-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ғинуар 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ЙОМОРО ЛА, САТЫРЫ ЛА

Ошо урында һеҙ ауыл мәҙәктәре тураһында уҡырһығыҙ. Улар күп, мәғәнәһе ҙур, ләкин һәйбәт өлгөләре бик һирәк. Бындай юмор һәм сатира өлгөләре – һәр кем яратып уҡырлыҡ, хатта табышҡа тиңдәре бар. Еңелсә генә бер-беребеҙҙән көлөп, юморҙы ҡабул  итеп өйрәнһәк, шул еткән. Үҙемдән башлайым. Беренсе курста уҡығанда институттан алып ҡайтҡан тоғомдо әсәйем, мәрхүмә, барланы һәм туҙып бөткән ике-өс пар тәпешкә сығарып: “Улым, быларҙы нимәгә алып ҡайттың?” – тип ғәжәпләнеүен белдерҙе.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр  ЙОМОРО ЛА, САТЫРЫ ЛА
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ЙОМОРО ЛА, САТЫРЫ ЛА

Ул йылды мин ятаҡта Сытырман егеттәре менән йәшәгәйнем. Өлкән курстан Венерҙың (ғәфү үтенәм, күптәр хәҙер уны Венер Мостафа улы Солтанғолов, йәғни, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты урынбаҫары, тип белә) йыл буйына, уҡыу йылы тамамланғандан һуң, кемдең тоғона йәки сумаҙанына емерелгән ултырғыс киҫәктәре, гантель, иҙән йыуғыс сепрәктәр, кәрәкмәгән китаптар тултырып ебәреүҙәре хаҡында көлә-көлә һөйләүе иҫемә төштө. Шулай итеп, мин дә уларҙың шуҡлығының ҡорбаны булдым. Ғөмүмән, Венер Мостафа улы ҙур һәм һоҡланғыс хеҙмәт биографияһына эйә һәм юморға ла, сатираға ла лайыҡ шәхес. Уның хаҡында, яҙған булһа, һөйләрбеҙ әле, түҙеп кенә тор.

Үҙебеҙҙең ауылдан башлайым. Беҙҙең ауылда, ғөмүмән, шаяртырға яраталар, ҡабул  итә лә беләләр.

Бер йәй, каникулға ҡайтҡас, мине ремонт бригадаһына эшкә ҡуштылар. Бригадирыбыҙ – Хәлиулла ағай. Ғибәҙулла бабай, Минйәр бабай, Абдрахман ағай, Минебулат бабай менән бергә эшләйбеҙ, мин уларға таҡта, бүрәнә ташыйым, кәрәк булһа, тотоп торам, ҡушһалар, кирбес килтерәм.

Һигеҙҙән эшкә сығабыҙ, 12-ләрҙә – төшкө аш, 2-ләрҙә Ғибәҙулла бабай эргәһенә йыйылып, яңынан эшкә китәбеҙ. Бер мәл йыйынабыҙ, Ғибәҙулла бабай Рәхимә инәйгә өндәшә:

– Әбей, тоҡто бушатып, сығар, – ти ул.

Ошонда бәләкәй генә аңлатма. Беҙ ҡул һелтәп йөрөһәк тә, өлкәндәр буш ҡул менән ҡайтырға яратмай. Беҙҙең ауылда ғүмер буйы утын етмәне, шуны иҫтә тотоп, өлкәнерәктәр тоҡ-тоҡ ағас киҫәктәре, юнысҡылар күтәреп алып ҡайта.

Бабай тоғон көтә, һәм бына, ҡарсығы килеп сыҡты:

– Бабай, анауы, таш киҫәктәреңде ҡайҙа ҡуяйым? –тип бер ҡатлы һораны.

Бабай һиҫкәнде, барыбыҙға ла күҙ йүгертеп сыҡты һәм ҡаты итеп:

– Ҡайһығыҙҙың этлеге? – тип һораны.

Беҙ өндәшмәйбеҙ, ләкин бабайының ауыҙына ғына ҡарап торған әбей барлыҡ эште уйҙы һәм юморҙы тәрәнәйтеп ебәрҙе. Ҡарсыҡ, таш киҫәктәрен күтәреп, урамға килеп сыҡты.

Бабай, мәрхүм, ҡаты ғына ине, үҙенән көлгәндәрен яратманы һәм ҡарсығын әрләй-әрләй таш киҫәктәрен Йәкәүгә, яҡында ағып ятҡан йылғаға ырғытты.

Бына бит, ошо таш киҫәктәре булмаһа, әбей менән бабайҙы ҡапылда иҫкә төшөрөүсе булыр инеме икән? Йәндәре йәннәттә булһын мәрхүмдәрҙең.

***

Институтты тамамлағандан һуң Теләүембәт урта мәктәбенә, Күгәрсен районына, эшкә ебәрҙеләр. Ҙур, яҡты, матур мәктәп. Күңелле итеп эшләйбеҙ.

Төшкө ашҡа мәктәп ашханаһына дүртәүләшеп йөрөйбөҙ: мәктәп директоры (Миңлеәхмәт Ишемғолов, эйе, эйе, Әмир Миңлеәхмәт улының атаһы), Нурулла исемле  военрук, Ишмырҙа исемле завхоз һәм хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы, мин, йәғни, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы. Көн һайын алмашлап аш ташыйбыҙ, директорыбыҙ әҙергә генә килеп ултыра.

Өсәүләп ултырыуыбыҙға, Ишмырҙа берәр тәрилкә һурпаны алдыбыҙға ултыртып та сыҡты һәм икенсе блюдолар артынан китте. Нуруллабыҙ өҫтәл уртаһында ултырған тоҙҙо Ишмырҙаның ҡалағы менән һоҫоп алды ла, һурпаһына һалып болғатып өлгөрҙө һәм тоҙ тултырылған тәрилкәне тәҙрә төбөнә, шаршау артына, алып ҡуйҙы.

Беҙ өндәшмәйбеҙ. Ул арала булмай, Ишмырҙа коллегабыҙ макарондарҙы алдыбыҙға ултыртты һәм ҡалағына йәбеште. Бер ҡалаҡ ҡабыу менән, ул һиҫкәнде һәм өҫтәлгә ҡараны. Йәнәһе, тоҙ һауыты  ултырамы- юҡмы.

Минең, үҙем дә һиҙмәҫтән, ғәйебемде таныйым, көтмәгәндә телдән ысҡынды: “Уф, ҡарағыҙ әле, ниндәй ғәләмәт тоҙло иткәндәр”, – тинем. Ишмырҙа тынысланды һәм ашын һемерә башланы. Ишмырҙаның ҡалағы тәрилкәнең төбөнә тейә һәм иремәгән тоҙ киҫәктәре, тешкә тейеп, шығырҙай, Ишмырҙа уның һайын, сытыйып, тоҙло ашын ашауын дауам итә. Эсеп бөтөрөр алдынан ғына военрук тәҙрә төбөндәге тоҙ һауытын   алып: “Мә, етмәһә, тағы   өҫтә”, – тип Ишмырҙаның алдына ултыртты.

Шунда  Миңлеәхмәт Сафа улы: “Эх, Ишмырҙа! Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә бит”, – тип уфтанып ҡуйҙы.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: