Иң тәүҙә ҡатын шуға төшөндө, үлсәгес һимереүҙән ҡотҡармай, ә, киреһенсә, көн һайын нисә йөҙ грамға артҡаныңды күрһәтеп кенә бара икән. Ашамай ҙа ҡараны Мәүлиҙә, бер-ике диетаны һынап булашты, ләкин нисә тапҡыр үлсәгескә баҫып ҡарамаһын, артҡандан-арта бара.
Бына үлсәгес тағы кәрәк булды.
– Әйт әле, Гәрәй, минән сығып киткәндә нисә кило инең?
– Үҙебеҙҙең келәттә үлсәнгәйнем, 93 кило күрһәтте, – тип яуап бирҙе Гәрәй үҙенең ниндәй бәләгә һәм һынауҙарға дусар булыуын уйламай.
Йомшаҡ ултырғыста ултырған Мәүлиҙә саҡ ҡына уңға ҡыйшайҙы ла үлсәгес килтереп сығарҙы:
– Баҫ, үлсән, – тине ул ҡәтғи рәүештә.
– Үлсәнеү нимәгә тағы? – тине элекке ир генәһе уны-быны уйламай. – Йонсоғанымды күреп тораһың бит.
– Эйе, күрәм, ләкин күпме икәнен белмәйем.
Баҫты Гәрәй үлсәгескә.
– Күпме тиһең? – тип ыңғырашты Мәүлиҙә. – 63 кило, ужас. 93 килоңдың 30 килоһын елгә осорор өсөн һиңә түшәк яңыртып тороу кәрәк инеме? Әллә һине берәй урынға бикләп ҡуйып, асҡа ҡаҡланылармы? Юҡ?! Әллә көн һайын ашханаға барғанда түләй торған аҡсаңды тартып алдылармы?
– Юҡ.
– Ишетмәйем, нимә, ҡысҡырып юҡ, тип әйтерлек хәлең юҡмы әллә?
– Эйе.
– Аңлат, сәбәбе нимәлә? Нимә ул һин юғалтҡан 30 кило. Әгәр былай барһа, оҙаҡламай һинән тире лә һөйәк кенә ҡаласаҡ. Әгәр кеше ауырлығының 80 процентын һыу алып тороуын иҫәпкә алһаҡ, һинең әлеге 63 килограмыңдың 49 килограмы йылытҡыс торбаһына һалып киптергәндә үк юҡҡа сығасаҡ һәм һинән бер нимә лә ҡалмаясаҡ. Бәлки, һине дауалар өсөн ашатып алырға, гуманитар ярҙам эҙләргә, һис юғы түрә-ҡараға мөрәжәғәт итергә тура килмәгәйе. Мәҫәлән, өҫтәлмә туҡландырыу өсөн. Юҡ, бындай шарттарҙа мин һине яңынан ҡабул итә алмайым. Бына тигән йәшәп ята инек, һин этем-һүтем ҡотороп сығып киттең, ә хәҙер мин һине яңынан эшкиндереп алырға тейеш.
Шул ваҡыт Гәрәйҙең тәгәрмәсле сумаҙанын шалтырлатып һөйрәп Йәмилә килеп инде һәм ваҡиғаларҙы ҡуйыртып ебәрҙе.
– Ал был нәмәңде киренән үҙеңә, – тине ул ҡыуана-ҡыуана. – Эшкинмәгән үҙен дә, сумаҙанын да.
– Үҙеңә шылтыратам тип тора инем, – тине Мәүлиҙә. – Ваҡытында килеп индең. Әйткәндәй, өрөп тултырған һымаҡ уҡ булмаһа ла, матурланып, таҙарып киткәнһең.
– Рәхмәт, – тине Йәмилә. – Миңә кейәүгә сығыу килеште. Йәшәрҙең, тиҙәр.
– Һин түгел, мине Гәрәй ҡыҙыҡһындыра. Былтыр һин алып киткәндә ул 93 кило тарта ине, һәм кейемдәре бәләкәйләнгәс, шытылып бөткәйне. Ә хәҙер яҡшылап ҡара әле. Күрәһеңме?
– Күрмәй һуң, шул Гәрәй инде. Һуғып йыҡһаң да, ҡосаҡлап үпһәң дә шул Гәрәй. Нимәһен ҡарайһың уның?
– Кейемен ҡара, ни эшләп тоҡ һымаҡ эленеп тора ул? Үҙен ҡара, сайҡалып саҡ тора. Ярты йылда 30 килоға кәмегән. Нимә уны, көнө-төнө егеп йөрөнөңмө әллә?
– Һуң нимә эшләтәйем. Ашауға ла, эшкә лә бик юҡ. Сирләгәне тойолмай. Ҡуй, йонсотма, нисек бар, шулай ҡабул ит.
– Юҡ инде, – тип Мәүлиҙә Гәрәйҙе Йәмилә яғына этеп ҡуйҙы. – Алып ҡайтаһың, ашатаһың, кеше һымаҡ итеп килтерәһең. Юғиһәме... Мин һине судҡа бирәм. Ултыртып ҡуям. Ул бит ир кеше, мал түгел. Белмәйһеңме ни, ирҙе ир булғас, этте ҡараған һымаҡ тәрбиәләргә кәрәк. Көн һайын өс тапҡыр ныҡлы ашаталар, йыуындыралар, аҙна һайын прогулкаға ебәреп алалар.
– Ҡасып ҡуйһа.
– Ҡасып ҡайҙа барһын ул. Ашаған еренә ҡайтмаған эт юҡ ул. Ана Хатиконы күргәнең бармы? Ни өсөн хужаһын көтөп йылдар буйы ята эт. Сөнки хужаһы уны ашата. Ашатмаһа, ун йыл буйы хужаһын көтөп ятамы ни? Ә һинән ҡасып тигәндәй килеп инде. Етмәһә, алмайым, ҡарамайым, тип ҡурҡытаһың. Мин ул юҡта рәхәткә сыҡтым. Хатта күлдәктәрем ярамай башланы, яңыларын алдым, хәҙер, ул ҡайтҡас, яңынан ябығырға, тағы кейем-һалым алырға тура киләсәкме? Кәрәкмәй. Алып киттең, рәхмәт, үҙеңә генә булһын.
Йәмилә лә бирешеп торманы.
– Әйтәм, бик еңел, ҡыуана-ҡыуана биреп ебәрҙең. Мин, алйот, уның сумаҙанын ташыған булам. Юҡ, бына сумаҙаны, бына паспорты, бына үҙе, ҡабул итеп алаһың да, распискаңды яҙаһың.
– Яҙмайым. Мин ни эшләп һин ярты йылда эштән сығарған ирҙе кире алырға тейеш?
– Улайһа, гарантия хаҡында һөйләшеп-килешергә ине. Үҙең ғәйепле, күлдәк-ыштанын һанап бирҙең, ә иң мөһимен онотҡанһың. Әйткәндәй, үткәнендә әсәһе килде. Һимерер, тип ҡурҡҡайным, ти, һин ябыҡтырып алғанһың, тип маҡтаны.
– Ә мине, һимерткәнһең, тип маҡтай торғайны, ҡәйнәмде әйтәм.
– Ярай, улайһа, – тип ыңғырашты Йәмилә. – Быны рәткә индереп алыр өсөн мин һиңә 60 мең һум аҡса түләйем.
– 60 мең һум? 93 килонан 63 килоға ҡалған ир өсөн ни бары 60 мең һум?
– Эйе. Ярай, миңә ярамай башланы, самый һинең размер, ҡушып тунымды бирәм, – тине Йәмилә һәм өҫтөндәге кейемде сисә лә башланы.
– Ҡана-ҡана, ҡана. Ҡарале, һин дә минең размерҙы кейәһең икән дә баһа? – тип көҙгө алдына килеп баҫты ла борғоланды. – Быны ҡасан алғайның?
– Би-би-и, юҡ, бер йыл элек алдым, бик һирәк кейҙем.
– Ярай инде, бер йыл ни, биш йыл ни, бушҡа килгән нәмә, килтер ҡағыҙыңды, ҡултамғамды ҡуям, – тине Мәүлиҙә.
– Рәхмәт инде һиңә, – тине Йәмилә. – Уф, бынау имгәктән ғүмерҙә ҡотолоп булмаҫ һымаҡ ине. Бынан һуң, берәйһен йортҡа кертәм тип, ауыҙымды асһаммы, берәй иргә күҙ һалһаммы, ошо урында тереләй мине ер упһын. Саҡ ҡотолоп киләм. Уф.