+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ғинуар 2022, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә

Ирхан ҡапыл һәм көтмәгәндә үҫеп киткән һымаҡ булды. Алты йәше тулмаған малай, әлбиттә, барыһы менән дә ҡыҙыҡһына, ләкин донъяны өйрәнеүҙең дә сиге булырға тейеш бит. Үткән йәкшәмбе, мәҫәлән, былай тип һораны: – Ә һеҙ мине ҡайҙан алғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Гүзәл менән Рифат бер-береһенә ҡарашты. Рифат өлгөрөрәк булып сыҡты, улының һорауын әсәһенә йүнәлтеп өлгөрҙө. – Йә, әсәһе, беҙ улыбыҙҙы ҡайҙан алдыҡ? – Ҡайҙан булһын, әлбиттә, балалар тыуҙырыу йортонан.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  БӘПЕС КӨТКӘНДӘ     Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә

– Унда мин нисек барып эләктем, – тип ныҡышты Ирхан. – Тик бер үк бутала күрмәгеҙ. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, балалар тыуҙырыу йортонда кәбеҫтә түтәлдәре лә, ҡауҙы ояһы ла юҡ. Шуның өсөн һорауға яуап бирер алдынан бик ентекләп уйлағыҙ. Бына беҙҙә Зәлиә исемле ҡыҙ бар. Ул әйтә, балалар тыуҙырыу йорто ҙур келәт һымаҡ. Төрлө яҡтан малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы алып киләләр һәм атай-әсәйҙәр үҙҙәренә оҡшағанын һайлап алалар. Дөрөҫөн әйткәндә, быныһы миңә оҡшамай. Бына мине, мәҫәлән, береһе лә оҡшатмаһа, мин унда ғүмер буйы йәшәргә тейешме?

– Улым, һин шул тиклем матур, ҡурҡмайһың, аҡыллыһың. Беҙ инде һине түгел, кемде алырға тейеш, әлбиттә, һине.

– Ярай, яуабығыҙ тулы түгел, ләкин ул мине ҡәнәғәтләндерә. Үткәнендә өләсәй килгәс, һеҙгә берәй ҡыҙ кәрәк, тип әйткәйне. Атайым шөғөлләнәбеҙ, уйлайбыҙ, тине. Һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Нисек шөғөлләнәһегеҙ? Кемде һайларға уйлайһығыҙ? Миңә, һеҙҙең улығыҙға, белергә рөхсәтме?

– Әлбиттә, – тип һүҙгә ҡушылды әсәһе, – әгәр һайлау мөмкинлеге булһа, беҙ һиңә мөрәжәғәт итербеҙ.

– Ярай, тик бер үк онота күрмәгеҙ. Мәсьәлә бик етди. Шуға һыу буйынан алып ҡайттыҡ, түтәлдән таптыҡ, әлеге ҡауҙы килтерҙе тигән әкиәттәрегеҙҙе миңә һөйләмәгеҙ. Шулай ҙа ҡыҙ мәсьәләһе өҫтөндә шөғөлләнеүегеҙ мине ҡыҙыҡһындырыуы бик мөмкин. Ана беҙҙең төркөмдән Фәриҙә, юғиһә, әллә нимәләр һөйләй. Әгәр уға ышанһаң, атай кеше әсәйҙең эсенә орлоҡ һала. Шунан һуң ҡыҙыҡай йә малай үҫә башлай. Мин күргәнем бар, ҙур эсле, ҡорһаҡлы апайҙарҙы. Уларҙа, ысынлап та, ҡыҙыҡай йә малай үҫәлер. Ә бына беренсе ҡатта йәшәгән Зөләйха әбейгә ҡараһаң, унда бер түгел ике-өс бәпес үҫә һымаҡ. Шуға Фәриҙәнең һөйләгәндәренә һеҙҙә бик ышанмағыҙ. Ләкин был эш өлкәндәр ҡарамағында, мин ҡыҫыла, һеҙҙе тыя йәки икенсе кәңәш бирә алмайым. Һеҙ белмәгәнде, мин дә белмәйем. Ярай, һөйләштек, мин һеҙҙең был эш менән шөғөлләнеүегеҙҙән ситтә ҡалмам тип өмөт итәм.

Ирхандың ата-әсәһе менән һөйләшеүе ҙурға китте. Хатта балалар баҡсаһы мөдире лә үҙенең борсолоуын белдергән. Был йәштә балалар барыһын да белергә тейешме? Бәлки, уларға ошо хаҡта мәғлүмәтте өҫтән-мөҫтән булһа ла аңлатырға, хатта кәрәк булһа, күрһәтергә кәрәктер.

Гүзәл менән Рифат был хаҡта көлә-көлә иптәштәренә лә һөйләгәйнеләр. Уларҙы ла, балаларын да ошо уҡ һорауҙар борсой икән. Тота килеп баланың мин кем, ҡайҙан барлыҡҡа килдем, тигән һорауына нисек анһат ҡына яуап бирәһең.

Гүзәл менән Рифат инде йоҡларға ғына ятҡайнылар, һиҫкәнеүҙән һикереп тора яҙҙылар. Уларҙың йоҡо бүлмәһенә атылып тигәндәй Ирхан килеп инде.

– Һеҙ мине ҡалдырмайбыҙ тигәйнегеҙ, – тине ул йыш-йыш тын алып. – Ә үҙегеҙ миңә өндәшеп тә тормай, ҡайҙа саптығыҙ?

Атай кешегә ҡатыны эргәһенә шым ғына шыуып төшөүҙән башҡа сара ҡалманы.

– Быны нишләтәбеҙ? – тине ире йыш-йыш тын алған ҡатынына. – Бүлмәһенә алып барып бикләп ҡуяйыммы?

– Мине алып бармайһығыҙмы? – тип илап ебәрҙе малайҙары. – Мин сыҡмайым.

– Ярай, улым, йоҡлайыҡ, – тине әсәһе. – Һин күҙеңде йом да, тыныс ҡына йоҡла һәм үҙеңде бәләкәй генә ҡыҙҙар, малайҙар йыйылған ерҙә икән, тип күҙ алдына килтер. Улар һиңә кемуҙарҙан йүгерешеп киләләр лә, ҡулдарыңдан тотоп алалар, һине ҡосаҡлайҙар, үбәләр, исемеңде һорайҙар. Ә һин шулар араһынан үҙеңә оҡшағанын һайлап алырһың да, беҙгә күрһәтерһең. Атай, әсәй, миңә бына ошо ҡыҙыҡай оҡшай, әйҙә өйөбөҙгә алайыҡ, тиерһең. Шунан һуң унда мине һәм атайыңды саҡырырҙар. Беҙ үҙебеҙгә оҡшағанын һайлап алырбыҙ ҙа, ҡайтып китербеҙ. Һин уны үҙең менән етәкләп йөрөтөрһөң, уйнатырһың, ашатырһың, һыу эсерерһең.

Бала кешегә күп кәрәкме ни инде? Ике-өс минут та үтмәне Ирхан йоҡлап та китте.

– Нишләй? Йоҡланымы? – тине атаһы.

– Сеү, йоҡлап бара бит, – тине әсәһе.

Ә был ваҡытта Ирхан әкиәт донъяһында ҡыҙҙар һәм малайҙар менән уйнап йөрөй. Ана, улар сәскәле аҡланда йөрөй, оҙаҡламай бешкән алма менән тулы баҡсаға барып сыҡты. Ҡыш бабай менән Яңы йылды ҡаршы алды. Ул арала булмай, ҡарҙар иреп, ер йәм-йәшел булды һәм сәскәләргә күмелде.

– Әсәй, атай, – тип өндәште төш күргән малай. – Әйҙә, бынау ҡыҙыҡайҙы үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡ.

– Ә уның исеме нисек? – тип һораны әсәһе.

– Ләйсән булһынмы? – тине Ирхан.

– Һиңә ошо исем оҡшаймы?

– Оҡшай. Ур-ра, Ләйсән. Хәҙер беҙ һине үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ. Һиңә беҙҙә мотлаҡ оҡшаясаҡ.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: