+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ғинуар 2022, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Буласаҡ оҫта Хикәйә

Байрам алды балалар өсөн төрлө уйынсыҡ һатылған магазинда кеше күп. Сәриә ата-әсәләргә, балаларға уйынсыҡ һайларға ярҙам итә. Ярҙам итмәй булмай, ана бит, атайҙар бәләкәй ҡыҙҙарын эйәртеп киләләр ҙә төрлө ҡурсаҡтар эргәһенә түгел, техника эргәһенә әйҙәй башлайҙар. Ә тегеләр өндәшмәй, әсәләре менән  килмәһәләр ҙә нимә һатып алырға кәрәклеген алдан белешһәләр була ла бит инде. Юҡ, һәр береһенә айырым өндәшергә, кәңәш бирергә тура килә. Ә бына был малай килеп инеү менән алан-йолан ҡаранып тормай, туп-тура йәш техниктар өсөн тәғәйенләнгән бүлекте байҡай башлай.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Буласаҡ оҫта Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Буласаҡ оҫта Хикәйә

Яңғыҙы. Ә ниңә бер үҙе икән? Кискә ҡарай кеше кәмегәс, малай юҡ булды. Икенсе көнөнә Сәриә иғтибарлап ҡараһа, малай тағы күренде.

– Исемең нисек? – тип йылы ғына өндәште уға һатыусы.

– Рөстәм, – тине ул бер аҙ уйлап торғандан һуң.

– Рөстәм, һиңә нисә йәш?

– Миңә биш йәш.

Шулай итеп ике арала бәйләнеш урынлашты.

– Һиңә ҡайһы техника оҡшай?

Малай шым ғына роботҡа төртөп күрһәтте. 

– Миңә бынауы робот оҡшай.

– О-о, һин һайлай беләһең, – тип маҡтаны һатыусы.

– Әсәйең менән атайың ҡайҙа?

– Әсәйем юҡ, атайым эштә, – тип уфтанды малай.

– Ә һин бында бөгөн көнө буйы, ашаныңмы һуң?

Малай өндәшмәне, “юҡ” тип башын һелкте.

– Әйҙә, минең менән, – тип малайҙы көнкүреш бүлмәһенә алып керҙе. Унда бөгөн йыйыштырыусы апайҙан башҡа, берәү ҙә юҡ.

– Апай, минең егетем ултырып торһон әле.

– Бынауында, йомшаҡ ултырғысҡа кил, – тип саҡырҙы йыйыштырыусы апай Рөстәмде.

Сәриә сәй яһап бирҙе лә, алдына икмәк, печенье ҡуйҙы һәм сауҙа залына сығып китте. Унда эш бөтәме инде, туҡтауһыҙ кешеләр килә, һәр береһен иғтибарлап тыңларға, ярҙам итергә, хеҙмәтләндерергә кәрәк. Сәғәтенә ҡараһа, байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Көнкүреш бүлмәһенә инһә, Рөстәм урынында ултыра һәм бер нәмә белмәй йоҡлай, хатта сәйен дә эсмәгән, икмәген дә ашамаған. Эх, был малайға аш ашатырға кәрәк ине. Сәриәнең шундай малайы булһа, ул уны күҙ яҙлыҡтырмай ҡарар ине. Юҡ шул. Бер тапҡыр кейәүгә лә сығып ҡарағайны, йәшәй алманылар. Эсте, юғалды, аҙаҡ бөтөнләй күренмәҫ булды.

Икенсе килеүенә, Рөстәм уянған, сәйен эскән, печеньеһын ашаған. Ә тышта дөм-ҡараңғы икән.

– Әйҙә, Рөстәм мин һине илтем ҡуям. Һин ҡайҙа йәшәйһең?

– Ятаҡта.

Улар икәүләшеп сығып киттеләр.

– Йә, ҡайҙа барабыҙ?

Байтаҡ атларға тура килде.

– Ана, мин йәшәгән ятаҡ, – тине малай туғыҙ ҡатлы йортҡа күрһәтеп.

– Рөстәм, иртәгә һин минең эргәгә киләһеңме? – тип һораны Сәриә.

– Әлбиттә, – тине малай. – Юғиһә, бүлмәлә мин бер үҙем.

Йылы ғына хушлаштылар. Сәриә фатирына ҡайтҡас, аш бешерергә йыйынғайны, өлгөрмәне. Диванға башын терәү менән йоҡлап та китте. Арыуҙың сигенә сыҡҡайны шул. Эштә саҡ ҡына ял итергә лә ваҡыт юҡ.

Шул ятыуҙан таңға тиклем уянманы. Ә иртән торғас, тиҙ генә ашарға хәстәрләне, бөгөн ул үҙенә генә түгел, ике кешегә бешерҙе. Кем белә, бәлки, Рөстәм бөгөн дә килер. Сәриә уны һурпа менән һыйлар, сауҙа үҙәгендә мөйөш һайын буфет һәм кафе, әгәр етмәһә, тағы берәй тәмлекәс һатып алыр. Сәриә, үҙе лә һиҙмәҫтән, Рөстәм тураһында күберәк уйлай башланы. Бер ҡараһаң, Сәриә ул малай өсөн кем инде? Бер уртаҡлыҡтары ла, ҡыҙыҡһындырыр һорауҙары ла юҡ. Хәйер, ни эшләп һорауҙар булмаһын? Көн һайын ул малай бында нишләп йөрөй? Әсәһе ҡайҙа булған? Ярай, сығып киткән ти, ә атаһы нимә уйлай? Малай кешене яңғыҙын ҡалдырып китергә яраймы ни?

Иртәнге мәл кеше барыбер әҙерәк була. Ҡала халҡы йоҡо ҡәҙерен белә шул. Бөгөн йәкшәмбе булғас, кешеләр ҙә сауҙа нөктәләрен яуларға ашыҡмай.

– Һаумы, апай, – тип өндәшеүгә Сәриә һиҫкәнеп ҡуйҙы.

Боролоп ҡараһа, Рөстәм тора. Ҡайһы арала килеп еткән.

– Һаумы, Рөстәм. Ә һин ашаныңмы?

– Юҡ, – тип башын һелкте малай, һорап тора тағы. Таң менән уны кем ашатып йөрөһөн инде.

– Ә атайың ҡайттымы?

  • Юҡ!
  • Ятаҡта бер үҙең йоҡланыңмы?

– Эйе, – тине малай шым ғына.

Көнкүреш бүлмәһендә Сәриә тиҙ генә малайға аш яраштырып бирҙе. Күренеп тора, йылы аш күргәне юҡ.

– Ошонда ултырып тор, туйғансы аша, – тип Сәриә сауҙа залына үтте һәм эшкә тотондо.

Бер аҙҙан эргәһенә Рөстәм сыҡты.

– Нимә, бер үҙеңә күңелһеҙме? – тип һораны Сәриә.

Рөстәм өндәшмәне. Баш һелкеп кенә ҡуйҙы.

– Әйҙә, мин һиңә робот менән эшләргә өйрәтәм. Йә, һайла, ҡайһыһы оҡшай?

– Бынауһы, – тип кисәге уйынсыҡты тағы ла күрһәтте Рөстәм.

Сәриә уйынсыҡтың хаҡына ҡараны. Оһо, был малай нимә һайларға белә. Биш-алты йәшлектәргә тәғәйенләнгән робот, тик уны йыя алырмы икән Рөстәм? Үҙе ҡиммәт бит әле. Сәриә бер аҙ икеләнеп торҙо ла, роботты малайға тотторҙо.

– Мә, Рөстәм, йыйып ҡара.

Малай уйынсыҡты әйләндереп-әйләндереп ҡараны ла, кире һатыусыға һондо:

– Юҡ, кәрәкмәй.

– Нисек кәрәкмәй? Уйнағың килмәйме?

Малай уфтанды:

– Минең аҡсам юҡ.

– Тимәк, һинең аҡсаң юҡ. Ә мин уны һиңә бүләк итәм.

Бүләк тураһында һүҙ сыҡҡас, малай йылмайғандай итте:

– Ысынлапмы? Һеҙ миңә бүләк итәһегеҙме?

– Эйе, был минең һиңә бүләгем булһын.

Малай уйынсыҡты теҙеп һалды ла, ҡомарланып йыйырға тотондо. Байтаҡ булашты, ике-өс тапҡыр йыйып, яңынан һүтеп һалды. Ләкин барыбер осона сыҡты.

– Һин, Рөстәм, ҡайһылай оҫта булып сыҡтың? – тип аптыранды Сәриә. – Быны бит һинән ҙурыраҡ малайҙар йыя алмай.

– Ә мин бынауһын да йыя беләм, – тине Рөстәм. – Тик бының өсөн миңә иретеп йәбештерә торған кәрәк.

– Юҡ, беҙгә ярамай, – тине Сәриә. – Өйөңдә атайың менән генә йыйырһың. Әйҙә, былай итәбеҙ. Һин тәүге роботты бында ҡалдыраһың, ә быныһын өйөңә алып ҡайтаһың һәм атайың менән бергә йыяһың.

– Ә миңә улай рөхсәтме?

– Һорап тораһың тағы, – тине Сәриә. – Беҙ икәү бындағы уйынсыҡтарға хужа, теләһәк һатып алабыҙ, теләһәк бүләк итәбеҙ. Бөтәһе лә беҙҙеке.

Кисен Сәриә малайҙы тағы ла ятаҡҡа оҙатып ҡуйҙы һәм тыныс күңел менән ҡайтып китте. Күңелендә ниндәйҙер быға тиклем кисермәгән һәм тоймаған хис барлыҡҡа килде. Сәриә үҙен малай өсөн яуаплы итеп тойҙо. Иртәгәһен иптәштәре бергә театрға барырға саҡырғайны, баш тартты. Уның хәҙер ваҡыты юҡ, оҙаҡламай  Рөстәм килә. Ул уйынсыҡты йыйып бөткәндер, Сәриә апаһына күрһәткеһе киләлер.

Үрелеп-үрелеп ҡарай, ә малайҙың килгәне күренмәй әле. Бәй, әле иртәрәк икән. Сауҙа үҙәген асып та өлгөрмәгәндәрҙер. Ә килмәй ҡуйһа, нимә булыр? Уға тип билмән бешергән булғайны. Килмәй ҡайҙа барһын инде. Ана үҙе килә. Алыҫтан уҡ ауыҙын йырып, ҡосаҡлап алырҙай булып ҡабаланып килә. Ә эргәһендә кем? Әллә атаһы менән инде? Мыҡты кәүҙәле бер егет Рөстәмде етәкләп килә.

Иҫәнләштеләр. Егет һынаған һымаҡ Сәриәгә ҡарап алды.

– Һаумыһығыҙ. Ә Рөстәм һеҙҙең турала ике көн инде һөйләй. Магазины бар, бөтә уйынсыҡтар беҙҙеке. Иртәгә лә шунда барам. Мин робот йыйыусы булып эшләйем. Унда ашаталар, тип маҡтанды. Әллә дөрөҫ, әллә уйҙырма. Эшем шулай, улымды ҡалдырыр урыным юҡ. Бикләйем дә китәм, ашарға ҡалдырам. Нишләйһең, ҡоро-һары инде. Кис һуң ҡайтыла. Ә һеҙ эшләп тә, минең улымды ла ҡарап нисек өлгөрәһегеҙ?

Сәриә нимә тип яуап бирһен инде. Минең өсөн бала ҡарау танһыҡ, хатта үҙем өсөн ят, ләкин мин юҡһынған тойғо тип аҡланып торһонмо.

– Йөрөһөн, берәүгә лә ҡамасауламай. Малайығыҙ бик оҫта икән. Өлкән ағайҙар йыя алмаған роботты эшләй ҙә ҡуя. Бәләкәйҙәргә ябай ғына итеп аңлата ла белә.

Үҙ-ара телефондарын алыштылар.

– Донъя хәлен белеп буламы ни, – тине атаһы. Исемен дә шунда ишетте. Рәйес Һабанғолов икән.

Ә бер көн Рөстәм килмәне. Тәүҙә Сәриә быға иғтибар итмәне, аҙаҡ һиҙҙе, бөгөн нимәлер етмәй бит. Үрелеп ҡараһа, Рөстәм көн һайын килеп ултыра торған урын буш. Бәлки, һуңлабыраҡ килер, тине. Юҡ. Малай күренмәне. Сәриә, үҙе лә һиҙмәҫтән, малай йәшәгән ятаҡ яғына ыңғайланы. Телефонын алып ҡараһа, әллә күпме тапҡыр Рәйес шылтыратҡан.

– Рәйес, был мин Сәриә. Мин һеҙҙе тыңлайым, – тине ҡатын.

– Ниһайәт, – тип ҡыуанды ир. – Мин һеҙгә ике сәғәттән артыҡ шылтыратам, мине ашығыс командировкаға ебәрҙеләр. Мөмкин булһа, кереп улымды ҡарағыҙ инде.

Сәриә иң тәүҙә магазиндан икеһенә аҙыҡ-түлек һатып алды һәм килеп улар йәшәгән бүлмәнең ишеген шаҡыны.

– Кем бар? – тип бошонҡо ғына өндәште малай.

– Был мин, Сәриә апайың. Атайың ҡайтмай, командировкаға китте.

Рөстәм шунда уҡ ишекте асты һәм Сәриәне ҡосаҡлап алды.

– Мин ас, апай, көнө буйы ашаманым.

Сәриә еңдәрен һыҙғанып алды ла ашарға бешерә башланы. Ысынлап та, малай асыҡҡан икән. Бер түгел, ике тәрилкә ашаны. Аҙаҡ апаһына ҡарап, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.

– Сәриә апай, ҡайтып йонсоп йөрөгәнсе, ошонда ғына йәшә лә ҡуй, – тине малай. – Борсолма апай, мин атайым менән һөйләшермен.

Был тәҡдим Сәриәне аптыратты, нимә әйтергә лә белмәне.

– Нимә тип яуап бирәйем икән, ә атайың нимә әйтер һуң? – тине аптыранған Сәриә.

– Ул ҡайҙа барһын, ризалашасаҡ, юғиһә, өләсәй килә лә, өйлән, өйлән, ти.

– Ә атайың нимә ти?

– Йүнле генә ҡатынды ҡайҙан табаһың, ти. Нишләп тапмай ти, бына һин бар.

Шул ваҡыт Сәриәнең телефоны шылтыраны. Әлеге Рәйес шылтырата. Хәл белешеп, улының тамағы туҡлығын белгәс, ҡыуанып китте. Сәриәгә рәхмәттәрен әйтте.

– Бир әле, апай, үҙем һөйләшәйем, – тине Рөстәм ололар һымаҡ, олпат ҡына итеп. – Һин, атай, үпкәләмә, мин Сәриә апайҙы беҙгә йәшәргә саҡырҙым. Ярай, һин эҙләнмә, ул риза булһа, һиңә бына тигән ҡатын буласаҡ. Мин уны өгөтләй башланым инде. Мә, апай, һинең менән һөйләшәм, ти.

Сәриә трубканы алды.

– Эйе, тыңлайым, – тине ул уңайһыҙланып ҡына.

– Һеҙ уны тыңламағыҙ, һеҙҙе лә, мине лә уңайһыҙ хәлгә ҡуйыр.

Сәриә өндәшмәне. Яуап та бирмәне. Кире лә ҡаҡманы. Шым ғына телефонын һүндереп ҡуйҙы.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: