағы ла үҙеңдең һөнәри байрамың – Юлсылар көнө менән!
– Мин атай булып өлгөрмәнем бит әле, – тине Рәүис.
– Өлгөрөрһөң, – тине ҡыҙ, – бының өсөн хәҙер бөтә шарттар ҙа бар.
– Аптыратма, һин ҡайҙа? – тине егет.
– Бына бит, алдыңда торам.
Егет боролоп ҡараны һәм ни әйтергә белмәй шаңҡып ҡалды. Ҡулындағы сәскәһе төшөп китә яҙҙы. Эргәһенә килде, балаға үрелеп ҡараны.
– Кемдеке ул? – тине.
– Нисек кемдеке? Әлбиттә, беҙҙеке.
Егет өндәшмәйенсә байтаҡ торҙо, үҙен тотҡолап ҡараны, ышанмаған һымаҡ ҡыҙға күҙ һалды. Ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап парктан сығып китте.
Заһира паркты бер ҡат урап сыҡты ла йорто яғына ыңғайланы. Тәүҙә баланы күтәреп фатирына инде, арбаны күршеләргә индереп тапшырҙы.
– Йә, нисек? Нимә булды? – тип аптыранды әсәһе, тамам кәйефһеҙ ҡалған ҡыҙының йөҙөнә ҡарап.
– Бер нәмә лә булманы, әсәй, – тине ҡыҙы кәйефһеҙ генә.
– Юҡ, нәмәлер булған, әллә кейәү менән асыуланыштығыҙмы?
– Юҡ, асыуланышып өлгөрмәнек.
– Ә нимә булды?
– Ул, сабыйҙы күреү менән нисек килеп сыҡты, шулай юҡ булды.
– Ҡастымы?
– Ҡастымы икән, белмәйем, артынан саң ғына уйнап ҡалды. Хатта сәскәһен дә биреп торманы.
– Бына һиңә – мә! – тине әсәһе. – Юғалтыу шуның менән генә бөтһә ярар ине.
– Бөтмәҫ, әсәй, миңә ҡалһа, юғалтыуҙар яңы башлана шикелле.
– Ҡуй, ҡыҙым, улай юрамайыҡ. Былар ваҡытлы һынау ғына.
Шул ваҡыт сабый уянды ла, үҙен ҡарауҙарын талап итеп, мышҡылдай башланы.
– Ҡыҙым, алып саҡ ҡына күтәреп йөрөт әле, – тине әсәһе.
– Әсәй, миндә күтәреп йөрөтөү түгел, ул баланы күреү теләге лә юҡҡа сыҡты.
– Үҙең ғәйепле, – тине әсәһе, – минеке тип әйткәнһең бит. Ниңә улай ҡаты шаяртырға? Ир-аттың былай ҙа ҡото осорға тора. Ә һин бында бала күтәреп көтөп тораһың.
– Ә мин, әсәй, уны ул тиклем үк өркәктер тип уйламағайным. Бына, кемдең кем икәне асыҡланды.
Дамир бала ҡарарға оҫта икән. Тауыш-тынһыҙ ғына сабыйҙы ашаттылар, йоҡларға һалдылар. Үҙҙәре лә ултырып өндәшмәй генә төшкө тамаҡты ашаны. Шул ваҡыт һаҡ ҡына ишек шаҡығандары ишетелде.
Дамир барып асыуға ишектә ап-аҡ сәскә гөлләмәһе ҡуйылған балалар коляскаһы күренде, уның артынан шат йылмайып Рәүис пәйҙә булды.
– Байрам менән! – тине ул, сәскәһен буласаҡ ҡәйнәһенә тоттороп.
– Ниндәй байрам ул? – тине Заһира.
– Бөгөн Атайҙар көнө, минең байрамым!
– Рәүис, һин ҡайҙа ҡастың? – тип килеп ҡосаҡлап алды уны Заһира.
– Арбағыҙ бигерәк насар ине, шуға яңы арба алырға йүгерҙем. Нимә, берәй нәмә булдымы әллә? – тине, кәләшен ҡосаҡлап.
– Ҡотто осорҙоң бит, тоттоң да йүгерҙең.
Шул ваҡыт тағы кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Асып ебәрһәләр, Гәрәй күренде. Иҫәнләшер-иҫәнләшмәҫ:
– Әхиәр улым ҡайҙа? – тип һораны.
– Әхиәр тренировкала. Һиңә нимәгә кәрәк ул? – тине Мәүлиҙә.
– Фатир алдында такси тора, минең сумаҙанды алып керегеҙ әле берегеҙ, үҙем күтәрә алмайым, билем ауырта.
– Ярай, үҙем алып менәм, – тип Рәүис төшөп китте, уның артынан Дамир эйәрҙе.
Теге сабый ҙа уянды шикелле, мышҡылдағаны ишетелде. Үҙенеке шул, атаһын, Гәрәйҙе әйтәм, әллә ҡайҙан танып, ҡулын һоноп та тора.
– Иртән һин ҡалдырып ҡастыңмы ни? – тине Мәүлиҙә, Гәрәйгә ҡарап.
– Ҡасманым, – тине тегеһе, – сумаҙанымды алырға йүгерҙем.
– Нимә, ҡайтырға булдыңмы ни? – тип аптыранды Мәүлиҙә.
– Ҡайтмай ҡайҙа барайым, мин ошонда теркәлгәнмен, башҡа йәшәр урыным юҡ.
– Ә Йәмиләң ҡайҙа?
– Китте ул, ҡасты. Малайҙың документтарын ҡалдырған да бер йәш егет менән Себергә киткән. Малай һинеке, үҙең ҡара, мин унан баш тартам, тине.
– Ҡайттым тип әйтмәксе булаһыңмы? – тине Мәүлиҙә.
– Мал да ашаған еренә ҡайта, – тине Гәрәй. – Ҡайҙа барайым, мине кем кертһен, кем көтә мине?
– Ярай, – тине Мәүлиҙә, – ошонда йөрөп тор, аҙаҡ ҡарарбыҙ.
***
Тормошта шулай буламы, тип һорарһығыҙ. Булһа ла ғәжәп түгел. Беҙ, күпте күргән халыҡ, бер нәмә лә булмаһа ла ғәжәпләнмәбеҙ. Яҙғандарыбыҙ ысынға оҡшаһа ла, оҡшамаһа ла, тормош дауам итә.