Үҙенең тормош иптәше, беҙҙең нәҫел Миңлебай бабайыбыҙ үҙе 1942 йылда уҡ яу яланында ятып ҡалған. Шундай шарттарҙа ла кешеләрҙең кәйефен күтәрерлек көс тапһын әле төпкөлдә йәшәгән ябай башҡорт ҡатыны.
Ул ғәйбәт һөйләмәне, берәүҙе лә әрләмәне, тормошта үҙ урынын белде һәм барына ҡәнәғәт ине. Атайым мәрхүм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, еңгә, тип шаярта, ҡунаҡтан ҡалдырмай торғайны. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында ҙур өй һатып алдылар, шунда ҡыуанып донъя көткәнен хәтерләйем. Хәҙер ҡыҙы Мәсүрә апай ҙа юҡ, ейәнсәре Фәүзиә лә ике йыл элек китеп барҙы.
Бына яҙып бөттөм, ҡолағыма әртис әбейҙең һамаҡлап һөйләгәне ишетелгән һымаҡ. Әсәйем дә әйткәйне, аттар менән санаға тейәп яландан бесән ташыйҙар, Миңлебикә еңгәм таҡмаҡтарын йырлап иң алдан көрт йыра, ә беҙ уға эйәргәнбеҙ.
Шулай ғүмер үтерен кем уйлаған.